«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӨСТӘМ ХӘМИТОВ: "Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында иң яҡшыһы булырға тейеш"
+  - 

Өфө тормошо, төбәктең баш ҡалаһының йөҙө, уның уңыштары һәм етешһеҙлектәре, сифатлы үҙгәрештәре, төҙөлөш һәм юл эштәре, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе һәм яңы мәктәптәр төҙөлөшөнә арналды Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың баш ҡаланың киң мәғлүмәт саралары - "Вечерняя Уфа", "Уфимские ведомости" һәм "Киске Өфө" гәзиттәренең етәкселәре менән әңгәмәһе. Һөйләшеүҙең төп темаһы юҡҡа ғына Өфөгә арналманы, сөнки, образлы итеп әйткәндә, төбәктең "визит карточкаһы" буйынса уның бөгөнгөһө, үҫеш ҡеүәте һәм перспективалары тураһында фекер йөрөтәләр. Өҫтәүенә, Рөстәм Зәки улы ла өфөлө. Тимәк, тыуған ҡалаһының уңыштары һәм проблемалары тураһында яҡшы хәбәрҙар, уға эргә-тирәһендә йәшәүселәр, Өфөнөң үткәнен бөгөнгөһө менән сағыштырып ҡараусылар күҙе менән ҡарай белә.

Рөстәм Зәки улы, һәр баҫма редакцияһының эше граждандарҙың хаттары һәм шылтыратыуҙарына ла бәйле. Мөрәжәғәт итеүселәр теге йәки был эшкә үҙҙәренең ыңғай фекерен еткерергә тырыша, ҡайһы берҙә нигеҙле дәғүәләрен дә белдерә. Уларҙың ҡайһы бер һорауҙарын бөгөн Һеҙгә бирергә булдыҡ. Әйткәндәй, уларҙың күпселегенең йөкмәткеһе яңылыҡ булмаясаҡ. Сөнки энергиялы, тыуған ҡалаһын яратҡан, уның бөгөнгөһө һәм киләсәк яҙмышына битараф булмаған халыҡ, моғайын, Һеҙгә лә мөрәжәғәт иткәндер...

- Мин һәр саҡ миңә һәм республика Башлығы хакимиәтенә килгән мөрәжәғәттәрҙе ентекле өйрәнәм. Статистика күрһәтеүенсә, хаттарҙың 40 проценты - Өфөнән. Йәғни республика халҡының сирек өлөшө власть органдарына мөрәжәғәт итеүселәрҙең дөйөм һанының яртыһын тиерлек алып тора. Өфөләрҙең ошолай әүҙемлек күрһәтеүе аңлашыла ла, сөнки уларҙың тормош сифатына талаптары башҡаларҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ. Ҙур ҡалала йәшәүе лә ҡатмарлыраҡ бит.

Шулай ҙа, өфөләрҙең тыуған ҡалаһы яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашырға теләүе нимә менән аңлатыла?

- Минеңсә, йәмғиәттә кешеләрҙең үҙбаһаһы күтәрелә. Граждандар үҙҙәрен лайыҡлы, тағы ла сифатлыраҡ, уңайлыраҡ һәм уңышлыраҡ тормошҡа лайыҡ тип иҫәпләй. Улар йәмғиәттә ғәҙеллекте тәьмин итеү зарурлығы мәсьәләләрен күтәрә. Бөгөн йәмғиәттә ғәҙеллек етмәй. Халыҡ менән аралашып, республика власы ла, муниципаль власть та граждандарҙы борсоған проблемаларға иғтибар бүлергә тейеш.

Был проблемаларға ентекләберәк туҡталып китмәҫһегеҙме?
- Өфө тураһында һөйләшкәс, уларҙың тәүгеһе - ҡала юлдарының торошо. Ҡайһы бер участкаларҙа хәл-торош бигерәк тә хурлыҡлы - мин быны башҡаса атай алмайым. Һөҙөмтәлә халыҡ интегә. Автомобилист соҡорға эләгеп, юл-транспорт ваҡиғаһын тыуҙыра икән, бында, әлбиттә, юлдарҙы шундай насар торошта тотоусылар ғәйепле.

Юлдарҙы Рәсәйҙең иң төп бәләләренә индергән Гоголь заманынан алып бер нәмә лә үҙгәрмәгән, тиерлек...

- Ысынлап та, Николай Васильевичты нисек иҫкә алмайһың инде. Быйыл яҙғыһын юлдарҙың торошо ҡәнәғәтһеҙлек белдергән мөрәжәғәттәр тулҡынына сәбәп булды. Эйе, һәр ҡайһыбыҙ уларҙы яҡшы белә һәм шул уҡ ауырлыҡтар кисерҙе! Тәрән, ситтәре осло соҡор-саҡырҙы, хәүефле ярыҡтарҙы, һикәлтәләрҙе иҫкә төшөрмәй булмай... Мин Салауат Юлаев проспектында һәр йыл барлыҡҡа килгән тәрән колея тураһында әйтеп арыным инде. Йорт ихаталарында ла юлдар маҡтанырлыҡ түгел... Йыл һайын республика етәкселеге ҡала хеҙмәттәрен юлдарҙың торошона һәм хәүефһеҙлегенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға саҡыра, юл эшләүселәрҙең эше сифатын ҡәтғи контролләү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әлбиттә, нимәлер эшләнә... Ләкин өфөләр әлегәсә юл хеҙмәте эшселәрен һәм власть структураларын тәнҡитләй. Был тәнҡит - ғәҙел. Беҙгә 1 июнгә тиклем Өфө һәм Өфө районы юлдарын ниндәйҙер кимәлдә яҡшыртыу өсөн һиҙелерлек көс сарыф итергә тура килде. Әммә әле лә күп нәмә эшләнмәгән. Шул уҡ ваҡытта беҙ был өлкәлә һаман да алға барабыҙ, юл ҡатламы составына ингән ингредиенттарға яңы талаптар ҡуябыҙ. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе тапҡыр битумға урындағы ГОСТ эшләнек.

Йәғни, хәҙер сәбәп етештереүсе намыҫындамы?

- Беҙҙең заводтар сифатлы битум сығарыу проблемалары менән шөғөлләнергә бик теләмәй һәм яңы ҡорамалдарҙы сафҡа индереүҙе 2018-2019 йылдарға күсерә. Әммә беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Бына ГОСТ, рәхим итеп халыҡ зыян күрмәҫлек нормаль битум, ингредиенттар сығарығыҙ, юлдар тейешле сифат талаптарына тап килһен. Бынан тыш, шуны ла билдәләп китәм: юл төҙөлөшөндә күҙәтелгән уғрылыҡҡа кәртә ҡуйырға кәрәк. Юҡһа, юлдар булған урындарҙа яҡшы подряд, ҡәнәғәтләнерлек эш хаҡы булыуы ғәҙәткә инеп китте. Юл төҙөү менән шөғөлләнгән ҡайһы бер шәхси структураларҙың етәкселәре илебеҙҙән ситтә йәшәүе лә сер түгел. Улар аҡсаны бит һауанан алмаған.

Редакцияларға килгән хаттар араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәргә ҡағылғандары ла бик күп...

- Ҡала торлаҡ-коммуналь хужалығы - тап халыҡты борсоған проблемаларҙың икенсеһе. Теләһә ниндәй илдең мегаполисы өсөн ул беренсе сираттағы проблема булып тора. Властың эше тураһында тап торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо, идара итеү компанияларының эш сифаты, күҙәтеү органдарының үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы, финанстар тотонолоуының ғәҙеллеге һәм асыҡлығы буйынса фекер йөрөтәләр. Кешеләр йылдар буйына йорттарында капиталь ремонт эшләүҙе көтөүҙәре тураһында яҙа. Ә бит капремонт өсөн түләү хәҙер граждандар иңенә һалынды. Күпселек ғаиләләр өсөн коммуналь хеҙмәттәр, капиталь ремонт тарифтары ауыр йөк булып ятты, ә ҡайһы бер ваҡытта хатта күтәрерлек тә түгел. Авариялар, өҙөклөктәр, торбалар ярылыуы йыш ҡабатлана. Йәйгеһен йылы һәм һыуыҡ һыуҙың булмауы халыҡтың йәненә тейә. Граждандар телевизор ҡарап, үҫешкән илдәргә сәфәр ҡылып, ундағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошоноң икенсе кимәлдә булыуын күрә һәм: "Ни өсөн беҙҙә улай түгел? Сәбәп нимәлә? Тимәк, властар эшләп еткермәй?" - тигән һорауҙарға күмелә. Эйе, беҙ ҙә эшләп еткермәйбеҙ. Тиҫтә йылдар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларына икенсел ҡараш булған мираҫ тураһында ла онотмағыҙ. Был - тармаҡта заманса белемгә, яҡшы эш тәжрибәһенә эйә профессионалдар булмауы ла. Ундай белгестәр юҡ. Бик йыш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына кешеләр урамдан килә.
Хәл-торошто үҙгәртер өсөн ваҡыт кәрәк. Беҙ был өлкәлә эш алып барабыҙ. Былтыр республикала 1000-дән ашыу йорт ремонтланды. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта - 450. Ремонт күрһәткестәре буйынса ла беҙ Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә. Бында шуға ла иғтибар итергә кәрәк: ремонтты сифатлы эшләргә өйрәнеү зарур. Был өлкәлә үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләргә тейеш, ә халтурасылар, шабашсылар түгел.

Ныҡлы, төҙөк йорто булғанда ла, әгәр уның сәләмәтлеге, ғүмере өсөн профессионалдар түгел, ә медицина өлкәһендә эшләргә хоҡуғы булмаусылар яуап бирһә, кеше үҙен яҡлаулы итеп тоймай. Үкенескә күрә, ундайҙар ҙа осрай һәм гәзит уҡыусылар табиптарға рәхмәт менән бер ҡатарҙан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иҫ китерлек осраҡтар тураһында ла яҙа...

- Һис шикһеҙ, иң мөһим темалар рәтендә - күрһәтелгән медицина ярҙамының сифаты. Һаулыҡ һаҡлауҙа етди проблемалар бар. Шул уҡ ваҡытта медицинаға ҙур ресурстар йүнәлтәбеҙ. 2015 йылда республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 53 миллиард һум аҡса бүленде. Шунса финанс бүленгән тағы берәй тармаҡты әйтегеҙ әле... Ундайҙар юҡ. Был ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Беҙгә дарыуҙар, ҡорамалдар һатып алыуға конкурстарҙың - ғәҙел, асыҡ, ә сығымдарҙың нигеҙле һәм оптималь булыуы мөһим. Медицина учреждениелары, поликлиникалар асырға кәрәк. Күптән түгел мин 4-се бала табыу йортонда булдым. Әйткәндәй, ул - Башҡортостандағы иң ҙур бала табыу йорто, йыл һайын унда республиканың 7,5 мең яңы гражданы донъяға килә, иң ауыр һәм ҡатмарлы сирлеләр ҡабул ителә. Эргәлә генә 400 квадрат метр майҙанлы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй һәм ҙур Киров районынан бер нисә тиҫтә ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул итә! Әлбиттә, бындай иҫ китерлек осраҡтар бөтөнләй булырға тейеш түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы өсөн яңы бина табасаҡбыҙ, ундағы табиптарҙы нормаль, яҡты кабинеттарға күсерәсәкбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн бында табиптар етешмәй... Бындай факт нимә тураһында һөйләй? Власть оҙаҡ ваҡыт был проблемаға күҙ йомоу ғына түгел, уны күрергә лә теләмәгән. Унда Колгуев биҫтәһе үҫә, төҙөлөш ҡайнай, күп ҡатлы яңы йорттар сафҡа инә... Ләкин был проблеманы күптән хәл итергә кәрәк ине. Был - эшләп еткермәү. Шундай хаталарҙы төҙәтергә тейешбеҙ.

Өфө бюджеты республика ярҙамынан тыш ҡыҫҡа ваҡытта һәм этаплы рәүештә хәл ителергә тейешле бурыстарҙың күбеһен атҡара алмаҫы көн кеүек асыҡ... Төбәк үҙенең баш ҡалаһына ниндәй дәрәжәлә ярҙам итә?

- Ысынлап та, өфөләр иғтибар талап итеп яҙған тағы бер тема - ҡала бюджеты. Сөнки уның тулыланыуына баш ҡаланың уңышлы үҫеше бәйле. Республика власы һуңғы йылдарҙа Өфө бюджетына яҡшы, көслө ярҙам күрһәтә. Һөҙөмтәләр ҙә күҙгә күренеп тора - ремонтланған яңы биҫтәләр, яҡшы сифатлы ял зоналары, велосипед юлдары барлыҡҡа килде, йорттарҙың фасады яңыртыла. Өфө - бөгөн Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаларының береһе. Мин ил буйлап күп йөрөйөм һәм һүҙҙәремә яуап бирәм. Был илһөйәрлек кенә түгел, ә аныҡ, объектив хәл-торош.
Өфө - матур, һоҡланғыс ҡала! Шул уҡ ваҡытта ул тағы ла матурыраҡ була ала. Бының өсөн беҙ дөйөм ҡала ҡаҙнаһы ҡала халҡы эшләгән барлыҡ предприятиеларҙың, ойошмаларҙың, учреждениеларҙың өлөшөнән һәм һалымдарҙан, шул иҫәптән баш ҡала эшҡыуарҙары һалымдарынан йыйыла икәнен аңларға тейеш. Дөйөм "кеҫә"ләге тупланманы грамоталы тотонғанда, Өфө халҡы ҡала, дөйөм милеккә һаҡсыл мөнәсәбәттә булғанда ғына ҡаҙна тәртиптә була. Әммә һуңғы ваҡытта беҙ дөйөм милеккә вәхшиҙәрсә ҡараш өлгөләрен бик йыш күрәбеҙ. Эскәмйәләрҙе ватыуҙарына өйрәнеп тә бөттөк инде, ләкин сәнғәт өлгөләрен ҡыйратыуҙан да тартынмайҙар бит!..
Ҡала власының төп бурысы - килемдәрҙең муниципаль бюджетҡа ваҡытында инеүе, уның балансы. Бөгөнгө ябай булмаған иҡтисади хәл-торошта аҡса ресурстарын тотоноуға яңы ҡараш кәрәк. Әлегә уны "үҙләштерәләр", ә беҙҙең өсөн һалынған аҡсаның һөҙөмтәһе - аныҡ файҙа. Даими рәүештә сығымдар статьяһын анализларға, ундағы һөҙөмтәһеҙ өлөштән баш тартырға, профилһеҙ муниципаль предприятиеларҙан, ундайҙар ҙа бар, ҡотолорға кәрәк. Был өлкәлә даими эшләү зарур. Беҙҙә ыңғай миҫалдар ҙа етерлек. Әйтәйек, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығы эшмәкәрлегенән 2011 йылдан алып килемдәр ике тапҡырға артып, былтыр 5 миллиард һумға етте. Ни өсөн? Сөнки ер участкалары, ҡала милке менән дөрөҫ мөғәмәләгә өйрәндек. Тәртип урынлаштырғас, финанстар йәһәтенән һөҙөмтә лә күренде. Әммә муниципаль милек, ер менән бушлай файҙаланыусыларҙың, ҡала финансы иҫәбенә йәшәп өйрәнеүселәрҙең ҡәнәғәтһеҙлеге артты. Ә бюджет аҡсаһына ҡул һуҙыу - әсәйеңдең аҡсаһын урлау ул. Беҙ бер кемгә лә урлашырға юл ҡуймаясаҡбыҙ! Был беҙҙең принципиаль позиция.

Ҡаланың һәм ҡала халҡының именлеге өфөләрҙең килеменә лә бәйле...

- 2012 йылдан алып Өфөлә уртаса эш хаҡы 25 процентҡа артып, 35 мең һумға етте. Был лайыҡлы кимәл, республикала иң яҡшыһы, Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында алтынсы күрһәткес. Шуныһы мөһим, иҡтисадтағы ябай булмаған хәл-торош ваҡытында, Башҡортостандың баш ҡалаһында эшһеҙлек кәмей.
...Ҡала бурыстарын хәл итеү өсөн көслө иҡтисади база кәрәклеге аңлашыла. Бөгөн Өфө республиканан ситкә сығарылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәт күләменең яртыһын тәьмин итә. Былтыр был һан триллион һум самаһы ине. Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәм: республиканың эшкәртеү сәнәғәте продукцияһының 85 проценты баш ҡала предприятиелары өлөшөнә тура килә. Өфө авиатөҙөлөш, нефть химияһы, нефть эшкәртеү, фармацевтика өлкәһендә юғары етештереүгә һәм фәнни компетенцияға эйә. Һәм был ҡеүәтте предприятиеларҙың килемен, уларҙың дәғүәселек һәләтен арттырып тормошҡа ашырырға кәрәк. Ҡала власы предприятиеларға, уларҙың инженер, энергетика инфраструктураһы үҫешенә ярҙам итергә, шарттар тыуҙырырға, ҡала ситендә сәнәғәт предприятиеларын рациональ урынлаштырыу мәсьәләләрен берлектә хәл итергә, халыҡҡа сәнәғәтте үҫтермәй тороп, прогресс булмауын аңлатырға тейеш.

Шулай уҡ инвестициялар йәлеп итмәйенсә үҫеш булмаясағын да...

- Килешәм. Инвестицион әүҙемлектең, бигерәк тә төҙөлөш өлкәһендә, артыуы - мөһим мәл. Былтыр 825 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Индустриаль ысул менән төҙөү рекордлы күләмгә етте, йәғни 500 мең квадрат метрҙан ашты.

Күптән түгел генә айырым урындарҙа төҙөлөш алып барыу заман бәләһе ине...

- Ул бөгөн юҡ тиергә лә була. 2012 йылда уның өлөшө дүрт тапҡырға кәмеп, хәҙер дөйөм төҙөлөштөң 6 процентын ғына алып тора. Һәм улар 1990, 2000 йылдарҙа бирелгән ерҙәрҙә тормошҡа ашырыла. Ул ваҡытта, күрәһең, ҡала халҡының именлеге тураһында хәстәрлек күрелмәгән.
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса хәҙер Өфө илдең иң яҡшы биш ҡалаһы иҫәбенә инә. Әле баш ҡалала бер үк ваҡытта 740 объект төҙөлә. Өфө - 100 мең кешегә капиталь төҙөлөш объекттары һаны буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы өс ҡалаһы иҫәбендә. Бөгөн мегаполис территорияһында 236 күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөлә.

Республика август кәңәшмәһе мәлендә мәғариф объекттарын төҙөү темптары ла ҡыҙыҡһындыра...

- Беҙ артабан да Өфөлә мәктәптәр төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Улар тәү сиратта яңы кварталдарҙа һәм яңы биҫтәләрҙә етешмәй. Әле дөйөм алғанда 4 мең урынлыҡ 4 ҙур мәктәп, 610 урынлыҡ 3 балалар баҡсаһы төҙөлә. Муниципаль-шәхси партнерлыҡ механизмдарын индереү менән социаль объекттар төҙөлөшө тағы ла үҫәсәк.

Йыл һуңында 2030 йылға тиклем Өфөнөң Стратегик үҫешен күҙаллаған документ эшләнеп бөтәсәк. Уның төп маҡсатын нисек билдәләр инегеҙ?

- ...Баш ҡаланы мөмкин тиклем уңайлы ҡала итеү, кешеләргә дуҫтарса мөнәсәбәтле тормош мөхите булдырыу. Бында миллионлы ҡала үҫешен тотҡарлаусы объектив факторҙар бар, киләсәкте күҙаллағанда уларҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк. Төп мөһим бурыс - транспорт инфраструктураһын үҫтереү. Ике айҙан Затон күперенең икенсе сиратын төҙөү тамамлана. Хәҙер беҙгә артабан эшләргә кәрәк. Интернационал урамы киҫелешендә, Һупайлыла һәм Инорста күперҙәр юҡ. Бигерәк тә ҡаланың төньяҡ өлөшөн транспорт ағымынан бушатыу мөһим. Бик күп йылдар Өфө тирәләй транспорт ҡулсаһы булдырыу, тиҙ йөрөшлө трамвай йәки метробус линияһын ебәреү, күп кимәлле түләүле парковкалар төҙөү буйынса фекер алышыу бара. Әммә әлегә баш ҡаланың пассажирҙар ағымы үҙгәреүен иҫәпкә алған транспорт системаһын комплекслы үҫтереүҙең ахырынаса уйланылған стратегияһы юҡ.
Өфөнөң генпланы иҫкергән һәм был мегаполисты артабан үҫтереүҙе тотҡарлай. Беҙгә баш ҡаланы, уның транспорт, коммуналь, социаль инфраструктураһын үҫтереүҙе Ағиҙел, Ҡариҙел аръяғы территорияларын үҙләштереү, яҡын-тирәләге райондарҙа ауыл хужалығының уңдырышлы ерҙәрен һаҡлап алып ҡалып, аҙ ҡатлы йорттарҙы комплекслы төҙөү бурысы менән тығыҙ бәйләнештә алып барырға кәрәк. Өфө үҙенең илдең алдынғы сәнәғәт, фәнни, мәҙәни, спорт үҙәге статусын нығытырға тейеш. Беҙ башҡа төбәктәрҙән һәм дәүләттәрҙән туристар килеүен теләйбеҙ һәм мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Бының өсөн ысын мәғәнәһендә таҙа, бөхтә, матур, изге һәм заманса уңайлы ҡала мөхите булдырыу зарур.

Өфө яҡшыра, матурлана бара. Уға төрлө илдәр туристарының ҡыҙыҡһыныуы артыуы ла - яҡшы һөҙөмтә. Сит ил ҡунаҡтарының бындай иғтибары ҙур бурыс йөкмәтә...

- Һис һүҙһеҙ. Әммә яңы ҡыҙыҡлы маршруттар, ял зоналары, күҙәтеү майҙансыҡтары төҙөп, туристик инфраструктураны даими үҫтерергә кәрәк. Өфөнөң абруйлы конгресс майҙаны, киң күләмле халыҡ-ара сараларҙы үткәреү урыны сифатындағы позицияларын да нығытыу зарур. Беҙ хәҙер үк аҙна һайын тигәндәй әһәмиәтле симпозиумдар, форумдар, эре кәңәшмәләр уҙғарабыҙ. 2019 йылда баш ҡаланың йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын, 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәген әйтеү ҙә етә. 2021 йылда умартасыларҙың "Апимондия" Халыҡ-ара конкурсын үткәреүгә заявка әҙерләйбеҙ. Ә был - донъяның 110 иленән 10 мең ҡатнашыусы тигән һүҙ. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, бер үк ваҡытта күпме умартасы киләсәк һәм дегустация өсөн күпме бал килтерәсәк! Хәйер, беҙҙең башҡорт балынан да яҡшырағы юҡ. Ғөмүмән, Өфө төҙөклөк, инфраструктура торошо, дөйөм һәм экологик именлек, тормош сифаты буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы миллионлы ҡалаһы булырға тейеш.

Нисек уйлайһығыҙ, республиканың өс йылдан һуң билдәләнәсәк 100 йыллыҡ юбилейына иң яҡшы бүләк нимә булыр ине икән?

- Башҡортостанда көслө иҡтисади, мәҙәни ҡеүәт, йәмғиәт тыныслығы һәм татыулығы совет замандарында уҡ һалынған. Беҙ быны оноторға тейеш түгел. Эйе, республикабыҙ үҙенең быуатлыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡул ҡуйған "2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһында" Указ - төбәктең ҡаҙаныштарына, уның халҡының хеҙмәтенә юғары баһа, беҙҙең эшмәкәрлеккә, пландарға һәм башланғыстарға ярҙам ул.
Иҫтәлекле дата хөрмәтенә "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 яңы объект" тигән киң күләмле акцияны тормошҡа ашырырға тәҡдим иттем. Улар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, социаль, юл, инженер инфраструктуралары һ.б төҙөү. Өс йыл эсендә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа тормошто ғәмәлдә яҡшыртырлыҡ яңы ҙур объекттарға эйә булырға тейешбеҙ. Баш ҡалала ла яңы, матур, кәрәкле һәм ихтыяж булған биналар, ҡоролмалар төҙөләсәк. Әлегә бындай эшмәкәрлектең планын әҙерләйәсәкбеҙ. Әгәр граждандар мине хуплаһа, программаға стартты быйыл уҡ бирәсәкбеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.16 | Ҡаралған: 1144

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru