«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПОЛК МУЛЛАЛАРЫНЫҢ ҒӘСКӘРҘӘГЕ ТӘРТИПТЕ, ҺАЛДАТТАРҘЫҢ РУХЫН ҺАҠЛАҒАНЫ
+  - 

1-се Башҡорт пехота дивизияһы муллаһы булған, Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби комиссары Нуриәғзәм Таһиров. 1919 йыл. Башҡорт ғәскәрҙәре 1918 йылдың июнендә аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса ойошторола. Бының өсөн Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге янында махсус Башҡорт хәрби советы булдырыла. Ул Башҡорт ғәскәренең штабы тип тә аталып йөрөтөлә. Аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 8 полк ойоштороуға өлгәшә. 1918 йылдың сентябрендә башҡорт полктары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә1.

Башҡорт ғәскәрҙәре 1918 йылдың июнендә аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса ойошторола. Бының өсөн Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге янында махсус Башҡорт хәрби советы булдырыла. Ул Башҡорт ғәскәренең штабы тип тә аталып йөрөтөлә. Аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 8 полк ойоштороуға өлгәшә. 1918 йылдың сентябрендә башҡорт полктары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә2.
Ислам дине башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур урын биләй. Аҡтар яғында улар милли ғәскәр генә түгел, ә мосолман ғәскәре булараҡ та кәүҙәләнеш ала. 1-се Башҡорт полкы ойошторолоу менән Башҡорт хөкүмәте 1918 йылдың 14 июнендә үҙенең фарманы менән милли атрибутика индерә. Был фарманға ярашлы, башҡорт яугирҙары алты ҡырлы ҡалҡан рәүешендәге күк шеврон тағып йөрөй. Унда полктың номеры һәм айырыу билдәләренән тыш, мосолман символикаһы ярым ай менән йондоҙ һүрәтләнгән була .
1918 йылдың 28 авгусында Башҡорт хәрби шураһы башҡорт ғәскәрҙәре өсөн дөйөм униформа эшләй. Унда ла ярым ай менән йондоҙ билдәһе башҡорт һалдаттары таҡҡан шеврондарҙа урын ала. Екатеринбург ҡалаһын большевиктарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан 2-се Башҡорт пехота полкына ҡала халҡы тарафынан бүләк ителгән байраҡты ла мосолман билдәһе - ярым ай менән йондоҙ биҙәй. Башҡорт ғәскәренең мисәттәрендә лә ошо уҡ символика тора3.
Ислам дине башҡорт армияһында тышҡы атрибуттар кимәлендә генә түгел, милли мосолман ғәскәрендәге кеүек урын биләй. Автономия етәкселеге был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хәрби шураһы фарманы менән ғәскәрҙәрҙә полк һәм дивизия муллалары вазифаһы булдырыла4. Һуғыш шарттарында муллаларға мосолман йолаларын атҡарыу бурысы һалына: һәләк булған яугирҙарҙы йыназа уҡып ерләү, йома һәм байрам намаҙҙары үткәреү һ.б. 2-се Башҡорт пехота полкының муллаһы итеп күренекле башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Нуриәғзәм Таһиров тәғәйенләнә, ул октябрь айынан бер үк ваҡытта дивизия муллаһы вазифаһын да башҡара5.
Башҡорт ғәскәрҙәрендә күнегеүҙәр графигы ла дини йолаларҙы атҡарыуға яраҡлаштырып үҙгәртелә. Йәкшәмбе көнөнән тыш, башҡорт полктарында йома көнөндә сәғәт 14.00 тиклем, йәғни полк муллалары йома намаҙы үткәргәнгә тиклем, дәрес, күнегеүҙәр үткәрелмәй6.
Башҡорт ғәскәрҙәрендә мосолман байрамдары үткәреүгә лә ҙур әһәмиәт бирелә. 1918 йылдың сентябрендә Башҡорт корпусының командиры генерал Хажиәхмәт Ишбулатовтың Ҡорбан ғәйете айҡанлы башҡорт полктарына ебәргән ҡотлау телеграммаһы ошо хаҡта һөйләй: "От души поздравляю вас с великим прздником Курбан-байрам. От чистого сердца желаю вам, воинам, отважно, не дрогнувшей рукой очистившим в боях нашу родину от врагов и, кроме того, избавить наш народ от неописуемых, связанных с войной, хлопот и неудобств для спокойного и благополучного проведения праздника. Прошу у Аллаха силы и помощи в наших святых делах по спасению от катастрофы нашей родины Башкортостана и всей Российской республики".7
Ырымбурҙа 4-се Башҡорт пехота полкы частары Ҡорбан ғәйете байрам иткән көндәрҙә фронтҡа юллана. Яугирҙарҙы Ҡөрьән аяттары уҡып, доғалар ҡылып юлға оҙаталар. "Башҡортостан хөкүмәте хәбәрҙәре" ("Вестник правительства Башкирии") гәзите был ваҡиға тураһында бына нимә тип хәбәр итә: "14 сентября состоящий из 3-х рот 1-й батальон 4-го Башкирского полка отправился для сражений на Орский фронт. До станции его провожали члены Башкирского военного шуро и командир Башкирского корпуса генерал Ишбулатов. На станции имамом Махмутом-эфенде было зачитано из Корана и исполнено богослужение с пожеланиями успехов воинам. Член Башкирского правительства Аллаберде Ягафаров произнес речь о значении для башкир Орского фронта. Речь он закончил словами: "Да здравстует автономный Башкортостан! Да здравствует созданная на федеративной основе Российская республика!"
Выступление генерала воины встретили возгласами "Ура!".
Было, конечно, несколько неудобно отправляться в путь завтра в праздничный день "Гаит-байрам". Несмотря на это, присягнувшие на верность родине башкирские роты двинулись в путь при высоком душевном их подъеме, говоря: "С помощью Аллаха непременно возьмем Орск".8
Иртәгәһенә, башҡорт батальоны Һары станцияһына килеп төшә. Бынан фронт һыҙығына барып етер өсөн 25 саҡрым йәйәү үтергә кәрәк була. Ә Орск ҡалаһына станциянан 45-50 саҡрымдар тирәһе ара. Башҡорт һалдаттары изге Ҡорбан ғәйетен Һары станцияһында һый әҙерләп байрам итә. Кискә ҡурай моңо тыңлап, бейеп күңел аса. "Беҙҙең батальон һалдаттары Ғәйет байрамы айҡанлы бер аҙ күңел асып алыу ниәте менән уртала бейеү өсөн майҙан ҡалдырып, бер түңәрәккә йыйылды. Майҙан уртаһында беҙҙең батальондың ҡурайсыһы Төлкөбай урын алған. Ул башҡорт бейеү көйҙәрен ҡурайҙа ғәжәйеп матур уйнай. Уртала елеп йөрөп башҡорт егеттәре бейей. Төлкөбай бейеү көйҙәренән оҙон көйҙәргә күсә. Уның ҡурайынан ата-бабаларҙың башынан үткән ҡайғы, аһ-зарҙарын сағылдарған Тәфтиләү, Ашҡаҙар көйҙәре ағыла. Һәр кем башын түбән эйеп, һығышлы уйҙарға сума", - тип яҙа башҡорт батальонының бер яугиры9.

1ЦИА РБ. Ф.1201. Оп. 2. Д. 4. Л. 2.
2Таймасов Р.С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга 1. В лагере контрреволюции (1918 - февраль 1919 гг.). Уфа, 2009. 56-сы биттәр.
3Ярмуллин А.Ш. Башкирская военная символика периода Гражданской войны// Проблемы востоковедения. 2011, №4 (54). 102-се бит.
4Ярмуллин А.Ш. Институт полковых мулл в башкирских войсках в годы Гражданской войны// Проблемы востоковедения. 2010, №3 (49). 76-сы бит.
5ЦАОО РБ. Ф. 9776. Оп. 2. д. 3. Л. 36.
6Таймасов Р.С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга 1. Уфа, 2009. 86-87 биттәр.
7Национально-государственное устройство Башкортостана (1917-1925). Документы и материалы: В 4 т. /Авт.-сост. Б.Х. Юлдашбаев. Т. 1. Ч. 2. Уфа, 2002. 464-се бит.
8Шунда уҡ. 465-се бит.
9Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012. 49-50-се биттәр.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.16 | Ҡаралған: 1105

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru