«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘК БЫУЫНДАРҒА КҮБЕРӘК МӘҒЛҮМӘТ ҠАЛДЫРЫУ ҘА – БУРЫСЫБЫҘ
+  - 

Бер ваҡыт йәмғиәттә милли идея эҙләү күренеше популяр булып киткәйне. Йәнәһе лә, милли идеяны тапһаҡ, милләтебеҙ алға китер, үҫер. Тәҡдимдәр бихисап булды, һәр кем үҙе эшләгән эште милли идеяға тиңләне, әммә аныҡ ҡына, барыһы ла күтәреп алырлыҡ, әйҙәүсе уртаҡ фекер табылманы. Ләкин халҡыбыҙҙы ҡыбырлатып, сәмләндереп алырға бер сәбәп булды ул. Бөгөн заман башҡортоноң образын эҙләйбеҙ икән, тимәк, был сара ла күңелдәргә рух һалырға, тиңләшергә тырышырлыҡ шәхестәрҙе табырға һәм барларға кәрәклегенә ишара. Бөгөнгө геройҙарыбыҙҙы ла, һис шикһеҙ, заман башҡорттары тип атарға мөмкин. Ни өсөн икәнен әңгәмәлә үҙегеҙ аңларһығыҙ. Шулай итеп, һүҙ Башҡорт Википедияһы хакимдары Рөстәм НУРЫЕВ менән Зөфәр СӘЛИХОВҡа.

Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу яҡшы, тигәндәй, һөйләшеүҙе ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла һорауҙан башлайыҡ: заман башҡорто, һеҙҙеңсә, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

Рөстәм НУРЫЕВ Р. Нурыев: Башҡорт заманына ҡарап тормайынса, һәр заманда ла башҡорт булырға тейеш һәм бөтөн замандарҙа ла заманса булған башҡорттоң, минеңсә, төп бурысы - Урал батырҙың васыятын үтәү. Быны мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡабатлайым: яҡшылыҡ менән генә яманлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Яман менән яман булып, яманлыҡтың юлы ябылмай, бары арта ғына. Шуға күрә иң төп сифат, иң төп шарт - яҡшылыҡ, изгелек ҡылыу. "Башҡа милләттәр алда бара, башҡорттар артта һөйрәлә", тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә, йәнәһе лә, уларҙа прогресс. Ә башҡорттар үҙҙәренең тәбиғәткә яҡын булыуы, яҡшылыҡты ямандан айыра белеүе менән һәм таш атҡанға аш атып ҡына юлды ябыуҙары арҡаһында һәр ваҡыт замана башҡорттары булып ҡала ала. Хатта башҡаларға ҡарағанда ла замансараҡтар, тиер инем.
Әле мәғлүмәт технологиялары, мәғлүмәт эраһы тип геү киләбеҙ. Күптәр, интернет - ул сүп донъяһы, ти. Әлбиттә, ямандар күтәрелделәр ҙә, баҫтылар ҙа алдылар донъяны, сүп үләне бит тиҙ үҫә, әрһеҙ була. Ә баҡсаны сүп үләненән утап торуҙан ғына мәғәнә юҡ, сүп ҡабат үҫеп сығасаҡ. Шуның өсөн матур, сифатлы сәскәләрҙе күберәк ултыртырға кәрәк. Ул саҡта улар сүпте баҫып китәсәк.
Википедияла "тиҙ грант" тигән яңы программа индерелде һәм беҙ шунда иң элек грант алыусылар булып сыҡтыҡ. Бына был да заман башҡортоноң бер сағылышы - һәр өлкәлә хәбәрҙар булыу.
Зөфәр СӘЛИХОВ З. Сәлихов: Минеңсә, заман башҡорто заман менән бергә атларға, хәҙерге технологияларҙы белергә, кәрәкле һәм әһәмиәтле аралашыуҙар булдырырға, мәғлүмәт табырға һәм уның файҙалы-файҙаһыҙ икәнен айыра алырға, милләтен, үҙен яҡлап, дәлилле яуаптар бирә белергә лә тейеш. Сөнки әле мәғлүмәт көрәше бара, ә яу яланына ялан ҡул сығып булмай, иң төп ҡоралың - етди сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәт. Милләтеңде яманлауҙар, бысраҡ өйөргә тырышыу күренештәре күҙәтелгәндә, дәлилле яуап бирерлек компетентлы, белемле булырға тейеш башҡорт. Шулай уҡ үҙенең милләтен, нәҫелен, тамырҙарын, ата-бабаларын, шәжәрәһен, халҡының батырҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, уларҙың данын үҙенең данлы эштәре менән байытырға, милләтенең данын, уның брендтарын артабан да донъяға танытырға, тыуған яғының, Башҡортостанының тарихын пропагандаларға, таратырға тейеш. Борон башҡорттарҙа иң әһәмиәтле мәғлүмәттәр ауыҙ-тел ижады аша таралып, беҙҙең көндәргә шулай килеп еткән икән, киләсәк быуындарға күберәк һөйләп ҡалдырыу - беҙҙең төп бурыс.

Тел төбөгөҙҙән тойомлауымса, һүҙ яйлап ҡына Википедия юҫығына борола башланы. Википедия ирекле энциклопедия булһа ла, унда сығанаҡ булмайынса, мәғлүмәт урынлаштырыу мөмкин түгел. Эйе, беҙҙең ғалимдарыбыҙ бик күп, әммә Википедияла эшләй башлаһаң, бәхәсле мәсьәләләрҙә сығанаҡтар етмәүе бәкәлгә һуға. Ә сығанаҡһыҙ, йәғни ҡоралһыҙ, ул баҡсаға күп нәмәне сәсеп булмай...

З. Сәлихов: Бала саҡтан фәнни-популяр әҙәбиәт уҡырға яраттым. Мәктәпкә бармаҫ борон уҡ Диҡҡәт Бураҡаевтың "Аждаһа күле" тигән китабын апайҙарымдын-ағайҙарымдан уҡыта торғайным. Ятлап бөттөм, барыбер уҡытам. Үҫә төш-кәс, башҡортса шундай әҙә-биәттең булмауына иғтибар иттем. Рөстәмдең, Википедияға мөхәррирҙәр саҡырам, тигәнен күреп, Башҡорт википедияһына милләтем тураһында башҡа халыҡтарға күберәк мәғлүмәт биреү ниәте менән килеп эш башланым. Эшләү тигәнем - ваҡыт булғанда мәҡәләләр төҙәтә, яңыларын яҙа инем. Әлеге ваҡытта иң бәкәлгә һуҡҡаны - башҡорт телендә махсус әҙәбиәт булмағанлыҡтан, башҡа телдәрҙән алып эшләү.
Р. Нурыев: Дөрөҫ, был йүнәлештә, әлбиттә, башҡорт википедистарына ғына түгел, ғөмүмән, милләттәштәребеҙгә, зыялыларыбыҙға эшләйһе, дәлилләйһе, иҫбатлайһы эштәр бик күп. Һәм ундай сығанаҡтарҙы үҙебеҙҙең мөхиттә генә күрһәтеп ҡалыу түгел, ә донъя мөхитенә сығарып күрһәтеү шарт булып тора бит. Әлеге ваҡытта билдәле мәғлүмәттәрҙе сығарып күрһәтеү йәһәтенән википедистар алдына ҙур маҡсаттар ҡуйылған. Мәҫәлән, Википедияла тәҡдим ителгән, һәр тел бүлегендә мотлаҡ булырға тейешле 1000 мәҡәлә исемлеге бар. Әгәр шуларҙың береһе бөтөн телдәргә лә тәржемә ителһә, уны икенсе мәҡәлә менән алыштырырға була. Беҙгә бына ошо исемлеккә лә эләгергә кәрәк. Әйтәйек, "Урал батыр" эпосын Википедияға индереү йәһәтенән көслө генә аҙымдар яһап, уны яҡын арала индереп, башҡа тел бүлектәрендә "Урал батыр" эпосы тураһында мәҡәләләр урынлаштырыу йүнәлешендә эшләргә. Бының өсөн уны башҡортса, русса, инглизсә - кәмендә өс телдә ҙур, күләмле һәм һайланған статусы алған мәҡәлә дәрәжәһенә еткерергә өлгәшеү зарур. Әле ул мәҡәлә бик бәләкәй.
Икенсенән, китаптарҙа, башҡа төрлө ғилми сығанаҡтарҙа сағылыш тапмаған нәмәләр бик күп. Әгәр бәхәс килеп тыуа икән, сығанаҡ булмаһа, "һауанан алып яҙаһығыҙ", тигән дәғүә белдерелә. Заманында совет идеологияһы беҙҙе боронғо сағатай телендә, төрки, ғәрәп графикаһында яҙылған сығанаҡтарҙан айырған, уларҙы уҡый белмәйбеҙ. Шуларҙы табып, цифрлаштырып, дөйөм ҡулланыуға сығарып, кириллица менән нығытып ҡуйыу - киләсәккә бик ҙур эш шул. Ошо йүнәлеште күтәреп ебәрәргә кәрәк. Күпме китабыбыҙ ғәрәп графикаһы менән яҙылған, иҫке төрки телендәге яҙмалар уҡылмай ята. Беҙ бит әле 40-сы йылдарҙан һуң кириллицаға күсерелгән сығанаҡтарҙа ғына болғанабыҙ. Уныһын да беҙгә рус ғалимдары яҙып биргән. Улар ҙа Карамзиндың ҡарашынан сығып яҙылған. Петр Беренсе Карамзинға: "Пиши историю России Великой", - тип бойорған, Карамзин яҙған, беҙ хәҙер шул тарих менән һуғарылып, үҙебеҙҙекен яҙабыҙ. Беҙҙең тарих Карамзиндың тарихы ғына түгел, уны төрки сығанаҡтарҙан эҙләргә кәрәк. Тарихын тергеҙеп, алға ҡараусы ла заман башҡорто ул.

Был донъяға һәр кеше үҙенең миссияһы менән тыуа, тиҙәр. Үҙегеҙгә йөкмәтелгән миссияны нисек күҙаллайһығыҙ һәм нимәлә күрәһегеҙ? Уны үтәйбеҙ тип уйлайһығыҙмы?

З. Сәлихов: Үҙебеҙҙе, ер йөҙөндә башҡорттар ҙа бар, улар алға киткән, юғары үҫешкән милләт, тип танытырға тейешбеҙ. Көн һайын ошо маҡсатҡа нимәлер эшләргә тырышам. Википедияға бынан 11 йыл элек килеп "сумдым". Ҡайһы бер ваҡыттарҙа япа-яңғыҙым булдым. Ваҡыт-ваҡыт Вячеслав Чернев ярҙам итте, һуңынан Азат Хәлилов ҡушылды. Вячеслав аша башҡа тел бүлектәрендә эшләүселәр менән танышып, аралашып, Башҡорт википедияһын йәшәтеп килдек. Бының өсөн көн дә үҙем тәржемәләр эшләнем, ҡыҫҡа булһа ла мәҡәләләр яҙҙым, нимәнелер төҙәтеп булһа ла сыҡтым. Әлбиттә, ул ваҡыттарҙы бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ түгел. Хәҙер Башҡорт википедияһына профессиональ яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар килде. Хатта филологтар ғына түгел, географ, биолог, математик, психолог та бар. Ошондай көн килеп етер тип уйламай ҙа инем, шулай ҙа хыяллана торғайным. Элегерәк берәй мәҡәлә әҙерләгәндә цитата килтерһәң дә, "Ҡайҙан алдың, википедиянанмы ни?" тигән ышанмаусылыҡ булһа, хәҙер, киреһенсә, Википедияға ышаныс арта, эҙләү системаһында иң элек Википедия килеп сыға. Был уның ышаныслы сығанаҡ булыуына бер дәлил.
Википедияның маҡсаты - донъяла аҙ һанлы тип иҫәпләнгән халыҡтарҙың да бар икәнлеген танытып, иҫтәренә төшөрөп тороу, минеңсә. Донъялағы ете мең самаһы тел араһында башҡорт теленең дә булыуы һәм үҫеш буйынса беренсе 50 тел исемлегенә инеүе бик ҡыуаныслы. Был милләтебеҙ, телебеҙ өсөн бик юғары күрһәткес. Сөнки халҡы 50-шәр миллион булған милләттәр ҙә быға өлгәшә алмаған әле. Миссиям шулай үтәлә, тип уйлайым.
Р. Нурыев: Ысынлап та, Башҡорт википедияһын йәшәтеүҙә Зөфәр бейҙең өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Башҡорт википедияһын биләүҙән тәрбиәләп, уны атлатып ебәреү - уның ҡаҙанышы. Шуның өсөн Башҡорт википедияһы ирекмәндәре араһында иң беренсе булып Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының "Ал да сәс нур халҡыңа" тигән миҙалы менән бүләкләнеүе лә лайыҡлы.
Миссияға килгәндә инде, был турала күп тапҡырҙар уйланғаным булды. Әлеге ваҡытта, бәлки, үтәмәгәнмендер ҙә, тигән уйҙар ҙа килә. Ләкин заманына ҡарата ниндәй бурыстар ҡуйыла, шуларҙы үтәргә тырышам. Интернеттағы башҡорт мөхите менән 90-сы йылдарҙа уҡ ҡыҙыҡһына башланым. Ул ваҡытта башҡортса клавиатура ла, шрифттар ҙа - бер нәмә лә юҡ ине. Һуңыраҡ сайттар төҙөү менән ҡыҙыҡһынып маташтым. Бер-ике сайт эшләп тә ҡараным. Әммә нимә тип әйтә алам - сайт төҙөп ҡуялар ҙа, артабан үҫтерергә оноталар. Улар шулай итеп үлә һәм бөтөнләй юғала. Был - техник һәм финанс сәбәптәр эҙемтәһе. Һөҙөмтәлә кешенең ҡыҙыҡһыныуы юғала, аҡсаһы бөтә, мәғлүмәт сығанағы үлә. Ә бына викитехнология был йәһәттән ниндәйҙер аныҡ кешегә бәйле түгел. Бында берәү килә, берәү китә. Мине ул шуның менән йәлеп итте. Был мәғлүмәт сығанағы беҙҙән һуң да йәшәйәсәк. Шуныһы менән дә ул көслө ресурс.
Бөгөнгө көндәге маҡсатым - ошо Башвики ирекмәндәрен берләштереп, Зөфәр менән тапаған һуҡмаҡты киңәйтеү, ҙур юл итеп күрһәтеү һәм уны донъя кимәленә сыға торған юл итеп танытыу. Беҙгә семинарҙарға йөрөргә, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, яҡшыһын үҙебеҙҙә ҡулланырға, үҙебеҙҙе күрһәтергә кәрәк. Әлбиттә, сығымдар күп буласаҡ, шуға күрә килем табыу тураһында ла уйлау мөһим. Кешеләрҙе күберәк йәлеп итеп, күберәк саралар үткәреп, уларҙы күберәк сит тарафтарға, сит илдәргә тәжрибә уртаҡлашырға сығарыу зарур. Һәм, әлбиттә, был сараларҙан һуң туғандаш проекттарҙа башҡорттар, Башҡортостан тураһында мәғлүмәт артырға тейеш.

Ғөмүмән, Башҡортостан тураһында нисә телдә мәғлүмәт бар, башҡорттарҙы, Башҡортостанды донъя ирекмәндәре беләме?

З. Сәлихов: Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре осрашыуы былтыр Эстонияла булды, шунда барғанда Босниянан, Хорватиянан килеүселәр Башҡортостанды, уның ҡайҙа урынлашҡанын бөтөнләй белмәй ине. Рәсәй эсендә Башҡортостан тигән дәүләт бармы ни, тип аптырайҙар. Сөнки Википедияны донъя кимәлендә ил кәүҙәләндерә. Рәсәйҙә күп милләт һәм халыҡ йәшәп, улар үҙ телдәрендә википедия булдырһа ла, Башҡорт википедияһы - донъя кимәлендә танылыу алған берҙән-бер тел бүлеге. Уларға Башҡортостанда башҡорт телендә матбуғат, радио бар, мәктәптәрҙә башҡорт теле генә түгел, башҡортса уҡытыу ойошторолған урындар бар, тигәс, һеҙ бит тулы хоҡуҡлы милләт булып формалашҡанһығыҙ, тиҙәр. Шулай итеп, Башҡортостанды таныттым, әле күптән түгел тамамланған Европа яҙы конкурсына ("Вики яҙ - 2016") ла саҡырҙылар. Унда, илдәр генә ҡатнашһа ла, Рәсәйҙән тыш, субъекттарҙан сахалар һәм беҙ генә ҡатнаштыҡ. Һөҙөмтәлә башҡа тел бүлектәрендә Башҡортостан тураһында мәҡәләләр һиҙелерлек артты.
Р. Нурыев: 2012 йылда булды, буғай, Тулуз ҡалаһында йәшәүсе бер француз ғалимы, медик, википедист, фотоһәүәҫкәр Тәбиғәтте өйрәнеү музейынан грант алған да, фотоларын һәр бер тел бүлегендәге төрлө мәҡәләләргә ҡуя башланы. Беҙҙең башҡорт бүлегендәге мәҡәләләрҙе фотолар менән тулыландырыуҙа ла уның өлөшө бик ҙур булды. Уға русса һәм гуглда французса тәржемә итеп, рәхмәт белдереп, хат яҙып ебәрҙем. Яуабында: "Эшемде күреүегеҙ шул тиклем һоҡландырҙы, шатландырҙы. Башҡалар иғтибар ҙа бүлмәне, һеҙ генә күрҙегеҙ, һеҙ генә рәхмәт әйттегеҙ. Шул арҡала ғына башҡорттар бар икәнен белдем", - тип яҙҙы. Һуңынан уның менән әңгәмә сыҡты "Киске Өфө"лә, электрон вариантын үҙенә һалып ебәрҙем. Һуңынан тағы хат килде: "Ҡайҙа ғына бармайым, ҡайҙа ғына сығыш яһамайым, шул гәзитте күрһәтәм. "Бына, башҡорттар минең турала яҙа", - тием". Был да үҙенә күрә пропаганда бит.

"Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу", ти үҙенең бер шиғырында Рауил Бикбаев. Шул һүҙҙәргә мөнәсәбәтегеҙ...

Р. Нурыев: Әгәр кешенең булмышы шундай икән, йәғни милләт өсөн көрәшен ул ҡайҙалыр трибуна артына сығып һүҙ һөйләүҙә генә тип күрә икән, ундайҙарға, ололар әйтмешләй, мейеләрен уртаға ярып һалып булмай...
З. Сәлихов: Улай тамаҡ ярып йөрөгән юҡ, әлбиттә, ундай кешеләрҙе күргәнем бар. Үҙем шым ғына ултырам да, тотам да эшләйем. Рөстәм бей булмаһа, журналистар менән дә осрашмаҫ, күренмәҫ тә, һаман да шулай шым ғына эшләп тик йөрөр инем.
Википедиянан тыш шым ғына башҡарған тағы ниндәй эштәремде атап үтергә була: ауылыбыҙҙа шәжәрә байрамы үткәрҙек, ауыл тураһында китап сығарҙыҡ, "Башҡортостан" гәзитенең элекке баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән бергә Ғафури районында Башҡортостандың географик үҙәге тигән стела астыҡ. Өфө ҡалаһында үткән Шәжәрә байрамдарында ла ғаиләбеҙ менән ҡатнашабыҙ. Ҙур эштәр бәләкәй эштәрҙән башлана. Нимәлә булһа ла беренсе аҙымды яһарға кәрәк.
Р. Нурыев: Әлбиттә, шунда уҡ юл ярып булмай, башта һуҡмаҡ һалырға кәрәк. Миңә килгәндә, Мәсетле районы яҡташтар берлегендәмен, ул йүнәлештә әүҙем эш алып барабыҙ. Райондың энциклопедияһын сығарыуҙа ҡатнашлығым булды. 2007 йылда "Ҡошсо ырыуы ауылдары" тигән 1000-дән ашыу дана мәғлүмәт йыйынтығын үҙемдең һәм бағымсыларҙың аҡсаһына баҫтырып тараттым. 2014 йылда "Беҙ - Мәсетле. Яҡташтарым менән ғорурланам" тигән электрон китап әҙерләнем. Республика гәзит-журналдарында яҡташтарым тураһында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр йыйынтығы булды ул. Был китапты йәштәр күрһен, уҡыһын, эргә-тирәләрендә кемдәр йәшәгәнен белһен, ғорурланһын, шуларға оҡшарға тырышһын, өлгө алһын тигән маҡсаттан тупланым. Сөнки йәштәр электрон китап уҡый. Төп эш буйынса, планға инмәһә лә, етәксебеҙ Әкрәм Ғәниевтың инициативаһы менән 2008 йылда 2002 йылғы иҫәп алыу буйынса башҡорттарға ҡағылышлы айырым статистик йыйынтыҡтар сығарҙыҡ. Унан һуң, XX быуатта үткән барлыҡ халыҡ иҫәбен алыу буйынса, шулай уҡ һуңғы ике переписте лә ҡушып (2002, 2010), 630 битлек статистик мәғлүмәт йыйынтығы әҙерләнек. Баҫтырып сығарырға ғына кәрәк. Ике йыл инде шуға аҡса эҙләйем. Башҡорттарҙың социаль-демографик статистик мәғлүмәттәре тупланған күләмле эш ул. Шуны баҫтырып сығара алһаҡ, тағы ла бер ҙур миссиямды үтәгәнмен тип һанар инем.

Бөгөн күптәр зарланыуҙан бушамай. Һеҙҙең ҡарашҡа, башҡорт булыуы ауырмы?

Р. Нурыев: Минең өсөн еңел дә түгел, әммә ауыр ҙа түгел. Әлбиттә, үҙ-үҙен яҡлай белгән кешегә ауыр түгел. Тормош булғас, төрлө проблемалар тыуып тора. Беҙҙең халыҡ өсөн бигерәк тә күберәк, сөнки башҡаларҙан айырмалы, Башҡортостан, уның ере-һыуы, киләсәге өсөн беҙ яуаплыраҡ. Икенсе яҡтан, әгәр проблемалар булмаһа, тормош булмаҫ ине. Башҡорттоң проблемаһы булмаһа, тимәк, башҡорт та булмаҫ ине. Шулай уҡ башҡорттоң ошо ер өсөн яуаплылығы ла ҙурыраҡ, шуға ла уның проблемалары ла күберәк. Башҡа милләттәр был ерҙе барыбер ҙә башҡорт кеүек йөрәгенә яҡын ҡабул итә алмайҙыр, тием. Сөнки был ерҙәр - ысынлап та, борон-борондан беҙҙең ерҙәр ул, шуға ла ул беҙгә ҡәҙерле. Ул ошо ерен, шундағы тереклекте яҡларға, һаҡларға тейеш.
Дөйөм алғанда, башҡорт милләтенең миссияһы - "Урал батыр"эпосында һалынған. Ул - тәбиғәтте, ерен, бөтөн кешелек донъяһын яҡлау һәм һаҡлау. Ысын башҡорт булып йәшәһәң, башҡорт булыуы ауыр түгел ул. Минең Википедия аша донъя кимәлендә башҡа милләттәр араһында шул тиклем таныштарым күп. Үҙемде уларҙан бер ҙә кәм дә, артыҡ та итеп тоймайым - беҙ барыбыҙ ҙа бер тиң. Эйе, Әмир Аһарони 10-дан артыҡ тел белә, мин ул тиклем үк белмәйем, ләкин яҡшы аралашабыҙ, уны үҙемдән өҫтөн йәки ул мине үҙенән түбән итеп ҡарамай. Шуның өсөн, миңә һәр хәлдә башҡорт булыуы ауыр түгел.
З. Сәлихов: Минең өсөн дә ауыр түгел, ләкин кемдәр өсөн ауыр икәнен исемләп әйтмәгәндә лә билдәле. Улар башҡортса һөйләшмәйҙәр, социаль селтәрҙә аралашҡанда ла башҡорт телен ҡулланмайҙар. Шулай итеп, үҙҙәренең башҡорт икәнлеген йәшереп йәшәүселәр ҙә бар. Башҡорт булып йәшәү ауыр булмаһын тиһәң, рух көслө булырға тейеш. Шунан телебеҙҙең ҡулланылышын арттырырға кәрәк, көнкүрештә генә түгел, төрлө сараларҙа, юғары даирәләрҙә. Шул ваҡытта башҡорт булыуы ауыр тип ҡарамаҫтар, башҡорт булыуҙан ҡурҡмаҫтар, киреһенсә, ғорурланырҙар ғына.

Әгәр бөтөн нәмәне үҙгәртә алһағыҙ, шундай ҡөҙрәткә эйә булһағыҙ, ниҙәрҙе үҙгәртер инегеҙ?

Р. Нурыев: Бик ауыр һорау. Мин донъяны "Урал батыр" эпосында яҙылған принциптар буйынса ҡорор инем. Әле лә үҙемсә кешелекте яҡшылыҡҡа әйҙәргә тырышам. Бөтөн халыҡтар ҙа яҡшылыҡ буйынса йәшәп кенә алға китеп булырын аңлаһын, барлыҡ эшләгән эштәре, ҡылған ҡылыҡтары ла яҡшылыҡҡа нигеҙләнһен ине. Ә был принцип, яҡшылыҡ һәм йылы мөнәсәбәттәр, Викитехнологияға һалынған. Шуның өсөн мин википедияла.
Икенсенән, үҙен башҡортмон тип иҫәпләгән һәр кешегә, "Урал батыр" эпосындағы сәйәсәт бына ошо технологияла бар, тип аңлатып сығыр, ғилем таратыр инем.
Өсөнсөнән, Урал батыр тәбиғәттең мәңгелек булыуын теләгән, мин дә булған ҡөҙрәтемде шуға йүнәлтер инем. Сөнки бөгөнгө йәмғиәт, кешелек донъяһы тәбиғәттең елеген һурып, киләсәккә ҡалдырмай. Кешелекте сама менән йәшәргә өйрәтергә кәрәк. Бөгөн ҡулланыусы йәмғиәтенең ҡарашы - күберәк сүп-сар етештерәбеҙ икән - яҡшыраҡ йәшәйбеҙ, иң мөһиме - күберәк булһын, тиҙерәк булһын, шул саҡта ғына иҡтисади үҫеш була, шул саҡта ғына иҡтисади прогресс алға китә, йәнәһе. Был - хаталы, яңылыш һәм ҡулланыусы ҡарашы. Ә төҙөүсе, булдырыусы тәбиғи ресурстарҙы сама менән ҡулланып, киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатын алға ҡуя.
Икенсе ҡарашым: илдәр, дәүләттәр - кеше уйлап тапҡан ҡоролош һәм ул низағтарға, бәхәстәргә, һуғыштарға килтерә. Ул дөрөҫ ҡоролошмо икән, бәлки, икенсе төрлө ҡоролош барҙыр? Әгәр ҡөҙрәтем булһа, шундай ҡоролошто уйлапмы, эҙләпме табыр һәм һәр кем тыныс ҡына, бер-береһе менән тигеҙ йәшәй алған мөхит тыуҙырыр инем Ер шарында.
З. Сәлихов: Мин дә ошолар хаҡында хыялланам...

Башҡорт Википедияһында - ҡатын-ҡыҙҙар, башҡаларҙа ир-ат күберәк. Бының сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?

З. Сәлихов: Тәбиғәт шулай ҡоролған, ир-ат иң алдан юл ярып барған: ғалимдар, философтар, уҡытыусылар, табиптар һ.б. барыһы ла ир-ат булған. Һынауҙы улар үтеп, был эште ҡатын-ҡыҙ ҙа эшләй алырлыҡ икәнен аңлағас, уны гүзәл затҡа тапшырғандар. Йәғни йортто нигеҙенән алып ир-ат күтәрә, ә инде усаҡтағы утты һүндермәй тотоу - ул ҡатын-ҡыҙ эше. Башҡорт википедияһын да беҙ, ир-ат, төҙөнөк, хәҙер ҡатын-ҡыҙ уны һүндермәй, усаҡҡа ут өҫтәп тора, тип уйлайым. Тылы ныҡ булған ғаиләләр генә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй алға барған кеүек, беҙҙең Башҡорт википедияһының да тылы ныҡ бөгөн. Тормош үҙе лә бит һынауҙарҙы ир-атҡа йөкмәтә, ул уңышлы булһа ғына ҡатын-ҡыҙға тапшыра. Беҙ һынауҙы уңышлы үттек, тип уйлайым, ә башҡа википедиялар һаман да һынау осоронда, күрәһең. Әммә улар ҙа ошо юлды үтәсәк һәм шуға киләсәк.
Р. Нурыев: Ысынлап, та, уйлап ултырам да, Зөфәр менән тулыһынса килешәм. Беҙҙе башҡа википедияға өлгө итеп ҡуйырға була. Башҡа тел бүлектәре аптырап һорайҙар ул, нисек һеҙ был эшкә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итә алдығыҙ, тип. Хәҙер, беҙ үҫеш этабын үттек, тип аңлата йөрөрбөҙ инде. Был беҙҙең алда барыуҙың, заман башҡорттары күрһәткесе.
Тормошта ла бит ир һәм ҡатын - улар бер бөтөндөң ике яртыһы. Башҡорттарҙың менталитетында шул иштәрҙең тиңлеге һаҡлана. Йәмғиәттә уларҙың һәр береһенең үҙ бурысы булыуға ҡарамаҫтан, "Урал батыр" эпосында Йәнбикә менән Йәнбирҙе арыҫланға атланып, һунарға йөрөгәндә, уларҙың тиңлегенә ишара яһала. Шуның өсөн был ирҙеке, был ҡатын-ҡыҙҙыҡы тигән ҡараш юҡ. Икенсенән, бөгөн Википедияла ғына түгел, ә башҡа йәмәғәт башланғысындағы йүнәлештәрҙе алып ҡарағанда ла ҡатын-ҡыҙҙар яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алыуҙан ҡурҡмай икәнен күреп-ишетеп торабыҙ бит...

Шулай итеп...
Әңгәмәгә ошо урында ҡыҫҡа ғына йомғаҡ яһарға ла мөмкиндер, моғайын. Заман башҡортоноң ниндәй булырға тейешлеген әңгәмәселәр ҡоро һүҙ менән түгел, үҙ эшмәкәрлектәре, үҙ өлгөләре менән раҫланы. Әммә иң мөһиме - улар үҙҙәренең матур башланғысында арттарынан башҡаларҙы эйәртергә, башҡаларҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырырға, заман һынауҙарына ҡаршы барырға һәм тағы ла яңы үрҙәр яуларға, камиллашырға әҙерҙәр.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.16 | Ҡаралған: 1621

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru