«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОСОН ОСҠА ЯЛҒАРҒАМЫ, ЛАЙЫҠЛЫ ЭШ ХАҠЫ ТАЛАП ИТЕРГӘМЕ?
+  - 

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе лә үтеп китте. Киләсәк быуынға белем биреү мәсьәләһенә яңыса ҡараш һәм мөнәсәбәт тураһында етди һүҙ алып барылды унда.

Был айырыуса Мәскәүҙән килеп, кәңәшмә эшендә ҡатнашҡан РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Л. Огородованың сығышында айырым-асыҡ әйтелде. Уның билдәләүенсә, киләсәктә мәғариф өлкәһендә "милли интеллектуаль мөмкинлектәрҙе үҫтереүгә" баҫым яһаласаҡ. "Кадрҙар әҙерләү" терминынан беҙ "интеллектуаль потенциал булдырыу"терминына яҡынланыҡ, сөнки милли хәүефһеҙлек тәьмин итергә бурыслы алдынғы, үҫешкән илдең кадрҙары булырға тейеш", тине ул.
Әйткәндәй, һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә генә лә Рәсәйҙе ташлап сит илгә сығып киткән талантлы ғалимдар һаны бер нисә йөҙ меңдән ашып киткән, тиҙәр. Бик күп сәбәптәр иҫәбендә эш хаҡының түбән булыуы иң мөһимелер ҙә, бәлки. Ә бит бая әйтеп кителгән милли хәүефһеҙлек хаҡында һүҙ барған саҡта, уның хаҡына бөтөн булған ресурстар хәрәкәткә килтерелергә, эшкә егелергә тейеш һымаҡ. Айырыуса бөгөн, Евросоюз, АҠШ менән көнсөллөк һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар алҡымға килеп тығылған мәлдәрҙә. Үкенескә күрә, ҡайһы бер юғары даирәләрҙә был йәһәттән үтә тыныс мөнәсәбәт һәм хатта битарафлыҡ хөкөм һөрөүенә шаһит булырға тура килә. Был йәһәттән фекер ебе үҙенән-үҙе илдең "интеллектуаль потенциалын" булдырыусыларға - уҡытыусыларға барып бәйләнә, сөнки август йыйынынан 5 көн алда ғына улар эшмәкәрлегенә юғары кимәлдә башҡасараҡ төрлө "баһа" һәм "йүнәлеш" бирелде. "Баһа" тигәнебеҙ шундайыраҡ мәғәнәлә яңғыраны: "Мин йәш уҡытыусы сағымда лекциялар уҡыным, семинарҙар алып барҙым - һәр хәлдә, нисек булһа ла осон-осҡа ялғай ала инем". Кем һәм ни хаҡында һүҙ барыуы һәр берегеҙгә лә мәғлүмдер. Көнө-сәғәтендә үк интернет киңлектәрен, матбуғат саралары биттәрен айҡап сыҡҡан был һүҙҙәрҙе 3 августа "Территория смыслов" форумында Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев Дағстан университеты уҡытыусыһының эш хаҡына ҡағылышлы һорауына яуап итеп әйтте. Ул заманда Д. Медведев үҙенең ни бары 90 һум эш хаҡы алыуы, ә шул уҡ ваҡытта милиция лейтенантының айлыҡ эш хаҡы 250 һум тәшкил итеүен дә яҡшы хәтерләй булып сыҡты.
Тимәк, илебеҙҙең "интеллектуаль потенциалын" булдырыусылар "нисек булһа ла шунда осон-осҡа ялғап" йәшәргә тейеш булып сығамы инде? Әле бөтәбеҙ өсөн дә нисек кенә ауыр осор булмаһын, заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, ил үҫеше барыбер ҙә бер урында тапана тип әйтеп булмайҙыр бит? Ул замандарҙа 90 һум эш хаҡы алған бәғзеләрҙең бөгөн айлыҡ эш хаҡы ярты миллионлап самаһы ла булыуы ихтимал бит әле. Кеше кеҫәһенә тығылғы килмәй, әлбиттә, тик шулай ҙа үҫеш кимәле хаҡында, нисек кенә теләһәң дә, уҡытыусы кеҫәһенән сығып фекер йөрөтөүе ауыр. Быныһына илтифат итмәҫкә лә булыр ине, тик эш шуның менән генә бөтмәне шул. Хөкүмәт етәксеһе уҡытыусы һөнәрен һайлауҙың һәр кемдең шәхси ҡарары булыуын, был юл менән мандымаған хәлдә аҡса эшләүҙең башҡа тиҙерәк һәм яҡшыраҡ юлдары барлығын иҫкә төшөрҙө:"... мәҫәлән, бизнес. Тик, аңлауымса, һеҙ бит ул юлдан китмәгәнһегеҙ? Шулай булғас..." Үҙегеҙ ғәйепле, тип әйтергә иттеме әллә премьер-министр? Юҡтыр, булмаҫ, ә бына аҡса эшләгегеҙ килһә, бизнесҡа китегеҙ, тигән кинәйәһе бөтәһенә лә яҡшы аңлашылды.
Эйе, аҡса эшләргә оҫталар күп беҙҙә хәҙер, уның ниһенә аптырайһың. Көн дә бер губернаторҙы рәшәткә артына оҙатып ҡына торалар. Хәҙер инде уҡытыусы ла "бизнесҡа" китә алмаҫ! Сөнки Рәсәйҙә бизнес менән шөғөлләнеү өсөн кәмендә намыҫлы булыу кәрәкмәй. Тик был беҙҙең уҡытыусыларға ғына төҫ түгел, ниндәй генә замандар килеп тыуһа ла... Рәсәйҙә уҡытыусы әсә, ватан кеүек үк изге төшөнсәгә тиң. Бер ниндәй модернизация ла, инновациялар ҙа балаларға белем биреү менән бер рәттән, изгелек, намыҫ, кешелеклелек һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүсе уҡытыусыны аҡса һуғыусыға, кеҫә ҡалынайтыусыға әүерелдерә алмаясаҡ. Бәлки, ысынлап та, ул тиклем үк менталитет ҡорбаны булыу килешеп тә етмәйҙер бөгөн? Сер түгел бит инде: уҡытыусыларҙың байтағы хәҙер репетиторлыҡ эше менән шөғөлләнә, шунһыҙ БДИ-ны тапшырып ҡара! Ләкин уны законлаштырыу һәм уның ҡайһы бер әхлаҡи яҡтарына ҡағылышлы был эшмәкәрлеккә бер төрлө генә ҡараш юҡ булһа кәрәк. Унан һуң, бөгөн уҡытыусы алдына ҡуйылған "отчет яҙыу" процедураһы, класс етәкселеге, дәфтәр тикшереү һәм башҡа шуның кеүек көндәлек ваҡ мәшәҡәттәр уға төп бурысынан тыш, аҡса эшләргә форсат ҡалдырыр микән? Юҡ инде, нимә генә тимә, әммә уҡытыусы үҙ эшен яратып һәм намыҫлы башҡарһын, ошо һөнәрҙе һайлағанына үкенмәһен өсөн ул лайыҡлы эш хаҡы алып эшләргә тейеш. Уның иғтибарын, иждиһатын, нисек итеп төп бурысынан тыш аҡса эшләргә, тигән һорау борсомаһын.
Уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыуҙың тағы бер яғын онотмау фарыз власть әһелдәренә. Лайыҡлы эш хаҡы булдырғанда, мәғариф өлкәһенә күптән инде ҡоҙалай көтөлгән ир-егет уҡытыусылар ҙа килә башлаясаҡ бит! Бөгөн мәғариф өлкәһе алдына заманса технологиялар нигеҙендә, мәғлүмәтләштереү һәм электрон ысулдар менән эшләү бурысы ҡуйылған бер осорҙа, мәктәпкә, әлбиттә, ир-егет педагогтар һәм йәш кадрҙар кәрәк. Уҡытыуҙың заманса технологияларға нигеҙләнеү тейешлеген Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та үҙ сығышында бик урынлы билдәләне: "Заманса йүнәлештәрҙе иҫәпкә алмаған мәғарифтың киләсәге юҡ. Уҡытыу процесын тәрән һәм системалы рәүештә мәғлүмәтләштермәй тороп, уның сифат кимәлен күтәреү мөмкин булмаған эш. Әлегә беҙҙә был эш тейешле әүҙемлеккә эйә түгел. Электрон белем биреү беҙҙә иҡтисад һәм социаль өлкәләге сифатлы үҙгәрештәрҙе хәрәкәткә килтереүсе факторға әүерелергә те-йеш. Бөгөн иһә беҙҙә электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса мәктәптәрҙең ни бары 13 проценты ғына шөғөлләнә..."
Уҡытыусыларҙың республика йыйынында ҡатнашҡан Мәскәү ҡунағы Л. Огородованың эш хаҡына ҡағылышлы вәғәҙәһе, бер яҡтан, киләсәктә яҡшыға өмөтләнергә нигеҙ бирә ул: "Артабан эш хаҡын төбәк буйынса уртаса кимәлдән 110-115 процентҡа арттырырға ниәтләйбеҙ. Үҫешкән илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, тап шундай эш хаҡы менән генә уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырырға мөмкин", - тине бит ул. Ниһайәт, эштең асылын улар ҙа төшөнә башлаған, тип аңларғамы быны? Шулай була ғына күрһен ине...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.16 | Ҡаралған: 1070

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru