«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПОЛК МУЛЛАЛАРЫНЫҢ ҒӘСКӘРҘӘГЕ ТӘРТИПТЕ, ҺАЛДАТТАРҘЫҢ РУХЫН ҺАҠЛАҒАНЫ
+  - 

Ҡыҙыл Армияның Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһының 2-се полкы байрағы. 1920 йылғы. Милли музей фондында һаҡлана. Һуғыш шарттарында Ислам дине башҡорт ғәскәрендә тәртип, берҙәмлекте һаҡлаусы, һалдаттарҙың рухын нығытыусы факторҙарҙың береһе булып тора. Шуға күрә лә һәр башҡорт полкында муллалар эшмәкәрлек итә. Улар дини йолалар атҡарыуҙан тыш, Башҡорт хөкүмәтенең ҡарарҙарын еткереп, аңлатыу эше алып бара, һалдаттарҙың рухи тотороҡлоғон тәьмин итә. Башҡорт командованиеһы ла һалдаттарҙы яуға өндәгәндә дингә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, 1919 йылдың ғинуарында Нуҡай ауылы янында (хәҙерге Күгәрсен районы) ҡыҙылдарҙың кавалерия полкын ҡыйратҡан башҡорт ғәскәрҙәренең Мораҡ төркөмө яугирҙарын ҡотлап, төркөмдөң командующийы штабс-ротмистр Х. Әлишев былай тип мөрәжәғәт итә: "Объявляю всем солдатам участникам боя под Нукаевой сердечную благодарность, как стойким борцам за правое народное дело, смело и храбро доказавшим врагу силу и способность борьбы со своим противником. Надеюсь и уверен, что солдаты и в будущем в боевых действиях против предателей Родины - красных окажутся такими же героями и не посрамят своего правого дела, за которое льется кровь лучших сынов дорогой Родины. И вы, солдаты, помните, что кровь, пролитая вами, вашими братьями и отцами не забудется Родиной. Настанет время, когда восторжествует справедливость, засветит яркое солнце порядка и счастья и тогда вы со спокойной совестью сможете отдохнуть от переносимых вами страданий и Родина скажет вам свое материнское, теплое, ласковое Спасибо. С Аллахом вперед на страдания за будущее счастье Ваше и Вашей Родины - Автономной Башкирии и свободной России".10
Шуныһы ҡыҙыҡлы: "Дин - ул халыҡ өсөн әфиун", тип һанаған дәһри большевиктар яғына сыҡҡас та башҡорт ғәскәрҙәрендә дини йолалар атҡарыу йәһәтенән сикләүҙәр булмай. Киреһенсә, РСФСР Революцион хәрби советы рәйесе Л.Троцкийҙың фарманында (1919 йылдың 5 апреле): "Установление формы Башкирской армии и внутреннего распорядка в ней, согласно своеобразности быта Башкир, поручается военному комиссару Башкирии", - тиелә, йәғни Башҡорт совет республикаһының хәрби комиссары Зәки Вәлидигә йөкмәтелә.11
Кисәге полк муллалары хәҙер ҡыҙылдар яғында хәрби комиссар вазифаларын ала. Мәҫәлән, үрҙә телгә алынған 2-се Башҡорт пехота полкы һәм 1-се Башҡорт дивизияһы муллаһы Нуриәғзәм Таһировты Зәки Вәлиди Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләй. 2-се Башҡорт кавалерия полкының муллаһы Хәлил Юлдашев ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт хәрби комиссариаты янындағы Ҡыҙыл батальондың хәрби комиссары булып китә. Артабан Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се полкы комиссары булып хеҙмәт итә.
Ҡыҙыл Армияның башҡорт ғәскәрҙәрендә элекке полк муллаларының хеҙмәт итеүе һалдаттар араһында тәртип тотоуға ҙур булышлыҡ итә. "...Троцкий беҙҙең ғәскәрҙәге эске тәртипкә хайран ҡала торғайны. Ғәскәри частарҙа тәртип тәьмин итеүсе полк "политкомиссарҙары" урынында беҙҙә элеккесә "полк муллаһы" барлығын да ул белә ине. "Беҙ ҙә полктарға элеккесә поп тәғәйенләйекме икән әллә?" тип шаяртып көлдө", - тип яҙа үҙенең хәтирә-ләрендә Зәки Вәлиди.12 Ҡыҙыл башҡорт ғәскәрҙәре изге Ураҙа ғәйетен 1919 йылдың июнендә алыҫ Саранск ҡалаһында ҡаршылай. Байрам айҡанлы һалдаттарға икеләтә аҙыҡ бирелә, өс көн ял иғлан ителә, большевиктарҙың Ҡыҙыл Армия клубында башҡорттар байрам намаҙы үткәрә. Ураҙа айҡанлы ғәскәрҙәрҙә байрам саралары уҙғарыу хаҡында Башҡорт хәрби комиссариаты 1919 йылдың 26 июнендә фарман сығара:
§ 1
По случаю мусульманского годового праздника "Рамазан-эль-Шариф" занятия во вверенном мне комиссариате и подведомственных ему учреждениях и частях не производить: с 12 часов субботы 28-го по 30-е июня включительно, за исключением лиц, указанных в § 4 приказа по комиссариату с.г. за №4.
§ 2
Красноармейцам комендантской команды военного комиссариата в первый день праздника (воскресенье 29 июня) выдать двойной паек довольствия.
§ 3
Все лица мусульманского вероисповедания, желающие быть на утреннем молебствии, должны в воскресенье 29 июня к 9-ти часам утра прибыть в Красноармейский клуб в расположении деревянных бараков13.
Әйткәндәй, большевиктар етәкселеге мосолман халыҡтарынан ойошторолған частарҙа Ҡыҙыл Армия символикаһын тағып йөрөүҙе талап итмәй, киреһенсә, РСФСР Реввоенсоветы мосолман ғәскәрҙәре өсөн уртаһында мосолман билдәһе - ярым ай менән йондоҙ һүрәтләнгән, ромб формаһындағы йәшел нашивка ҡабул итә. Был билдәне Ҡыҙыл Армияның башҡорт ғәскәрҙәре яугирҙары ла ҡуллана. Шулай уҡ башҡорт частарында хеҙмәт иткән урыҫтар ҙа тағып йөрөй.
Башҡорт ғәскәрҙәренең байраҡтарында ла төп элемент булып мосолман билдәһе - ярым ай менән йондоҙ һүрәтләнә. 1920 йылда Башҡорт хөкүмәте фронттағы башҡорт полктарына байраҡтар тапшырырға ҡарар итә. Байраҡтар Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһының өс полкына һәм Башҡорт кавалерия дивизияһынан ҡалған бер полкка тапшырыла. Бригада полктарына байраҡтар тапшырыу тантанаһы 1920 йылдың 27 майында Петроград ҡалаһында үтә. Шул байраҡтарҙың икеһе - 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсы полктарының байраҡтары бөгөн Милли музей фондында һаҡлана. 2-се полктыҡы ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған (фотоны ҡарағыҙ). Байраҡ Ҡыҙыл Армия төҫөндә, йәғни ҡыҙыл төҫтә. Шулай уҡ мосолман символикаһы - ярым ай менән йондоҙҙоң эсендә большевиктарҙың символы ураҡ-сүкеш урынлаштырып, идеологик компромисс табылған.
Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың авгусында Башҡортостанға ҡайтҡас, Башҡорт хәрби комиссариаты запас ғәскәрҙәр ойоштороу эшенә тотона. Башҡорт запас уҡсы полкы, Айырым Башҡорт запас кавалерия дивизионы, Айырым Башҡорт уҡсы батальоны, Айырым Башҡорт еңел батареяһы, Айырым Башҡорт эскадроны, Айырым саңғысылар батальоны, тыл ополчениеһы ротаһы төҙөлә. Бынан тыш, кантон хәрби комиссариаттарында ғәскәрҙәр туплана. Йәмғеһе Башҡортостанда ғәскәрҙәрҙең һаны 15 мең тирәһе була. Уларҙың бөтәһе лә Башҡорт хәрби комиссариаты ҡарамағында тора. 10ЦАОО РБ. Ф. 9776. Оп. 2. Д. 4. Л. 170. 11ЦИА РБ. Ф. 954. Оп. 2. Д. 9. Л.389. 12Вәлиди Туған Ә.Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996. 282-се бит. 13ЦИА РБ. Ф. 1107. Оп. 1. Д. 8. Л. 84.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Дауамы. Башы 33-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.16 | Ҡаралған: 1001

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru