«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИН ХАЛҠЫҢДЫҢ МӘРТӘБӘҺЕН КҮТӘРЕРГӘ ТЕЙЕШ!
+  - 

Гөлшат ФАЗЛЕТДИНОВА Бөгөнгө һүҙебеҙ ҡорос ихтыярлы, нескә күңелле башҡорт ҡыҙы - Европа һәм Рәсәй чемпионы, Бөтә донъя Универсиадаһының көмөш призеры, йүгереүсе Гөлшат ФАЗЛЕТДИНОВА хаҡында булыр. Гөлшаттың спорт өлкәһендәге бөтә титулдарын һанап тормай, "Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең иң көслө йүгереүселәренең береһе", тип кенә әйтһәк тә, уның ниндәй кимәлдәге спортсы булыуы аңлашылалыр.

Олимпиадаға үткәрмәһәләр ҙә...

Бөгөн республикала ғына түгел, тотош илдә Гөлшат хаҡында ишетмәгән, уны белмәгәндәр бик һирәктер. Ата-әсәһенең, тыуған ҡалаһының ғына түгел, ә Башҡортостандың, Рәсәйҙең ғорурлығы булған ҡыҙҙың быйылғы еңеүҙәрен генә барлай башлаһаң да, гәзит битенә һыймаҫ ине. Һәр хәлдә, 2016 йыл Гөлшат өсөн бар яҡлап та уңышлы булды. Май аҙағында Сочиҙа үткән Рәсәй команда чемпионатында еңел атлетика буйынса 5 мең метр араға йүгереүҙә еңеүсе булды. Июндә Чебоксарыла үткән Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулап, Рио-де-Жанейрола үтәсәк Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғы алды. Олимпиада норматывын Гөлшат былтыр уҡ үтәгәйне. Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса йыйылма командаһы допинг сәйәсәтен боҙоуҙа ғәйепләнеп, йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Лозанна ҡалаһында урынлашҡан Спорт арбитраж суды беҙҙең спортсыларҙың дәғүәһен кире ҡаҡты. 68 спортсы ингән ошо исемлектә Гөлшаттың да булыуы һәм ниәттәрҙең тормошҡа ашмауы ғына күңелде икеләтә ҡырҙы. Әммә Гөлшат килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәлгә тыныс ҡараны һәм спорт өлкәһендәге эшмәкәрлеген дауам итте. 28 июлдә Мәскәүҙә олимпиадала ҡатнашыуҙан ситләтелгән спортсылар араһында еңел атлетика буйынса уҙғарылған "2016 йыл йондоҙҙары" турнирында тағы ла ҙур еңеү яуланы. Был иһә, спортсының йылдан-йыл юғарыраҡ баҫҡыстарға үрләргә һәләтле булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Шулай ҙа Гөлшаттың тормошондағы быйылғы иң һөйөнөслө ваҡиғаларҙың береһе, моғайын да, үҙ ишен табып, ғаилә ҡороуылыр. Бынан бер нисә йыл элек Гөлшат менән әңгәмә мәлендә уға: "Киләсәк тормошоңдо нисек төҫмөрләйһең? Һинең өсөн хужабикә, әсә һәм спортсы төшөнсәләре бер кәртәгә һыямы?" - тигән һорау биргәйнем, ул ышаныслы итеп: "Әгәр ҙә буласаҡ тормош иптәшем мине аңлаһа, шөғөлөмдө хөрмәт итеп, төрлө яҡлап ярҙам итһә, һис шикһеҙ, бер үк ваҡытта әсәй ҙә, хужабикә лә, спортсы ла була аласаҡмын", - тип яуап биргәйне. Гөлшаттың яңы бурыстарын да еренә еткереп башҡара алыуына бер шик тә юҡ.
- Олимпиадаға үткәрмәүҙәре ни тиклем генә үкенесле булмаһын, тормош дауам итә, көтөлмәгән хәлдәргә һәр ваҡытта ла әҙермен, - ти Гөлшат. - Был ысын спортсыларға кәрәкле мөһим сифаттыр, тип уйлайым. Донъя кимәлендәге сарала ҡатнашыу өсөн ҙур әҙерлек үткәйнем, шуға күрә, һуңғы еңеүем еңел бирелде. Был йәһәттән тренерым Татьяна Васильевна Сенченкоға рәхмәтлемен. Ғөмүмән, спорттағы еңеүҙәремдең барыһында ла тренерҙарым Евгений Гаврилович менән Татьяна Васильевна Сенченколарҙың өлөшө ҙур. Мәктәп йылдарында Евгений Гавриловичта ҡанат нығытып, спорт нескәлектәренә төшөнөп, ихтыяр көсөмдө нығыттым һәм артабан камиллашыу өсөн Татьяна Васильевнаға килдем. Һәр ваҡыт тренерымдың кәңәшенә, тәжрибәһенә таяндым. Уның менән 9 йыл шөғөлләнеүем бушҡа булманы. Ул мине спорт яғынан ғына үҫтермәне, рухымды нығытты, ауыр юлдар аша еңеүгә килергә өйрәтте. Һәр саҡта ла формала булыу өсөн йүгергән саҡта егеттәр артынан ҡалмаҫҡа өндәне. "Егеттәр ҡыҙҙарҙы алға сығарыуҙан оялып, тағы ла сәмләнеберәк йүгерһә, һин, уларҙан ҡалмайым, тип тырышасаҡһың", ти торғайны.
Ярыш ваҡыттарында минән йыш ҡына милләтемде лә һорайҙар, ә мин ғорурлыҡ менән: "Мин башҡорт ҡыҙы!"- тип яуап бирәм. Тренерым да мине башҡалар менән: "Гөлшат башҡорт ҡыҙы, Салауат Юлаевтың тырыш, егәрле ейәнсәре", - тип таныштыра. Татьяна Васильевна һәр ваҡыт: "Һин маҡсатына өлгәшергә ынтылған көслө тоҡомданһың, быны башҡаларға ла иҫбат итергә, үҙеңдең генә түгел, бөтә башҡорт халҡының данын, мәртәбәһен күтәрергә тейешһең", - тип сәмләндерә. Ситтә йөрөгәндә тик русса, йә инглизсә генә аралашырға, өйҙә йылына бер-ике ай ғына булырға тура килә. Шуға күрә, телебеҙҙең матурлығын, һөйләшеү ҡеүәһен юғалтмау өсөн туғандарым, ата-әсәйем менән телефондан тик башҡортса ғына аралашам, башҡортса йырҙар тыңлайым.
Йүгерә башлағанда уҡ үҙемә спорт буйынса юғары үрҙәр яуларға, рекорд ҡуйырға тигән маҡсат ҡуйғайным. Әлбиттә, быға өлгәшеү еңел генә бирелмәне. Нимәнәндер баш тартырға, ҡайһы саҡта үҙ теләгеңә ҡаршы барырға ла тура килде. Әммә ошо йүнәлеште һайлауыма үкенмәйем һәм 30 йәшкә тиклем ошо юлдан барырмын әле, тигән уйҙамын. Ул ваҡытта Башҡортостан Физик культура институтын да тамамлаған буласаҡмын. Артабан ниндәй маҡсаттар менән йәшәргә икәне лә билдәләнер. Ҡасандыр бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм, хорҙа ла йырланым, ҡумыҙҙа ла уйнаным, ырғаҡ менән бәйләргә лә яраттым. Әлегә был шөғөлдәрҙе икенсе урынға ҡуйып торҙом, шулай ҙа китап менән дуҫ булыуымды ташламаным. Ә инде ғаилә ҡороуым тағы ла ҙурыраҡ стимул булдырҙы. Хәҙер минең еңеүҙәремде көтөп алған, уңыштарыма бергә шатланған һәм көйөнөстәремде уртаҡлашҡан тағы ла бер кеше артты...

Чемпиондарҙы кемдәр тәрбиәләй?

Егерме өс кенә йәшлек ҡыҙҙың билдәле йүгереүсе булыуы, сит ил спортсыларын да көнләштерерлек матур һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ҡайҙан килә һуң? Учалы районының Ғәлиәхмәр ауылында тыуып үҫкән Зәйтүнә Сәхиәр ҡыҙы менән Муса ауылы егете Иршат Вәкил улы Фазлетдиновтарҙың матур, татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә Гөлшат. Зәйтүнә апай ғүмер буйы Белорет ҡалаһында почтальон булып эшләһә, Иршат ағай металлургия комбинатында канатсы була. Ҡала мөхитендә лә башҡорт рухлы, инсафлы, ныҡыш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә алған ата-әсәйҙең ролен, һис шикһеҙ, юғары баһаларға кәрәк. - Гөлшат бәләкәйҙән тиктормаҫ, йылғыр булды,- тип һөйләп китте әсәһе Зәйтүнә апай. - Зөлфирә һеңлеһен дә үҙ артынан йүгертте лә йөрөттө. Ауылда саҡта урамға уйнарға сыҡһалар, һеңлеңде йүгертмәй, ипләп кенә, атлатып ҡына йөрөт, тип тылҡып сығарабыҙ ҙа, үҙебеҙ тәҙрәнән күҙәтеп торабыҙ. Юҡ, ҡапҡанан уҡ етәкләп йүгертеп алып сығып китә һәм көнө буйы тиерлек үҙ артынан шулай йүгертеп алып йөрөй. Бәлки, нәҡ шул саҡта Зөлфирәнең дә йүгереүгә һәләте уянғандыр инде. Башта ул да еңел атлетика менән мауыҡты, апайы менән бергәләп Рәсәй ҡалалары буйлап төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашты, призлы урындар ҙа яуланы. Ҡайһы бер осраҡтарҙа күрһәткестәре Гөлшаттыҡынан юғарыраҡ та була торғайны. Тик Зөлфирәнең маҡсаты ла бәләкәйҙән үк икенсе булды. Элек бит бөтөн тәмле-татлыны баҙарҙан ала торғайныҡ. Шул ваҡытта Зөлфирә: "Ҙурайғас, баҙар директоры булам да, бөтәгеҙҙе лә тәмлекәстәр менән һыйлайым", - ти торғайны. Әле шул хыялын тормошҡа ашырып йөрөй ҙә инде, баш ҡалала кулинарға уҡый.
Башта Гөлшаттың йүгереү менән ҡыҙыҡһыныуына, бала-саға шөғөлө, тип, әллә ни иғтибар итмәнек. V класта уҡығанында Галина Богомолова призына үткән ярышта I урын алып ҡайтҡас, был ҡыҙҙан рәт сыҡҡандай бит, тип, уға икенсе күҙлектән ҡарай башланыҡ. Евгений Гавриловичтың йүгереү секцияһына яҙылырға булғас, йөрөйһөң икән - артҡа юл юҡ, әгәр ҙә шуға әҙер булһаң, беҙ риза, яҙыл, тинек. Тәүге көндә секция үткән бинаны тапмай, һуңлап барҙы һәм шул көндә үк спорттың пунктуаллек, дисциплина талап итеүен аңлап, иҫкәртеү алып ҡайтты. 2008 йылда, 9 класта уҡығанда, Калуга ҡалаһында Рәсәй беренселегенә үткән ярышта I урын алыуы Гөлшаттың тәүге ҙур еңеүе булды. Бөгөн Гөлшатыбыҙ өсөн тынысбыҙ, үҙ урынын тапҡан, юғалып ҡалырлыҡ түгел. Тынғыһыҙ тормошона ҡарамай, үҙ ғаиләһен ҡорорға ла өлгөрҙө. Был да беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ...

Остаздар илебеҙгә шәхестәр үҫтерә

Ниндәй генә һәләтең булһа ла, уны үҫтермәйенсә, камиллаштырмайынса, юғары үрҙәргә үрләп булмайҙыр. Был осраҡта һинең ошо һәләттәреңде ваҡытында күрә белеп, теләгеңде һүндермәй, маҡсатыңа йүнәлткән остаздар булыуы ла шарт. Бәлки, юлында билдәле тренерҙар Евгений һәм Татьяна Сенченколар осрамаһа, Гөлшаттың да яҙмышы бөтөнләй икенсе төрлө булыр ине. Евгений Гаврилович Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Татьяна Васильевна иһә - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың иң яҡшы тренеры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Стәрлебаш районы егете менән Әбйәлил районы ҡыҙы үҙҙәренең тренер булып 41 йыл эшләү дәүерендә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ спортсылар әҙерләп сығарған. Улар тәрбиәләгән спортсылар һуңғы 20 йыл эсендә генә яҡынса 700-ҙән ашыу миҙал яулаған, 4 тапҡыр Олимпиадала ҡатнашыу бәхетенә эйә булған. Бәләкәй генә Белорет ҡалаһы өсөн бының ни тиклем ҙур һөҙөмтә булыуы барыһына ла яҡшы аңлашылалыр. Тик ҡатнашыу хоҡуғы алып та, быйылғы йылда Гөлшаттың Рио-Де Жанейроға бара алмауы ғына бер аҙ үкенесле булды, ти улар.
Бөтә донъяға билдәле йүгереүселәр үҫтергән Сенченколар тәрбиәләнеүселәре менән бөтә талаптарға яуап биргән уңайлы шарттарҙа шөғөлләнәлер, тип уйлайҙыр күптәр. Әммә... Булған мөмкинлектәрҙе генә файҙаланып, башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ эштәр башҡара был тренерҙар. Бер нисә тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булған спортсыларҙың махсус йүгереү майҙансыҡтарынан түгел, ә асфальт буйлап йүгереүе лә, сисенеү, кейенеү бүлмәләренең булмауы ла улар өсөн оло еңеүҙәр яуларға ҡамасауламай. Тренер булып эшләй башлаған ваҡыттан алып ҡалала еңел атлетика буйынса спорт мәктәбе булдырыу тураһында хыяллана улар. Әммә был да әлегә бары хыял ғына булып ҡала. "Еңеүҙәребеҙ район ғына түгел, бөтә республика менән уртаҡ булған кеүек, проблемаларыбыҙҙы ла уртаҡлашыусылар күп булһын ине ул", - тип теләй Татьяна Васильевна.
- Һәр тренер Гөлшат кеүек спортсы менән эшләргә, уны артабан үҫтерергә теләр ине, - ти Татьяна Васильевна үҙенең тәрбиәләнеүсеһе тураһында.- Гөлшатта тормошта үҙенең нимә теләгәнен яҡшы аңлаған кешегә хас һыҙаттарҙың бөтәһе лә бар. Шулай ҙа, тәү сиратта, ата-әсәһенең уға дөрөҫ тәрбиә биреүен билдәләп китмәйенсә булмай. Илебеҙгә көслө ихтыярлы, кешелекле, намыҫлы, тырыш спортсы тәрбиәләгәндәре өсөн уларға айырым рәхмәт әйтке килә. Күңеленә бәләкәйҙән үк һалынған тәрбиә орлоҡтары Гөлшатҡа уңышҡа өлгәшергә ярҙам итте лә инде. Уның егәрле, ныҡыш, баҫалҡы булыуына ҡарайһың да, тағы ла бер тапҡыр һоҡланаһың. Күпме чемпиондар әҙерләп, әлегә тиклем Гөлшат кеүек көслө характерлы, сабыр, тырыш спортсыны күргәнем булманы. Ҡайһы берәүҙәр спортта - бер төрлө, тормошта бөтөнләй икенсе төрлө булһа, Гөлшат иһә бөтә күңеле менән менән спортҡа бирелгән. Килеп сыҡҡан һәр хәлде айыҡ аҡыл менән ҡабул итеп, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белә. Эмоциялары һәр саҡта ла етди контролдә.
Һәр береһенә ярҙамсыл, эскерһеҙ ҡыҙҙың яулайһы үрҙәре алда әле. Әле ул үҙенең дистанцияһында, 5-10 саҡрымда, йәш йүгерек булып һанала. Тағы ла бер нисә йылдан ошо дистанция өсөн үҫеп етәсәк. Ярыш дистанцияһынан китеп, икенсе йүнәлеш һайлаһа ла, бирешерлек түгел ул хәҙер, үҙе бынамын тигән спортсылар тәрбиәләп сығарырлыҡ. Перспективалы спортсы булараҡ, уны ҡайҙа ғына эшкә саҡырмайҙар, әммә унда илһөйәрлек тойғоһо ла бик көслө. Шуға күрә, асфальтта йүгереп булһа ла, оло ярыштарға әҙерләнә, тыуған мөхитенән ситкә тайпылмаҫҡа тырыша. Илдәр буйлап йөрөгәндә минән йыш ҡына башҡорттар тураһында һорайҙар. Башҡорттар ныҡ егәрле, маҡсатына өлгәшеүсән, ябай һәм эскерһеҙ халыҡ, тип яуап бирәм. Гөлшатта ошо һыҙаттарҙың барыһы ла бар. Уның нескә генә кәүҙәһенә ҡорос сыҙамлылыҡ та, изгелек тә бер үк кимәлдә һыйған. Үҙенең уңышһыҙлыҡтарында башҡаларҙы ғәйепләмәй, ниндәйҙер шәхси талаптарын да алға ҡуймай... Гөлшаттың тәүге тренеры Евгений Гаврилович та был хаҡта үҙ фекерҙәрен белдерҙе:
- Гөлшат башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгәндә үк шәп йүгереүсе булараҡ күҙгә салынды. Уның әҙерәк үҫкәнен, нығынғанын көттөк. Бөгөн уға өмөт бағлауыбыҙҙың бушҡа булмауын күрәбеҙ. Ғөмүмән, башҡорт балаларының спортҡа ынтылышы көслө, улар тиҙерәк маҡсатына өлгәшә, тырыш, егәрлеләр. Шуға күрә беҙгә килгән балаларҙың күбеһе ҡаланың башҡорт гимназияһынан. Төрлө район ауылдарынан лицей-интернатҡа уҡырға килгән балалар менән дә эшләйбеҙ. Нәҡ ошо ике уҡыу учреждениеһының уҡыусылары беҙҙең төп төркөм һанала ла инде. Улар бар яҡлап та сыҙамлы, сәмле һәм дисциплиналы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Әгәр ҙә ҡалала еңел атлетика буйынса спорт мәктәбе булһа, ошо ерлектә тәрбиәләнгән чемпиондар тағы ла күберәк булыр ине. Был йәһәттән әүҙемлек күрһәткәндә, ҡулдан килмәҫлек эш тә түгел кеүек, сөнки нәҡ беҙҙең район бөтә республика ғорурланып һөйләрлек әллә күпме данлыҡлы спортсылар тәрбиәләп үҫтергән бит...

Шулай итеп...
Беҙ бөгөн йыш ҡына "Спортҡа башҡорт балалары, йәштәре бик үк ылығып бармай", тигән борсолоуҙар ишетәбеҙ. Ә бына Гөлшат Фазлетдинованың тренерҙары бының киреһен раҫлай. Тимәк, спортҡа ылығырға әҙер торған балаларҙың, Сенченколар һымаҡ, уларҙың һәләттәрен күрә, баһалай, үҫтерә белеүсе яҡшы остаздар ҡулына эләгеүе шарт.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.16 | Ҡаралған: 1058

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru