«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨЛӨК ҺӘМ ЭНӘ - БЕР-БЕРЕҺЕН ТУЛЫЛАНДЫРЫУСЫ ДАУАЛАР
+  - 

"Бәйләнештә" селтәрендә "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" сәхифәһендә "Сәләмәт булайыҡ!" битен алып барыусы табибә Әлфиә АЛТЫНБАЕВА Башҡорт дәүләт медицина институтында терапевт һөнәренә эйә була, әммә һәр саҡ белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул традицион медицинананы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Ошо камиллашыу ынтылышы уны 1996 йылда Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының традицион медицина кафедраһында рефлексотерапия ысулын өйрәнеүгә алып килһә, һуңынан һөлөк менән дауалау серҙәрен үҙләштерә. Бөгөн уның менән ошо ике ысул үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.

Әлфиә Ишдәүләт ҡыҙы, бөгөн һеҙ кешеләрҙе һөлөк һалыу, энә ҡаҙау (рефлексотерапия) ысулдарын ҡулланып дауалайһығыҙ. Быға нисек килдегеҙ, тап ошо ике ысулдың һеҙҙеке икәнен ҡасан аңланығыҙ?

- Рәсми медицинала һөнәрем терапевт-профпатолог булһа ла, әлеге көндә һөлөк һалыу һәм энә ҡаҙау - төп дауалау алымым. Рефлексотерапия курстары үткәндән һуң, мин ике тапҡыр танылған педагог Фаил Барый улы Кандаровта уҡыу бәхетенә өлгәштем. Уның алымы миңә яҡыныраҡ, шуға энә ҡуйыуҙа классик методиканы ла, Кандаровтың ысулын да ҡулланам.
2001 йылда гирудотерапияны үҙләштерҙем. Күптән ошо теләк менән янып йөрөһәм дә, һөлөктәрҙән ҡурҡынҡырауым һөҙөмтәһендә кисектерә килә инем. Шунан бер халыҡ табибәһе һөлөк һалынған өс литрлы банканы эш өҫтәлемә килтереп ултыртты ла: "Көнө буйы эргәңдә, күҙ алдыңда ултырһын, пациенттарың килһен, күрһен, бер аҙна алма. Һин уларға күнегергә, өйрәнергә һәм кешеләрҙе һөлөк һалып дауаларға тейешһең", - тине. Шулай яйлап-яйлап өйрәндем дә, хәҙер инде 15 йыллап һөлөк һалыу аша дауалау минең профессиямдың айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Бөгөн һөлөк менән дауалау - һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Организмды химия, дарыуҙар, антибиотиктар менән ағыулауға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Әлбиттә, дарыуҙан башҡа бер нисек тә мөмкин булмаған ауырыу осраҡтары бар. Әммә ҡайһы берҙә дарыуға ҡарағанда һөлөк нығыраҡ ярҙам итә.
Һөлөк кеше организмына 100-ҙән ашыу әүҙем матдәләр ебәрә, тип һанала. Әммә иң мөһимдәре һәм һөҙөмтәлеләре: гирудин, бделлин, гиалуронидаза, дестабилаза. Һәр ферменттың үҙенең функцияһы бар. Гирудин, дестабилаза - ҡанды шыйығайта, бделлин - ялҡынһыныуға ҡаршы, гиалуронидаза - организмдың зарарланған өлөшөн тергеҙергә ярҙам итә.

Һөлөк менән дауалау ниндәй ауырыуҙарға килешә?

- Бында ниндәй ауырыу ваҡытында һөлөк һалырға ярамағанлығын һанап үтеү еңелерәк. Беренсенән, гемофилия - ҡандың ойошоусанлығы боҙолоуы, аҙ ҡанлылыҡ (еңелсә анемия ваҡытында ла һөлөк һалырға мөмкин). Йөклөлөк ваҡытында бөтөнләй был алымды ҡулланмайбыҙ, тиер инем, әммә үҙ тәжрибәмдә йөклө ҡатындарға һөлөк һалып, ыңғай һөҙөмтә алғаным булды. Юғары температура, биҙгәк, йоғошло ауырыуҙар ваҡытында, яман шеш диагнозы булыусыларға ҡуйырға ярамай. Әйткәндәй, 4-се стадия онкосирлеләргә һөлөк һалып, ауыртыныуҙарын баҫырға ярҙам иткәнем бар.

Бөгөн күберәк ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?

- Ҡан баҫымы юғары булыусылар, гипертония, йөрәктең ишемия сирҙәре диагнозы ҡуйылыусылар, шешенеүселәр, шешенеүгә килтергән артроз сирлеләр, фурункул, фурункулез, карбункул сығып йонсоусылар. Һуңғы арала бер-береһенән ишетеп, баштары ауыртып яфаланыусылар күп мөрәжәғәт итә башланы. Әлбиттә, тәүҙә тикшереү үткәрәбеҙ, ҡандың дөйөм анализын алабыҙ, кәрәк икән, МРТ-ы эшләйбеҙ. Әгәр гирудотерапияға кире күрһәткестәр булмаһа, һөлөк һалабыҙ. Был ысул менән баш ауырытыуын, баш өйәнәген (мигрень), баш һөйәге эсендәге баҫым (гипертензия) дауалауға бирешә. Глаукомаға ла файҙаһы бар.
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа гинекология мәсьәләләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар күп килә. Һөлөк һалыу ЭКО-ға әҙерлек барышында яҡшы ярҙам итә: аналыҡты, енес юлдарын әҙерләй, гирудотерапиянан һуң аталандырылған түл күҙәнәге аналыҡта еңел һәм ныҡлы нығына. Хатта бер нисә шундай осраҡ булды, табиптар түлһеҙлек диагнозы ҡуйғандан һуң килгән пациенттарҙың хәҙер, Аллаға шөкөр, балалары бар. Икенсел түлһеҙлек диагнозы менән килеүсе, мәҫәлән, бер балалары булып та, икенсеһенә ауырға ҡала алмай оҙаҡ йөрөгән ҡатын-ҡыҙ ҙа тағы әсә булыу бәхетенә өлгәшә.
Веналарҙың варикоз киңәйеүе, тромбофлебит, ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда, гепатоза, гепатитты дауалағанда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Бауырҙы организмдың фильтры тип юҡҡа ғына әйтмәйбеҙ, ул таҙартыу функцияһын башҡарып, үҙе бысрана. Ә һөлөк һалғандан һуң биохимия анализынан да ыңғай үҙгәреш күрергә мөмкин: билирубин, юғары булған ферменттарҙың кәмеүе күҙәтелә. Простатит яҡшы дауалана, ыңғай һөҙөмтә бирә.

Файҙаһы тейһен өсөн нисә сеанс кәрәк?

- Кешенең организмы үҙенсәлектәренән сығып, һәр кем өсөн шәхсән хәл итәбеҙ. Өстән алып 10-ға тиклем дә булыуы ихтимал, уртаса ете сеанс тәғәйенләйбеҙ. Мәҫәлән, пародонтоз менән килһәләр, уларға бер тапҡыр, геморрой менән яфаланыусыларға бер-ике тапҡыр ҡуйыу ҙа етә.

Һөлөктәрҙе ҡайҙан алаһығыҙ һәм файҙаланылғандарын нишләтәһегеҙ?

- Фабрикаларҙа үҫтерелгән, сертификаты, лицензияһы булған ышаныслы фирмаларҙан медицина тәғәйенләнешендәге һөлөктәрҙе генә алабыҙ. Бер тапҡыр ҡулланылғандарын шунда уҡ утилләштерәбеҙ, йәғни хлорлы, дезинфекциялаусы шыйыҡлыҡтарға һалып, ярты сәғәт тотабыҙ ҙа, махсус һары тоҡтарға тултырып, зарарлы медицина ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙарға һалып, ошо йүнәлештә махсуслашҡан хеҙмәттәргә тапшырабыҙ.

Һөлөктән алда рефлексотерапия, йәғни энә ҡаҙау менән шөғөлләнгәнһегеҙ. Ошо ике ысулдың ҡайһыһы һөҙөмтәлерәк?

- Рефлексотерапия - ул көнсығыштан килгән дауалау ысулы. Һөҙөмтәлелеккә килгәндә, айырып ҡына әйтеүе ҡыйын, сөнки пациентты ҡарап, нимә ярҙам итәсәген шунда уҡ асыҡлайһың, ҡайҙалыр энә ярҙам итә, ҡайҙалыр һөлөк һалырға кәрәк. Шуға уларҙың икеһен дә бер тигеҙ ҡулланам. Улар бер-береһен тулыландыра ғына. Остеохондроз, радикулит, умыртҡа һөйәге ауырыуҙары ваҡытында ауыртыныуҙы баҫыу өсөн энә лә ҡаҙайым, һөлөк тә һалам. Һөҙөмтә көслөрәк була.
Энә менән дауалауҙың үҙенсәлеге нимәлә: ҡуйыу менән ул организмда ҡуҙғыу эффекты тыуҙыра. 10 минуттан һуң - гармония, 20 минуттан һуң тынысланыу башлана. Кешенең торошона ҡарап, кәрәк булһа, энәне 10 минутҡа ҡуябыҙ, оҙайлы тынысландырыу талап ителһә, баҫмаҡ энәләр ҡуйып, лейкопластырь менән нығытып, бер нисә көнгә ҡайтарып ебәрәбеҙ.
Диагностиканы арҡа, баш, ҡулдар, йөҙ буйынса Кандаров методикаһы менән эшләп сығам да, аныҡ диагноз ҡуям. Бының өсөн махсус ҡулайлама бар, уның менән тикшергәндә нөктәләр "ҡысҡыра" башлай. Кеше диагностика ваҡытында тыныс ҡына, көсөргәнештән арынып ултыра һәм ниндәйҙер урында ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырып ебәрәләр, "аһ" итәләр. Тимәк, был - юғары һиҙгерлек зонаһы. Анализ яһап, ниндәй меридиандың ниндәй нөктәһе икәнен асыҡлап, диагноз ҡуйыла һәм ауыртҡан ағза нөктәһенә энә ҡаҙала.

Хәҙер күпселек сирҙәр хроникка әйләнеп бөткән. Ундай сирлеләргә сеанстарҙы ниндәй ваҡыт арауығында ҡабатлап торорға кәрәк?

- Хрониктарға 5-10 сеанс талап ителә. Йылына ике тапҡыр, йәғни ярты йыл һайын дауаланырға мөмкин. Бик йыш та ярамай, сөнки был стимуллаусы процедура. 65 йәштән өлкәндәргә энә ҡаҙарға тырышмайым, уларға һөлөк һалыу файҙалыраҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың менопауза ваҡытында саманан арттырып ебәрмәҫкә кәрәк, шуға 2-3 сеанс ҡына ҡуям.
Һөлөктө лә ярты йылға бер тапҡыр ҡуйыу зарур. Әммә һәр нәмәлә ташламалар бар, мәҫәлән, бер пациентым оҙаҡ тикшеренеүҙәр үтте, бармаған ере ҡалманы, етди бер нәмә лә тапмайҙар, төрлө ысулдар менән дауалап ҡарайҙар, әммә уның ауыртыныуы бары тик һөлөк һалдырғандан һуң ғына баҫыла. Бер һөлөк ҡуям да, бер ай тирәһе йөрөй ҙә, ҡабат килә. Уға курс менән түгел, ә ай һайын йөрөргә кәрәк. Сөнки курс менән дә дауалап ҡараным, иң һөҙөмтәле юл - ай һайын.

Табиптар билдәләгән дарыуҙарҙы, мәҫәлән, гормональ препараттар, шәкәр сирлеләр инсулин ҡабул иткәндә, һөлөк һалыу, энә ҡаҙау яраймы? Был дарыу препараттары менән ҡаршы килеп, зыян килтермәйме?

- Менопауза, йәки күрем күп булғанда йәки бик аҙ килгәндә беҙҙең дауа кәрәк, зыяны юҡ. Әммә ошо бер гормональ фондан икенсеһенә күсеү осоронда табип билдәләгән дарыуҙарҙы мотлаҡ эсергә кәрәк, һуңынан яйлап ҡына уларҙы энә ҡаҙауға, һөлөк һалыуға ала башлайым. Бында ла һәр кемгә индивидуаль ҡараш булырға тейеш, тота килеп дарыуҙарҙан баш тартырға, йәки барыһын бергә файҙаланырға ярамай. Ғөмүмән, дауаланғанда мотлаҡ дауалаусы табип менән кәңәшләшергә тәҡдим итәм. Сөнки табип һәр саҡ тап һеҙгә тура килгән вариантты таба. Ҡайһы бер саҡта пациенттарға, тәүҙә дарыуҙар менән дауаланығыҙ, тибеҙ. Мәҫәлән, бронхит, үпкә шеше, йоғошло ауырыуҙар, эсәк инфекцияһы кеүек сирҙәрҙе мотлаҡ дарыуҙар менән дауларға кәрәк. Һуңынан инде иммунитетты күтәреү, организмды дөйөм нығытыу өсөн һөлөк һалырға, энә ҡаҙарға була.

Шулай итеп...
Һөлөк һалыу борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың дауалау ысулы булһа, энә ҡаҙау Ҡытайҙың традицион медицинаһында элек-электән ҡулланыла. Рәсми медицина ла уларҙың файҙаһын инҡар итмәй икән, тимәк, сәләмәтлегебеҙгә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Юҡҡа ғына билдәле кардиолог Николай Амосов: "Табип - сирҙе дауалай, ә сәләмәтлекте һәр кем үҙе булдыра", - тип әйтмәгән. Сәләмәтлегебеҙҙе сир шытым бирә башлағанға тиклем үҙебеҙ хәстәрләйек. Бының өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар, теләк кенә кәрәк.

Шәрифә САЛАУАТОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.16 | Ҡаралған: 2022

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru