«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАБАНТУЙҒА БЕЛЕМ АЛЫРҒА
+  - 

Белемлегә йот юҡ, тигәндәй, йәйге ялын файҙалы итеп үткәрергә, белем алырға, тәжрибә тупларға, шәхси сифаттарын камиллаштырырға ниәт иткән иң әүҙем, алдынғы ҡарашлы, маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр ошо көндәрҙә "Ташлы" ат спорты-һунарсылыҡ хужалығы биләмәһендә мәғариф һабантуйы үткәрҙе.

Республикала йәштәр өсөн тәғәйенләнгән төрлө саралар үткәрелеп тора. Был эштәр менән тотош дәүләт структуралары шөғөлләнә, байтаҡ ҡаҙна аҡсаһы тотонола. Ул сараларҙың күбеһе мәҙәни йәки күңел асыуға ҡоролған конкурс һәм фестиваль форматында ойошторола. Ә бына йәштәрҙең белемен арттырыуға, уларҙы бөгөнгө заман шарттарында йәшәргә, конкурентлыҡҡа һәләтле булырға өйрәтеүгә йүнәлтелгән мәғариф форумдары юҡҡа тиң. Һуңғы ике йылда уҙғарылған "Урал мираҫы" форумы, быйыл Өфөлә үткәрелгән "Төркиҙәр алтыны" йәштәр мәғариф форумдарын иҫәпкә алмағанда инде. Ә бит республиканы һәр яҡлап күтәрмәләү, иҡтисади-социаль хәлен юғары кимәлгә күтәреү бурысы тиҙҙән ошо үҫеп килгән быуын иңенә төшәсәк.
Алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәре күптән инде был турала үҙ-ара һөйләшеп, кәңәшләшеп, тиҫтерҙәре өсөн белем даирәһен киңәйтергә ярҙам иткән саралар үткәреү хаҡында ниәт йөрөтә ине. Ниһайәт, быйыл Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре иттифағы, "Башҡорт проекттары" берләшмәһе, "Беренсе" Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ағзалары был эште башлап ебәрҙе. Әлегә улар ойошторорға теләгән "Өфө-форум" мәғариф сараһы килеп сыҡманы, үткәрергә бер көн ҡалғас, ҡайһы бер алдан күҙалламаған сәбәптәр арҡаһында уны кисектереү тураһында иғлан ителде. Әммә сит өлкәләрҙән, республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған әүҙем йәштәр аптырап ҡалманы, форумды әлегә үҙенсәлекле Мәғариф һабантуйы итеп ойошторорға ҡарар итте. Күңел асыуға ғына түгел, ә зыялы шәхестәр менән осрашып, уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыуға, үҙ-ара матур итеп аралашыуға, аң-белем даирәһен киңәйтеүгә, киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйырға һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға өйрәтеүгә ҡоролған яңыса форматтағы һабантуй килеп сыҡты.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостанда инициативалы, әүҙем, эшлекле, белемгә ынтылыусан йәштәр буш һүҙ һөйләүселәргә ҡарағанда күберәк һәм улар ошоға оҡшаш эшлекле осрашыуҙарға һыуһаған. Мәғариф һабантуйында йәштәргә "Green Plate" эко-фастфуд селтәре етәксеһе Ренат Хилажев, коммуникация өлкәһендәге белгес һәм "Башнефть" компанияһы менеджеры Руслан Йосопов, шәхси эшҡыуар Илшат Байегетов, халыҡ-ара FMCG компанияһы төп клиенттары менән эшләүсе менеджер Ринар Тәүхетдинов, "ФинЭкспертиза" аудит һәм консалтинг компанияһы генераль директоры урынбаҫары Илгиз Байморатов, Милләттәр эше буйынса Федераль агентлыҡ эксперттары Азат Бадранов, Азат Бирҙин, "БР драматургия һәм режиссура үҙәге" директоры Әлиә Яхина-Иванова, Дизайн-Маркет һәм башҡа масштаблы сараларҙың ойоштороусыһы Әлиә Айсина, Америкалағы IT компанияла эшләүсе Денис Уйылданов, "Неовакс" компанияһы етәксеһе Наил Яҡупов, журналист Салауат Хәмиҙуллин, "Китаптар" тәүге асыҡ цифрлы башҡорт китапханаһы координаторы Рәжәп Әхмәтйәнов, "Опора России" Башҡорт төбәк бүлеге директоры вазифаһын башҡарыусы Тимур Лоҡманов һәм башҡа тәжрибәле кешеләр фәһемле лекциялар һөйләне. Уларҙың сығыштары йәнле аралашыу, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреү менән бергә үрелеп барҙы.
Шулай итеп, республикала йәштәребеҙ өсөн бөтөнләй икенсе йүнәлештәге, юғары кимәлдәге, заманса мәғариф форумына нигеҙ һалынды. Был турала сараға йәштәр менән осрашыуға килгән БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ла әйтеп китте. Шулай уҡ Гөлназ Радмил ҡыҙы республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың үҙ инициативалары менән ошондай юғары кимәлдәге форум ойоштороуға тупланған йәштәргә төбәлгән хатын уҡып ишеттерҙе. "Һеҙ йәштәштәрегеҙ араһында лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләүгә, Тыуған илебеҙҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ иткән күп яҡлы эш алып бараһығыҙ, мәҙәни һәм спорт саралары ойоштораһығыҙ, мәғариф проекттарын тормошҡа ашыраһығыҙ. Бындай башланғыстар беҙгә бик кәрәк", - тиелә унда.
Әйткәндәй, Республика Башлығы фатихаһы менән сентябрь башында йәштәрҙең "Өфө-форум" мәғариф сараһын киң масштабта үткәреүгә әҙерлек бара.

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.16 | Ҡаралған: 1363

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru