«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ ҠУЛЫНДА КӨС?
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең 34-се һанындағы "Тураһын әйткәндә..." рубрикаһында баҫылып сыҡҡан "Осон осҡа ялғарғамы, лайыҡлы эш хаҡы талап итергәме?" тигән мәҡәләне уҡып сыҡҡас, шуға өҫтәп, мин дә ҡайһы бер фекерҙәремде белдереп китергә уйланым, сөнки "Киске Өфө"нөң был һаны баҫылып сыҡҡас, шәмбе - 20 августа Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй уҡытыусылары кәңәшмәһенең йомғаҡлау ултырышында Рәсәй Премьер-министры Д.Медведев ҡатнашты һәм мәғариф өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.

Әйткәндәй, пленар кәңәшмә башланырҙан алда Хөкүмәт башлығы уҡытыусыларҙы РФ Мәғариф һәм фән министрлығының яңы етәксеһе Ольга Васильева менән таныштырҙы. Ольга Юрьевна ваҡытында хор дирижеры белеме алһа, аҙаҡ тарих факультетын һәм Дипломатия академияһын тамамлай. Рус православиеһының илһөйәрлек эшмәкәрлеге буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Төрлө урындарҙа эшләй. Министр вазифаһына Д. Медведев тәҡдиме менән күсерелә, уға тиклем РФ Президенты хакимиәте хеҙмәткәре булып эшләй, илһөйәрлек тәрбиәһе мәсьәләләре менән шөғөлләнә; карьераһы дин, православие, сиркәү тематикаһы менән бәйле. Ҡайһы бер сығанаҡтар О. Васильеваның эшмәкәрлегендә консерватив ҡараштар өҫтөнлөк итеүен билдәләй.
Шулай итеп, Премьер Д. Медведев Мәскәүҙә булып үткән август кәңәшмәһендә тағы ниндәй яңы фекерҙәр әйтте һуң? Тәү сиратта ул уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дәүләттең бурысын ул мораль һәм матди яҡтан да уҡытыусы эшенең абруйын арттырыуға "максималь дәрәжәлә булышлыҡ итеүҙә" күреүен билдәләне. Уҡытыусыларҙың эш хаҡтары төбәк буйынса уртаса кимәлгә еткерелгән һәм аҙна һайын тип әйтерлек танышып барған отчеттарҙан күренеүенсә, "ул дөйөм һәм тотош алғанда ярайһы ҡәнәғәтләнерлек", тине Премьер. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы - айына 32 мең һум тәшкил итә (Алтайҙа - 17 меңдән алып, Чукоткала - 76 меңгә тиклем), Мәскәү уҡытыусылары иһә ошо йылдың ғинуар - март осоронда айына 66,3 мең хеҙмәт хаҡы алып эшләгән. Ә шулай ҙа был йәһәттән бухгалтериялар эшендә асыҡлыҡ һәм аңлайышлылыҡ етешмәүе билдәләнде. Уҡытыусыларға эш хаҡы иҫәпләүҙә улар өсөн уңайлы моделде һайлау, ә, бәлки, элекке системаға ҡайтыу ихтималлығы хаҡында ла һүҙ барҙы, ләкин барыбер мәсьәләгә нөктә ҡуйылманы. Уны бер кем: министр ҙа, губернатор ҙа, мәктәп директоры ла ҡуя алмай әлегә, ә уҡытыусылар үҙҙәре генә хәл итә ала, үҙҙәренә ҡулай булғанса, һәм беҙ уны иҫәпкә аласаҡбыҙ, тине Д. Медведев кәңәшмәлә. Әйткәндәй, отчеттар тураһында ла икеле-микеле фекер ҡалды. Уҡытыусы отчет төҙөү менән шөғөлләнергә түгел, ә уҡытырға тейеш, тине Премьер. Асыҡланыуынса, уҡытыусылар һәм мәктәп директорҙары яҙған отчеттарҙың 80 проценты уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенә бөтөнләй ҡағылмай булып сыҡты, быға сик ҡуйырға ваҡыт. "Ләкин отчет эшен бөтөнләй туҡтатмағанда ла, уны сикләргә кәрәктер", тине Хөкүмәт етәксеһе.
"Уҡытыусылар шундай власҡа эйә - был хаҡта премьер-министрҙар хыяллана ғына ала", тип әйткән Черчилль, тип кинәйәләне Д. Медведев. "Ғәҙел һүҙҙәр, ләкин үҙ яғымдан мин, илебеҙ Хөкүмәте мәктәптәрҙе үҫтереү һәм уҡытыусыларға ярҙам итеүгә үҙ ҡулындағы аҙ булмаған власты файҙаланасаҡ, тип ышандырам тине. "Шикләнмәгеҙ, был власты беҙ файҙаланасаҡбыҙ", тип ҡабатланы ил Премьеры. Хәйер, йәшәрбеҙ - күрербеҙ, шулай бит, йәмәғәт?

Ғәҙилә ИЛБУЛОВА,
уҡытыусы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.16 | Ҡаралған: 1211

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru