«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҘНАТҺЫҘ УҠЫТЫУСЫ ҠЫЙЫУ ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙ АЛМАЙ
+  - 

Белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына ҡыҙыу әҙерлек тамамланып килә. Мәғариф буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге август кәңәшмәләрендә иң актуаль проблемалар уртаға һалып тикшерелде, хәл итеү юлдары барланды. Кәңәшмәләрҙең һөҙөмтәһе, киләһе уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар тураһында педагогтарҙың үҙҙәренән һораштыҡ.

Фаягөл ӘМИРХАНОВА, Ишембай ҡалаһы, Ә-З.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы: Быйыл миңә республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге мәғариф буйынса август кәңәшмәләрендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был сараларҙан алған фәһем, тәжрибәм менән уртаҡлашып китәм. Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенән һуң мин үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамай, заман менән бергә ҡыйыу атларға кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Ниндәй генә реформа булмаһын, уны тормошҡа ашырыу иң тәүҙә уҡытыусы иңенә төшә, шуның өсөн, нисек кенә ҡыйын булһа ла, яңы технологиялар ҡулланыу, электрон белем биреүҙән баш тарта алмайбыҙ. Беҙҙең халыҡтың психологияһы шулайыраҡмы икән, йыш ҡына "Нимәгә кәрәк был?" тигән фекер ишетергә тура килә, күңелдә яңылыҡтарҙан ҡурҡыу, баҙнатһыҙлыҡ йәшеренгән. Беҙгә ҡурҡмаҫҡа, закондарҙы һәм хоҡуҡтарҙы белергә, бөтә мәсьәләләрҙе өйрәнеп, индерелгән яңылыҡтарҙы үҙ эшебеҙҙә ҡулланып ҡарап, ыңғай һәм етешһеҙ яҡтарын күрһәтеп өйрәнергә кәрәк. Тәҡдим ителгән һәр нәмәне һүҙһеҙ генә ҡабул итер урынға, уны анализлап, фекер алышыуға сығарырға тейешбеҙ. Мәғариф буйынса Бөтә Рәсәй август кәңәшмәһендә лә ошо мәсьәлә көнүҙәк проблемаларҙың береһе, тип билдәләнде. Мәғариф өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе артабан үҫтереү юлдарын эҙләү буйынса тәҡдимдәрҙе етәкселеккә дөрөҫ итеп еткереп барыу мөһим. Уҡытыусы мәғлүмәтле, ҡыйыу булһа, уның һөнәри статусы ла күтәреләсәк, етәкселәр менән бәйләнеш һәм эшлекле фекер алышыуға ла этәргес был. РФ Хөкүмәте етәксеһе Д. Медведев: "Беҙ педагогҡа нисек уңайлы, шулай эшләргә әҙербеҙ. Шуға күрә һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ", - тип әйтә икән, тимәк уй-фекерҙәрҙе еткерергә кәрәк. Бик күп коллегаларым шулай итте лә, һәр кемде борсоған проблемалар, һорауҙар күтәрелде.
Ә бына Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә коллегаларымдың һүлпәнерәк ҡатнашыуы күҙгә ташланды. Был уҡытыусыларға ҡарата дөрөҫ булмаған мөнәсәбәттән килеп сыҡмаймы икән, тип тә уйлап ҡуям. Сөнки уҡытыусы бындай фекер алышыу майҙансыҡтарында әүҙем ҡатнашһа, үҙ фекерен белдергәне өсөн аҙаҡ бер кем тарафынан да баҫым яһалмауына ышанырға тейеш. Әйтергә кәрәк, Мәғариф буйынса Бөтә Рәсәй август кәңәшмәһендә әлегә Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыуға ҡағылышлы, төбәк компоненты тураһында мәсьәләләр ҡуҙғатылманы. Шулай ҙа РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында асылған махсус фекер алышыу битендә киләһе йылда үтәсәк кәңәшмәлә ошо мәсьәлә буйынса айырым майҙансыҡ эшләүен һорап, мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әлегә уҡытыусының йәмғиәттәге статусы, уҡытыусы үҫешенең системаһы һәм педагогтың һөнәри стандарттарын камиллаштырыу, мәктәптә белем биреүҙең инфраструктураһы, ҡағыҙ эшен кәметеү, яңы белем биреү һөҙөмтәләре буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Әйткәнемсә, педагогтың һөнәри статусын күтәреү буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаштым һәм барыһынан да ҡурҡҡан, үҙ фекерен әйтә алмаған, баҙнатһыҙ уҡытыусы ҡыйыу шәхес тәрбиәләй алмай, тигән һығымтаға килдем.

Индира ҠАЗЫХАНОВА, Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы: Быйыл республика буйынса мәғариф конференцияһының милли мәғарифҡа арналған фекер алышыу майҙансығында ҡатнаштым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр, Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереүҙең яңы концепцияһы ҡаралды. Заманса технологиялар, электрон белем биреүгә ҡағылышлы темалар күтәрелде, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Былар беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел, Малаяҙ башҡорт гимназияһында күптән ошо юҫыҡта эш алып барыла. Һәр синыф бүлмәһе кәрәкле техника менән йыһазландырылған, электрон журналдарыбыҙ бар, уҡытыусыларҙың эшен еңелләштереү һәм уҡыусыларҙың иғтибарын дәрескә йәлеп итеү, сифатлы белем биреү өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Бөгөн мине тәү сиратта балаларҙың беренсе синыфҡа туған телен белмәй килеүе борсоуға һала. Малаяҙ ауылында эшләгән ике балалар баҡсаһында ла башҡорт төркөмдәре юҡ, балалар гимназияға рус телендә аралашып килә. Тәү сиратта был башланғыс синыф уҡытыусыларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙыра, улар балаларҙы туған телендә һөйләшергә яңынан өйрәтә. Уҡыусылар үҙҙәре башҡорт телен бик теләп уҡый уҡыуға, ләкин урта синыфҡа күскәндә ата-әсәләр менән артабан башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыуҙың мөһимлеге тураһында әңгәмәләр үткәрергә тура килә. "Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто", тигән һүҙҙәрҙең хаҡ булыуына, мәғәнәһенә төшөнәһең инде. Тәү сиратта, туған телгә ҡарата һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш, ата-әсәләр баланың башҡортса һөйләшеүенең мөһимлеген аңларға, шуға булышлыҡ итергә бурыслы. Ауылда оло быуын кешеләренең балаларына вата-емерә русса һүҙ ҡушыуын ишетеүе күңелде ҡыра. Шуға күрә, киләсәктә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылһа, милли мәктәптәрҙә эшләгән педагогтарҙың эшенә лә ыңғай йоғонто яһар ине. Балаларҙы башҡорт рухлы, үҙебеҙҙең милли йолаларға ылыҡтырып, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләп үҫтереү өсөн был бик мөһим аҙым буласаҡ. Мәғариф буйынса республика август кәңшмәһендә балалар баҡсалары һәм белем биреү усаҡтары бер йүнәлештә эшләргә тейеш, тигән һүҙҙәр булды. Киләсәктә ошо йәһәттән эш атҡарылыр, милли мәғарифҡа иғтибар тағы ла артыр тип көтәм.

Рәсимә АЛЛАМОРАТОВА, Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты: Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең "Күп мәҙәниәтле мәғариф арауығында милли мәғарифты фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү" темаһына арналған фекер алышыу майҙансығы беҙҙең гимназия-интернат нигеҙендә үткәрелде. Шуға күрә, милли мәғариф өлкәһендәге актуаль проблемалар буйынса барған ултырышта, унан һуң фекер алышыуҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаштым. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ғалимдары Әхмәт Сөләймәнов, Гөлнур Бохарбаева һәм коллегаларым менән берлектә "Урал батыр" эпосы буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттек. Беҙ Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына яраҡлы, эпосты уҡыусыларҙың метакомпетенцияһын формалаштырыу сараһы булараҡ тәҡдим иттек. Дөйөм алғанда, кәңәшмәнән һуң үҙем өсөн бына ниндәй һығымта яһаным: башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын яңы талаптарға яраҡлаштырып эшләргә кәрәк. Сөнки әлеге көндә беҙ нигеҙләнеп уҡытҡан методик ҡулланмалар XX быуат балалары өсөн булдырылған, улар иҫкергән. Бөгөн XXI быуат, замана балалары компьютер, төрлө заманса технологиялар, роботтар менән мауыға, фекерләү рәүештәре лә икенсе төрлө. Уларҙы дәрескә ылыҡтырыу, темаға төшөндөрөү, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡырға күндереү, рух тәрбиәләү өсөн уҡытыусыға ла ошо техник прогрестан артта ятып ҡалмаҫҡа кәрәк. Әлбиттә, методик ҡулланмаларҙы ғалимдар практик уҡытыусылар менән берлектә төҙөргә тейеш. Сөнки уҡыусыға нимә кәрәк, уға нисек юл табырға икәнен бары тик мәктәптә эшләгән педагогтар ғына белә. Беҙҙең белем усағы педагогтары был йәһәттән әүҙем рәүештә эшләргә, методик ҡулланмалар төҙөүҙә ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә әҙер.
Бынан тыш, Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең яңы форматта үткәрелеүе оҡшаны. Киләсәктә милли мәғариф буйынса үткәрелгән фекер алышыу майҙансыҡтарына Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла саҡырылһа, аралашыу тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ барыр ине, тип уйлайым.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.16 | Ҡаралған: 1255

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru