«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОҒАЛАРЫМДЫ ЛА ТУҒАН ТЕЛЕМДӘ ЕТКЕРӘМ ХОҘАЙҒА
+  - 

Зөһрә Бураҡаеваны һәләтле кинодраматург, республика кимәлендә үткән күп тамашаларҙың, эстрада концерттарының юғары кимәлдәге сценарийҙар авторы, яҙыусы, тәржемәсе, шағирә итеп беләбеҙ. Ул ижад иткән әллә күпме проекттар, тормошҡа ашырған идеялар, ижади башланғыстарға этәргән фекерҙәрҙе һанаған ғына кеше юҡтыр. Уның йәшәйеше беҙҙең рубриканың төп асылына ла тура килә: милләтебеҙгә бынамын тигән балалар үҫтерә. Гәзит уҡыусыларыбыҙға халҡыбыҙҙың тағы ла бер һәләтле ҡыҙҙарының береһе менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн һин үҙеңде кем итеп күрергә теләйһең? Ниндәй ижад йүнәлешен яҡыныраҡ тояһың?

- Яҙыусы итеп. Бығаса яҙышыуҙы төрлө сәбәптәр менән артҡараҡ шылдырып килдем. Хатта, бәлки, бөтөнләй тотонмам, тигән уйҙарҙы йөрөткән айҙарым, йылдарым да аҙ булманы. Әммә мин барыбер ижади халәттән ҡотола алманым, бары уны кисектереп кенә килдем. Яҙышмағанда ла мин был процестың эсендә булдым, уйлап йөрөнөм, уйымдан ғына үрҙем дә һүттем, үрҙем дә һүттем. Бер яҡтан, был, бәлки, минең өлгөрөү юлым да булғандыр...

Үткән юлың, башҡарған эштәрең тап ошо яҙыусылыҡҡа алып килеүсе баҫҡыс та булғандыр әле. Нимәнән башланды барыһы ла?

- Әсәйемә эйәреп, мин дә филолог булырға әҙерләндем. Шуны белеп, шуны күреп үҫкәс, осоштарың да шул юҫыҡта булыуын теләйһең бит. Башҡорт теле буйынса олимпиада еңеүсеһе булғас, миңә юғары уҡыу йортона инеү өсөн бер генә имтихан тапшырырға кәрәк ине. Тик мин Мәскәүҙең Әҙәбиәт институтын һайланым. Минең Мәскәүҙәге студент саҡтарым 90-сы йылдарҙың үҙгәртеп ҡороу осорона тура килде. Ул уҡыу йортонда белем алыусы халыҡ, үҙегеҙ беләһегеҙ, күберәк хис-тойғолар шауҡымында йәшәүселәр һәм заман буталышын, үҙгәрештәрҙе уларҙың төрлөһө төрлөсә кисерҙе, әммә береһе лә битараф ҡала алманы. Беҙ, йәш кенә ҡыҙсыҡтар, шул кисерештәр тулҡынында ҡайнашҡандар араһында йөрөгән булабыҙ. Ашауҙа ла, кейенеүҙә лә, башҡа кәрәк-яраҡтар буйынса ла мохтажлыҡ, ҡурҡыныс-хәүеф артты, тик беҙ бирешмәйбеҙ, турғайҙар кеүек сорлашып йөрөй бирәбеҙ. Шулай сыныҡтыҡ. Һәм шул әҙәбиәткә ғашиҡ шәхестәр араһында уҡырға һәм көн итергә тырышыу, мине яҙыусылыҡҡа инселәп, тәүге мөһөрөн баҫҡандыр. Тик Башҡортостанға ҡайтҡас, оҙаҡ ваҡытымды киноматографияға бүлдем. Гөлсирә апай Ғиззәтуллина: "Һылыу, яҙ әле һин, яҙ", - тине осрашҡан һайын, әсәйем: "Эх, ниндәй белем әрәм була", - тип уфтанды. Ә минең өсөн был ике кешенең фекере бик ҡиммәтле. Оҙон һүҙҙе ҡыҫҡарта төшкәндә, бығаса башҡарған режиссер, сценарист, тәржемәсе һ.б. хеҙмәттәремдең барыһы ла мине бөгөнгө ижадыма алып килгәндер, тим.

Зөһрә, һинең ниндәй атай-әсәйҙең балаһы икәнеңде беләбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, билдәле шәхестәрҙең балалары йә уларҙың нуры менән яҡтыртыла, йә уларҙың күләгәһендә ҡала. Һин, ниңәлер, был ҡалыпҡа инмәгәнһең. Һиңә үҙеңдең "икенсе Бураҡаева" икәнлегеңде иҫбатларға тура килдеме?

-Быны Бураҡаевтарҙың балаларының барыһына ла иҫ-батларға тура килде. Абзыйымдың һәм минең тәүге хикәйәләрем донъя күргәс, әсәйемә: "Мәрйәм, эй өлгөрһөң, балаларың өсөн дә яҙаһың", - тиҙәр ине. Миңә лә, әсәйең ярҙам итәлер, ҡала ҡыҙы башҡорт телендә яҙа алмай, ти-еүселәр булды. Әммә ваҡыт үтеү менән барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Хәҙер инде, киреһенсә. Мәрйәм Бураҡаеваның пьесаһы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театрында ҡу-йылғас, бер билдәле генә ағай "Әсәйең өсөн һин яҙҙыңмы?" тип һораны. Мин быны комплимент һымаҡ ҡабул иттем.

Әлеге ваҡытта һин әҙәбиәттең проза өлкәһенә йәшең, тормош тәжрибәң буйынса ла өлгөрөп килгән ҡатын-ҡыҙһың. Рәсәй кимәлендәге әҙәби еңеүҙәрең, уңышлы әҫәрҙәрең етерлек. Шунда ла һин әҙәбиәттә ҡатын-ҡыҙға, нисектер, ситһетеп ҡарауҙарын, уны артыҡ етди ҡабул итмәүҙәрен тояһыңмы? Ир-егеттәрҙән айырмалы, әҙип ҡатын-ҡыҙға һәр әҫәре һайын был илаһи донъяла уның да урыны бар икәнлекте иҫбатларға тура килә кеүек түгелме?

- Әҙәбиәттә "Ҡатын-ҡыҙ прозаһы", "ҡатын-ҡыҙ темаһы" тигән ҡараш бар, әлбиттә. Был һәр саҡ булған һәм буласаҡ. Нисек кенә тигәндә лә, ҡатын-ҡыҙ бик нескә психолог. Ир-егет яҙыусы хатта үҙе хаҡында ла ҡатын-ҡыҙ әйтеп бирә алғанды әйтеп бирә алмай. Ошоно һиҙгәндәр һәм ҡатын-ҡыҙ тарафынан конкуренция ҡурҡынысы тойғандар гүзәл зат ижадына юғарынан ҡарап маташа, әлбиттә. Ә аҡыллы ирҙәр ижадта ла, башҡа мәсьәләләрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙы конкурент итеп күрмәй, уға хөрмәт менән ҡарай.

Зөһрә, бына мин һине аш бүлмәһендә картуф әрсеп ултырған сүрәттә күҙ алдына килтерә алмайым. Һин, нисектер, һәр ваҡыт ерҙән айырыла биреп осоп йөрөгән зат кеүегерәкһең. Ә шулай ҙа ғәҙәти тормош хасмы ул һиңә?

- Мин Ҡыҙ йондоҙлоғонда тыуғанмын. Был - романтизм менән реализмды берләштергән ер билдәһе. Ваҡытты йәлләй, уның ҡәҙерен белә торған кешемен. Былары - бер булһа, икенсенән, мин бит өс баланы яңғыҙ күтәреп килгән әсә лә. Үҙ туғандарымдан башҡа был өлкәлә бер ниндәй ҙә ир-ат ярҙамы юҡ. Ошоларҙы ишеткәндән һуң да мине "күк есеме" тип әйтә алыр инеңме? Йәғни, минең бер минут та буш ваҡытым юҡ, мин, бына әле самалап әйткәндә, һуңғы бер ун йылдан ашыуҙыр, комбайн шикелле бары эш менән мәшғүлмен. Шунан сығып, үҙегеҙ уйлағыҙ инде...

Балаларыңдың аталарынан айырылырға йөрьәт иткән саҡта һин үҙ көсөңә ышандыңмы? Мөхәббәт, балаларҙы етем итмәү, ғаилә яуаплылығы, тигән төшөнсәләрҙе еңер ниндәй сәбәптәр булды?

- Ике тапҡыр тормошта булдым. Тормош иптәштәремдең икеһе лә ижад кешеләре. Уларҙың ижадта ла, тормошта ла - үҙ юлы. Беҙ юлдарыбыҙҙы берләштерә алманыҡ, шуға бергә түгелбеҙ. Сәбәбе шул ғына. Ике тапҡырҙа ла эске донъяһы бер төрлөрәк булған кешеләрҙе һайлағанмын, бер үк сценарийҙы ике тапҡыр ҡабатлағанмын булып сыға. Мин уларҙы ғәйепләмәйем. Уларҙың да мине ғәйепләп йөрөгәнен ишеткәнем юҡ. Улар миңә бынамын тигән балалар бүләк итте - шуға рәхмәтлемен уларға ла, яҙмышыма ла.
Балаларымды аҫырыу, үҫтереү, уҡытыу - тулыһынса үҙемдең яуаплылыҡта. Аллаға шөкөр, күңел төшөнкөлөктәрен дә, матди ауырлыҡтарҙы ла туғандарым ярҙамында еңеп сығып киләм. Минең төп бурыс - балаларымды милләтемдең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләү. Уларға үҙем белгәнде, үҙем тойғанды еткерергә ашығам. Улар туған телде лә, туған мәҙәниәтте лә, халыҡ ижадын да, классик әҙәбиәтте һәм музыканы ла, альтернатив йүнәлештәрҙе лә белеп үҫәләр. Өс балам да Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыны. Быйыл иһә Айназа ҡыҙым 9-сы кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһына рәссамлыҡҡа уҡырға инде. Быға тиклем ул музыка мәктәбендә думбыраға йөрөгәйне, әммә рәссам булыу теләге тыуыу менән мин уны Өфөләге иң яҡшы түләүле студияға уҡырға бирҙем. Шуға ла ул ҙур конкурстан еңел үтеп, уҡырға инеү бәхетенә эйә булды. Айназа бәләкәй саҡта "Рәхмәт" комедияһында уйнаны, әммә атаһы яғынан билдәле артистар ғаиләһенән булһа ла, сәхнәгә ынтылманы. Үҙенең хисле донъяһында йәшәй ул.
Ә бына уртансы ҡыҙым - 6-сы класҡа уҡырға барған Айсулпан - кескәй сағынан уҡ лидерлыҡҡа ынтылды, сәхнәлә сығыш яһарға яратты. Ҡайһы өлкәлә булһа ла, бирелеп эшкә тотона, алдынғылыҡты бирмәҫкә тырыша. Спортҡа бик ынтыла, әммә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеп китер өсөн музыканы, башҡа шөғөлдәрҙе оноторға кәрәк шул. "Тамыр" студияһына бәләкәстән йөрөнө, төрлө тапшырыуҙарҙа ҡатнашты. Роман Пожидаевтың "Урман һуҡмағы", Ләйсән Сөләймәнованың "Сулпан" балалар фильмдарында төп ролдәр башҡарҙы, һуңғы ваҡытта Таңсулпан һылыуымдың киноһында төштө. Музыка мәктәбендә думбыра менән шөғөлләнә, "Дуҫлыҡ" халыҡ инструменттары ансамбленә йөрөй. Үҙе лә, ансамбль менән дә байтаҡ конкурстарҙа ҡатнашты, лауреат исемен яуланы. Бейеү студияһында ла шөғөлләнә, халыҡ ижады менән ныҡ ҡыҙыҡһына.
Юрматы улым бишенсе класҡа бара. Ул әлегә ныҡлап асылып етмәне, үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Быйыл әсәйем менән Гөлнур апайым программаһына ҡоролған, хәҙер инде данлыҡлы "Йәйләү" лагерында ял иткәндә ҡурай менән ҡыҙыҡһынып, әле бер нисә көй һыҙғырта башланы. Математика яғынан шәп, компьютерҙы ла яҡшы белә. Техник өлкәгә китһә, яҡшы булыр ине, әлбиттә. Үҙе телгә бик отҡор, фәлсәфәүи фекерле егет. "Яҙыусы булырһың", тип шаяртһам, "Юҡ инде, бер ғаиләгә ул тиклем яҙыусы кәрәкмәй", ти.
Балаларым башҡортса бик яҡшы һөйләшә. Бик ғәҙел, ихлас күңелле, ярҙамсыл һәм хәйләһеҙ балалар, шуға ла был тормошта уларға еңел булмаясаҡ, әлбиттә. Әммә шулай булыуҙарында минең дә өлөшөм бар бит - мин бик шатмын.

Балалар менән яңғыҙ ҡалғас, "әсәйемдең яҙмышын ҡабатлайым бит" тип уйлағаның булманымы? Мәрйәм апайға ла бит иңендә биш баланы яңғыҙ күтәрергә тура килә...

- Ысынлап та, башта "Әсәйем булдырған, мин дә бирешмәм", тигән фекерҙә инем. Әммә тора-бара үҙемдә ундай уҡ көс юҡ икәнлекте аңланым. Әгәр ҙә ағайым, әсәйем, апайҙарым һәм һылыуым булмаһа, мин ни эшләр инем икән, тигән уй башыма йыш килә хәҙер. Һәм тағы ла, мин бит балаларымдың атайҙарына кейәүгә сыҡҡас, асылыма хас булғанса, ғаилә тормошона бар ихласлығымды арнағайным. "Кейәүгә сығып, балалы булайым да, айырылайым", тип планлаштырылмағайны бит. Шуға ла яңынан йәшәү тәмен тойоу өсөн дә ярҙам кәрәк булды миңә. Әммә мин тулы ҡанлы тормош менән йәшәүсе зат, үҙемде бер бахыр, ҡорбан итеп тойоу миңә хас түгел. Тормошом өсөн дә, Хоҙай биргән һәләттәремде асыу өсөн дә, ул ебәргән ҡыуаныстар, мөмкинлектәр өсөн дә үҙем яуаплымын. Ни өсөн мин үткәндәргә үкенмәйем? Сөнки Хоҙай әле асҡан юлдар, кисергән кисерештәрем, мин ҡайнаған мөхит - барыһы ла бәхет. Мин ошо бәхетем өсөн дә яуаплымын, шуға уның ҡәҙерен беләм, шөкөр итеп йәшәйем. Хоҙай асҡан юлдарҙың береһендә мин оло мөхәббәтемде лә таптым.

Был йәштә "мөхәббәт" тигән һүҙҙән ҡурҡмайһыңмы? Берәүҙән дә тартынмай, ғорур ҡарап, "ғашиҡ булдым" тип әйтә алаһыңмы?

- Әлбиттә. Мин бер ваҡытта ла үҙ теләктәремде һәм фекеремде белдереүҙән ҡурҡманым. "Мөхәббәттә кеше әллә ниндәй батырлыҡтар эшләй ала", тигән хәбәр буш һүҙ ул. Тормошта ла батыр булған кеше генә эшләй ул батырлыҡтарҙы. Ә тормоштағы ҡурҡаҡтар һөйөүҙә лә хәстрүш була.
Яңғыҙ сағымда кистәрен эштән ҡайтып киләм дә, паркта парлашып йөрөгән ғашиҡтарҙы күреп, "Өфө буйлап бер ошолай парлашып йөрөп, романтик мөнәсәбәттәр күреп, ир-егет хөрмәтен татып булманы инде", тип уйлана инем. Һәм көтмәгәндә килеп тыуған яңы мөнәсәбәттәрем миңә быларҙың барыһын да бирҙе: йәштәр кеүек осрашыуҙарға ла йүгерҙем, рок-концерттарға йөрөнөм, көнләштем, яндым-көйҙөм, Уға ҡарата булған хистәрем менән бар-тирә яғымды яраттым. Иң мөһиме - ижад итергә көс асылды. Әгәр ошо торошом булмаһа, мин дә, бәлки, үҙ-үҙҙәренә бикләнеп йәшәгән ҡатындар кеүек, донъяны ҡара-һорола ғына күреп ултырған булыр инем. Нисек кенә күҙ тейеүҙән ҡурҡһам да, әйтәйем, мин бөгөнгө халәтем менән ҡәнәғәт, бик ҡәнәғәт...

Тормош бөтөнлөгө нимә ул һинең өсөн? Балаларҙамы?

- Ул минең күңел бөтөнлөгөм. Әгәр ҙә минең күңелем бөтөн була икән, минең янымдағы балаларымдың да, яҡындарымдың да күңеле бөтөн булып, тормошом да бөтөн була. "Балалар хаҡына йәшәү" тигәнде лә ошо урында инҡар итәм. Кеше балалар хаҡына түгел, ә үҙе хаҡына балалары менән бергә йәшәргә тейеш. Һин уларҙы насарлыҡтан ҡурсалаусы, уларға мөмкин тиклем ярҙам итеүсе генә. Улар айырым йән булып яратылған, камил кешеләр. Улар һинең донъяңды тулыландырырға түгел, ә үҙ донъялары менән бәхетле булырға хаҡлылар. Ә һин улар менән бәхетлеһең, тик үҙ юлың, үҙ бурыстарың тураһында онотмаҫҡа тейешһең. Шул саҡта ғына әсәйҙәр һәм балалар мөнәсәбәте, кем кемгә нимә тейеш, тигән күҙлектән түгел, ә һәр кем бәхетле булыуы менән яҡын кешеһен бәхетле итә, тигән күҙлектән сығып ҡоролалыр.
Был балаларға ғына түгел, яратҡан кешеңә лә, туғандарыңа ла, дуҫтарыңа ла ҡағыла. Һин бер кемде лә бурыслы итмәйһең, һиңә лә бер кем бер нимә тейеш түгел. Һөйөүҙе һәм бәхетте һығып алып булмай, уға шарттар ғына тыуҙырырға кәрәк. Ә һауа бөтә башлай икән - ғәйеплене эҙләүҙән толҡа юҡ, артабан кит тә бар. Кәрәк булһа - ҡыуып етерҙәр, кәрәк булмаһа - үҙ юлдары менән китерҙәр.
Һинең бәхетең һәм азатлығың - ул Хоҙайҙың ҡөҙрәтен танып белеүҙер. Шуны ла әйтеп үтәйем: мин Хоҙайға үҙ кисерештәремде Ул миңә биргән телдә белгертәм, доғаларымды ла туған телдә еткерәм. Балаларым күңеленә лә ошо хәҡиҡәт һалынған.

Шулай итеп...
"Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" рубрикаһын кемдәрҙер "Киске Өфө" һары матбуғат баҫмаларын ҡабатлай башланымы?" тип ҡабул итте. Рубриканың маҡсатын аңламағандарға тағы бер тапҡыр иҫкәртеп үтәбеҙ: был әңгәмәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ милләт әсәһе бурысын үтәү юлындағы кисерештәре, яныуҙары, ҡатмарлыҡтары тураһында һөйләй. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙар бик оҙаҡ үҙенең идеаль ишен эҙләй һәм бала табыу йәшен уҙҙырып ебәрә, йә булмаһа, башҡа милләт вәкиле менән ғаилә ҡороп, башҡа милләткә балалар үҫтерә. Әммә беҙҙең арала ирҙән уңыу-уңмауға, балаларын яңғыҙы үҫтереүгә ҡарамаҫтан, үҙенең милләт әсәһе бурысын мотлаҡ үтәргә кәрәк икәнен аңлаған, шул яҙмышын ҡабул иткән, милләт әсәһе булыуҙы оло бәхеткә һанаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бихисап. Был рубрикабыҙ шундай ҡыҙҙарыбыҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәрҙе үҙ эсенә ала һәм "Бер нигә ҡарамай, милләтеңә балалар үҫтер!" тигәнгә ишаралай.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.16 | Ҡаралған: 1211

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru