«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРБИӘ ЭШЕНДӘ БАҪМАНЫҢ ЯРҘАМЫ ҘУР
+  - 

"Киске Өфө" гәзитен тәүге тапҡыр алып уҡығас уҡ ул үҙенең халыҡсанлығы менән күңелде арбаны. Был баҫмала һәр башҡортҡа яҡын темалар яҡтыртыла, һәр кемде борсоған һорауҙарға яуаптар табырға мөмкин. Бигерәк тә рухи тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ, үҙ йолаларыбыҙ һәм тарихыбыҙға ҡағылышлы мәҡәләләр фәһемле.

Мине бигерәк тә "Киске Өфө" гәзитендә донъя күргән мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләр ҡыҙыҡһындыра. Гәзиттең һәр һанында баш ҡаланың белем усаҡтары тураһында мәғлүмәттәр, уҡыусылар һәм педагогтар ҡатнашлығында матур саралар, милли мәғарифҡа ҡағылышлы хәл ителәһе мәсьәләләр буйынса материалдар баҫыла. Уларҙа ябай уҡытыусы, уҡыусы, Мәғариф министрлығы белгестәренең фекерҙәре урын ала - проблема төрлө яҡлап тикшерелә, хәл итеү юлдары барлана. Уҡытыусы булараҡ, үҙемә бик күп фәһемле мәғлүмәтте гәзит биттәренән алам, шул уҡ Берҙәм дәүләт имтиханы, баш ҡала белем усаҡтарының торошо, коллегаларымды борсоған һорауҙар, башҡорт телен уҡытыу буйынса фекерҙәр, уҡыусы тәрбиәһенә кәрәкле аҡыллы кәңәштәр һәр һанда бар.
Әйтергә кәрәк, "Киске Өфө" гәзитенә йыл да синыф менән яҙылабыҙ. Уҡыусылар гәзиттең "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһын яратып уҡый, инша яҙғанда йыш ҡына эпиграф итеп шунда баҫылған мәҡәлдәрҙе, аҡыл эйәләренең әйткән һүҙҙәрен ҡулланалар. Рубрикала баҫылған риүәйәт, хикмәтле һүҙҙәр, һис шикһеҙ, бала хәтерендә уйылып ҡала.
Тәрбиә эшендә гәзиттең ярҙамы ҙур. "Киске Өфө" гәзитендә төрлө һөнәр эйәләре, үҙ эшендә уңыш ҡаҙанған йәш белгестәр, алдынғы ҡарашлы йәштәр, өлгөлө ғаиләләр тураһындағы мәҡәләләрҙе лә ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Ул ғына ла түгел, синыф сәғәттәре үткәргәндә, балалар менән тәрбиәүи темаларға фекер алышҡанда бына ошо гәзиттә “Заман башҡорто” рубрикаһында сыҡҡан интервьюлар буйынса үҙебеҙҙең уңышлы башҡорт йәштәрен миҫалға килтереп, өлгө итеп күрһәтеп һөйләйем. Сөнки һәр фекерҙе аныҡ миҫалдар менән дәлилләп, бына беҙҙең башҡорттар араһында ла ошондай арҙаҡлы шәхестәр бар, тип, уларҙың уңыш ҡаҙаныу серҙәре тураһында һөйләү бала күңеленә ныҡ тәьҫир яһай. Кемдәрҙер фәһем ала, кемдер тап шул шәхес кеүек булырға хыяллана башлай.
Бына шулай, "Киске Өфө" гәзите төрлө яҡлы һәм педагогтар өсөн бик кәрәкле баҫма. Илем, телем, халҡым тип янған һәр кемдең күңел талабын ҡәнәғәтләндерерлек, рухын нығытырлыҡ гәзит ул. Ғәмле, сәмле, аҡыллы һәм фекерле йәштәр тәрбиәләргә теләгән уҡытыусыларға уны өҫтәл янында ғына тотоп уҡырлыҡ.

Гөлсинә ИЛЬЯСОВА,
Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 999

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru