«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ТАУҘА ЫРЫУҘАРҒА ҺӘЙКӘЛ
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың баш ҡала гәзиттәренә биргән интервьюһында республиканың 100 йыллығына арнап 100 объект төҙөү йәки реконструкциялау тәҡдиме уңайынан гәзиттә һорау алыу үткәргәс, халыҡтан матур, фәһемле фекерҙәр яуа башланы. Улар бөгөн барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәләләрҙе күтәреүе менән дә әһәмиәтле. Шуға күрә, яңы рубрикабыҙға үҙегеҙҙең районығыҙҙа, ауылығыҙҙа, ҡалағыҙҙа, Башҡортостандың баш ҡалаһында ниндәй объекттар төҙөлөүе, реконструкцияланыуы мөһим икәнлеген күтәреп сыҡҡан тәҡдимдәр көтәбеҙ.

Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, "Юлбарс" турфирмаһының директор ярҙамсыһы: Шундай мөмкинлек бирелгәс, иң беренсе нәүбәттә Торатау итәгендә төҙөү планлаштырылған Ырыуҙар ташы тарихи-мәҙәни комплексын төҙөү мәсьәләһен тағы бер тапҡыр күтәреп сығыр инем. Милләтебеҙ өсөн изге тип һаналған тау итәгендә шундай комплекс күптән булдырылһа, уны эшкәртеү тураһында һүҙ ҙә күтәрелмәҫ ине. Икенсе яҡтан, ул комплекс туризмда бер ылыҡтырыу үҙәге булып торор һәм Башҡортостандың бер сағыу урыны булыр ине, сөнки унда ситтән килгән туристар ғына түгел, республика халҡы ла күпләп йөрөр ине.
Беҙгә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Чечня өлгөһөнән сығып, үҙебеҙҙең изге урындарҙы төҙөкләндереү, унда туристарҙы күпләп йәлеп итеү тураһындағы мәсьәләне күтәрергә кәрәк. Башҡортостан - әүлиәләр иле. Һәр бер башҡорт ауылы эргәһендә ошондай урындар - шишмәләр, матур күркәм урындар, зыяраттар бар, халыҡ ул ерҙәргә йыл әйләнәһенә ағыла. Власть органдарына, бизнесҡа ошо урындарҙы төҙөкләндереп, турҙар ойоштороп ҡына ебәрергә кәрәк.
Тағы: әлегәсә беҙҙең милли ҡомартҡыбыҙ булған бөйөк "Урал батыр" эпосы һәм уның менән бәйле урындарҙы бер концепция нигеҙендә ойошторорға кәрәк. Был, әлбиттә, ҙур проект, әммә уны киләһе быуындар өсөн эшләргә кәрәк һәм быны тап ошо акция сиктәрендә башлап ебәргәндә маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Туристарға Урал батырҙы бөтөнләй бер әкиәт батыры кеүек итеп кенә еткерәләр, сөнки уны беҙ үҙебеҙ ҙә баһалап бөтмәйбеҙ.
Ғөмүмән, башҡорттоң ниндәй генә кәсебен алып ҡараһаң да, шуға бәйле туризм комплексы асырға мөмкин. Мәҫәлән, агротуризм һәм этнотуризм. Ошо өлкәлә уңышлы эшләп йөрөгән фермерҙарыбыҙ бар. Ҡымыҙ, ат-йылҡылар, умарта-солоҡтар, бөгөнгәсә һаҡланған кәсептәрҙе күрһәтеп, ағас еҫе аңҡып торған ыҡсым йорттарҙа ҡундырып, милли аш-һыу менән һыйлап, бик күп туристы йәлеп итеп булыр ине, тип уйлайым һәм ошо йүнәлештә лә эш алып барыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.

Шәрифә САЛАУАТОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 946

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru