«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘР ҠОРОЛТАЙЫ ОЙОШТОРОУ КҮПТӘН КӨТӨЛГӘН ВАҠИҒА
+  - 

Сибай ҡалаһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының "Башҡорт халҡы - Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн" тип аталған төбәк-ара форумы булып уҙҙы. Форум сиктәрендә Бөтөн Рәсәй башҡорт йәштәренең беренсе съезы ла ойошторолдо.

Республика ҡала-район ҡоролтайҙары рәйестәре йыйылған ултырышта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов 2015 йылдың 21 ноябрендә үткән IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң башҡарылған эштәрҙе барланы, Ҡоролтай эргәһендәге һөҙөмтәле эш алып барған 10 комиссияның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Билдәләнеүенсә, бөгөн Ҡоролтайҙа ун комиссия эшләй, уларҙың ултырыштары даими үткәрелеп тора. Мәҫәлән, мәғлүмәт сәйәсәте мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында Ҡоролтайҙың үҙ баҫмаһын сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Июнь айынан башлап "Башҡортостан"ға ҡушымта булған "Ҡоролтай тауышы" тигән гәзит сыға башланы. Артабан сығыш яһаусылар шулай уҡ бөгөн бик актуаль булған мәсьәләләр тураһында һөйләп үтте. Филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методистар институтының бөтөрөлөүенә бәйле борсолоуын белдерҙе. "Ғөмүмән, туған телде һаҡлауҙы һәр беребеҙ үҙенән башлаһын ине, - тип өндәште ултырышта ҡатнашыусыларға Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. - Бер генә һорау: балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме?" Мәрйәм Бураҡаева тағы бер уйландырырлыҡ миҫал килтерҙе: "Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғоловтың башҡорт бал ҡорттары тураһындағы сығышын тыңларға тура килгәйне. Башҡорт ҡорттары икенсе төр ҡорттар менән аралашҡанда тәүҙә уларға мул итеп бал бирә, һуңынан әкренләп үҙҙәре юғалыуға дусар була. Мин үҙебеҙҙе ошо башҡорт бал ҡорто кеүек күрәм, - тине әҙибә. - Юғарынан алып барылған сәйәсәтте, кире тенденцияны туҡтатып булмай, әммә уны диңгеҙҙә торғанда тулҡынды үткәргән кеүек үткәреп ебәрергә була. Тимәк, туған телде, милләт булараҡ башҡортто һаҡлау буйынса алып барған эштәрҙе ниндәй шарттарҙа ла тыныс ҡына дауам итә алабыҙ..."
"Глобалләшеү шарттарында нисек милләт булараҡ һаҡланып ҡалырға?- тигән һорау ҡуйҙы артабан сығыш яһаусы Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғәфүр Сәлихов. - Әлбиттә, миллилегебеҙҙе юғалтмайыҡ тип, донъянан йәшеренә алмайбыҙ. Радио-телевидение ғына түгел, һәр өйгә интернет кергән заман. Әммә беҙ ошо цивилизация алып килгән мөмкинлектәрҙе үҙебеҙҙең файҙаға ҡуллана алабыҙ ҙаһа..."
Ҡоролтай ултырышында дин мәсьәләһенә лә айырым иғтибар бирелде. Республикала рәсми рәүештә эшләп килгән дини берләшмәләр, ағыулы тырнағына эләктереү өсөн ялған мәғлүмәт таратҡан радикаль ағымдар тураһында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы рәйесенең кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев сығыш яһаны. Белгес әйтеүенсә, радикализм, экстремизмды таратыусылар уғата әүҙем. Уларҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн Руслан Ҡарамышев һәр осраҡта ла кеше күңелен дауалау менән шөғөлләнгән, махсус белеме булған дин әһелдәренә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.
Булып үткән ултырыштағы һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы башлыса республикала һәм күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙы әүҙемләштереү маҡсатында Ҡоролтайҙың көньяҡ, көнбайыш, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы һәм үҙәк район-ара һәм төбәк-ара ҡоролтайҙар ойоштороуға ҡайтып ҡалды, уларҙың етәкселәре лә билдәләнде. Һәр төбәк өсөн махсус булдырылған Положениелар проекты тикшерелде. Урал аръяғы төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайын Зиннур Йәрмөхәмәтов, төньяҡ-көнсығышты - Йәмил Мөхәррәмов, төньяҡ район-ара ҡоролтайын - Рәис Исмәғилев, көнбайыш район-ара төбәкте - Дилбәр Фәтхетдинова, көньяҡ төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайын Таһир Искәндәров етәкләйәсәк, тип ҡарар ителде. Ҡоролтай ултырышының икенсе өлөшө төп мәсьәләһе булып, әлбиттә, Бөтөн Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын ойоштороу булды. "Яңы ойошманың маҡсаты - көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн Ҡоролтай эргәһендә барлыҡ башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаларын бергә туплау, - тине Әмир Ишемғолов. - Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу, республика күләмендәге эштәрҙе хәл итеү һәм тәү ҡарашҡа еңелдән булмаған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн берҙәм булырға кәрәк..." Яңы ойошманың уставын, положениеларын тикшергәндән һәм ҡабул иткәндән, төрлө тәҡдимдәр һәм сығыштарҙы тыңлағандан һуң, йәштәр ҡоролтайы рәйесе вазифаһына күпселек тауыш менән Ринат Рамаҙанов һайланды. Р. Рамаҙановты беҙ "Арғымаҡ" этно-төркөмө етәксеһе, зыялы һәм рухлы йәш кеше, матур ғаилә башлығы булараҡ беләбеҙ. Уның был эшкә ең һыҙғанып тотонорға теләге лә, һөйләгән телмәре лә күңелдәргә хуш килде. "Мин тиңдәштәремә, милләттәштәремә әллә ниндәй яңылыҡтар, асыштар тәҡдим итә алмайым, ә бары ата-бабаларыбыҙ кеүек тәбиғи тормош ҡанундарын тотоп, "Урал батыр" эпосы фәлсәфәһендәгесә, "тереһыу асылын аңлап", атайҙар - атайлыҡ, әсәйҙәр - әсәйлек вазифаларына яуаплы ҡарап, йолаларҙы, динде һәм, әлбиттә, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәргә саҡырам. Ә был йәшәйеш өсөн иһә беҙгә телле, ерле, хоҡуҡлы, һау-сәләмәт һәм көслө милләт булып һаҡланыу кәрәк".
Шулай итеп, Ринат Рамаҙанов етәкселегендәге аңлы һәм белемле йәштәр ҡулына шундай теҙген тотторолоп, иңдәренә ҙур бурыстар һалынды. Аҡлармы улар халыҡ ышанысын - уныһын киләсәк һәм ваҡыт күрһәтер. Әлегә беҙ уларға бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ. Йәштәр ҡоролтайына бәйле икенсе төрлө ҡараштар ҙа булды, был шулай булырға тейеш тә, һәр йәш кеше шәхси фекергә хоҡуҡлы. Яңы ойошма етәкселәре бөтә йәштәрҙең дә фекеренә ҡолаҡ һалыр, дөрөҫ ҡарарҙар сығарыуға өлгәшә һәм бөгөн тырым-тырағайыраҡ йөрөгән йәштәребеҙҙе берләштерә алыр, тигән ышаныс бар.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.
Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1000

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru