«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШОҢА КИЛЕП КЕРГӘН ҺӘР КЕШЕ – БҮЛӘК
+  - 

Бөгөн өс һорауҙы прозаик, драматург, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе Наил Әсхәт улы ҒӘЙЕТБАЙҒА юллайбыҙ.

Уҡыусылар менән осрашҡанда яҙыусыларға, мөхәббәт бармы, булһа, нимә ул, тигәнерәк һорауҙар бирәләр. Һеҙ ошо һорауға ни тип яуап бирер инегеҙ?

- Яңыраҡ гәзиттә бер ҡатындың хатын уҡырға тура килде. Ул ире менән ғашиҡ булышып өйләнешеүҙәре хаҡында яҙа. Әммә йәшәргә урындары юҡлығы, аҡса етешмәүе арҡаһында мөнәсәбәттәренең ҡырҡыулашыуы, ике яҡтан да ата-әсәһе килеп ҡыҫылғас, аралары бөтөнләй насарайыуы тураһында һөйләй. Бара торғас, ире ҡатынына бер нисә тапҡыр ҡул күтәрә. Шулай итеп, ялҡынлы хистәр әкренләп боҙло нәфрәткә әйләнә, улар айырылышып ҡуя. "Мөхәббәт юҡ ул", тип һығымта яһай хат авторы. Һөйләүенә ҡарағанда, ҡатындың мөхәббәттең нимә икәнен белмәүе, ғашиҡ булыу менән мөхәббәт араһындағы айырманы һиҙмәүе тойола.
Хәйер, ул ғына түгел, күптәр ҡайҙан белһен был айырманы? Хәҙерге кинолар, сериалдар, бигерәк тә эстрада йырҙары, егет менән ҡыҙ араһында барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтте - танцаларҙа, урамда осраҡлы рәүештә тыуған, бер ниндәй рухи принциптарға таянмаған мауығыуҙы - ғашиҡ булыуҙы - "мөхәббәт" тип бутай. Шул тойғоно идеал кимәленә күтәрә, уға табынырға өндәй. Тормошто әле аңлап етмәгән йәштәр ошоға ышана, йырҙар тарафынан туҡтауһыҙ тылҡылғас, ғашиҡ булыуҙы бөтә бәләләрҙән ҡотҡарыусы көс тип, йәшәйештең төп маҡсаты итеп ҡабул итә, шуға ғына таянып ғаилә ҡорорға маташа. Егет һәм ҡыҙҙар, әгәр кемгәлер ғашиҡ булмаһа, ҡыйынлыҡтарға ҡаршы тора алмаҫмын, йәшәүемдең мәғәнәһе бөтәр, тигән фекергә килә. Ана шулай итеп яңылыш рәүештә "мөхәббәт" тип аталған мауығыу - ғашиҡ булыу тураһында үтә ҡыҙыл уйҙырма тыуҙыра. Әммә тормош үтә ҡыҙылды тиҙ уңдыра һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙәр, айырылышыуҙар, хатта үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙар башлана. Әлеге хат яҙған ҡатындың яҙмышы ошоға бер миҫал. Уға ҡайғыһының сәбәптәрен аңлатыу өсөн түбәндәгене әйтер инем.
Элекке ваҡыттарҙа ҡыҙ кейәүен өйләнешеүгә тиклем бөтөнләй күрмәгән, белмәгән. Ҡатын ирен ғәйеп итмәҫкә, ниндәй булһа - шулай ҡабул итергә, уны ихтирам итергә һәм уға буйһонорға кәрәклеген белгән, иренең мөхәббәтен яулау мотлаҡ икәнен аңлаған. Ире менән йәшәүҙе енси теләк арҡаһында түгел, ә Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса бирелгән тип, Хоҙайға рәхмәт әйтеп ҡабул иткән. Егет кеше лә кәләше алдында оло бурыс алған, уны ғүмер буйы яҡларға, һаҡларға, кейендерергә, ашатырға һүҙ биргән һәм шуны Аллаһы Тәғәләнең бойороғо тип, бер нимәгә ҡарамай үтәгән.
Ысын мөхәббәт - бер-береңә ҡарата ныҡлы рухи һәм дини принциптарға таянған ихтирам, ихтирамдан сыҡҡан һоҡланыу ул. Ни тиклем ихтирам көслө булһа, мөхәббәт тә көслө. Шуға ихтирамды күҙ ҡараһындай һаҡларға, уны үҫтерергә кәрәк. Ғашиҡ булыу ысын мөхәббәттең башы ғына. Әгәр ысын мөхәббәткә әүерелмәһә, ғашиҡ булыу тормош ауырлыҡтары арҡаһында анһат ҡына юҡҡа сыға. Сөнки ул буш ерҙә осраҡлы барлыҡҡа килгән, уның рухи нигеҙе юҡ. Ә ысын мөхәббәт һәр саҡ донъя ҡыйынлыҡтарынан һис ҡурҡмай, уны тыныс һәм ризалыҡ менән ҡабул итә. Уларға артыҡ иғтибар итмәй, хатта күрмәй, шуға бер нәмәгә бирешмәй йәшәүен дауам итә ала.
Эстрада йырҙары данлаған "ғашиҡ булышыу" - мөхәббәт түгел, ә бер ниндәй принципҡа нигеҙләнмәгән ваҡытлыса, еңелсә хис ул. Эстрада һәм сериалдар шул "ғашиҡ булыу"ҙы күберәк йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн юрамал "мөхәббәт" тип атай. Бәләкәй балаларға әүрәтер өсөн уйынсыҡ биргән кеүек, бәлки, ваҡытында йәштәрҙе лә әүрәтер өсөн ошондай уйынсыҡ кәрәктер. Фәҡәт бала үҫкәс, уйынсыҡтың буш нәмә икәнлеген аңлаған кеүек, һәр кем аҡыллана төшә, ғашиҡ булыуҙың матур биҙәлгән уйынсыҡ ҡына икәненә төшөнөргә, ғаилә ҡорғанда һис тә уның кеүек еңел-елпе тойғоға таянырға ярамағанлығын белергә тейеш.

Урам хәйерселәр менән тулды. Хәйерселәрҙең етәкселәре бар, шулар уларҙы урамға ултыртып ҡуя, аҙаҡ аҡсаларын тартып ала, тиҙәр. Икенселәр араҡы алыу өсөн хәйер йыя, тиҙәр. Хәйер бирергәме уларға, юҡмы?

- Үҙеңде ҡайғыртма, кеше хаҡында уйла, тип тәрбиәләйбеҙ балаларҙы. Был фекер бик үк дөрөҫ түгел. Кеше иң алда үҙе тураһында уйларға тейеш. Сөнки дини һәм фәлсәфәүи китаптар әйтеүенсә, беҙ был донъяға үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе белеү, аңлау, тойоу өсөн килгәнбеҙ. Кеше төрлө тойғолар кисергәндә үҙен дөрөҫ тоторға тырыша, шулай итеп үҙ-үҙен яһай. Эйе, төрлө хәлдә, төрлө һыналышта үҙеңде нисек тотаһың, шул - һин ул.
Ә нисек тоторға һуң үҙ-үҙеңде секунд һайын тыуып, үҙгәреп торған ситуацияларҙа?
"Ошо хәлдә мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеүсе ни эшләр ине?"
Һәр ситуацияла ошо һорауға бирелгән яуап - кешенең үҙе ул.
Кешене уйлама, үҙеңде уйла, йәғни секунд һайын ошо һорауға нисек итеп яуап биреүеңде уйла. Сөнки шул яуап - һин ул. Сөнки һинең менән осрашҡан һәр кеше һинең шул һорауға ниндәй яуап биреүеңде белеү өсөн ебәрелгән. Ҡартатайым әйтә торғайны: "Һиңә һәр осраған кеше Хызыр Ильяс ул. Хызыр Ильяс урамда хәйерсе булып ултыра, һине һынап ултыра, шуға аҡсаңды бер ҡасан дә йәлләмә", - ти ине.
Эйе, беҙ йыш ҡына: "Хәйерсе араҡы алыу өсөн аҡса йыя", - тип, ундайҙарға аҡса бирмәҫкә тырышабыҙ. Әммә... Хәйерсене уйлама, үҙеңде уйла. Изгелек итеү өсөн бүләк ителгән мөмкинлектән файҙалан. Хәйерсе аҡсаны нимә эшләтә, ул уның проблемаһы. Хәйерсе өсөн борсолма. Ҡыуанып, хәйереңде бир ҙә кит. Шуны бел: хәйерсе бит һине һынау өсөн ебәрелгән. Әгәр аҡсаңды йәлләһәң, һин - ярлы һәм мәңге ярлы булып ҡаласаҡһың, хәйерсегә аҡса һалһаң, һинең тирәләге ваҡиғалар ыңғай йүнәлеш ала, аҡсаң хәрәкәткә килә, аҡса ағымы һинең аша үтә башлай, һин аҡсаға күмеләсәкһең.
Эйе, һәр осрашыу, һәр осраған кеше (дошманмы, дуҫмы - уныһы мөһим түгел) беҙҙең өсөн бүләк ул. "Мин - кем?" тигән һорауға, "Мин - мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеү", тип яуап биреү мөмкинлеген тыуҙырған бүләк. Оло бүләк. Шул ваҡытта һин үҙең дә һәр осраған кеше өсөн бүләк. Шуға күрә тормошоңа килеп кергән һәр кешенең ҡайһы яғы менән бүләк икәнен таба бел, аңлай бел, яуап бирә бел. Ни өсөн килә һинең янға һәр кеше? Бел: һине бүләк тиеп килә. Һәм һиңә бүләк булып килә. Аллаһы Тәғәләнең оло, бөйөк һүҙе бар: "Мин һеҙҙең янға фәрештәнән башҡа бер кемде лә ебәрмәйем".

Быйыл һеҙҙең "Тарихи пьесалар" китабы Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителде. Шул китап хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине.

- Беҙҙә Башкортостанда тарихи пьесалар китабы баҫылмай, сөнки драматургтарыбыҙ әҫәре икәү-өсәү менән генә сикләнә, һәр драматург тарихи пьеса ла яҙмай. Тарихи пьесаларҙың булмауы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү эшендә ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Был уғата мөһим эшкә тиҫтәнән ашыу профессиональ театрҙар һәм йөҙәрләгән халыҡ театрҙары ҡушылып китә алмай. Һәм беҙ йәштәрҙең йылдан-йыл рухи яҡтан һыуыныуын, ил, халыҡ, тел тураһында уйламауын, патриотик тойғоларҙы онота барыуын күрәбеҙ. Был бик аяныс хәл. Ошо хаҡта босолоп, мин үҙемдең патриотик рух менән һуғарылған, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән һоҡланып яҙылған тарихи пьесаларымды бер йыйынтыҡҡа туплап нәшер итергә булдым. Бындай китапты театрҙар, мәктәптәрҙәге драма түңәрәктәре күптән һорай. З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә рәхмәт, улар ниәтемде хупланы. Һәм бына тиҫтәләгән йылдар эсендә тәү тапҡыр уҡыусылар, театрҙар һыуһап көткән китап нәшер ителде.
Быйыл Салауат Юлаев исемендәге премияға дәғүә итеүсе китаптарҙан минең "Тарихи пьесалар" йыйынтығы ҡырҡа айырылып тора, тип уйлайым. Һүҙ ҙә юҡ, башҡа дәғүәселәрҙең дә әҫәрҙәрендә тыуған ил, халыҡ хаҡында әйтелә. Ә минең китаптың төп йүнәлеше, төп идеяһы - тулыһынса, башынан аҙағынаса патриотик рух менән һуғарылған, пьесалар илебеҙ, халҡыбыҙ тарихының данлы биттәрен күрһәтә, шул тарихта юйылмаҫ эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең эштәрен һәм яҙмыштарын һүрәтләй. Ана шуға ла йыйынтыҡ оло тәрбиәүи көскә эйә, тип өмөтләнәм. Ул уҡыусыларҙа, бигерәк тә йәш быуында, тыуған илебеҙгә, уның тарихына, күренекле кешеләренә һөйөү уята, изгелеккә һәм ғәҙеллекә саҡыра. Китапта төп геройҙар итеп халҡыбыҙҙың яҙмышында ҙур роль уйнаған шәхестәрҙе алдым. Уларҙың һәр береһенең яҙмышы, йәшәү принциптары уҡыусыларға өлгө булып тора, тормош юлын һайларға өйрәтә: Урал батыр, Ғайса пәйғәмбәр, Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди, Рәми Ғәрипов, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим һәм башҡалар.
Юғары бүләккә дәғүә итеүсе ҡалған китаптарҙағы әҫәрҙәр приздар яуламаһа, маҡтана биреберәк шуны ла әйтәйем: йыйынтығыма ингән ун өс пьесаның уныһы Мәҙәниәт министрлығы үткәргән төрлө конкурстарҙа билдәле сәнғәт әһелдәренән торған жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр иҫәбенә индерелде. Күптән түгел яҙылыуҙарына ҡарамай, туғыҙ пьеса профессиональ театрҙар сәхнәһендә ҡуйылды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1041

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru