«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘМЛЕ ЛӘ, ҒӘМЛЕ ЛӘ БИТ УЛАР!
+  - 

Шағирә Зөлфиә Ханнанованың:
Ағинәйҙәр рухы - изге бетеү
Ят күҙҙәрҙән һаҡлар ил ҡотон.
Ил, тип доға ҡылыр
Ил инәһе барҙа
Йәшәр әле, йәшәр башҡортом! -
тигән шиғыр юлдары менән башланып китте Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы биләмәһендә үткәрелгән ағинәйҙәр йыйыны. Шағирә ҡылыҡһырлағандар менән берәү ҙә бәхәсләшә алмаҫ. Сөнки ағинәй һүҙен, ағинәй аҡылын ололау беҙҙең ҡанға һеңгән. Заманалар ағышында ошо хәҡиҡәт бер аҙ иғтибарҙан ситләшеп киткән булһа, бөгөн республикабыҙ ағинәйҙәре тырышлығы менән бөтөн был тәбиғи төшөнсәләр үҙ ыҙанына ҡайтты.

Иҫ киткес йәмле тәбиғәт ҡосағында, тыуған төйәгебеҙҙең һоҡланғыс урындарының береһендә йыйылыу ҙа осраҡлы түгел. Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың ихласлығы һәм халыҡтың проблемаларына, көнитмешенә етди ҡарауы, йәғни зыялылығы бирҙе ағинәйҙәргә был мөмкинлекте.
Был матур сарала Күгәрсен, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Учалы, Ишембай, Мәләүез, Федоровка, Стәрлебаш райондарынан, Сибай, Күмертау һәм Салауат ҡалаларынан йыйылған дүрт йөҙгә яҡын ағинәйҙән тыш, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Башҡортостан Башлығы аппараты Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләре буйынса бүлек етәксеһе Ришат Сабитов, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров; Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Тамыр" балалар студияһы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева һәм Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.
Тарлауыҡ яланы иртәнсәктән аллы-гөллө сәскә түтәле кеүек ине. Һәр райондың ағинәйҙәре ҡул эштәре, кәсеп-шөғөлдәре күргәҙмәһе ойошторған, үҙҙәре иһә сынъяһау булып милли күлдәктәр кейеп алған. Йырлап та, таҡмаҡлап та ебәрәләр, бейеп тә китәләр. Үҙе бер күңелле, мәртәбәле күренеш!
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, сәләмләү өлөшө тамамланғас, бер урынға тупланып эш башланы ағинәйҙәр. Улар бит бында уйын-көлкө өсөн генә килмәгән. Һәр райондың ҡор етәксеһе эшләнгән эштәре, планлаштырылғандары, сетерекле мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Хәл итә алмағандайҙарын уртаға һалып кәңәш һораны, уның һорауына етәкселәр ҙә ҡолаҡ һалды. Шулай байтаҡ проблемалар хәл ителеү юлын тапты. Ҡала ерлегендә ошондай ҡор тотоп бик әүҙем эшләүсе Сибай ағинәйҙәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Улар ауылдарҙағы кеүек һәр кемдең ғаилә хәлен белеп тора алмаһа ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли мәҙәниәткә ылығыуына булышлыҡ итә: онотолған кәсептәрҙе тергеҙә. Республикала уларҙыҡы кеүек затлы түшелдеректәр, селтәрҙәр юҡ әлегә. Әбйәлилдәр ҙә хәҙер үҙҙәре бер социаль-психологик үҙәк кеүек булып алған халыҡ өсөн. Улар социаль хәүеф аҫтындағы ғаиләләр, ҡарауһыҙ балалар, эскелек ҡолондағы ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләп һәм ыңғай һөҙөмтәләр алып өйрәнгән. Хәйбулла ағинәйҙәре башҡарған эштәрҙең һынап осона сығырлыҡ түгел: боронғо кәсептәрҙе тергеҙәләр, йолалар менән байрамдарҙы ғына түгел, туйҙарҙы ла, юбилей кисәләрен дә биҙәйҙәр, ауыл менән ауыл, район менән район осрашыуҙарын ойоштороп, үҙ-ара аралашыуҙар менән дә йәмләйҙәр тормоштарын. Ейәнсуралар экологик өмәләрҙе әүҙемләштереүҙәре тураһында ғорурланып телгә ала. Баймаҡтар иһә хәүефле төркөмгә ингән ғаиләләрҙе иғтибар үҙәгенә алып, уларҙа тәрбиәләнгән балаларҙы хәстәрләүҙе лә үҙ бурысы итеп алған. Учалылар бөтөн башҡа эштәр менән бергә, халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп, "Ауылпиада" тигән сәләмәтлек саралары ойоштора башлаған. Йылайырҙар иһә буйҙаҡ егеттәрҙе өйләндереү маҡсатын да алға һөрөп, димләү йолаларын еренә еткереп атҡарыуҙары тураһында еткерҙе. Күгәрсен ағинәйҙәре эскелекте һәм әхлаҡһыҙлыҡты иң беренсе дошмандары итеп күреүҙәрен белдерә. Маҡтаулы эш түгелме ни былар? Бик тә маҡтаулы һәм сауаплы эштәр!
Әгәр һәр район ағинәйҙәренең башҡарғанын һанай китһәң - гәзит биттәре етмәҫ ине. Улар хәҙер район һәм ауыл биләмәләре етәкселәре менән дә дуҫлашып бөткән. Етәкселәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик ҙур ярҙамсы булыуын да аңлап алды. Баштараҡ "Былар ниңә бутала әле аяҡ аҫтында…" тиеберәк ҡараусылар, ыңғай хәл-ваҡиғалар шаһиты була-тора, үҙҙәре үк ағинәйҙәр ярҙамын, кәңәш-фекерен ҡабул итә. Мәҫәлән, эсеп ятҡан ғаиләгә яңғыҙ башың барып ингәнсе, ауылдың абруйлы инәйҙәре-апайҙары менән барыу һәм тәжрибәле ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән сығып хәл итеү аҡыл түгелме ни? Юҡҡамы ни борон-борондан халҡыбыҙ ғаиләләре өләсәйҙәр, ағинәйҙәр етәкселегендә көн иткән. Беҙҙең ирҙәр бит яу сапҡан, мал тапҡан, әммә ғаилә-ара мәсьәләләргә артыҡ тығылмаған, һәм уларҙың ҡарашы әле лә шулай. Ни хәл итәһең - менталитет. Йәш ҡатын-ҡыҙ бала табыу һәм бала бағыу менән бәйле булһа, олораҡ инәйҙәр, өләсәйҙәр ғаиләне, зат-ырыуҙы бәлә-ҡазанан, яман эштән, ҡырын-ҡаранан һаҡлап, ҡурсып йәшәгән. Бөгөнгө ағинәйҙәр ҙә тап шул вазифаны үтәү юлында.
-Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ "уянғас", улар милләткә хәүеф янауын аңлап алғас, иманым камил, бәләнең яртыһы - юҡ, - тип ағинәйҙәрҙең күңелен үҫтерҙе Йомабикә Ильясова. - Ғаиләгә килгән ауырлыҡтарҙың сәбәбен дә иң тәүҙә ҡатын кеше төшөнөргә тейеш, ул төшөнһә, мотлаҡ, дөрөҫ юҫыҡты таба аласаҡ. Ә инде төшөнмәһә - бар нәмә тарҡала. Шуның кеүек, милләт проблемаларының нигеҙен дә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төшөнөп, аңлап, эшкә кереште. Ошолай барһа, тағы ла бер нисә йылдан ауылдарҙағы күп кенә яман күренештәр ҡырҡа кәмер, тип өмөтләнәм...
Ришат Сабитов үҙенең телмәрендә ҡатын-ҡыҙҙың дөйөм кешелек өсөн әһәмиәтен, мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Бер ҡатын-ҡыҙ тирәһендә күпме кеше, йәғни шәхес әйләнә һәм формалаша. Мәҫәлән, ғаиләлә әсәйҙең тирә-яғындағыларына мөнәсәбәте, уның аң кимәле, тормошҡа ҡарашы һ.б. билдәләмәләре нигеҙендә уның балалары үҫешә, әгәр улар ыңғай икән, был гүзәллек нурында уның менән аралашыусылар ҙа, эшендәге коллегалары ла, күршеләре лә "йылына". Һәм был үҙенә күрә тәрбиә, ябай тормош, йәшәйеш тәрбиәһе. Ошоларҙан сығып, ағинәйҙәрҙең ваҡыттарын, хис-тойғоларын түгеп, бындай файҙалы йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнеп йөрөүе - ул милләтебеҙҙең алға китешенең оло күрһәткесе", - тине ул.
Аҙаҡтан, үҙҙәре генә ҡалғас та, һаман фекер алышты әле ағинәйҙәр. Берәүҙәре "Шул-шул хәлдә ҡалайтырға була әле?" тиһә, икенсе төбәктекеләр: "Беҙ шулай иттек", - тип ҡалҡып сыҡты. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙәге юридик, социаль өлкә кәңәштәре лә ярап ҡалды. Шулай, шаулап-гөрләп үтеп китте республика ағинәйҙәренең сираттағы ҡоро. Ер-һыу күреп, аралашыуҙан тыш, һәр кем оҙайлы ваҡытҡа еткәндәй рухи аҙыҡ алып, тәжрибә бүлешеп, уны-быны самалап, күҙ һалып, ҡолаҡҡа элеп, “мыйыҡҡа урап” ҡайтҡандыр, моғайын. Шулай булмай әллә, сәмле лә, ғәмле бит улар - ағинәйҙәр!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1057

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru