«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХӘТЛӘНЕП ТӨП БАШЫНА УЛТЫРАБЫҘ
+  - 

Тормошта алдауҙарға ла урын бар икәнен беләбеҙ. Әммә халҡыбыҙ, ни күрһәк тә, ил күргәнде күрербеҙ, тип йәшәп өйрәнгәнлектәнме, һәр төрлө алданыуҙарға ла бик иҫе китмәй, иң мөһиме, һуғыш булмаһын, тип, уртын сәйнәп, ҡайышын ҡыҫыбыраҡ бәйләп йәшәй бирә.

Ә шулай ҙа көндәлек тормоштағы алданыуҙарҙан барыбер һаҡланырға кәрәктер ул. Полиция мәғлүмәттәренә ҡараһаң, иҫең китә: республикала халыҡты рәхәтләнеп төп башына ултырталар, имеш. Ана, Ауырғазы районында трассала картуф һатып торған 70 йәшлек пенсионер ҡатындан юлсылар ике биҙрә картуф алып, биш меңлек купюра менән иҫәпләшәләр. Һатыусының ул тиклем сумманан ҡайтарып бирер аҡсаһы булмауын белгәс, күпме бар, шунса сумманы - 1 мең һум алып, ары китәләр. Бары тик аҙаҡтан ғына пенсионер ҡатын 5 меңлек яһалма аҡса менән ултырып ҡалғанын, етмәһә, 1 меңлек ысын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын аңлай.
Ә бына Салауат ҡалаһынан 90 йәшлек пенсионер бынан дүрт йыл элек телевизорҙан экстрасенстарҙың хеҙмәте тураһында реклама иғланы күреп ҡала ла, уларҙың ярҙамына мөрәжәғәт итә, 40 мең аҡса күсерә. Ошо көндәрҙә уға, йәнәһе лә, Мәскәүҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарынан шылтыраталар һәм үҙҙәрен экстрасенс тип атап, мутлыҡ менән шөғөлләнеүсе банданың ҡулға алыныуы, олатайҙың ҡасандыр ошо төркөм хеҙмәте ҡорбаны булыуы һәм уға 4 миллион һум компенсация түләнергә тейешлеге, әммә аҡсаны алыу өсөн төрлө сығымдарҙы ҡаплау кәрәклеге хаҡында хәбәр итәләр. Пенсионер улар әйткән иҫәпкә 575 мең һум аҡса күсерә һәм үҙенең алданғанын бары тик бер нисә айҙан һуң ғына аңлап ҡала. Пенсионерҙар ғына төрлө мутлыҡ ҡорбаны була икән тип уйлай күрмәгеҙ. Мутлыҡтан һәм алданыуҙан берәү ҙә азат түгел. Мәҫәлән, Туймазы районында йәшәүсе ханым туғанына Санкт-Петербург - Өфө самолетына интернет аша осһоҙло билет алырға теләп, 5 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Билет алыуы тураһында мәғлүмәт тә килә, әммә... билет ялған булып сыға. Быны улар туғаны самолетҡа ултыра алмағас ҡына аңлап ҡала.
Ә бына Стәрлебаш ауылынан 39 йәшлек ҡатын "Авито" интернет сайты аша йөк машинаһына запас частар һатылыуы тураһында иғлан күреп, һөйләшеүҙәр алып бара һәм үҙенә кәрәкле запчастарҙың булыуын белгәс, 27 мең һум аҡса күсерә. Тәжрибәле автоһәүәҫкәрҙә бер ниндәй ҙә шик тыумай. Тик аҡса күсеү менән һатыусы һыуға төшкәндәй юҡҡа сыға. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта "Авито" сайты аша алыш-биреш итеүселәрҙең бик йыш ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалыу осраҡтары йышайҙы. Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһынан 31 йәшлек ҡатын сайт аша Корея автомобилен һатып алырға була. Уның тормош иптәшенә хаҡтың автобаҙарҙағынан күпкә түбәнерәк булыуы хуш килә. Телефон аша аралашҡанда һатыусы машинаны һатып алыусы барлығын, әммә ғаилә аванс күсергән осраҡта, техниканы Өфөнән Салауатҡа килтерәсәген белдерә. Ваҡиғаның бындай боролош алыуын ишеткәс, ҡатын менән ир шунда уҡ автомобиль хужаһының банк картаһына 25 мең һумдарын күсереп тә ҡуя. Шул уҡ көндө килергә вәғәҙә иткән һатыусы бер сәғәттән һуң ҡабаттан шылтыратып, тағы ла 10 мең күсереүҙе һорай, йәнәһе лә, уға ер участкаһы һатып алыу өсөн был ғына аҡса етмәй. Был үтенес салауаттарҙы шикләнергә мәжбүр итә һәм улар алыш-бирештән баш тарта. Һатыусы уларға аҡсаларын 20 минут эсендә кире күсерергә вәғәҙә итеп, карта номерын һорап ала, әммә шунан һуң ул зым-зыя юҡ була. Зыян күреүсе уның телефонына шылтыратып ала алмағас, бер тәүлектән һуң полицияға хәбәр итә.
Мәләүез районының Богородское ауылынан бер ҡатын сусҡа бәрәстәре һатыу тураһында иғлан бирә. Бер нисә көндән һатып алыусы ла табыла һәм хатта ҡуйылған хаҡтан юғарыраҡ хаҡ тәҡдим итә. Үҙенең икенсе ҡалала булыуын, ә хайуандарҙы өләсәһенә бүләк итергә уйлауын әйтә һәм икенсе берәү алып ҡуймаһын өсөн, 15 мең һум аванс күсерергә теләге барлығын белдереп, банк картаһы номерын һорай. Үҙенең картаһы булмағанлыҡтан, ҡатын күршеһенә мөрәжәғәт итә. Әммә ир аҡса күсереү өсөн бер нисә операция башҡарырға кәрәклеген әйтә. Ҡатындар уның ҡушҡанын үтәй, әммә ниндәйҙер бер мәлдә күршеһе шиккә төшә һәм тиҙ генә телефонын һүндереп, банктың ярҙам хеҙмәтенә шылтырата. Шулай итеп, ул үҙенең аҡсаһының күп өлөшөн һаҡлап алып ҡала, әммә 5 меңе менән хушлашырға тура килә.
Белорет районынан ейәненән вундеркинд яһарға тырышыусы өләсәй "экстрасенс"тарға мөрәжәғәт итеп, 55 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ә Өфөнән 76 йәшлек ҡатын үҙенең кешегә изгелек эшләргә тырышыуы арҡаһында алдаҡсылар ҡорбанына әүерелә. Уға урамда йәш кенә ҡатын килеп, сәғәт нисә булыуын һорай. Пенсионер кеҫә телефонын сығарып, экранын күрһәтә. Мөрәжәғәт итеүсе, минең шундай һәләтем бар, мин һеҙҙә боҙом күрәм, ти. Шул ваҡыт икенсе ҡатын килеп, уға ярҙамы өсөн рәхмәттәр уҡый башлай. Пенсионер оҫта ҡуйылған спектаклгә ышанып, боҙомдан нисек ҡотолоп була икәнлеген һораша. "Дауалаусы" боҙомдоң өйөндәге аҡсала булыуын һәм таҙартыу өсөн уларҙы тиҙ генә килтерергә кәрәклеген белдерә. Ышаныусанлығы арҡаһында пенсионер 185 мең һумынан яҙа.
Шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр битлеге артына йәшенеп пенсионерҙарҙан аҡса урлаусылар ҙа юҡ түгел. Мәләүез ҡалаһында ике ҡатын аҡсалар үҙгәрәсәк, шуға күрә барлыҡ ҡулаҡсаларҙы алмаштырып ҡалырға кәрәк, тип алдап, бер ҡарсыҡтың 45 мең һум аҡсаһын алып китә. Үҙҙәренең ҡара эшен ҡылғанға тиклем уларҙың береһе пенсионерҙы урамда туҡтатып, үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштыра, уның йәшәү шарттары, сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһына. Бушлай дарыуҙар алыу мөмкинлеге барлығын, әммә бының өсөн ниндәй препараттар кәрәклеген белеү мотлаҡ икәнлеген белдерә. Һуңынан улар пенсионерҙың өйөндө осрашырға һүҙ ҡуйышып, айырыла. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң пенсионер өйөнә ҡайтһа, уны ике ҡатын-ҡыҙ көтөп тора. Фатирға ингәс, бушлай дарыуҙар алыу өсөн анкета тултыра башлайҙар, һуңынан деноминация буласағы хаҡында хәбәр итәләр. Улар өйҙә һаҡланған аҡсаларҙың номерҙарын яҙырға тәҡдим итә, йәнәһе, иртәгә яңы банкноталар килтерәсәктәр. Пенсионер уларға аҡсаларын бирә, тегеләре һәр банкнотаның номерын яҙып, аҡсаларҙы эскәтер аҫтына тыға. "Социаль хеҙмәткәрҙәр" хушлашып сығып киткәс, пенсионер эскәтер аҫтын ҡарай, әммә купюраларҙан елдәр иҫкән була...
Бындай алдауҙар социаль селтәрҙәргә лә үтеп инеүе бер кемгә лә сер түгел. Уларҙа даими рәүештә ашығыс рәүештә аҡса йәки ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәр күбәйҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер ханыма ла "Бәйләнештә" селтәрендәге бер танышынан ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү өсөн аҡса кәрәклеге тураһында хәбәр килә. Ҡатын аҡса күсерә һәм һуңынан ғына хәл белешеп шылтырата. Асыҡланыуынса, танышына бер ниндәй ҙә ярҙам кәрәкмәгән һәм ул социаль селтәрҙә бер кемгә лә мөрәжәғәт итмәгән булып сыға. Барлыҡ был ваҡиғалар буйынса енәйәт эше асылған һәм тикшереү, мутлашыусыларҙы асыҡлау бара.
Алдашыуҙар ғына түгел, урлашыуҙар ҙа хәҙер киң таралды. Бигерәк тә йәйгеһен малдар көтөүҙә түгел, ә иркен йөрөһә, уларға "хужа" табылырға ғына тора. Күптән түгел Дыуан һәм Учалы райондарында берәр баш ат юғалыуы тураһында хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығының ошо райондарҙағы бүлектәренә. Бындай күренештәр бигерәк тә көтөү ойошторолмаған, малдар ирекле йөрөгән урындарҙа күҙәтелә.
Йәһүдтәрҙә шундай бер аҡыл йәшәй: "Хоҙайым, аҡсалата алыуың өсөн рәхмәт!" Ә башҡорттар: "Башҡа килер бәлә малға килә", - ти. Ике әйтемдән сығып ҡарағанда ла, матди юғалтыу - башҡа килер бәлә эргәһендә бер тин тормай, әлбиттә. Ә шулай ҙа ул бәләне булдырмаҫҡа ла мөмкин бит. Тик... Донъяла төрлө алдаҡҡа ҡоролған реформалар, үҙгәртеп ҡороуҙар, һайлауҙар, һуғыштар булып тора, донъя карусель кеүек әйләнә, тик кеше һаман да шул ылыҡтырғыс тамашала ҡатнашырға атлығып тора...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1031

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru