«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНЫБЫҘ МӘҒРИФӘТСЕЛӘРЕ
+  - 



Башҡорт йәштәрен туплаған ойошмалар үткәргән төрлө сараларҙа ҡатнашып, уларҙың эшмәкәрлеген йыш ҡына гәзит биттәрендә яҡтыртып торабыҙ. Быға тиклем был осрашыуҙар йыр-бейеүгә, спорт ярыштарына арнала, ял итеүгә ҡорола, һәр ойошма үҙ сараһын айырым уҙғара ине. Ниһайәт, йәштәр ошо ҡалыптан сығып, бөтөнләй яңы юҫыҡта - тиҫтерҙәре өсөн мәғариф киңлеген булдырыу йәһәтендә уртаҡ көс менән эш башлап ебәрҙе. Республика Хөкүмәте фатихаһы менән Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, БР Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы, "Башҡорт проекттары" берләшмәһе #UfaForum йәштәр мәғариф форумы уҙғарҙы. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм ауылдарынан, Силәбе өлкәһенән һәм Татарстан Републикаһынан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан йыйылған 600-ҙән ашыу кеше өс көн дауамында белемен камиллаштырҙы, үҙ-ара танышып аралашты.

Был һабантуй түгел!

#UfaForum йәштәр мәғариф киңлеге үткәрелеүе тураһында интернет селтәрендә йәшен тиҙлеге менән таралған мәғлүмәт бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итте. Уны ойошторған йәштәрҙең "Был һабантуй түгел!" тигән ҡыйыу белдереүе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Хатта сараға арнап шиғыр яҙыу конкурсында ҡатнашыусыларҙың береһе Марат Дауытов: "Башҡорттарым, #UfaForum кәрәк, #UfaForum кәрәк! Арабыҙҙа һабантуй күп, мәғрифәтселек һирәк!" - тигән юлдар ҙа ижад итте. Әйткәндәй, был сара ярҙамында тиҫтерҙәренә уңыш ҡаҙанырға, белемен арттырырға, бизнес һәм яңы технологияларҙың айышына төшөнөргә, үҙ юлын табырға булышлыҡ итергә ниәтләнгән йәштәрҙе заманыбыҙҙың мәғрифәтселәре, тип атарлыҡ. Форумға Рәсәйҙә һәм республикала билдәле иң көслө белгестәрҙе саҡырып, бушлай дәрестәр үткәртеүгә өлгәшеүселәрҙе башҡаса атау мөмкин дә түгел шул. "#UfaForum" сараһының төп маҡсаты - йәштәргә һәр эштә беренсе, уңышлы, лидер булыу өсөн белемен камиллаштырыуҙың, өлгөлө шәхестәрҙең тәжрибәһен уртаҡлашыуҙың мөһимлеген аңлатыу ине. Ҡатнашыусылар өс көн дауамында бизнес, үҙ эшеңде асыу, мәғариф, социаль технологиялар, инновациялар, PR, үҙеңде үҫтереү, мәҙәниәт, әҙәбиәт, башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса лекция һәм тренингтар тыңланы, белгестәрҙең яуабын ишетте һәм фекер алышты. Яңы белем көҫәп килеүселәр араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм хатта тормошта үҙ юлын табып, эшләп йөрөүселәр ҙә күп ине. Шуларҙың береһе БДУ профессоры, философия фәндәре докторы Гүзәл Вилданова форум тамамланғас, интернетта былай тип яҙып сыҡты: "Мин эҙләнеүсән кеше, ошо эҙләнеүҙәрем мине #UfaForumға алып килде лә инде. Сығыштар ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, тулы, мәғлүмәтле, мәғәнәле, практик яҡтан әһәмиәтле ине. Уңышлы бул, лидер бул, һинең ҡулыңдан барыһы ла килә, тигән фекер һәр сығыштың төп мәғәнәһен тәшкил итте. Быларҙы тулыландырып, тағы ла шуны әйтер инем: бер кем дә ҡапыл ғына яҡшы, тәрән аҡыллы йәки көслө булып китә алмай. Был сифаттар барыбыҙға ла тыумыштан бирелһә лә, уларҙы яйлап асырға кәрәк. Мин форумда ҡатнашҡан оло быуын кешеләренең береһе булдым, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән таныштым, өс баламды ла алып килдем. Ойоштороусыларға рәхмәт!" Ысынлап та, тәүге тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, #UfaForum йәштәр мәғариф киңлеге олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килде. Башҡорт йәштәренең ошондай эшлекле осрашыуҙарға, тәрән белем тупларлыҡ етди сараларға әҙерлеген күреп, ойоштороусыларҙың да күңеле күтәрелде.
#UfaForum сараһын асыу тантанаһында БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм уның урынбаҫары Руслан Хәбибов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, Өфө ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Радик Юлбаев, БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева ла был матур инициативаны хуплауын белдерҙе. Иң әүҙем, фекерле йәштәрҙе бер урынға туплаған сараны киләсәктә даими ойошторорға ниәтләнеүҙәрен дә еткерҙеләр. "Бында бөгөн үҙ һөнәренең оҫталары, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртеүсе шәхестәр йыйылған. Форумдың программаһын тормош ҡуйған һынауҙарға яуап бирергә ярҙам итерлек итеп төҙөүегеҙ иғтибарға лайыҡ, бында алған белемдәрегеҙҙе башҡа тиҫтерҙәрегеҙгә лә еткерегеҙ. Йәштәрҙең төрлөһө бар, һеҙҙең кеүек белем даирәһен киңәйтеп, йәмғиәткә файҙалы эштәр атҡарырға тырышып торғандары ла, үҙен генә хәстәрләгәндәре лә етерлек. Утыҙ йәшкә етеп тә бер ниндәй яҡшылыҡ та, насарлыҡ та эшләмәгән битарафтар ҙа юҡ түгел. Матур башланғыстың киләсәктә ҙур проектҡа әйләнеүен теләйем", - тине үҙ сығышында Эльвира Айытҡолова. БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм уның урынбаҫары Руслан Хәбибов әүҙем, алдынғы ҡарашлы йәштәр менән берлектә эшләргә, яңы проекттарға федераль бюджеттан гранттар яуларға ярҙам итергә әҙерлектәрен белдерҙе. Бынан тыш, ауыл йәштәренең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу йәһәтенән ниндәй саралар күрелеүе, йәштәрҙең бөтә йәмәғәт ойошмаларын бер урында туплаусы "Йәштәр йорто" бинаһы ҡайҙа урынлашасағы, республикала үтәсәк спорт ярыштары тураһында ла яуап ишеттек. Ҡыҫҡаһы, #UfaForum йәштәр мәғариф киңлеге нигеҙендә власть органдары һәм башҡорт йәштәре үҙ-ара аңлашырлыҡ майҙансыҡ булдырылыуы, киләсәктә форумды тағы ла ҙурыраҡ масштабта үткәреү күҙ уңында тотолоуы ҡыуандырҙы.

Иң шәп спикерҙар килде

#UfaForum йәштәр мәғариф майҙансығында бөтәһе ҡырҡ биштән ашыу белгес-спикер сығыш яһаны. Тәүге көндә РФ Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡтың идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Ненашев, СКОЛКОВО Мәскәү идара итеү мәктәбе стартап академияһы педагогы Игорь Дубинников, "Exact Farming" компанияһында эшләүсе Илдар Кинйәбулатов лекция һөйләне һәм йәштәр менән аралашты. Сығыш яһаусыларҙың һәр һүҙен ҡолағына киртеп ултырған йәштәр бигерәк тә Игорь Дубинниковтың "Аңлы эшҡыуарлыҡ" тигән тема буйынса сығышын яратып ҡабул итте. Спикер был тормошта үҙ урыныңды табыу ун йыл ғүмереңде экономиялай һәм шәхес булараҡ үҫешергә ярҙам итә, тигән фекерҙә. Үҙ-үҙеңде табыу, маҡсаттарыңды билдәләү өсөн тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән тесты үтергә кәрәк. "Һин миңә ниндәй файҙа килтерә алаһың? Эшеңде ташлап, матди яҡтан мохтажлыҡ кисермәй йәшәй башлаһаң, нимә менән шөғөлләнер инең? Бер бай туғаның ун һигеҙ миллион аҡсаны һеҙгә васыят итеп ҡалдырған, тик был аҡсаның яртыһын ҡайҙалыр хәйер итеп тапшырырға, ҡалған туғыҙ миллионын ғына үҙ мәнфәғәтеңдә тотонорға ярай. Был аҡсаларҙы кемгә бирер һәм үҙ өлөшөгөҙҙө нимәгә тотонор инегеҙ?" - тигән һорауҙарға йәштәр бергәләп яуап эҙләне. Игорь Дубинников әйтеүенсә, күптәрҙең яуаптары бөтөнләй бер-береһенә бәйле булмай сыға, был тормошта үҙ юлын тапҡан бик һирәктәр генә тап килгән яуаптар яҙа. Шуға күрә, һәр кем түбәндәге иҫкәрмәләрҙе хәтерендә тоторға тейеш: "Тормош - ул марафон. Һиңә әле нисә йәш булыуы мөһим түгел. Шәхес - әйткән һүҙе, эше һәм ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап бирә алған кеше. Ваҡыт - бик сикләнгән ресурс. Сәғәт һәм компас икеһе лә мөһим. Һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән стратегия булырға тейеш". Мәскәү ҡунағынан һуң йәштәрҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ аралашыу көтә ине. Яҡташыбыҙ, Мәскәүҙә "Exact Farming" компанияһында эшләүсе Илдар Кинйәбулатов ауыл хужалығы өлкәһендә кәрәкле һәм мөһим IT-технологиялар уйлап сығарыу буйынса эшләүе, нефть осоро үткәс, Башҡортостан ниндәй юҫыҡта үҫешәсәге тураһында мауыҡтырғыс лекция һөйләне. Унан һуң, #UfaForum йәштәр мәғариф киңлегендә ҡатнашыусыларға уйында йөрөткән идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн "Umarta" проекттар оҫтаханаһында эшләү тәҡдим ителде.

Икенсе көндө...

#UfaForum сараһының икенсе көнөндә бер юлы өс майҙансыҡ эш башланы. Күптәр өсөн шәмбе ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, иртүк килеп еткән спикерҙар: филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның өлкән уҡытыусыһы Искәндәр Сәйетбатталов, АҠШ-та үҙенең "Code Knight" IT компанияһын асҡан Денис Уйылданов, БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында этнология бүлеген етәкләүсе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов тәүге лекцияларҙы башлап ебәрҙе. Был көндә #UfaForum йәштәр мәғариф киңлегендә Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ белгесе Азат Бердин, Малайзияла грант буйынса белем алыусы яҡташыбыҙ Раушания Юнысова, "Орбита" IT мәктәбе уҡытыусыһы Марат Әхмәтшин, "Вымпелком" ойошмаһының тышҡы коммуникациялар буйынса әйҙәүсе белгесе Татьяна Славкина, Башҡортостанда "Һин - эшҡыуар" программаһының координаторы Елена Петрова, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамазанов, Германияла Johannes Gutenberg-Universitat Mainz аспиранты Лира Ниғмәтуллина, журналист, эшҡыуар Гөлдәр Ишҡыуатова, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтурина, шәхси эшҡыуар Ренат Хилажев, "ЕСМ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең баш технологы Тимур Иҙрисов, "Неовакс" компанияһы етәксеһе Наил Яҡупов, этикет буйынса белгес Әлиә Мәмбәтова, БР Драматургия һәм режиссура үҙәгенең генераль директоры Әлиә Яхина, халыҡ-ара FMCG компанияһында төп клиенттар менән эшләүсе менеджер Ринар Тавхутдинов, "Керн" ғилми-производство предприятиеһының генераль директоры, "Инновацион проекттар, инвестициялар һәм хәүефтәр менән идара итеү" программаһы буйынса MBA дәрәжәһенә эйә Камил Хисмәтуллин, "Таргин Механосервис" яуаплығы сикләнгән ойошманың генераль директоры Рәмил Хисмәтуллин, кинопродюсер Рияз Исхаков, Рәсәйҙә "YouTube" каналында видеоның популярлығын арттырыу буйынса белгес Эльдар Ғөзәйеров, ӨДНТУ-ның технопаркы, Samsung IT мәктәбе уҡытыусыһы, физика-математика фәндәре кандидаты Руслан Исаев, театр режиссеры һәм педагог Зиннур Сөләймәнов, "Муравейник" интернет-маркетингы студияһы етәксеһе Андрей Буйлов һәм башҡа спикерҙар бик йөкмәткеле, файҙалы һәм мауыҡтырғыс лекцияларын һөйләне, тренингтар ойошторҙо. Уның араһында башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, шағирәләр Лариса Абдуллина, Таңсулпан Рәсүл ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлгә йыйылды һәм "Башҡорт поэзияһында менталитет сағылышы" темаһына әңгәмә ҡорҙо.
#UfaForum йәштәр мәғариф киңлегендә сығыш яһаған спикерҙар тураһында һөйләгәндә, Камил һәм Рәмил Хисмәтуллиндарҙың "Эре холдингтар һәм вертикаль интеграцияланған корпорациялар сиктәрендә инновациялар һәм стартаптарҙы үҙләштереү ысулдары" темаһына арналған бер сәғәтлек лекцияһын телгә алмай булмай. Эре компаниялар менән етәкселек итеп, уларҙы юғары үҫеш кимәленә еткереү йәһәтенән бик тәжрибәле спикерҙар үҙ эшен асырға теләгән йәки инновацион проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гигант предприятиеларға мөрәжәғәт итергә уйы булған йәштәргә фәһемле тренинг үткәрҙе. Хатта иҡтисад, бизнес өлкәһенән алыҫ торған кеше лә төшөнөрлөк итеп аңлатҡан шәп спикерҙарҙың тренингтарына бүтәндәр долларлап аҡса түләп йөрөүен иҫәпкә алһаң, #UfaForumға килгән йәштәргә көнләшергә сәбәп бар. Ғөмүмән, #UfaForum йәштәр мәғариф форумының икенсе көнө ошондай иҫтә ҡалырлыҡ дәрестәргә бай булды.

Өсөнсө көндә...

#UfaForum йәштәр мәғариф киңлегенә йомғаҡ яһала торған көндә иртәнсәктән алып "Президент отель" ҡунаҡханаһының "Канцлер" һәм "Парламент" конференциялар залында спикерҙар сығыш яһай торҙо. Был көндә йәштәр Хәйбулла районы онкологы Даян Солтанғужиндың "Ауыл-райондарҙа кешеләр һәм кадрҙан потенциалын күтәреү" темаһына арналған сығышын тыңланы. Бынан тыш, #UfaForum йәштәр мәғариф киңлеге директоры Әлфир Илбаҡтин, "АйВиСистемз" компанияһы вәкиле Виталий Иванов, Сәйәси мәғлүмәт үҙәге аналитигы, сәйәси консультант Азамат Лоҡманов, "Башнефть" пресс-секретары Руслан Йосопов, "Опора России" Башҡорт региональ бүлегенең директор вазифаһын башҡарыусы Тимур Лоҡманов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "БР йәш журналист мәктәбе" проекты етәксеһе Елена Арямнова, "Восток-1" SSM-агентлығын асыусы Антон Горбик һәм Татьяна Комарова, "Тамыр" балалар студияһы тапшырыуҙарын алып барыусы Ләйсән Мәзитованың сығыштарын тыңланы. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары өсөн түңәрәк ҡор уҙғарылды. Уртаҡ тел табып, юғары кимәлдә бер сараны үткәреүгә өлгәшкән ойошма етәкселәренең был кәңәшмә барышында ла һүҙҙәре беректе.

"Umarta" проекттар оҫтаханаһы

#UfaForum йәштәр мәғариф киңлегендә йәштәр төрлө спикерҙарҙың сығышын тыңлап йөрөү менән генә сикләнмәне. Ойоштороусылар уларға үҙ идеяларын, проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирҙе. "Umarta" проекттар оҫтаханаһында тәүҙә утыҙға яҡын идея теркәлде. Артабан йәштәр уларҙы проект кимәленә тиклем уйлап еткерергә, һуңынан һәр йәһәттән анализлап, талап ителгән сығымдарҙы, йәмғиәткә килтергән файҙаһын иҫәпләп, компетентлы жюри ағзалары хөкөмөнә ҡуйырға тейеш ине. Әйтергә кәрәк, иң һуңғы этапҡа ни бары ун алты команда ғына барып етә алды. "Umarta" проекттар оҫтаханаһында үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу ниәтендә бик әүҙем эшләгән командалар эште башынан аҙағына тиклем еткереп башҡарырға, фекерҙәштәр табып, берләшергә өйрәнде. Ойоштороусылар "Өфө саралары" һәм "Кей" кейем бренды проекттарын иң яҡшы, тип тапты һәм еңеүселәргә 30-ар мең һумлыҡ приз бүләк итте. Тәүге проект Республика инженер лицей-интернатының 9-сы синыф уҡыусылары Алмас Ғиниәтуллин һәм Александр Батыргәрәевтыҡы булып сыҡты. Был йәш программистар хәҙер бөтәһенә лә билдәле "Китаптар" сайтын еренә еткереп эшләп бөтөрөүселәр. "Беҙ бындай хакатондарҙа алдан да ҡатнашҡаныбыҙ бар, әммә бөгөн еңеү яуларбыҙ тип һис уйламаныҡ. "Өфө саралары" программаһында баш ҡалала үткәрелгән бөтә саралар картала күрһәтелеп, үткәрелгән көнө һәм ваҡыты яҙылып барасаҡ. Ҡала кешеләре буш ваҡытында күңелле, файҙалы һәм күңеленә ятҡан менән шөғөлләнә алһын өсөн эшләнде", - тине Александр, был шәп идея дуҫы Алмастың уйына килеүен аңғартып. "Кей" кейем брендын Хәмдиә Ҡунаҡҡолова, Гүзәлиә Тулыбаева, Ләйсән Йәмилова һәм Ринат Манапов бергәләшеп уйлаған. "Umarta" проектар оҫтаханаһында ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы, барыһына ла инглиз телен өйрәнеүгә сертификаттар, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының махсус бүләктәре тапшырылды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Лев Толстойҙың: "Орлоҡ күренмәй, әммә унан ҙур ағас үҫеп сыға. Шуның кеүек фекер ҙа һиҙелмәй, әммә фекерҙән кешелек тормошондағы бөйөк ваҡиғалар үҫеп сыға", - тигән һүҙҙәре бар. Бына ике аҙна элек кенә башҡорт йәштәренең оло мәғариф форумын ойоштороуы теләк кенә булһа, бөгөн ул шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Киләсәктә лә #UfaForumдың ойоштороусылары - Әлфир Илбаҡтин, Фатима Янбаева, Илдар Кинйәбулатов, Роберт Дәүләтшин, Азат Бадранов, Даян Солтанғужин, Айгөл Хафизова, Владислав Габов, Ринар Тавхутдинов, Миңзәлә Асҡарова, Урал Кәримов, Рүзилә Йәмилова һәм башҡа аҡыллы, инициативалы йәштәребеҙ ниәтләгән ошондай матур мәғариф саралары үткәрелеп, етәкселәр тарафынан бөгөнгөләй аңлау һәм яҡлау табып торһон, тип кенә теләргә ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1146

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru