«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘСӘЙ ТАРИХЫНДАҒЫ ТӘҮГЕ АВТОНОМИЯЛЫ РЕСПУБЛИКА УЛ – БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылда Башҡортостан автономияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Эйе, 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлаған килешеү төҙөлә, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Ошо тарихи акт Рәсәй федерализмына нигеҙ булып тора. Ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле дата. Был тарихи ваҡиғаны яҡтыртыусы һәм тикшереүсе фәнни эштәр ҙә, фекерҙәр ҙә аҙ түгел, әммә тарих ул шундай нәмә: ул ваҡыт үтеү менән майҙанға килеүсе йәш тарихсыларҙың яңыса ҡараштары, яңылыҡтар, асыштар менән байытылып тора. Беҙ ҙә бөгөн һөйләшеүгә йәш тарихсылар - Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин менән БДУ доценты Рәсих ЗӘЙТҮНОВты саҡырҙыҡ. Ошо өлкәлә әүҙем эшләүсе һәм төплө аналитик сығыштары менән айырылып тороусы йәш ғалимдарыбыҙ өсөн Башҡорт автономияһы темаһы ғилми эшмәкәрлектәрендәге мөһим темаларҙың береһе ул.

Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы темаһы һеҙҙең, был мәсьәләнең бөтөн яҡтарын да ентекле өйрәнгән һәм аңлаған кешеләр ҡарашынан сығып әйткәндә, көнүҙәкме? Мөһимме беҙҙең милләткә ошо сараны билдәләү? Әллә уны сираттағы байрамдарҙың береһе итеп кенә ҡабул итергә буламы? Тарихи баһаһы, ҡиммәте ни ҡәҙәр?

Азат Ярмуллин: Был тарихи сараның 90 йыллығы ла яҡшы ғына билдәләнгәйне, шунлыҡтан, был көтөлмәгән яңы сара түгел. Йәғни, Башҡортостан автономияһының тарихи әһәмиәте бығаса ла баһаланды. Ә инде 100 йыллыҡҡа килгәндә, Указға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйҙы, тимәк, был ил кимәлендәге мөһим ваҡиға һәм уға иғтибар ҙа ошо дәрәжәлә. Ни өсөнмө? Сөнки Башҡортостан Рәсәй тарихындағы беренсе автономиялы республика.
Мин әле Указ сыҡмаҫ элек үк ҡараштыра килә инем. Ошондай уҡ указдар Карел, Коми, Яҡут республикалары буйынса күптән ҡабул ителгәйне. Асылда, улар бит әле 1922, 1925 йылдарҙа ғына ойоша. Ә указдарына 2012-2013 йылдарҙа уҡ ҡул ҡуйҙыртып ҡуйғандар.
Был ваҡиғаның тағы ла бер уникаллеген хәтерләтәм: Рәсәй составындағы бөтә республикалар ҙа өҫтән төшөрөлгән декреттар буйынса төҙөлһә, Башҡортостан иһә Килешеү буйынса төҙөлгән берҙән-бер республика. 100 йыллыҡты билдәләгән саҡта ла ошоға баҫым яһалһын ине.
Был йыл да ҡабатлана торған сара түгел, әһәмиәтен самалап ултыра торған да ваҡиға түгел. Был беҙҙең халыҡтың ҡанлы тарихы, беҙ уны баһаларға түгел, ә белергә, ҡабул итергә һәм хөрмәтләргә генә тейешбеҙ. Интернеттағы ҡайһы бер социаль селтәрҙәрҙә был ваҡиғаға һәм уны билдәләүгә негатив фекерҙәр ҙә яҙалар, әммә уларға иғтибар бирелмәһен ине. Башҡорт тарихын бысратырға теләүселәр аҙ түгел. Әммә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үткән юлда оялыр йә йәшерер сәбәптәре булған бер генә хәл дә юҡ.
Рәсих Зәйтүнов: Мин был Указ сығыуына ысын күңелдән ҡыуандым. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер тарихсылар, был дата дөрөҫ түгел, юбилей 2017 йылға тура килә, тип тә әйтә. Әммә мин "дөрөҫ" тигән ҡараштамын, сөнки Башҡорт дәүләтселегенең төҙөлөүе 1917 йылдан башлап 1919 йылғаса дауам иткән. Әлбиттә, 1917 йылдың 15 ноябрендә автономия иғлан ителә һәм торараҡ башҡорттарҙың Ҡоролтайында раҫлана. 1918 йылда автономия бөтөн көсөнә эшләй, әммә шуныһы: "автономия" булғас, Үҙәк власть уны раҫларға ла тейеш бит. Ә 1918 йылда Үҙәк власть ҡайҙа? Һамарҙа Һамар хөкүмәте генә урынлашҡан була, уның менән ниндәйҙер килешеү була, тик уларҙың вәкәләттәре булмай әле. Шулай итеп, 1917-1918 йылдарҙа әле танылмаған автономия ғына була. 1919 йылда, ниһайәт, беҙҙең автономияны үҙәк власть рәсми рәүештә таный.
Азат Шәкирйән улы әйткәндәр менән килешеп, тағы ла өҫтәп китер инем: башҡорттар борон-борондан күп нәмәне килешеү менән хәл иткән. Уларға был һәләт тәбиғәт тарафынан һалынған. 1917-1919 йылдарҙа, шундай ҡатмарлы һәм дәшһәтле мәлдәрҙә, Көнсығыш фронты уртаһында тороп ҡалған, ағай менән ҡусты ҡара-ҡаршы алышырға мәжбүр булған замандарҙа, милләттәштәребеҙ Килешеү нигеҙендә автономия яулауға ирешә! Был бит шундай аҡыл, батырлыҡ һәм тәүәкәллек талап иткән оло, мәртәбәле эш.

Совет тарих фәне 1917 йылғы Башҡорт милли хәрәкәтен революцияға ҡаршы, реакцион булған, тип нарыҡлай. Совет тикшеренеүселәре башҡорт хәрәкәтен, халыҡ менән ныҡлы бәйләнеше булмаған һәм тик буржуаз-юғары ҡатлам мәнфәғәттәрендә ойошторолған, тип иҫбатларға тырыша...

Азат Ярмуллин: Был осраҡта улар башҡорт халҡының сәйәси һәм иҡтисади үҫеш кимәлен инҡар итеп, түбәнһетеп күрһәтергә маташа. Шулай итеп, башҡорт халҡының тарихи традицияһы, быуаттар дауамында ер һәм азатлыҡ өсөн, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап көрәшеүе бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Икенсенән, башҡорттарға автономияны Октябрь революцияһы, большевиктар бирҙе, тигән фекер алға һөрөлә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килеүе, тәүге ҡоролтайҙар үтеүе һәм автономия, үҙбилдәләнеш мәсьәләләре Ваҡытлы хөкүмәт алдына ла ҡуйылыуы бындай фекерҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен күрһәтә.
Рәсих Зәйтүнов: Октябрь революцияһынан һуң, илдәге килеп тыуған сәйәси хәлгә ярашлы, Башҡорт Милли Шураһы бөтә башҡорт халҡына тәғәйенләнгән 1-се фарманды ҡабул итә (11 ноябрь, 1917 йыл). Унда Октябрь инҡилабына, бәреп төшөрөлгән Ваҡытлы хөкүмәткә баһа бирелә, автономия, ер һәм башҡа мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә. Совет власының халыҡтарҙың үҙбилдәләнеш хоҡуғын яҡлап сығыш яһауына ҡарамаҫтан, большевиктар түңкәрелешенә лә, Ваҡытлы хөкүмәткә лә кире ҡараш белдерелә. Фарман буйынса, үрҙә күрһәтелгән ике көстөң бәрелеше кисектергеһеҙ булыуына иғтибар йүнәлтелә. Был осраҡта башҡорттар, әгәр илдә граждандар һуғышы башланһа, бер яҡҡа ла ҡушылмаясағын белдерә. "Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ тик башҡорттар һәм бындай хәлдә үҙебеҙҙең мәнфәғәтте яҡларға тейешбеҙ", тигән фекер алға һөрөлә. Ошо принципҡа нигеҙләнеп, Башҡорт Милли Шураһы автономия иғлан итеүҙе һәм милли ҡораллы көстәр төҙөүҙе көн үҙәгенә ҡуя. 1-се фарманға ярашлы, 15 ноябрҙә Ырымбурға атаман Дутовтың казак ғәскәрҙәре килеп ингәс, шул уҡ көндә Шура үҙенең исеменән 2-се фарманды ҡабул итә. Был фарман "Ырымбур губернаһының Щадринск, Екатеринбург өйәҙҙәре башҡорттарына, округ һәм район башҡорт шураларына" тип атала һәм Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналары сиктәрендә Баш-ҡортостандың ерле автономияһын иғлан итә. Башҡорт халҡы автономия иғлан итеүҙе ҙур шатлыҡ, оло ҡыуаныс менән ҡаршы ала. Темәс, Мораптал, Борай һәм башҡа ҙур башҡорт ауылдарында, Бөрөлә ошо айҡанлы йыйылыштар ойошторола һәм Ырымбурға ҡотлау хаттары, телеграммалар ебәрелә.

Башҡорт халҡы өсөн "автономия" төшөнсәһе нимә ул? Аңлағанмы улар, һеҙҙеңсә, был төшөнсәне? Ҡабул итә йәки уға яраҡлаша алғанмы?

Азат Ярмуллин: XVI быуаттың уртаһында Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Башҡортостан шул уҡ автономияны тәшкил итә. Унда Рәсәй менән мөнәсәбәттәр бары яһаҡ түләү менән генә сикләнә. 1865 йылға, кантон системаһы юҡҡа сыҡҡанға саҡлы, башҡорт йәмғиәтендә автономия элементтары һаҡланған була әле. Йәғни халыҡ үҙ закондары менән йәшәй. 1865 йылдан һуң башҡорттар төрлө реформаларға дусар ителә. Әммә улар автономиялы йәмғиәтте хәтерендә һаҡлаған була әле. Башҡорт Өлкә Шураһының фарманында ла шулай тиелә: халыҡтың хәтерендә әле үҙаллылыҡ аңы һаҡланған. Шуға күрә лә, 1917 йылда автономия тураһында һүҙ күтәрелгәс, башҡорттар араһында "Ул нимә?" тигән һорау булмай. Хатта яңы ғәскәрҙе лә улар автономияның бер элементы булараҡ ҡабул итә.
Рәсих Зәйтүнов: Башҡорттар, башҡорт лидерҙары "автономия" төшөнсәһен бик киң аңлаған. Ул иң беренсе "аҫаба"нан башланғыс алған. Быға иһә сәбәпсе була ала бер генә мәсьәлә - ер. Тимәк, автономияны ата-бабаларыбыҙ иҡтисади күҙаллауҙарҙан, иҡтисади ихтыяждарҙан сығып яулаған. Улар ерҙәрҙе һаҡлап ҡалһаҡ, йәшәйәсәкбеҙ икәнде аңлаған. Һәр бер сәйәси, ижтимағи хәрәкәт иҡтисади барлыҡты тормошҡа ашырыу ул. 1917 йылда, Романовтар властан киткәндән һуң, аҫабалыҡты берәү ҙә гарантияламай. Шул осорҙа халыҡтан килгән иң беренсе импульс - ерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыу. Халыҡтың хәтере әле ҡайһы бер нәмәләрҙе яҡшы иҫләй. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда ер мәсьәләһе буйынса "алтын лихорадка" була. Ерҙәрҙе тартып алалар, халыҡтың бар булмышын үҙгәртәләр. Элек иркенләп мал көтһәләр, күсенеп, йәйләп-ҡышлап йөрөй алһалар, шул мәлдәрҙә ерҙәр бүленеп, баярҙарға бирелеп, заводтар төҙөлөп, малсылыҡ системаһы юҡҡа сыға. Һәм 1917 йылда тағы ла ошондай ҡурҡыныс янаған мәлдә, зыялыларыбыҙ ошо иҡтисади афәтте дөрөҫ баһалап, региондарҙы яҡлау өсөн автономия төҙөүгә ынтыла. Шунлыҡтан, ҡабатлап әйтәм, әлеге сайттарҙа яҙылған ғәйеп ташлауҙар, сәйәси йөй эҙләүҙәр - буш һүҙ. Автономия яулауҙың төп маҡсаты - иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү булған.
Азат Ярмуллин: Хатта Зәки Вәлидиҙең аҡтар йә ҡыҙылдар яғына сығыуы ла ана шул иҡтисади ҡараштан сығып эшләнә.

Бөгөн Башҡорт автономияһы етәкселәрен, атап әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен ҡаралаусы ла, ҙурлаусы ла яҙмалар күп. Тарихсылар күҙлегенән һеҙ уларҙың эшен, лидерҙарының хеҙмәтен нисек баһалайһығыҙ?

Азат Ярмуллин: Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре шундай сикләнгән ресурстар, мөмкинлектәр менән бөйөк эштәр атҡарыуға өлгәшкән. Әхмәтзәки Вәлиди был хәрәкәтте туплаусы, әйҙәүсе лидер булған. 1919 йылдың сентябрендә Ырымбур Губкомында большевиктар кәңәшмә үткәрә һәм шунда З. Вәлиди буйынса бик ҡыҙыҡлы фекер әйтелә. Башҡорт автономияһы төҙөлгәндә унда большевиктар булмай, уны улар төҙөмәгән. Һәм Совет власы килгәс, улар автономияны большевиклаштырырға маташа. Һәм улар шундай яҙма ҡалдыра: "Ҡаҙаҡ автономияһы менән артыҡ мәшәҡәт булманы, улар шундуҡ баш һалды. Ә бына башҡорттарҙы контролдә тотоуы ауыр, улар бер төптән, беҙҙең сәйәсәткә ыңғайламайҙар. Уларҙың Вәлидов тигән бәйғәмбәрҙәре бар". Йәғни, башҡорт халҡы әйҙәүсе, нимәгәлер күтәреүсе башлыҡтарына бәйғәмбәргә ышанғандай ышана һәм уның өсөн йән аямай утҡа ла, һыуға ла инә. Уларҙа шундай тоғролоҡ!
Рәсих Зәйтүнов: Бөгөн Вәлиди тураһында ниндәй генә фекерҙәр ҡалҡып сыҡһа ла, халҡыбыҙҙы мобилләштереп ғәскәргә туплауында, автономия эштәрен ойоштороуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ. Вәлиди хаҡында тарихты белмәүселәр тарафынан әйтелгән: "Ул бит ҡасып киткән", - тигән һүҙҙәргә яуап итеп: "Ә һеҙ уның урынында булып ҡарағыҙ. Хәленән килгәндең, мөмкин булғандың барыһын да эшләгән ул халҡы өсөн", - тип әйткем килә. Большевиктарҙың бер үҙенсәлекле алымы булған. Улар ҡурҡыныс янағандай лидерҙарыбыҙҙы Мәскәүгә саҡыртып алған да, халҡынан айырып, ситкә эшкә ебәргән. Вәлиди ҙә был хаҡта шулай тип яҙа: "Сталин саҡыртып алды ла: "Һеҙ шундай масштабтағы кеше, ул бәләкәй ерлектә нимә бар һеҙгә, әйҙәгеҙ, Рәсәй кимәлендәге мосолман халҡы менән шөғөлләнегеҙ", - тип, илемдән айырҙы..." Тимәк, Сталин Вәлидиҙең ҡеүәтен белгән. Шул уҡ ваҡытта Вәлиди ҙә эштең нимәгә юлланыуын аңлаған. Шулай итеп, уны Башҡортостанға ҡайтармайҙар. Артабанғы ваҡиғалар иһә беҙгә мәғлүм...

Үтә лә ҡатмарлы заманда, һуғыш, талаш-тартыш йылдарында автономия төҙөүгә бары тик башҡорттарҙың ғына өлгәшә алыуында ниндәйҙер бер мөһим факторҙар ҙа сәбәпсе булғандыр бит?

Азат Ярмуллин: Иң мөһим факторҙарҙың береһе - башҡорттоң ғәскәри көсө. Ата-бабаларыбыҙҙың үҙаллы йәшәй белеү аҡылы был. Улар үҙаллылыҡтың ҡораллы ғәскәрһеҙ яҡлауһыҙ булырын белгән. Беҙҙе Совет хөкүмәте ғәскәрһеҙ танымаҫ та ине. Граждандар һуғышының ҡыҙған мәлендә уларға ана шул көс кәрәк була ла инде. Йәғни, төп фактор ошо була. Һәм ул ғәскәргә, йәғни башҡорт яугирына автономияның хаҡын төрлө фронттарҙа йөрөп "түләргә" лә тура килә. Шуға күрә лә, бер аҙ ситкә күсеп әйтеп киткем килә, автономияның гаранты булып, төрлө һуғыштарҙа, Ер шарының төрлө төбәктәрендә ятып ҡалған башҡорт яугирына һәйкәл ҡуйыу зарур.
Рәсих Зәйтүнов: Тағы ла бер фактор: автономияны эре ер биләүсе башҡорттар ҙа яҡлап сыға. Беренсе донъя һуғышы Рәсәйҙе иҡтисади, сәйәси көрсөккә килтерә. Ихтилал күтәрелә. Ваҡытлы хөкүмәттән артыҡ файҙа булмай. Унан большевиктар власҡа килә. Улар төрлө декреттар ҡабул итә. Халыҡтар быны эләктереп ала. Көньяҡ Уралда иһә был хәрәкәт башҡаларҙан айырмалы рәүештә икенсе юҫыҡтан китә. Бында ер хаҡынан юғарыраҡ төшөнсә булмай.
Лидерҙар мәсьәләһенә килгәндә, уларҙың артында ана шул эре ер хужалары, ер биләүселәр тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Граждандар һуғышы тоҡанғас, байҙарҙы ҡыра башлайҙар. Был Башҡорт хәрәкәте лидерҙарын таянысһыҙ ҡалдыра. Һуғыш осоронда ғына ла Башҡортостан туғыҙ тапҡыр аҡтарҙан - ҡыҙылдар, ҡыҙылдарҙан аҡтар ҡулына күсә. Унан ҡыҙылдарҙың еңере аңлашылғас, уңайлы мәлде тотоп, Башҡорт хәрәкәте Советтар менән килешеү төҙөй.

Шулай итеп...
Тарихыбыҙҙың бик күп биттәрен белмәйбеҙ. Ул хаҡта аталарынан, олаталарынан ишеткән кешеләр булыуға ҡарамаҫтан, йөҙ йыл элек кенә булған был ваҡиғалар - Башҡорт автономияһын төҙөү тарихы ла онотола бара. Әммә бөгөн уларҙы хәтерләүгә сәбәп бар: 2019 йылда Башҡорт автономияһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Шул оло сара алдынан уҡыусыларыбыҙға хәтер һандығына күҙ һалырға тәҡдим итәбеҙ: кемдәрҙәндер ишеткән хәл-ваҡиғалар тураһында яҙып ебәрегеҙсе редакциябыҙға.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1278

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru