«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРҘА ХӘМЕР ҺАТЫУСЫЛАРҒА
+  - 

Һаумыһығыҙ, беҙҙең эскесе ирҙәребеҙҙе, улдарыбыҙҙы һәм ейәндәребеҙҙе көтөп, төн йоҡоларығыҙҙы йоҡламай, тәүлектең ҡайһы ваҡытында килһәләр ҙә, әрләмәй, һуҡранмай, ҡапҡа-ишектәрегеҙҙе йылмайып асыусы араҡы, көмөшкә һатыусылар!

Беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, хәмер һаҙлығынан сыға алмағандарҙың әсәләре һәм хәләлдәре, һеҙҙе "Киске Өфө" гәзите аша үҙебеҙҙең шәхси тормошобоҙ һәм тотош ауылыбыҙҙың аяныслы хәле менән таныштырып китергә булдыҡ. Бәлки, аңларһығыҙ. Тәүбәгә килерһегеҙ. Был донъяла һеҙгә байлыҡтан башҡа бер ни кәрәк түгеллеген күптән аңлағанбыҙ, ысынлап та, эскеселәр килеп торһа, кеҫәгеҙгә аҡса инеп торһа, һеҙгә шул еткән. Беҙҙең ирҙәребеҙ, улдарыбыҙ ише "йәшел йылан" менән дуҫ булыусылар һаны артһа, тағы ла ҡыуанаһығыҙ, ә бына тап һеҙҙең арҡала ауылдың йәше-ҡарты ҡырылыуында эшегеҙ ҙә юҡ.
Ана шул көмөшкә һатып тапҡан аҡсағыҙға балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ хан һарайындай йорттар төҙөп бөттө, ҡыйбатлы машиналарҙа елдерә, университеттарҙа уҡый. Шулай булмай ни, беҙҙекеләрҙең эшләп тә, урлап та алған аҡсаларының һәр тиненә саҡлы һеҙҙең кеҫәгә төшә бит. Ерәнмәй тотоноғоҙ, улар беҙҙең күҙ йәштәренә йыуылған иң таҙа аҡсалар! Өйҙәге картуф, май-шәкәрҙе, туҡмас-ярмаларҙы ла ҡуш ҡуллап алаһығыҙ. Беҙ ни, ашамай ҙа торабыҙ! Ризыҡ ҡынамы ни, хатта ҡаҙан, кәстрүл, һыу һауыттарына, яҫтыҡ-мендәрҙәргә лә алыштырып бирәһегеҙ ул "йәшел йылан" ағыуын. Эскесегә ни, донъя киң - үҙ өйөндә әйбер бөтһә, кешенекен урлай, буш торған йорттарҙы "таҙарта".
Ауылда йәшәһәгеҙ ҙә, ҡаланан күрмәкселер, уңайлы шарттар ҙа булдырғанһығыҙ хәмер һөйөүселәр өсөн. "Доставка", йәғни урынға килтереп биреүҙе ойошторғанһығыҙ. Уңайлы бит, 30-50 һумыңды артығыраҡ түләһәң, шешә өҫтәлгә үк килеп ултыра. Залог итеп телефондарын, документтарын алып ҡалаһығыҙ, бала аҡсаһы күскән банк карталары ла һеҙҙең ҡулдарҙа, уларҙың кодтарын күптән ятлап бөткәнһегеҙ инде. Хатта ауылдаштарҙы һуңғы юлға оҙатҡанда бирелгән хәйер аҡсалары ла һеҙгә барып эләгә. Ауылда хәмер һатып ятыусылар булмаһа, уны район үҙәгенә йә ҡалаға барып ала алмаҫтар ине, сөнки унда араҡыны әйбергә алыштырып та, көтәсәккә лә бирмәйҙәр!
Һеҙ иһә, балалар аҡсаһы йә пенсия килгән көндө эскеселәрҙе емтек тирәләй әйләнеп осҡан ҡарсыға шикелле ҡарауыллайһығыҙ. Ауылыбыҙҙа мәсет тә бар, тик унда йөрөп, аят-доғалар уҡып, йәштәргә аҡыл, өгөт-нәсихәт биреп ултырыр урынға, оло йәштә булһағыҙ ҙа, һеҙ ауылдаштарығыҙҙы "ҡырыу" юлын һайлағанһығыҙ. Ана, уларҙың күпмеһе тап ана шул эскелек арҡаһында баҡыйлыҡҡа күсте. Бында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур, хәмер һатыусылар! Бәхетле тормош көткән ғаиләләр тарҡалды, сабыйҙар етем ҡалды, тотош нигеҙҙәре янып, ҡасандыр тормош гөрләп торған ихаталар урынында ҡоро ер ятып ҡалды. Ниңә интегеп ҡайҙалыр эшләп торорға, айына 30-40 мең аҡса кеҫәгә былай ҙа инеп ята, тип кенә ебәргән һүҙҙәрегеҙ беҙгә лә килеп етә. Яҡындарыбыҙҙы хәмер ҡоллоғонан сығарырға көсөбөҙ етмәй, төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарҙа башта бер генә уй әйләнә: әгәр һеҙ булмаһағыҙ, ауылдарҙың хәле нисегерәк булыр ине икән? Моғайын да, төҙөк, матур донъялар ҙа, бәхетле кешеләр ҙә күберәк булыр, тыуған ауылыбыҙға бөтөү ҡурҡынысы янамаҫ, беҙҙең ейәндәребеҙ, уның олатаһы эсеп үлде, өләсәһе ғүмере буйы араҡы һатты, тигән һүҙ ҙә күтәрмәҫтәр ине.
Кеше рәнйешенән дә ҡурҡмайһығыҙ бит, исмаһам! Беҙҙең күҙ йәштәребеҙ төшмәй ҡалмаҫ! Етем ҡалған сабыйҙарҙың, толдарҙың йәштәренән ҡурҡығыҙ! Улар илаһа, ер-һыу илар, ти халыҡ. Уйланығыҙ! Элек йәштәр ауыл аҡһаҡалдарына кәңәшкә килер булған, әле иһә... хәмер һатып алырға йөрөй. Олоһо тәртипле илдең йәштәре лә аҡыллы булыр, тигән һүҙ бар. Ауылдарҙың киләсәге тик йәштәр ҡулында. Киләсәктә улы ҡайтып, атай тупһаһын тапмаһа, олатай тип әйтерлек кешеһе булмаһа, нисек аяныс буласаҡ! Уйланығыҙ, аҡылығыҙға килегеҙ, милләттең киләсәгенә балта сабып, үлем һатып ятмағыҙ!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1150

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru