«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨТӘГЕҘҘЕ ЛӘ - ВОРКАУТҠА!
+  - 

Йәки Өфөнөң Евразия турниксылары үҙәгенә әйләнгәне

Өфөлә үткән Евразия воркаут (воркаут - инглиз һүҙе, турникта тартылыуҙы, күтәрелеүҙе аңлатҡан спорт төрө) фестивалендә сығыш яһап, 14 йәшлек Өфө егете Айнур Дашкин: "Бөтәгеҙҙе лә - воркаутҡа!" - тигән саҡырыу ташланы. Был саҡырыу сараның ҡанатлы һүҙҙәренә әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡайҙа булдымы был ваҡиға? Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге "Ватан" этнопаркында! "Воркаут-Башҡортостан" ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте фатихаһы менән ойошторолған "Workout fest" фестивале сиктәрендә 2 меңдән ашыу кеше "Бөтә Рәсәй рекорд китабы" на инерлек ҙур эш тә эшләне әле. Барыһы тураһында ла - ентекләберәк.


10 сентябрҙә Өфөлә "Workout fest" Евразия воркаут фестивале ойоштороласағы тураһында беҙҙең гәзит биттәрендә лә хәбәр ителгәйне инде. Әле килеп, Рәшит Хәсәнов, Алмас Ғатауллин һәм Роберт Дәүләтшин исемле егеттәребеҙ киң ҡоласлы чемпионатҡа Белоруссиянан, Рәсәйҙең 18 ҡалаһынан, Башҡортостандың 16 ҡалаһынан дүрт тиҫтәнән ашыу батырҙарҙы саҡырып, уларҙы ярыштырып, юғары кимәлдә фестиваль ойоштороуға өлгәште, тип, ауыҙ тултырып әйтергә була. "Воркаут-Башҡортостан" егеттәре теләһә кемде түгел, ә "Street Workout & Street Lifting" Бөтә донъя федерацияһы президенты Денис Мининды (Украина), Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонда йәшәүсе воркаут оҫтаһы, бер нисә рекорд эйәһе Ли Вэйд Тернерҙы һәм башҡаларҙы судьялыҡҡа йәлеп иткән.
Ярыштарға старт бирелер алдынан бөтөн тамашасылар ҙа, спортсылар ҙа, әгәр был сағыштырыу урынлы булһа инде, әрмелә бик ныҡ таралыу алған үҙенсәлекле тәрбиә ысулына - күмәкләп "отжимание" күнекмәһе эшләүгә тотондо. Баҡтиһәң, ойоштороусылар быға тиклем Һамар ҡалаһында ҡуйылған рекордты - бер юлы 1185 кешенең ошо күнекмәне эшләүен күҙәтеп, уны Өфөбөҙҙә лә ҡабатлау хыялы менән янған булған икән. Был эш өсөн "Рәсәй рекордтар китабы" белгесен дә саҡырып ҡуйғандар. Вәкил, үҙ сиратында, иҫәп-хисап мәшәҡәттәре менән булып, рекордҡа дәғүә иткән күнекмәлә нисә кеше ҡатнашыуын һанап сыҡты ла, ҡағыҙға теркәп ҡуйҙы. Шулай итеп, сараға килгән 2131 кеше 30 тапҡыр "отжимание" яһап, Өфө ҡалаһының данлыҡлы эштәре рәтенә ошо рекордты ла яҙҙырҙы.
Рекордта ҡатнашырға, тамаша ҡылырға тип килгән меңләгән тамашасы араһында Өфөнөң Киров районындағы "Олимп", "Тиҫтер", "Аврора", "Лидер" үҫмерҙәр спорт клубтары, "Салауат Юлаев" хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре һәм тренерҙары ла бар ине. "Тиҫтер" клубы тренеры, Башҡортостандың иң яҡшы тренеры исеменә лайыҡ булған Нурия Ғәлина әйтеүенсә, бындай саралар, бөтөн яҡшы һөҙөмтәләренән тыш, йәштәрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыуға этәргес тә булып тора. "Фестивалдә үҙҙәре һымаҡ үҫмерҙәрҙең, олораҡ ағайҙарҙың шундай ҡатмарлы күнекмәләр эшләй алыуына тамаша ҡылған үҫмерҙәр ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫорат, сәм, дәрт ала. Донъяны яңы аса, өйрәнә генә башлаған балаларға ошондай саралар тотош бер нисә дәреслек уҡыу курсы һымаҡ тәьҫир итә", - тине тәжрибәле тренер. Тренерҙарының хаҡлығын тәрбиәләнеүселәре лә дәлилләне: 30-ар тапҡыр ыһ та итмәй "отжимание" эшләне, тиҫтерҙәре, үҙҙәренән бер аҙға ғына ҙурыраҡ ағайҙары яһаған "трюк"тарҙы хәтерҙәрендә ҡалдырырға тырышты.
Фестиваль талаптары буйынса, ҡатнашыусыларҙан сәхнәгә ҡуйылған өс төр ҡорамалда: турниктарҙа, параллель брустарҙа һәм ҡул менән тотоноп йөрөй торған горизонталь баҫҡыстарҙа команда менән дә, яңғыҙ ҙа сығыш яһау талап ителде. Спортсылар дәртле ритмлы музыка оҙатыуында һеләүһенгә хас йылғырлыҡ менән турникта сәнғәт әҫәре булырлыҡ "тере скульптуралар" тыуҙырҙы. Уларҙың теге йәки был ауыр элемент ваҡытында ҡатып ҡалыуҙары кеше тигән йән эйәһенең ни тиклем камил икәненә тағы берҙе инандырҙы. Бәғзе берәүҙәр ергә бармаҡтарында ғына таянып, аяғын юғары сөйөп тора алды. Кемдер турникка тотоноп, тәнен офоҡ менән тигеҙ йүнәлештә ҡуйып, күренмәҫ баҫҡыс буйлап "күккә күтәрелде", тән һығылмалылығын һәм ҡулдарының көсөн күрһәтте. Уларҙың бер ниндәй сәбәләнеүһеҙ аяғын өҫкә күтәреп, ҡулда йә һыңар ҡулда тора алыуы айырыуса аптырашта ҡалдырҙы. Тимәк, был егеттәрҙең ҡулдары, кәм тигәндә, кеше аяғы һымаҡ уҡ көскә эйә бит.
Нисек кенә сәйер тойолһа ла, был ярышта ҡатнашыусылар араһында беҙҙең башҡорт егеттәре күренмәне. Бәлки, беҙ кемделер күрмәй ҡалғанбыҙҙыр, тип, Роберт Дәүләтшинға өндәштек һәм: "Фестивалде беҙ, башҡорт егеттәре, ойошторҙоҡ бит, шуға әлегә үҙебеҙ ҡатнашмай торҙоҡ", - тип яуапланы. Был хәрәкәттең беҙҙең илдә әле яңы таралыуын иҫәпкә алғанда, барыһы ла аңлашыла ла һымаҡ, ойоштороусылар, бәлки, үҙебеҙҙең егеттәрҙе әҙерләп тә өлгөрмәгәндер. Шулай ҙа йәштәребеҙгә, мәктәп уҡыусыларына был спорт төрө өсөн сығымдарҙың сағыштырмаса аҙ талап ителеүен, йәғни воркауттың күпләп шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән спорт төрө булыуын иҫкәртеп, баяғы "Бөтәгеҙҙе лә - воркаутҡа!" тигән саҡырыуға ҡолаҡ һалырға кәрәк, тип кәңәш итке килә.

Теманы дауам итеп...

Илнар Салауатов, Өфө киң профилле белем биреү колледжының физкультура уҡытыусыһы:
Воркаут - яңы спорт төрҙәренән һанала. Уның өсөн спорт ҡоролмалары, залдар ҙа кәрәкмәй. Үҫеп килгән быуын өсөн бик фәһемле, файҙалы спорт төрө тип һанайым. Бында кешенең бөтөн мускулдарын үҫтереүгә, нығытыуға булышлыҡ иткән күнекмәләр эшләнә икәне лә иғтибарға лайыҡ. Юғиһә, әйтәйек, ауыр атлетика менән шөғөлләнеүселәр йыш ҡына үҙҙәренең белекһеҙлеге арҡаһында күкрәк мускулдарын үҫтерәләр ҙә, аяҡтыҡын онотоп ебәрәләр. Һөҙөмтәлә, аяҡтары көсһөҙ ҡала. Был дөрөҫ түгел. Ә воркаутта күнекмәләр бөтөн мускулдарҙың әүҙемлеген күҙ уңында тота. Тағы, ҡайһы берәүҙәр арҡа мускулдарын нығытмайынса, тота килеп, ауыр тимер ҙә күтәреп, умыртҡа һөйәге бүҫере барлыҡҡа килеү ихтималлығын арттыра. Шуға күрә мин студенттарға йыш ҡына: "Ниндәй генә спорт төрө менән шөғөлләнһәгеҙ ҙә, йүгереүҙе онотмағыҙ - дөйөм торошоғоҙҙо ла яҡшыртығыҙ", - тип иҫкәртә йөрөйөм. Кешенең 2 меңгә яҡын мускулы бар, уларҙың бөтөнөһөн дә "эшкә ҡушырға" кәрәк. Аяҡ эшләгәндә, ҡул ял итһен. Ҡул эшләгәндә - арҡа, һәм башҡалар... Шулай итеп, дөрөҫ план төҙөп, күнекмәләрҙе дөрөҫ үткәрергә кәңәш итәм. Бының өсөн, мәҫәлән, берәй тренерға мөрәжәғәт итеп, уның кәңәштәрен ишетеү ҙә ҡамасауламаҫ. Мәғлүмәтте интернеттан да алырға була.
Ҡалала һуңғы йылдарҙа спортты үҫтереүгә иғтибар артыуы ҡыуандыра. Спорт майҙансыҡтары, ҡаласыҡтары төҙөлә, уңайлыҡтар арта. Беҙҙең уҡыу йортонда физик культура һәм адаптив физик культура бүлектәре уңышлы эшләй. Ошо бүлектәрҙе тамамлаған бер нисә төркөм сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҙа бар. Бөгөнгө сараға студенттар бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде. Күңелләнеп ҡарап торалар. "Отжимание" йәғни ҡулдарға таянып ҡалҡыныуҙы башлар алдынан сәхнәгә менеп күнекмә үткәреүсе егеттең - Артур Зариповтың беҙҙең колледж егете булыуы студенттарға ныҡ тәьҫир итте. Бөгөнгө ярышта матур, ҡатмарлы күнекмәләр күрҙек, әммә улар беҙ өйрәнә алмаҫлыҡ түгел. Барыһын да өйрәнергә була, тигән һығымтаға килдек.

Георгий Пахомов, Бәләбәй ҡалаһы, шәхси беренселектә ҡатнашыусы: Бындай киң масштаблы фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнашам. Майҙандан түҙеп торғоһоҙ көс, дәрт бөркөлгәндәй. Мин был сәхнәгә башҡорт кейемендә - еләндә һәм ҡамсат бүректә сыҡтым, сығышымды дәртле ҡурай моңо биҙәне. Килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырырға, ошо мәҙәниәткә ылыҡтырырға кәрәк, тигән маҡсаттан сығып, сығышыма милли һыҙаттар өҫтәнем. Минең үҙемдең башҡорт тамырҙарым юҡ, мин - рус егете. Был аҙымым менән мин Башҡортостанда башҡорт булмағандар араһында ла башҡорт мәҙәниәтенә битараф булмаған кешеләр бар, тип әйткем килде.

Алмас Ғатауллин, "Воркаут-Башҡортостан" ойошмаһы идараһы ағзаһы: "Воркаут-Башҡортостан" - республикала йәшәүсе 14 йәштән өлкән егеттәр үҙҙәренән-үҙҙәре ойошоп, ярыштар, асыҡ күнекмәләр, мәктәптәрҙә лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү маҡсаты менән тупланған йәштәр ойошмаһы. Был ҙур чемпионатты беҙҙең республикала уҙғарыу теләге юҡтан ғына барлыҡҡа килмәне. Тәүҙә көс тупланыҡ, унан тәүәккәлләргә булдыҡ. Фестивалгә 9 ай буйы әҙерләндек. Стрит-воркауттың халыҡ-ара ойошмаһы, "Рәсәй воркаут федерацияһы" менән менән бәйләнештәр булдырҙыҡ. Бөйөк Британиянан Ли Вэйд Тёрнерҙың килеүенә лә шатбыҙ. Уны "Бөтөн донъя воркаут ойошмаһы" аша саҡырҙыҡ. Испания, Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан спорсылары менән бәйләнештәр булдырҙыҡ. Донъя буйынса воркаут хәрәкәте графигы тығыҙ булғанлыҡтан, барлыҡ батырҙар ҙа килеп етә алманы. Урынын, ваҡытын алдан хәстәрләп, алдағы чемпионатты бина эсендә үткәрербеҙ, тигән уйыбыҙ бар. Бөгөнгө ярышҡа бихисап ҡунаҡтар саҡыра алыуыбыҙҙа партнерҙарыбыҙҙың өлөшө ҙур. Форсатты файҙаланып, уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Юл сығымдарыбыҙҙы ла, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу мәшәҡәттәрен дә, хатта уларҙы ашатыуҙы ла партнерҙар үҙ өҫтөнә алды. Әлбиттә, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына айырым рәхмәтлебеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Воркаут-Башҡортостан" ойошмаһы идараһы ағзаһы Роберт Дәүләтшиндың ошо һүҙҙәре менән тамамлайыҡ:" Беҙҙең алда сәләмәт тормошто пропагандалау, воркаут тураһындағы мәғлүмәтте күберәк кешеләргә еткереү маҡсаты тора. Беҙҙең ойошмала күберәк Өфөнөң юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 1-2-се курс студенттары ағза булып тора. Ойоштороусылар - беҙ, өс кеше. Төп эшебеҙҙән бушаған арала ошо хәрәкәтте алып барабыҙ. Апрелдән алып ентекләп әҙерләнә башланыҡ, августан алып иртәнән-кискә тиклем ошо фестивалгә әҙерлек менән генә йәшәнек. Фестивалдең ойоштороу моменттарын тағы ла яҡшыртыу ысулдары бар икәнен дә аңлайбыҙ. Эште камиллаштырырға кәрәк әле. Бөгөнгөһө - тәүге тәжрибә. Хатта беҙгә генә лә түгел - башҡа йәштәргә, студенттарға ла ҙур һынау. Беҙ - яңы формация йәштәре, беҙ - мәғрифәтселеккә ынтылған заманса йәштәр. Киләсәк тигәндә, күҙ алдыбыҙҙа бер-ике йылды түгел, бәлки, тотош ярты быуатты күҙ уңында тотоп эшләйбеҙ".

Илгизәр БУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1110

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru