«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ - МИФ ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 

2004 йылда баш ҡалабыҙ Өфөнөң 430 йыллығы билдәләнеп, байрам тантаналары ойошторолғайны. Эйе, 1574 йылда Иван Грозный әмеренә буйһоноп, Мәскәү баяры Иван Нагой командалығы аҫтында бында килгән батша стрелецтары Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалғанын бер кем дә инҡар итергә йыйынмай. Әммә борон-борондан тап ошо урынды яҡын-тирәлә йәшәгән ҡәүемдәр төйәк иткән, уларҙың торлаҡ, оҫтахана, нығытма урындары әле лә табыла тора. Боронғо риүәйәттәр ҙә, тарихи документтар ҙа ошоға дәлилдер. Академик, тарих фәндәре докторы, билдәле археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә асылған "Өфө-2" ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Эҙәрмән-тикшеренеүсе Радик ВӘХИТОВтың "Сәмреғош ҡанаты аҫтына" исемле китабында бәйән ителгән, ошо мәсьәләгә арналған аналитик мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайбыҙ.

XIX быуат аҙағында Өфө ҡала башлығы булған Д.С. Волков "Өфө ҡалаһы тарихы буйынса материалдар" тигән хеҙмәт ҡалдырған. Өфөнөң Рөсәйгә тиклемге осоро тураһында ул былай тип яҙа: "Был ҡаланың һуңғы хакимы Түрә Бабату Клюсов (дөрөҫөрәге, Түрә баба - Түкләс. - Р.В.) исемле нуғай ханы булып, бында бары тик ҡыш айҙарында йәшәгән, ә йәйҙәрен Өфөнән 50 саҡрым тирәһендә Дим йылғаһы буйлап күсенеп йөрөгән".
Ҡала башлығы Д.С. Волковтың ошо мәғлүмәтенән күренеүенсә, Өфө ҡалаһы башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуына тиклем нуғай ханы осоронда ла, уға тиклемге дәүерҙә лә уҙ урыныңда булған, сөнки нуғай ханы урыҫтарға тиклем Өфөнө биләп торған һуңғы хаким, тип иҫкә алынған. Тимәк, ҡаланың нуғай ханына тиклем дә башҡа хужалары булған.
Шулай итеп, урыҫ батшаһы Иван Грозный Ҡаҙанды алғанға һәм башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуына тиклем 200 йыл элек үк Өфө йылғаһының текә ярында Өфө ҡалаһы булып, Алтын Урҙа структураһында административ үҙәк функцияһын үтәгән. Урҙа тарҡалғандан һуң Өфөлә Ҡаҙан ханлығы наместнигы хеҙмәттәре, һуңынан нуғай ханы ставкаһы урынлашҡан.
Әммә түрәләргә тоғролоҡ һаҡларға тырышҡан тарихсыларыбыҙ ул замандарҙағы ҡаланы күрмәмешкә-белмәмешкә һалышып, Петербург академигы, элекке өфөлө П. Пекарскийҙың Өфөгә 1586 йылда нигеҙ һалыныуы тураһындағы мәғлүмәтен бер һүҙһеҙ ышанып ҡабул итте. П. Пекарскийҙың был мәғлүмәте Мәскәүҙең нуғайҙар менән 1586 йылдағы дипломатик хатлашыуына нигеҙләнгән.
1586 йылдың яҙында нуғай кенәзе Урус урыҫтарҙың дүрт ҡала һалыуы тураһында яҙған: "... Өфө йылғаһында, тағы Увекала, тағы Һамарҙа, тағы Белая Воложкала". Ул батшаға былай тип дәғүә белдерә: " Был ҡалаларҙы дуҫлыҡ өсөн түгел, яуыз ниәт менән ҡорғанһың...".
Күреүегеҙсә, бында Өфө йылғаһы үрендәге урыҫтарға 1399 йылдан бирле билдәле булған Сәғәтин ҡалаһындағы ҡәлғә һәм Ағиҙел буйында Өфө ҡалаһы янында урыҫтар тарафынан төҙөлгән нығытма тураһында һүҙ бара. Был башҡорт ҡалаларының бында урыҫтар килмәҫтән байтаҡ элегерәк башҡорт ерендә булыуын тарихсылар ныҡлап йәшерә килә. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятмаған кеүек, ул туралағы мәғлүмәт үҙенән-үҙе беленеп тора. Шулай ҙа Өфө ҡалаһының урыҫтар тарафынан һалыныуы тураһындағы мифты улар көсәнә-бүртенә яҡларға тырышып ята.
Ошо йәһәттән Ә. Усмановтың позицияһы бигерәк тә үҙен-үҙе фашлап тора: "Өфө" атамаһы ҡала төҙөлгән ваҡытта, йәғни 1574 йылда, йәиһә 1586 йылда барлыҡҡа килмәгән; ул XVI быуат башында уҡ иҫкә алына", - тип яҙа ул. Хөрмәтле тарихсыбыҙ Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыуҙың урыҫ версияһын иҫбатлайым, тип, шул тиклем буталып бөткән, хатта ки ҡаланың атамаһы ҡала төҙөлгәнгә тиклем 70-80 йыл элегерәк барлыҡҡа килеүе тураһында яҙа башлаған. Бының булыуы мөмкинме һуң? Күрәһең, фекер ни тиклем туҙға яҙмағаныраҡ булһа, уға шул тиклем еңелерәк ышаналар, тиеү дөрөҫтөр. Юғиһә, И.В. Ниғмәтуллина ла үҙенең "Иҫке Өфө" тигән хеҙмәтендә ҡалабыҙҙың нигеҙләнеүенән алдараҡ барлыҡҡа килгән атамаһы тураһындағы ялғанды күсереп яҙмаҫ ине. Ҡала исеменең үҙе төҙөлгәнсе 70-80 йыл элек булыуы мөмкин түгел. Әгәр XVI быуат башында ҡаланың исеме булған икән, батша Иван Грозный тыумаҫтан алда уҡ ҡала үҙе лә булған. Ә. Усмановтың иҫкә алынған китабында Өфө ҡалаһы тарихын яҡтыртыуҙың тағы ла бер ҡыҙыҡлы һәм иҫәпкә алырлыҡ, әммә күҙгә бик салынып бармаған нескәлеге бар. XVI быуат башында башҡорттарҙың Ҡаҙан ханлығы хакимлығы аҫтында йәшәүе тарихын хикәйәләгәндә, ул бер нисә тапҡыр Өфөнө иҫкә алып, бында нуғай ханы Аҡназарҙың булыуы тураһында яҙһа ла, Өфөнө бер тапҡыр ҙа ҡала тип атамай. Ысынлап та, исеме бар, ә ҡалаһы юҡ! Был шәүлә-ҡала түгел. Был башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Өфө ҡалаһына урыҫтар тарафынан нигеҙ һалыныуы тураһындағы миф.
Ә. Усманов хеҙмәтенең Өфөнө нигеҙләүгә арналған бүлегендә ошо миф ҡыҫҡаса ошолай нарыҡлана: "Буласаҡ Өфө ҡалаһының нигеҙен 1574-1586 йылдарҙа төҙөлгән "Кремль" хасил иткән. Ул Сутолока йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған ерҙә, уның уң яҡ ярындағы бейек морондоң көньяҡ осон биләп торған".
Был йылғасыҡ тәүҙә Суколака тип аталып, башҡортса һыу ҡолағы (су колагы) һүҙенән килеп сыҡҡан. Күрәһең, был йылға Ағиҙелдең үҙенә түгел, ә ҡасандыр бында булған йылға ҡултығына, йәғни һыу ҡолағына ҡойған. Бында электән үк пристань булыуы ошоно йөпләп тора.
Бындағы кремлгә нигеҙ һалынғанға тиклем 200 йыл элегерәк үк Европала ошо урында ҡала булғанлығын белгәндәр, уны карталарына төшөргәндәр, ә беҙҙең тарихсыларыбыҙ европаларҙан һуң 600 йыл үткәс тә ошо турала яҙырға ҡыймай. Һуңғы йылдарға тиклем тиерлек беҙгә Башҡортостанды һәм уның ҡалаларын боронғо карталарҙа күреү мөмкинлеге булманы. Ә бының өсөн әллә ниндәй ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ ине бит. Рәсәйҙә XIX быуат аҙағында ошо карталар тураһында беләләр һәм яҙалар. 50 йыл элек был турала Татарстан тарихсылары ла хәбәрҙар ине. Әйтергә кәрәк, Татарстан Республикаһында Ҡаҙан ханлығы тарихы буйынса сыҡҡан китаптарҙа, карталарҙа Иван Грозный ғәскәрҙәре Ҡаҙанды алғандан күпкә әүәлерәк, иң кәмендә XV быуат урталарынан бирле Ағиҙел һәм Өфө йылғалары ҡушылған ерҙә ҡала булыуы билдәләнә. Бына тик үҙебеҙҙең туған Өфөбөҙҙә генә Ҡаҙандың еңелеүенән һуң 22 йыл үтеүгә урыҫ стрелецтары тарафынан Өфөгә нигеҙ һалыныуы тураһында ярамһаҡланып тәҡрарлауҙы дауам итәләр.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1233

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru