«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨРСӨК ЮҠ УЛ, ДӨРӨҪ БУЛМАҒАН ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ КЕНӘ БАР
+  - 

Редакциябыҙҙа ҡунаҡта - Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мазһар Насибулла улы ИҪӘНБАЕВ. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың иҡтисади төбәктәренең йәшәйешен өйрәнгән абруйлы ғалим халҡыбыҙ алдында торған ҡайһы бер иҡтисади мәсьәләләргә бөгөнгө заман ысынбарлығынан сығып баһа бирә, уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтә.

Совет осоронда иҡтисадсылар аҙ булһа ла, илдә үҙгәртеп-ҡороуҙар башланғас, улар күҙгә күренеп артты. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә күҙәтелгән был тенденция илдең үҫешенә ыңғай йоғонто яһанымы?

- Иҡтисадсыларҙың күп булыуы һәйбәт күренеш. Сталин ваҡытында Мәскәү дәүләт университетынан башҡа юғары уҡыу йорттары иҡтисадсылар әҙерләмәне. Иң беренсе иҡтисадсы - Сталин үҙе иҫәпләнде, ул да үҙен шулай һананы. Шуға күрә, ул осорҙа иҡтисад өлкәһе - етешһеҙлектәре тулып ятҡан, артта ҡалған өлкәләрҙең береһе ине. Партияның 1965 йылдың сентябрендә үткән пленумынан һуң ғына әһәмиәт бирелде был өлкәгә. Пленумда иҡтисадты үҫтереү, етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен түбәнәйтеү, үҫеш темптарын тиҙләтеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Юғары уҡыу йорттарында иҡтисад факультеттары ошо пленумдан һуң барлыҡҡа килде. Мин тағы шуны әйтер инем: совет власы йылдарында юғары уҡыу йорттарының иҡтисад факультеттарында етештерелгән кадрҙар бик көслө булды. Улар етәксе урындарҙа, иҫәп-хисап эштәрендә, хужалыҡ тармаҡтарында эшләне, халыҡ хужалығының юғары темптар менән үҫеүенә булышлыҡ итте.
90-сы йылдарҙа был күренеш икенсе - кире яҡҡа боролош алды, тиһәк тә хата булмаҫ. Илдә иҡтисад һәм хоҡуҡ йүнәлешендә асылған коммерция уҡыу йорттары күбәйеп китте. Түләүле юғары уҡыу йорттары, бер-береһе менән ярышып, иҡтисадсыларҙы күпләп уҡытып сығарҙы ла бит, әммә яҡшы белгестәр әҙерләнмәне тиерлек. Һөҙөмтәлә нимә килеп сыҡты? Әҙерлекһеҙ йәш иҡтисадсылар халыҡ хужалығына, илдең үҫешенә артыҡ йоғонто яһай, файҙа килтерә алманы. Шуға күрә, беҙҙең илдә бөгөн дә иҡтисадсылар отряды, юристар отряды саманан тыш күп. Был белгестәр хужалыҡтың бүтән тармаҡтарында эшләргә мәжбүр. Унан һуң, дәүләт уҡыу йорттарында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп диплом алған йәш белгестәр эш таба алмаған мәлдә, эш урындарын түләүле вуздарҙа насар ғына уҡып сыҡҡан, аҡса түләп, диплом алған белгестәр биләне. Уларҙан илгә, халыҡ хужалығына әллә ни файҙа юҡ, әлбиттә.

Кәрәкле урындарҙа белемле иҡтисадсылар ултырмауы Рәсәйҙәге иҡтисади көрсөктөң бер сәбәбе тип һанала аламы?

- Был да көрсөккә булышлыҡ итә, әлбиттә. Ни өсөн тигәндә, ҡайҙа ғына булмаһын - юғары квалификациялы кадрҙар кәрәк. Әммә көрсөктөң икенсе төп сәбәбе - илдә алып барылған иҡтисади сәйәсәттең тейешле кимәлдә уйланып етмәүе һәм тормошҡа ашырылмауы. Илдең тәбиғи байлыҡтары, ауыл хужалығы, сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш ҡеүәттәре ҙур олигархтар ҡулына күсте бит хәҙер. Ә дәүләт ҡарамағындағы потенциал бик әҙ ҡалды. Был дөрөҫ йүнәлеш түгел. Хужалыҡты тотороҡло эшләтеү, үҫтереү өсөн иҡтисади мөмкинлектең 50-60 проценты дәүләт ҡарамағында булырға тейеш. Мәҫәлән, оборона сәнәғәте дәүләт ҡулында булғас, был өлкә яҡшы үҫешә. Ә ни өсөн беҙҙең шундай уҡ алға киткән машиналар төҙөү, авиация, радио-техник, электро-техник приборҙар төҙөү тармаҡтары олигархтар ҡулында күтәрелеп китә алманы? Уларҙың үҫеше юҡҡа сыҡты. Күп сәнәғәт предприятиелары эшен туҡтатты.
Башҡортостанда ниндәй генә алдынғы сәнәғәт тармаҡтары, предприятиелар булманы: приборҙар төҙөү булһынмы, станоктар төҙөү, электротехник, радио-техник тауарҙар, хатта космос ҡорамалдары өсөн приборҙар, оборона өсөн кәрәк булған деталдәр тиһеңме. Уларҙың байтағы 90-сы йылдарҙа ил буйынса алып барылған дөрөҫ булмаған сәйәсәт арҡаһында эшләүҙән туҡтаны. Машиналар төҙөүҙе генә түгел, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, йә булмаһа еңел сәнәғәтте алып ҡарағыҙ - улары ла юҡҡа сыҡты тиерлек бит. Сибай ҡалаһында, мәҫәлән, совет власы йылдарында ҙур, СССР-ҙа өсөнсө предприятие иҫәпләнгән балалар аҙыҡтары етештереү комбинаты бар ине. Ошонда уҡ бик шәп ит комбинаты, тегеү фабрикаһы, леспромхоз эшләп килә ине. Хәҙер уларҙың береһе лә юҡ. Дөрөҫөрәге, Мәскәү олигархтары уларҙы һатып алғайны, предприятиеларҙың эше туҡталды ла ҡуйҙы. Өфөләге, бүтән ҡалаларҙағы бынамын тигән предприятиелар ҙа шул арҡала эшләмәй. Ил буйынса ошондай хәл...

Шуға ла көрсөк уйлап сығарылған йәки компетентһыҙ етәкселәр тарафынан булдырылған хәл тип ҡабул ителә түгелме?

- Ысынлап та, "көрсөк" тигән нәмә юҡ ул. Беҙҙең иҡтисади сәйәсәттең дөрөҫ алып барылмауы арҡаһында килеп сыҡҡан ситуация ғына ул - көрсөк. Анализлап ҡарайыҡ. Республикалағы ниндәй генә төбәкте алып ҡарама, унда урындағы тәбиғи байлыҡтар, хеҙмәт мөмкинлектәре, бүтән саралар нигеҙендә ниндәйҙер сәнәғәт предприятиеһы ойошторорға, эшләтеп алып китергә була. Халыҡ та быны теләй. Ләкин әлеге лә баяғы олигархтар барыһын да "ҡулдарына төшөрөп", предприятиеларҙы артабан үҫтерергә мөмкинлек ҡалдырмай. Был махсус уйлап сығарылған нәмәлер, тип тә уйланыла.
Сит илдәрҙә көрсөктәр кеше ихтыярына бәйле булмаған, объектив сәбәптәр нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әммә беҙҙәге көрсөктәрҙең төп нигеҙе иҡтисади сәйәсәттең дөрөҫ алып барылмауына бәйле. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО-ға) ингән саҡта, иҡтисадсы ғалимдар: "Беҙгә ВТО-ға инергә ярамай, ил үҙ алдына үҫешергә тейеш", - тип, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне. Беҙ ҙә ил, республика етәкселегенә хаттар яҙҙыҡ, ниндәй генә гәзит-журналдарҙа, конференцияларҙа сығыш яһаманыҡ. Ил етәкселеге белгестәр фекеренә иғтибар итмәне һәм 2012 йылда Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына барып индек. Нимә килеп сыҡты? Конкурентлыҡ, баҙар шарттарында беҙҙең тауарҙар сит ил тауарҙары менән ярыша алманы. Һөҙөмтә булараҡ, бөтөн сәнәғәт: аҙыҡ-түлек, еңел, урман, машиналар төҙөү сәнәғәттәре юҡҡа сыҡты. Ярай әле, санкциялар килеп сығып, "тегеләр" беҙгә үҙ продукттарын индереүҙе туҡтатты, беҙ үҙ сәнәғәт тармаҡтарыбыҙҙы үҫтереү мөмкинлеге алдыҡ. Хәҙер аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, урман, ағас эшкәртеү сәнәғәтен, еңел сәнәғәтте үҫтереүгә тәүге аҙымдар яһайбыҙ. Машиналар төҙөү сәнәғәтен әкренләп аяҡҡа баҫтырабыҙ. Был санкциялар беҙҙең сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырыуға булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы өлкәһендә лә иген баҫыуҙарын, һөрөнтө ерҙәрҙе киренән һөрөп, эшкәртеп, сәсеп, иген, техник культуралар үҫтереү мөмкинлеге алдыҡ. Бөгөн юғары уңыш алабыҙ. Хатта хәҙер етәкселәр халыҡты урында етештерелгән, үҙебеҙҙең продукция менән тәьмин итеү бурысын ныҡлап алға һөрә башланы. Шулай эшләнергә тейешлекте беҙ, иҡтисадсылар, элек тә әйткәйнек бит инде - тыңламанылар.

Беҙҙә ғалимдарҙы тыңламайҙар, әммә уларҙы сит илдәрҙә тыңлайҙар, шуға ла "аҡыллы баштар" ситкә ағыла...

.- Тап шулай. Ошо йәһәттән мин шуны ла билдәләргә теләйем: Ҡытай ни өсөн иҡтисады буйынса алға китә? Ҡытайҙа тәртип икенсе. Ғалимдарҙың хеҙмәттәрендәге генә түгел, хатта юғары уҡыу йорттарындағы студенттарҙың диплом эштәрендә, бүтән хеҙмәттәрендә иҡтисадты үҫтереү буйынса ниндәйҙер файҙалы тәҡдим әйтелә икән, уны шунда уҡ теркәп, тематик төркөмдәргә туплап, юғары дәүләт органдарына эшкәртеүгә ебәрәләр. Ул тәҡдимдәрҙе ил, халыҡ хужалығы мәнфәғәтендә файҙаланалар. Бер генә тәҡдим дә иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Ә беҙҙә юғары дәрәжәле ғалимдарҙың ниндәй әһәмиәтле асыштары иғтибарһыҙ ҡала. Ә сит илдә уларҙы эләктереп алып, тормошҡа ашыралар.
Быны нимә менән аңлатырға? Рәсәй Хөкүмәтенең премьер-министры Медведев ике мәртәбә: "Илгә дәүләт милке кәрәкмәй - барыһы ла шәхси булырға тейеш", - тине. Был тамырынан дөрөҫ түгел. Милектең 50-60 проценты дәүләттеке булырға тейеш икәнлеген алдараҡ әйтеп үткәйнем инде. Мин бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡтың үҫеүен инҡар итмәйем - улар ҙа булырға тейеш. Ә төп урында дәүләт милке торорға тейеш. Хужалыҡ тармаҡтарын ил, дәүләт мәнфәғәтенән сығып үҫтерергә кәрәк. Уйлап сығарылған нәмәне - көрсөктө - бары тик аҡыл ярҙамында ғына еңеп була. Иҡтисади сәйәсәт менән ныҡлап шөғөлләнгәндә, бөтөн дәүләт органдарын эшкә еккәндә, "көрсөк" тип аталған әйберҙе булдырмаҫҡа ла, уның тураһында һөйләмәҫкә лә мөмкин ине.
Ҡытай юғары темптар менән үҫешә. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса хатта Американы үтеп китте. Ҡытайҙың юғары темптар менән алға китеүенең икенсе бер ҡануны ла бар: элек артта ҡалған илдәрҙә юғары темптар барлыҡҡа килеүсән. Улар ниндәйҙер бер кимәлгә еткәнсе ошо динамиканы һаҡлап килә-килә лә, темптарын кәметә. Ә иҡтисады электән ныҡ үҫешкән илдәрҙең үҫеш темптары юғары була алмай. Улар темптарҙы түбәнәйтмәй генә алға баралар. Иҡтисадҡа шундай процестар хас. Ҡытайҙың юғары темптар менән үҫеүе уның элекке ваҡытта иҡтисадының, халыҡ хужалығының үҫеш темптары буйынса сағыштырмаса артта ҡалыуы менән аңлатыла. Килер бер көн - ниндәйҙер бер кимәлгә барып етеү менән бөгөнгө юғары темптар түбәнәйәсәк. Әлбиттә, ил был хәлде булдырмаҫҡа тырышасаҡ.
Ә беҙҙең темптарға килгәндә, үҫеш бара, әммә яй бара. Кәрәкле темптарҙы ала алмайбыҙ әле. Илдең иҡтисадын, халыҡ хужалығын үҫтереү өсөн төбәктәргә: республикаларға, өлкәләргә, крайҙарға иҡтисади үҙаллылыҡ бирергә кәрәк. Улар үҫеш йүнәлештәрен үҙаллы - урындағы шарттарҙан сығып, ниндәй тармаҡтарҙы үҫтерергә кәрәклегенән сығып билдәләргә тейеш. Йәғни, халыҡ хужалығына, илгә ниндәй продукттар, ниндәй тауарҙар етештереүҙе төбәктәр үҙҙәре билдәләргә тейеш. Һалым системаһын үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Хәҙер төбәктәрҙә етештерелгән бөтә байлыҡ үҙәккә китә. Финанс ресурстары - Мәскәү өлкәһендә. Бөтөн халыҡ шунда ағыла.
Төбәктәргә йөҙ менән боролорға, үҫтерергә кәрәк. Тәбиғәт байлыҡтарыбыҙ күп. Беҙҙә үҫешеү мөмкинлектәре бик ҙур. Уларҙы рациональ, юғары һөҙөмтәле итеп файҙаланыу зарур. Шунһыҙ беҙҙең ил иҡтисады ҡеүәтле, юғары темптар менән үҫешә алмаясаҡ. Быны аңламайҙармы, әллә аңлап та эшләмәйҙәрме? Быныһы - икенсе мәсьәлә.
Башҡортостан урманға бай. Әммә урмандар беҙҙең милек түгел - Үҙәк милке. Республика милке һаналған урман бик әҙ генә. Тик уларын да Мәскәү олигархтары ҡуртымға алып бөтөргән. Ҡуртымға алған ваҡытта урман ресурстарын юғары кимәлдә эшкәртеп, урман сәнәғәте комплексын үҫтерергә тигән йөкләмә менән киләләр ҙә, бер ни ҙә эшләмәйҙәр ҙә ҡуялар. Ағасты ҡырҡалар ҙа һаталар. Төп эштәре - шул. Унан һуң, урманды ҡырҡыу - бер, уның урынына ағас ултыртырға ла кәрәк бит. Былары ла эшләнмәй. Ошоларҙы төп етешһеҙлектәр итеп, ҡуртым килешеүен киренән суд аша ҡаратып, урман ресурстарын республика мәнфәғәтенә, дәүләт мәнфәғәтенә ҡайтарып алыу мөмкинлеге бар ҙа бит...

Бөгөн беҙҙе ауылдарҙағы иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, шул арҡала ир-егеттәрҙең ситкә, Себергә эшкә таралып бөтөүе борсой. Ауылдарҙы үҫтереүҙең, уларҙы эшле итеүҙең ниндәй перспективалары бар тип уйлайһығыҙ?

- Ауылдарҙа үҫеш перспективалары ҙур ғына ул. Бының өсөн урындағы байлыҡтарҙы дөрөҫ һәм һөҙөмтәле файҙаланыу зарур. Иң беренсе ер ресурсын файҙаланыу кәрәк. Ерҙәр хәҙер һөрөлмәй, эшкәртелмәй ята, сәселмәгән баҫыуҙар күп. Ер пайҙары ла файҙаланылмай. Урындағы тәбиғи шарттарға нигеҙләнеп, ерҙәрҙе эшкәртеп, кәрәкле продукттар етештереп, ауыл хужалығын алға сығарырға кәрәк. Был бәләкәй фермерҙарҙың ғына хәленән килмәй. Уларҙы ла үҫтерергә кәрәк, һүҙ ҙә юҡ. Әммә беҙгә хәҙер кооперацияны үҫтереүҙе хәстәрләргә кәрәк. Кооперацияны үҫтермәйенсә тороп, ауыл хужалығын үҫтереп булмай. Элекке термин менән әйткәндә, колхоздарҙы киренән тергеҙергә кәрәк. Совет власы йылдарында иҡтисадтағы иң мөһим сәйәсәттәрҙең береһе - колхоздарҙы барлыҡҡа килтереү булды, тип иҫәпләйем. Уларҙы юҡҡа сығарыу - ауыл хужалығын емереү, тигән һүҙ ул. "Колхоз" тиһәң, күп кешеләрҙең сәстәре үрә тора. Колхоз - күмәк хужалыҡ тигәнде аңлата. Ерҙе бер генә ғаилә эшкәртә алмай. Уны күмәкләп эшкәртергә кәрәк. Кооперацияны унлаған ғаиләнең көсөн берләштереп төҙөргә мөмкин. Мин элекке колхоздарҙы тиҙ арала яңынан тергеҙеү мөмкинлеге юҡлығын беләм. Уға техникаһы ла, ойоштороу ҙа, башҡаһы ла кәрәк. Тәүҙә айырым шәхси хужалыҡтарҙы берләштерергә кәрәк. Берләшеү туғанлыҡ, күрше-күләнлек, ауылдашлыҡ нигеҙендә лә була ала. Кооперацияны колхоз тип атамаһаң, икенсе төрлө атама бир әйҙә. Башҡорт ырыуҙары миҫалын алып ҡараһаң, ерҙәрен элек-электән күмәкләп эшкәрткәндәр. "Общинное землепользование" тигән төшөнсә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
Ауыл хужалығын, ит, һөт, йөн, иген эшкәртеү, икмәк бешереү кеүек етештереү сәнәғәте тармаҡтарын үҫтереү зарур. Мәҫәлән, беҙҙең Урал аръяғы райондарында хәҙер күпләп йылҡы аҫырайҙар. Айырым хужалыҡтарҙа 5-әр, 10-ар баш, унан да күберәк йылҡы бар. Етеш, өлгөр ғаиләләр аҫырай уларҙы. Улар ҡымыҙ эшләй, ҡымыҙ һата. Ошо ерлектә, әйтәйек, хужалыҡтарҙан ҡымыҙҙы йыйып алып, хаҡын түләп, Сибайҙамы, Баймаҡтамы ҡымыҙ бешеү заводы эшләтеп ебәрергә мөмкин булыр ине. Ул ҡымыҙҙы йөк-йөк итеп Өфөгә алып килеп, магазиндар асып, йә булмаһа, баҙарҙарҙа һатыуҙар ойошторһаң, бына тигән килем бит. 50-60-сы йылдарҙа ҡымыҙ кибеттәре була торғайны әле. Хәҙер юҡ. Өфө магазиндарында һатылған бәләкәй һауыттағы ҡымыҙҙың хаҡы 120 һум булһа, Баймаҡта литр ярымлыҡ һауыттағыһын 100 һумға һаталар.
Һис һүҙһеҙ, ауылға иғтибар арттырыу кәрәк. Республиканың ғына түгел, тотош илде алып ҡараһаң да, бөтөн үҫештең нигеҙен ауыл тәшкил итә. Бөтөн ресурстар ауылда бит: ер, һыу, урман, иген, мал. Күҙәтеүҙәр буйынса, хатта илдең етәксе органдарында эшләгән кадрҙарҙың күбеһе ауылдан сыға. Таланттарҙы ауыл бирә. Ҡалаларҙан сыҡҡан талантлы кадрҙар ауылдан сыҡҡан талантлы кадрҙарға ҡарағанда сағыштырмаса аҙыраҡ...

Ә иҡтисад өлкәһенә, ниңәлер, ҡала кешеләре нығыраҡ ылыға. Һеҙҙең һымаҡ ауылдан сыҡҡан иҡтисадсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ түгелме?

- Ҡала кешеләре иҡтисад өлкәһенә, әлбиттә, тиҙерәк ылыға. Ни өсөн тигәндә, уларҙың тыуыуы ошо ҡала иҡтисады менән бәйләнгән. Ата-әсәләре күсеп килеп, ҡалала ғаилә ҡорған. Бала беренсе көнөнән алып ҡала шарттарына яраҡлашып үҫә. Урындағы сәнәғәт предприятиелары булһынмы, аҙыҡ-түлек предприятиеларымы, бала әкренләп шул процесҡа инеп, аралашып үҫә. Ә ауылда үҫкән йәштәр 18-20 йәшкә етмәйенсә, был өлкәгә килеп инә алмай. Был йәһәттән, әлбиттә, ҡала халҡы алдараҡ тора.

Һеҙ был өлкәгә нисек килеп индегеҙ, нисек иҡтисадсы булып киттегеҙ?

- 1955 йылда Темәс педучилищеһын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған сағымда студенттарҙы эшкә йүнәлтеүсе комиссия мине уҡырға ебәрергә өгөтләне. Ул ваҡытта училищены "бишле"гә бөтөргәндәрҙе юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ алалар ине. Комиссия ағзаларына: "Мин ауылға ҡайтып, әсәйгә ярҙам итәм. Йүнәлтмәне башҡаларға бирегеҙ", - тим. "Юҡ! Һин уҡырға китергә тейешһең!" - яуап бер. Беренсе көнөндә минең ризалыҡты ала алманылар. Икенсе көнөндә лә ризалашманым. Райондың мәғариф бүлеге мөдире лә "Һин уҡырға кит!" тип ныҡышты. Мин, көсләшеп, ауылға ҡайттым. Мәктәптә директор булып Сәйет Ғәли улы Ниәтшин эшләй ине. Сәғәттәр юҡ, тинеләр. Әммә башҡа уҡытыусыларҙың 1-әр, 2-шәр сәғәтен алып, миңә 17 сәғәт йыйҙылар шулай ҙа. 9 предметтан уҡытып (ҡайһы бер предметтарҙы махсус өйрәнергә тура килде) йөрөгән сағымда, шундай һығымтаға килдем: "Иҡтисад буйынса уҡырға китергә кәрәк!" 1956 йылда уҡырға индем. Университетты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Хәҙер мине Мәскәүгә аспирантураға ебәрергә булып киттеләр. Ризалаштым. Тик бер әтнәкә килеп сыҡты - аспирантураға барырға тәҡдим алырҙан алда мин Баймаҡҡа эшкә ҡайтырға йүнәлтмә алып өлгөргәйнем. Министрлыҡ аспирантураға ебәрмәне лә ҡуйҙы. Закон ҡаты ине. Шулай итеп, аспирантураға юлланыр алдынан ике йыл Баймаҡҡа ҡайтып эшләнем. 1963 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына Иҡтисад буйынса ғилми-тикшеренеүҙәр бүлегенә кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшкә урынлаштым. Мәскәү иҡтисад институтына аспирантураға индем. Диссертацияны уңышлы яҡлап, иҡтисад фәндәре кандидаты булып, Өфөлә эшләй башланым. 1973 йылда сектор мөдире итеп һайланылар. 1987 йылда докторлыҡ диссертациямды яҡланым. 90-сы йылдарға тиклем 19 ғилми хеҙмәткәрҙән торған ошо сектор менән етәкселек иттем. 1990 йылда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов иҡтисад буйынса үҙенең кәңәшсеһе сифатында Президент аппаратына эшкә саҡырҙы. 1997 йылда миңә 60 йәш тулып китте. Дәүләт хеҙмәтендә 60 йәштән пенсияға оҙаталар. Шунан мин фән өлкәһенә кире ҡайттым. Бөгөнгө көндә мин Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең иҡтисад институтында һәм Башҡортостан Фәндәр академияһында эшләйем, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты Иҡтисад, бизнес, финанс институтының Менеджмент һәм Маркетинг кафедраһы профессорымын. Унда башлыса аспиранттар, магистрҙар менән эшләйем.

Һеҙгә ошо көндәрҙә 80 йәш тулды. Шундай ауыр өлкәлә эшләп, нисек шундай яҡты зиһенле, йәш ҡала алдығыҙ?

- Әлеге уңыштарымды, һеҙҙеңсә әйткәндә, йәш күренеүемде эшкә бирелгәнлегем менән аңлатыр инем. Мин эшләргә яраттым. Фән - минең тормошомдоң иң яуаплы, иң ҡыҙыҡлы өлөшө. Йәш ваҡытта отпускыларҙа ла ял итмәй эшләй торғайным. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә сәғәт 6-нан тороп, ғаиләнән ҡасып, эшкә китеп, 10-12 сәғәттәргә тиклем эшләп ҡайта инем. Фәнгә бирелгәнлегем мине төрлө алама ғәҙәттәрҙән дә һаҡлағандыр, тип уйлайым. Беҙҙең заманда эскелек көслө булды бит. Шул арҡала бынамын тигән егеттәр әрәм булды. Фәнгә бирелеүем был афәттән ситтәрәк торорға ла ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Хеҙмәткәрҙәремә генә түгел, мин үҙемә-үҙем дә ныҡ талапсан кешемен. Һәр көнөмә план ҡорам, шул пландарҙы үтәмәйенсә, эш көнөмдө тамамламай торғайным. Әгәр ҙә төрлө йыйылыштар, ултырыштар арҡаһында планлаштырылған эшем ҡалһа, уларҙы өйгә ҡайтып, барыбер тамамлап ҡуя инем. Эшкә бирелгәнлек һәм фән юлынан тайпылышһыҙ барыу фекерләү ҡеүәмде үҫтергәндер, мине илһамландырғандыр. Миңә фән донъяһына юл асҡаны өсөн Аллаға рәхмәтлемен.

Шулай итеп...
Абруйлы ҡунағыбыҙ Мазһар Насибулла улы менән ике сәғәткә яҡын аралашып, уның республика төбәктәре өсөн бихисап эш башҡарыуы тураһында белдек. Атап әйткәндә, Башҡортостандың Урал аръяғы һәм төнъяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыу буйынса оҙаҡ йылдар эшләгән белгес бөгөн дә ошо йүнәлештә тикшеренеүҙәрен дауам итә. "Беҙҙең тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыуға республиканың мөмкинлектәре генә самалы. Юғиһә, ошо райондарҙың хәле күпкә яҡшыраҡ булыр ине", - ти ул.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1162

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru