«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨНӘЖӘТТЕҢ МОҢЛО СЫҢЫ КҮҢЕЛДӘРҘЕ ӘСИР ИТӘ
+  - 

Фольклорсы ғалим Хәбибулла Ғәбитов яһаған һығымта был: "Башҡорт халыҡ ижадының 90 проценты юғалып, беҙҙең ҡулыбыҙға 5-10 проценты ғына килеп еткән..." Әле генә ана шул юғалта яҙғандар араһында дини ауыҙ-тел ижады өлгөһө - мөнәжәт тә бар ине. Рухиәтебеҙҙең башҡа өлгөләре араһында үҙенең лайыҡлы урыны булған мөнәжәтебеҙҙе тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, өйрәнеү юлындабыҙ. Эпосы булған, мөнәжәт һәм нәсихәттәр әйткән халыҡ икәнебеҙҙе раҫлау юлындабыҙ. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән Мөнәжәт башҡарыусыларҙың IV төбәк-ара конкурсы ошо юлдағы тағы бер ҡаҙанышыбыҙ булды.

Быға тиклемге ошондай уҡ сараларҙан һуңғы фекер алышыуҙарҙа, гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләрҙә, радио-телевидениенан яңғыраған сығыштарҙа: "Ниңә был конкурс ағинәйҙәр кимәлендә генә ойошторола, киләсәктә уны БР Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ойошторған республика йә Рәсәй кимәлендәге сара итеп нарыҡлау кәрәк", - тигән тәҡдимдәр яңғырағайны яңғырауға. Былтыр РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ошо мөнәжәт конкурсынан һуң Сибайҙа һәм Баймаҡта үткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһендәге сығышында ла ошо тәҡдимде ҡеүәтләгәйне: "Балаларыбыҙ индустарҙың мантраларын ятлағансы, үҙебеҙҙең мөнәжәттәрҙе өйрәнһен... Киләсәктә мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән өгөттө, аҡылды йәштәр күңеленә лә күсерергә тейешбеҙ..."
Ошондай матур фекерҙәр яңғырауға ҡарамаҫтан, быйыл да мөнәжәт конкурсы Сибай ҡала округы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойошторған сара булараҡ ҡына үтте. Ярай әле, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, "Киске Өфө" гәзите редакцияһы, шулай уҡ "Башбланкиздат" предприятиеһының генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева бағыусылар сифатында сараны күтәрмәләне.
Хәйер, ниндәй генә кимәлдә үтһә лә, мөнәжәт башҡарыу менән бәйле сараларҙың әһәмиәте юғары ҡала. Ана бит, Сибай ағинәйҙәренең саҡырыуын, изге ниәтен республиканың төрлө райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән 250-нән ашыу кеше күтәреп алып, халҡыбыҙҙың илаһи ауыҙ-тел ижады өлгөһөн сәхнәгә алып сыҡты. Быуындан-быуынға күсә килгән, һигеҙ ожмах асҡысы һәм ике донъя ҡиммәттәрен аңлаған өләсәй-әсәйҙәренән отоп алған мөнәжәттәрҙе йәштәргә ишеттерергә ниәтләп килеүсе етенсе тиҫтәне ашатлаған оло ағинәйҙәр ҙә, үҙҙәренең төбәгендә ауыҙ-тел ижадының был төрөн яңынан тергеҙеүҙе маҡсат итеүсе йәш ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты унда. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла, Учалы, Йылайыр, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Ейәнсура райондарының мөнәжәт башҡарыусылар мәктәбе ныҡлы нигеҙгә таянып килә, уны артабан үҫтерәһе, камиллаштыраһы ғына ҡалды, тигән һығымта яһалһа, тәүге тапҡыр ғына ҡатнашҡан Ғафури районының Сәйетбаба, Белорет районының Сосновка ауылы ағинәйҙәренең сығыштары ла "Илтифат иткәндә, ныҡышмалыҡ күрһәткәндә, мөнәжәтте һәр ҡайҙа өйрәнергә, йыйындарыбыҙ күрке итергә мөмкин", тигәнгә инандырҙы. Ә Силәбе өлкәһе Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары мөнәжәтселәре тағы ла ысын мөнәжәт өлгөһө менән һоҡландырҙы, күптәргә әле уларҙан өйрәнәһе бар, тигән һығымта яһатты. Сарала шулай уҡ тәүге тапҡыр ҡатнашҡан, әммә быға тиклем үҙҙәрендә бер нисә йыл рәттән төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсы үткәрә килгән Стәрлебаш ағинәйҙәренең "Күндерәккәй" ансамбле лә бик матур, юғары кимәлдә сығыш яһаны. Әммә баһалама комиссияһы ағзалары уларҙың сығышын мөнәжәт түгел, ә бәйет әйтеү булды, тип баһаланы.
Ысынлап та, халыҡ араһында нәсихәт, бәйет, мөнәжәттәрҙе айырмаусылар, "Нимә һуң ул мөнәжәт?" тип һораусылар бихисап. Белмәүселәр был хаҡта дин әһелдәренән һорай, йә булмаһа башҡорт тарихын, уның мәҙәниәтен өйрәнеүсе элекке ғалимдарҙың хеҙмәттәренә күҙ һала алыр ине. Мәҫәлән, Сергей Рыбаков аңлатмалары буйынса, мөнәжәт - ул "Аллаға өндәшеү, дини йөкмәткеле шиғырҙар". Башҡорт тарихын өйрәнеүселәр иһә ошоно раҫлар: был төбәктә Ислам динен иң тәүгеләрҙән булып башҡорттар ҡабул иткән -Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең халҡыбыҙға ошо маҡсатта үҙенең өс сәхәбәһен ебәреүе лә быға дәлил. Исламға тиклем үк айырым милләт булып формалашҡан башҡорттар дини йолаларҙы ла үҙ йолалары йәнәшенә ҡуйған һәм ошо көнгәсә беҙ уларҙы бер-береһенән айырып ҡарамайбыҙ, улар йәнәш йәшәй, бергә атҡарыла. Исламға тиклем үк, йә Исламды ҡабул иткәс барлыҡҡа килгәндер башҡорттарҙа мөнәжәттәр ҙә. Сөнки Ҡөрьән-Кәрим доғаларын уҡығандан һуң, мәжлестәрҙе үҙ туған телебеҙҙәге мөнәжәттәр уҡып тамамлауҙың шаһиты булырға тура килде бит әле беҙҙең быуынға ла. Сибайҙа үткән сарала дүртенсе йыл рәттән мөнәжәт башҡарыуҙың классик өлгөһөн күрһәтеүсе Силәбе өлкәһе ағинәйҙәре лә раҫланы быны. "Башҡорттар элек-электән һәр мәжлестән һуң мөнәжәт әйткән, беҙ әле лә был йоланы ташламайбыҙ. Ауылдаштар аятҡа йыйылғанда һәр ваҡыт мөнәжәт әйтәбеҙ, тик уны әйтеү ҡайғылы урында ғына тыйыла. Бәндә мәрхүм булып ҡалһа, уның йыллығы үтмәйенсә, был өйҙә мөнәжәт һөйләмәйбеҙ", - тигәйне Сосновка районы Әлеш ауылының хөрмәтле ағинәйе Заза Дауытова.
Мөнәжәтте нәсихәт, бәйет менән бутаусыларға әйтер һүҙ шул. Мөнәжәттәрҙең йөкмәткеһе:

Эй, Хоҙайым, бер Хоҙайым,
Һығынамын мин һиңә.
Эй, Хоҙайым, рәхмәтеңде
Насип иткел Һин минә... -

тип, Аллаға өндәшеү, Уға таяныу, Унан ярҙам һорау, Уның ғына һине һаҡлай алыуына ышаныу, Уның алдына барып баҫҡас, эшләгән эшең, ҡылған ҡылыҡтарың өсөн нимә тип яуап биреүең тураһында уйланыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт филармонияһының "Әс-сәләм" этник төркөмө репертуарында:

Бисмииләһи - эштәр башы,
Бисмилләһи - күңел хушы,
Бисмилләһи иман нуры,
Әйтә күргел һин уны, -

тигән мөнәжәт бар. Йәштәр уны күңелдәрҙең иң төпкөлөнә үтеп инерлек итеп яңғырата.
Ә нәсихәттәрҙе беҙ мөнәжәттәргә ҡарағанда йышыраҡ ишетәбеҙ. Аҡмулла нәсихәттәрен, Ризаитдин Фәхретдин нәсихәттәрен беләбеҙ. Мөнәжәт текстары борондан килһә һәм уларҙың бик аҙ ғына өлгөләре һаҡланып ҡалһа, нәсихәттәрҙе хәҙерге заман шағирҙарының әҫәрҙәрен көйгә һалып башҡарырға ла була. Нәсихәт - ул кешегә ихлас күңелдән әйтелгән кәңәш һүҙе, изгелек ҡылырға һәм игелекле булырға әйҙәү, хаҡ юлға йүнәлтеү. Әйткәндәй, Хәйбулла районынан Мөхәмәт ағай Ҡаҙаҡбаев башҡарыуындағы нәсихәттәр - был жанрҙы башҡарыуҙың иң юғары өлгөһө ул. Шөкөр, хәҙер йәштәребеҙ араһында ла барлыҡҡа килде нәсихәтселәр. Уларҙы Аҡмулла көндәрендәге сараларҙа даими тыңлайбыҙ, ә Сибайҙағы мөнәжәтселәр конкурсында бына дүртенсе йыл рәттән Учалынан Сәмиғулла Лоҡманов исемле йәш кешенең үҙе ижад иткән нәсихәттәрен, шулай уҡ ағинәйҙәрҙең Гүзәл Ситдиҡова, Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарын нәсихәт итеп башҡарыуҙарын тыңлап кинәнәбеҙ.

Шулай итеп...
"Мөъмин мосолман ғилемде ҡайҙа юғалтты, шунан табып алырға тейеш", тиелгән Ҡөрьән-Кәримдә. Мөнәжәтебеҙ ҙә юғалған ғилемебеҙ иҫәбендә ине, шөкөр, халҡыбыҙҙың был аҫыл хазинаһы берәмтекләп йыйыла, танытыла, моңло сыңы күңелдәрҙе яулай. Тик бына уны республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығында ла таныуҙары, мөнәжәт конкурсын күтәрмәләп алыуҙары кәрәк. Өмөт итәйек әле.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1049

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru