«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар
7. Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
11. Мостай Кәрим, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы һәм поэзияһы
12. М. Ғафури "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһе
13. М. Ғафури "Шағирҙың алтын приискыһында" повесы
14. Ғ. Хәйри "Боролош" романы

Өфө ҡалаһы 136-сы Башҡорт лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ғәзизуллина "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә Әхиәр Хәкимовтың "Өйөрмә" романын индерергә тәҡдим итте. "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимдең бик күп әҫәрҙәрен тәҡдим итергә булыр ине лә, әммә һәр быуын кешеһенә уҡыуы ҡыҙыҡлы, фәһемле булған "Өйөрмә" романын исемлеккә тәү сиратта индерергә кәрәк. Сөнки киләсәктә беҙ башҡорт халҡының тарихи үткәндәре, милләттең бөтә ил менән бергә кисергән михнәттәре, фажиғәле яҙмышҡа дусар ителеүе, тарихи ысынбарлыҡты хәтерҙән сығармаҫҡа тейеш. "Өйөрмә" романы бер быуат элек барған ваҡиғалар шауҡымында башҡорт алпауыттарының, интеллигенцияның яҙмышын сағылдыра. Юлындағы бөтә нәмәне юҡ иткән ғәрәсәт кеүек кешеләрҙең тормошон аҫтын өҫкә әйләндергән репрессия йылдарында әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең ысынбарлыҡта нисек йәшәүен дә күрәбеҙ. Романдың төп геройы Искәндәр Мораҙымовты ла был шауҡым урап үтмәй, ләкин ул үҙенән һуң был тормошта эҙ ҡалдырып китә: быуынды дауам итерҙәй улы Камил һәм үлемһеҙ әҫәрҙәре бар. Йылдар үтеү менән ғәҙелһеҙлекте дөрөҫлөк еңеүен, ялған эш фашланыуын күрһәтергә теләй беҙгә автор. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит ул. Әхиәр Хәкимов тап бына шул турала яҙа, киләсәк быуындар был китапты уҡып фәһем алһын, ул заманда йәшәгән кешеләр кеүек ялған һүҙҙәргә ышанмаһын, бер-береһенә битараф булмаһын, шауҡым ыңғайына бармаһын, тигән маҡсаттары бар әҙиптең. Шуның өсөн дә "Өйөрмә" романы "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының исемлегендә тәүгеләр рәтендә торорға тейеш..."

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ! Аңлағанһығыҙҙыр, был исемлек башында барыбер ҙә әҙәбиәтебеҙ классиктарының, аҡһаҡалдарының әҫәрҙәре урын алырға тейеш. Мәктәптә уҡыған ул әҫәрҙәр барыбер ҙә күңелегеҙҙә һаҡланалыр - шуларҙы барлайыҡ тәүҙә, ә бөгөнгө быуын яҙыусыларының әҫәрҙәре тураһында саҡ ҡына һуңыраҡ, исемлек аҙағына етә башлағас һөйләшербеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1221

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru