«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТЕБЕҘ ҠОТО – КАРУАНҺАРАЙ
+  - 



Беҙ ул ваҡытта студенттар инек. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Башҡорт улдары Ырымбурға барып, Каруанһарайҙы кире милләтенә ҡайтарып биреү маҡсатынан митингтар ойоштороп йөрөнө. Бәлки, ныҡышмалылыҡ етмәгәндер, бәлки, талаптарҙы ишетергә теләгәндәр табылмағандыр, әммә 1837 - 1846 йылдарҙа Ырымбурҙың хәрби губернаторы В. Перовскийҙың ҡарары менән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн белем алыу, туҡталыу урыны өсөн милли йорт булараҡ һалынған Каруанһарай, ситтә ҡалды. Ырымбурға барһаҡ, Каруанһарайҙы күреп эс бошоп ҡайтып китә торғайныҡ. Был юлы беҙҙе ул асыҡ сырай менән ҡаршыланы. Яңыраҡ Ырымбур ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға - 100, Каруанһарай төҙөлөүгә 170 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһе хакимиәте тарафынан ойошторолған сарала йәнә лә халҡыбыҙ күңелендә милли тойғо, ҡуҙ аҫтындағы көл һымаҡ, дөрләп тоҡанырға ғына әҙер тороуын тойоп ҡайттыҡ.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов "Каруанһарай" тарихи-архитектура комплексы бинаһында "Каруанһарай" - Башҡортостан дәүләтселегенең бишеге" темаһына арналған түңәрәк өҫтәлде асып, тотош Башҡортостан халҡын олуғ байрам менән тәбрикләне. "Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты В. Путин "Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы бына бөгөн беҙ, тап Башҡорт автономияһы ойошторолған төбәктә, Ырымбур ерендә ошо тантаналарҙы башлайбыҙ, тиһәк тә була. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ РСФСР составында тәүгеләрҙән булып ойошторолған автономиялы республика ғына түгел, ә килешеү нигеҙендә төҙөлгән берҙән-бер субъект", - тине ул. Байрам тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты социаль сәйәсәт департаментының мәҙәниәт һәм архив эштәре мөдире Илһам Фәтҡуллин, Ырымбур өлкәһе Губернаторы һәм Хөкүмәтенең эске сәйәсәт аппараты идаралығының консультанты Фәрит Абдразаҡов ҡатнашты.
Сарала тарихсыларҙың ҡатнашыуы тарихи ысынбарлыҡты яңынан күҙ алдына баҫтырырға ла ярҙам итте. Ғалим Марат Ҡолшәриповтың сығышы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты. "Башҡортостан автономияһы 1919 йылдың 23 мартында түгел, ә 1917 йылдың ноябрендә үк иғлан ителгән була. Шул уҡ йылдың июлендә тап ошо йортта тәүге Башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Делегаттар кантондарҙа тауыш биреү юлы менән һайланыла. Был да ҡоролтайҙың законлы йыйын ойоштороуы тураһында һөйләй. Ул съездарҙа иң тәүҙә территориаль автономия хаҡында һүҙ алып барыла. Петроград та Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә тыныс ҡарай, сөнки ул совет власының 1917 йылдың 2 ноябрендә ҡабул ителгән "Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһы"на ҡаршы килмәй. Республика көнө тип иғлан ителгән датаға ҡарата түбәндәге факттарҙы әтйеп китеү мөһим. "Үҙәк Совет власы менән Башкирияның Совет автономияһы араһында килешеү"гә 1919 йылдың 20 мартында ҡул ҡуйыла. "Килешеү" тексы 23 мартта "Известия ВЦИК" гәзитендә баҫылып сыҡҡан".
Китап палатаһы директоры, тарихсы Азат Ярмуллин "Каруанһарай"ға бәйле ваҡиғалар бәйәнен дауам итеп, түбәндәгеләрҙе өҫтәне: "16 ноябрь көнө Каруанһарайҙы Башҡорт мәркәз шураһы үҙ ҡулына ала һәм бинаны һаҡлауҙы Мосолман полкына ҡуша. Шул уҡ көндө Ырымбурҙың распределительный комитетына хәбәр итә: "С 16 ноября Башкирский Областной Совет с согласия губернского комиссара, вступил в фактическое владение Караван-Сараем и охрану его поручил Мусульманскому военному комитету. Поэтому Совет просит Губернское присутствие Караван-Сарай исключить из списка казенных имуществ и считать собственностью башкир". Шулай итеп, көтмәгәндә башҡорт халҡы ике изге маҡсатына ирешә: Башҡортостан тупраҡлы мөхтәриәте иғлан ителә һәм Каруанһарай башҡорттар ҡулына күсә. Милли хәрәкәттең уртаһында ҡайнап йөрөгән мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич бөтөн хистәрен һалып ошо ике ҡыуаныслы ваҡиғаға бағышлап "Олуғ шатлыҡ" исемле шиғырын яҙа. 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайы 1917 йылдың декабрендә Каруанһарай бинаһында тантаналы рә-үештә үтә. Бында Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан иғлан ителгән Башҡортостан мөхтәриәте раҫлана, беренсе милли хөкүмәт ойошторола. Шулай итеп, Каруанһарайҙа Башҡортостан дәүләтселеге тыуа. Бина Башҡортостан хөкүмәтенең резиденцияһына әүерелә. Әммә башҡорт халҡының Бабич яҙғанса "Олуғ шатлыҡ" дәүере бик ҡыҫҡа була. Шағир уйлағанса милли мөхтәриәт яулау эше еңел генә булмай, үкенескә ҡаршы. 1918 йылдың ғинуарында Ырымбур ҡалаһы большевиктар ҡулына күсә... Шулай ҙа заманалар үҙгәрә тора, бына бөгөн беҙ Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә данлыҡлы Каруанһарайҙа уның 170 йыллығын билдәләйбеҙ".
Ырымбурҙың тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр Фәнил Ишбулатов та, Фәрит Нәҙершин да ҡаланың барлыҡҡа килеүе, Каруанһарайҙың башҡорттар тормошонда тотҡан урынын билдәләне. Түңәрәк өҫтәлде алып барыусы, сығышы менән Ырымбур егете Нурислам Ҡалмантаев та ҡыйыу фекерҙәре менән ҡыуандырҙы: "Был архитектура ҡомартҡыһын төҙөү өсөн 808 мең аҡса йыйыла ул ваҡыттағы иҫәп буйынса, шуның 806 меңен башҡорттар, ҡалғанын мишәрҙәр һәм бер ҡаҙаҡ ханы бирә. Һандар үҙҙәре үк кемдәр күп көс түккәнен әйтеп тора. Етмәһә, ҡом, таш ташып, төҙөлөштә ҡатнашып, һуңғы малын һуйып, шуның менән ризыҡ алып килеп һәм башҡа төрлө ярҙам итеүселәр ҙә күп булған. Ғөмүмән, Каруанһарай төҙөү хаҡында указ сығыу менән башҡорттар был эшкә бик ихлас тотона, сөнки беләләр, В. Перовский был эште уларға булған хөрмәт йөҙөнән башҡара. Шуға күрә Өфөнөң берәй паркына, аллеяһына уның исемен биргәндә, һис насар булмаҫ ине".
Бөгөн "Каруанһарай"ҙа башҡорт йәмәғәтселегенең эшен ойоштороусылар - урындағы "Каруанһарай" мосолман дини ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Жангабилова һәм "Каруанһарай" мәсете имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев. Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы үҙ сығышында иң тәү сиратта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Башҡортостан Хөкүмәтенә "Каруанһарай"ҙа реконструкция уҙғарыу өсөн 10 миллион аҡса бүлгәндәре өсөн олуғ рәхмәтен еткерҙе: "Бинаның бер ерен дә үҙгәртмәнек, ул төҙөлгән дәүерендә нисек булған, шул килеш тергеҙелде. Архивтарҙа ултырып, беҙ Каруанһарайҙың архитектура проектын эшләнек. Бына ошо тарихи документты һеҙҙең ҡулға бирәбеҙ. Башҡорттар йәшәгән теләһә ҡайһы ерҙә кем теләй, әйҙә, шунда тергеҙһен яңынан Каруанһарайҙы! - тине ул, Әмир Ишемғоловҡа тарихи документты тапшырып. Күҙгә йәштәр эркелде, Каруанһарай Башҡортостанға ҡайта! Ә Каруанһарайҙы реконструкциялауҙа ҙур ярҙам күрһәткән "Нефтегазсервис" йәмғиәте директоры Әнүәр Бикмырҙинға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ошонда уҡ түңәрәк өҫтәлдең резолюцияһы ҡабул ителде. Уға ярашлы, яҡын киләсәктә Каруанһарай тарихи-архитектура комплексында башҡорт ойошмаларына, китапханаһына урын бүлеү, ошо төбәктә тыуған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү һәм башҡа милли проекттар хаҡында әйтелә.

Лариса АБДУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.16 | Ҡаралған: 1139

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru