«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА ҠУЛДАН КИЛӘ!
+  - 

Берәй атҡарып сыға алмаҫлыҡ ауыр эш алдында баҙап ҡалғанда һәр ваҡыт "Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй" тигән башҡорт халыҡ мәҡәле иҫкә төшә. Ысынлап та, бары тик йөръәт итеп башлап ебәреү генә шарт, барыһы ла башҡорт йәштәренең ҡулынан килә икән. Һуңғы бер нисә ай эсендә генә беҙҙең йәштәр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендә үткәрелгән сараларҙа лайыҡлы сығыш яһап, алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы булыуҙарын, заман менән бергә атлауҙарын иҫбатланы. Шундай йәштәребеҙҙең береһе, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йыйылма командаһы капитаны Марсель МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында үткән Аким кубогы өсөн бәйгелә яулаған еңеүҙәре тураһында әңгәмәләштек.

Быға тиклем ҡаҙаҡ уйынсылары үҙҙәре лә беҙҙә булып ҡайтҡайны. Ә һеҙ был бәйгегә саҡырылып барҙығыҙмы?

- Эйе, быға тиклем Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге кубогы уйындарына Ҡаҙағстандың Жайдарман КВН лигаһының етәксеһе Есен Елеукен бер төркөм уйынсылар менән беҙгә килеп ҡайтҡайны. Был юлы улар беҙҙе үҙҙәренә Аким кубогы өсөн ойошторолған фестивалгә саҡырҙылар. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы биш йыл эшләй һәм яйлап фекерҙәш, бер йүнәлештә эшләгән башҡа ойошмалар менән бәйләнештәрҙе нығыта башланы. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында үткәрелгән шаяндар һәм тапҡырҙар уйынында ла ошо маҡсатта ҡатнаштыҡ. Ойошманың рәйесе Урал Кәримов, элекке "Страйк" командаһы уйынсыһы Радик Ғиззәтов, тауыш операторы Ринат Ниғмәтуллин һәм уйынсылар Фидан Ҡолмөхәмәтов, Азамат Мөхәмәтйәнов, Иҙел Баймырҙин, Айҙар Йәнбухтин, Азат Низаметдинов һәм мин делегация составын тәшкил иттек. Беҙгә был сәйәхәткә сығырға ярҙам иткән БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына оло рәхмәтлебеҙ.

Һеҙ унда ҡаҙаҡ телендә сығыш яһағанһығыҙ икән...

- Бәйгенең шарты шулай ине. Ҡаҙаҡ телендә сығыш яһарға кәрәк булғас, Астанаға барып төшкәс тә ундағы мөхәррирҙәр менән күрешеп, тексыбыҙҙы тәржемә итеп алдыҡ һәм ятланыҡ. Ҡаҙаҡсаның ҡайһы бер һүҙҙәре башҡортсаға оҡшаш яңғыраһа ла, саҡ ҡына икенсе төрлөрәк әйтелә, шуға баш һүҙҙәрҙе телде вата-емерә ҡабатланыҡ. Егеттәр эшенә етди ҡараны һәм беҙҙе тамашасы бик йылы ҡабул итте, фестивалдең махсус призын яуланыҡ. Ғөмүмән, беҙ үҙебеҙҙең сығышыбыҙҙа ҡаҙаҡ халҡы, уларҙың иле, тарихы тураһында мәғлүмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтеүҙе һәм үҙебеҙҙең башҡорт халҡының да үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

Ҡаҙаҡ йәштәренең КВН уйындарындағы матур данын Масляков программаһы буйынса ла беләбеҙ. Улар менән аралашыу барыбер ҡыҙыҡ булғандыр?

- Эйе, Астанаға сәйәхәт сит тамашасы алдында сығыш яһау йәһәтенән генә түгел, КВН лигаһының эшен ойоштороу тәжрибәһе буйынса ла файҙалы булды. Жайдарман лигаһы Ҡаҙағстанда бик популяр, йыл да 250-ләп ғариза ҡабул ителә, командалар төп уйынға эләккәнгә тиклем өлкәләр кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа еңеү яуларға тейеш. Ҡаҙаҡ йәштәре туған телен яҡшы белә, ҡайһылары хатта рус телендә бөтөнләй һөйләшмәй. Жайдарман лигаһының бөтә уйындары ла илдең үҙәк каналында күрһәтелә. Шуға һәр уйынсыны бындағы халыҡ белә, улар популяр, уйын абруйлы. "YouTube" каналында Жайдарман уйынсыларының ябай телефонға төшөрөлгән сифатһыҙ видеоларын 70-80 мең кеше ҡарай, сифатлылары миллиондар иғтибарын йыя. Сағыштырыу өсөн: беҙҙең йәштәр араһында популярлыҡ яулаған йырсы RNT - Ринат Ниғмәтуллиндың сифатлы, матур клибын 16 мең кеше ҡараған.

Беҙҙең йәштәрҙең КВН уйындарына бик үк етди ҡарамауы күҙәтелә барыбер, шулай түгелме?

- Башҡорт асыҡ КВН лигаһының төп талабы - сифатҡа ынтылыу. Ләкин ойоштороусыларға ғариза биргән 10-15 команда араһынан иң көслөһөн һайлап алыуы ҡыйын. Бынан тыш, командалар бер-ике сезон уйнай ҙа, еңелһәләр, китә лә баралар. Беҙгә тырыш, үҙ фекерен юмор призмаһы аша еткерә алған, киләсәккә битараф булмаған йәштәр бик кәрәк. КВН уйнарға килгәнһең икән, тамашасы алдында буш һүҙ һөйләп тора алмайһың, һин уны үҙеңдең артыңдан алып барырға тейеш. Ә күптәр "Әһә, теге команда шул темаға шаяртҡас, былар көлдө, мин дә шулай итәйем", - тип уйлай. Беҙҙең командалар халыҡҡа яҡын юмор йәһәтенән эшләй, ә бына актуаль темалар буйынса шаяртыуҙар һирәк. Был тәжрибәһеҙлектән килә. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының географияһын киңәйтергә лә теләк бар, былтыр Мәскәү ҡалаһынан бер команда ҡатнашҡайны, быйыл Санкт-Петербургтан йәштәр ғариза биргән, бәлки, Силәбе өлкәһенән дә башҡорт йәштәре ҡушылыр. Республикала шаян һәм тапҡыр егеттәр-ҡыҙҙар күп, тик әүҙемлек етешмәй.

Әүҙемлек мәктәп уҡыусылары араһында юғарыраҡ түгелме?

- Ысынлап та, Башҡорт ЮНИОР лигаһында уҡыусы балалар әүҙемерәк ҡатнаша, унда ғариза биреүселәр ҙә күп. Уҡыусылар мөхәррирҙәр ме-нән сценарий буйынса даими рәүештә кәңәшләшеп тора, бер иш костюмдар тектерә. Өфөнән алыҫ ҡала-райондарҙа йәшәгән шаян балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Мәсәғүт, Күмертауҙа төбәк ярыштары ойошторабыҙ. Даими рәүештә үткәрелгән "КВН мәктәбе"ндә балаларға сәхнә оҫталығы, төрлө темаларға көләмәстәр уйлап табырға өйрәтәбеҙ. Башҡорт ЮНИОР лигаһы үткәргән саралар балаларға бәләкәйҙән башҡорт телен яҡшы белеүҙең әһәмиәтен тойоп үҫергә булышлыҡ итә. Юмор аша туған телебеҙҙе лә һаҡлайбыҙ, уны ҡулланыу даирәһен арттырабыҙ. Киләсәктә ЮНИОР лиганан Башҡорт асыҡ КВН лигаһына КВН-дың асылын аңлаған, яуаплы, дисциплиналы, тамашасы өсөн ҡыҙыҡлы булған йәштәр килер, тип өмөт итәм.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһында уйнаған һәр уйынсы был бейеклекте яулағас, артабан нимә эшләргә белмәй юғалып ҡала һымаҡ. Ә ниңә Масляковтың КВН-ына ынтылмаҫҡа беҙгә?

- Әлбиттә, Рәсәйҙәге иң билдәле был уйынға ла юл ярыу хыялы бар беҙҙә. Унда төрлө милләттәрҙең йыйылма командалары үҙҙәрен күрһәтеп өлгөрҙө, беҙгә лә үҙенсәлекле милли колоритыбыҙҙы сағылдырған йыйылма команда төҙөргә кәрәк. Быйыл Мәскәүҙәге һигеҙ йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан "Стендап" фестивалендә Фидан Ҡолмөхәмәтов менән сығыш яһап ҡайттыҡ. Сығышыбыҙ өс көн дауамында барған сараның һуңғы көнөнә тура килде, "ТНТ" каналында эшләгән, юмористик ток-шоуҙарҙы алып барыусы билдәле кешеләр жюри ағзалары ине. Һайлап алыу турын үтмәһәк тә, төрлө кешеләр менән танышып, аралашып, башҡаларҙың сығыштарын тыңлап, яңғыҙ сығыш яһауҙың нескәлектәренә төшөнөп, тәжрибә тупланыҡ. Был тәжрибәнең "Хәйерле Стендап-кис" сараһын ойоштороуға файҙаһы тейҙе. "Ятып ҡалғансы, һатып ҡал" тигән ток-шоу эшләп, уны БСТ каналынан күрһәттек. Артабан да шундай юмористик тапшырыуҙар, төрлө конкурстар, саралар ойошторорға дәртебеҙ бар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Милләтең өсөн янып-көйөүеңде, халҡыңды ҡайғыртыуыңды, туған телеңә һәм илеңә ҡарата һөйөүеңде үҙең маһир булған эште оҫта башҡарып, әүҙем эшмәкәрлегең менән дәлилләргә кәрәк. Был йәһәттән эштәре менән үрнәк булыр йәштәребеҙ бар. Артабан да улар менән таныштырыуҙы дауам итербеҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.16 | Ҡаралған: 1040

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru