«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӨҘӨМДӘН ЙЫЛМАЙЫУ КИТМӘЙ..."
+  - 

Алтын көҙ - концерт-тамашаларға ла бай мәл. Ғөмүмән, һәр ижадсы үҙенең эшенең һөҙөмтәләрен башҡаларға ла күрһәткеһе, уңыштары менән уртаҡлашҡыһы ла киләлер, моғайын. Башҡорт эстрадаһында күптән үҙенең лайыҡлы урынын тапҡан йырсы - Дияна ИШНИЯЗОВА менән 6 октябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк ҙур тамашаһы алдынан әңгәмә ҡороп алдыҡ.

Дияна, эстраданың үҙенең ҡанундары бар, уның "мәрхәмәтенә" лайыҡ булыу өсөн йырсы ниндәй булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

- Эстрадала үҙеңдең урыныңды табыу, йәш йырсылар араһында юғалып, төҫһөҙләнеп ҡалмау өсөн иң тәүҙә ҙур теләк, үҙ өҫтөңдә ныҡлап эшләү, камиллашыуға теләк тә, ихтыяр ҙа кәрәк. Әгәр ҙә йыр минең эшем генә түгел, ә минең йәшәү мәғәнәм, минең тормошом икән, әлбиттә, бындай ихтыярға эйә булырға ынтылаһың инде. Мин үҙемде тағы ла ниндәй өлкәлә таба алыр инем икән, был һорауға яуап биреп тә булмай.
Минең ҙур сәхнәгә сығыуыма ун һигеҙ йыллап барҙыр. Профессиональ йырсымын, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада бүлеген тамамлағайным. Ҡала мәҙәниәт һарайында оҙаҡ йылдар солист-вокалист булып эшләйем. Эштә төрлө телдә йырларға тура килә. Ғөмүмән, төрлө телдәге йырҙарҙы башҡарыу - ул йырсыны үҫтерә, уны төрлө яҡлап аса, тигән фекерҙәмен. Буласаҡ концертымда ла төрлө йырҙар яңғыраясаҡ.

Шулай ҙа тамашасы Дияна Ишниязованы күберәк башҡорт телендә патриотик йырҙар башҡарыусы тип белә түгелме икән?

- Мин Калининградта тыуып-үҫһәм дә, Башҡортостанға гел ҡайтып йөрөй инек. Өләсәйем үҙе лә килеп етә ине беҙгә, башҡортса уҡый, яҙа ла белеүем уның тырышлығы һөҙөмтәһе. Атайым Учалы районынан, әсәйем Силәбе башҡорто. Ғөмүмән, башҡорт мөхите, башҡорт тормошо ныҡ яҡын миңә. Башҡорт ҡыҙы булыуымды бер минутҡа ла онотҡаным юҡ. Шуға ла минең башҡортса йырлап, сәхнәгә сығыуыма аптырарға ла түгел. Элек аңлап етмәһәм дә, хәҙер милли кейемгә, тарихыбыҙға ныҡ иғтибар итәм, өйрәнергә тырышам. Сәхнә кейемдәрен дә башҡорт милли костюмы элементтары менән биҙәп кейәм. Кемдер быға ыңғай ҡарай, әрләүселәр ҙә бар. Үҙемдең рәссам-модельерым, стилистарым бар, шуға ла мин милли кейемебеҙгә тап төшөрәм, тип уйламайым, киреһенсә, уны таратыуға булышлыҡ итәм. Тыуған еремде, милләтемде данлап йырлау оҡшай миңә, шуға ла патриотик йырҙар ҙа барлыҡҡа килде репертуарымда. Хисле кешемен, йырлағанда ҙур кинәнес алам, көлһәм, ҡысҡырып көләм, холҡом менән шундаймын. Республикама һоҡланып йырлайым икән, мин ихлас һоҡланам, ошо тойғолар йырға ла күсә. Ошо хистәремде тыңлаусылар ҙа тоя.

Артыҡ хисле булыу тормошта ҡамасауламаймы?

-Ҡайһы саҡта ҡамасаулай ҙа. Мәҫәлән, мин ныҡ кәрәк саҡта ла йөҙөмә етдилек сығара алмайым. Йөҙөмдән йылмайыу китмәй. Кешеләр етди эштәрҙе етди йөҙ менән эшләргә кәрәк тип яңылыша ул барыбер. Былай күңелемдән мин бит етди кеше, киләсәккә пландарым да бик етди һәм ҙур.

Башҡорт шоу-бизнесы үҙе йәшәйешебеҙгә әллә ни берегеп китә алмаһа ла, ул терминды беҙ йыш ҡулланабыҙ. Ошо "шоу-бизнес" тигән төшөнсә йырсыға үҙенең ҡанундарын, әйтәйек, ниндәй йыр йырларға кәрәклеген көсләп тағамы?

- Шоу-бизнес тигән нәмә беҙҙә юҡ кимәлендә. Хатта кемделер миҫал итеп килтереп тә булмай шикелле. Икенсе яҡтан, әйтәйек, эстрала бындай мөнәсәбәттәр хөкөм һөргән булһа, бөтөн нәмә тик аҡсаға, алыш-бирешкә генә ҡоролор ине. Европаға, Америкаға ҡарағыҙ, унда шоу-бизнеста тик бай кешеләр генә урала. Йырсы бер йыр, клип, бер диск сығарып, миллионерға әйләнеп китә ала, сөнки унда йыр - тауар. Беҙ бөтөнләй икенсе мөхиттә йәшәйбеҙ. Башҡорт бит ул гел йырлаған, уның боронғо йырҙары ғына ни тора! Беҙҙә йырҙы байыу өсөн түгел, күберәк күңел өсөн йырлайҙар. Унан һуң, башҡорт йырсыларының тыңлаусылары ла һан яғынан күп түгел бит, был да шоу-бизнестың үҫешенә булышлыҡ итмәй.

Әсәй булғас, ижадҡа ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?

- Әлбиттә. Кеше һәр ваҡыт үҫешергә тейеш. Ыңғаймы ул, киреме, тәжрибә туплана һәм ошо тәжрибә һинең ижадыңа ла йоғонто яһай. Ғаилә ҡороу, балалар тәрбиәләү, уларҙың һөйөүен тойоу, уларға ла күңелеңдә бөткөһөҙ наҙ йөрөтөү йырҙарҙа ла сағыла. Шулай уҡ эргә-тирәмдәге кешеләр менән мөнәсәбәт тә йоғонто яһай ижадҡа, ул тәрәнәйә, мәғәнәлерәк була бара. Элек миҙалдың ике яғын ғына күрһәм, хәҙер мин уны 360 градустан ҡарап, төрлө ҡырҙарын асам...

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.16 | Ҡаралған: 1081

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru