«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРИСТАРҒА "ЕМ" БИРЕРГӘ КӘРӘК
+  - 

Бөгөн туристарҙы ылыҡтырырға кәрәк, тибеҙ. Был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында ла күп һөйләнелә, әммә буклеттарҙан, ҡағыҙ продукциянан башҡа, "шундай ерҙәр бар", тип күрһәтерлек тәбиғи объекттарыбыҙҙың барыһы ла ситтә, баш ҡаланан алыҫ урынлашҡан.

Уның ҡарауы, баш ҡалала Урмансылар паркы бар һәм уның территорияһында мин Башҡортостандың ялан, урманлы ялан, урман, таулы урман зоналарының макеттарын күрергә теләр инем. Уларҙың күләмен, дәүмәлен урынға ҡарап хәл итергә мөмкин. Ләкин унда ошо дүрт зонаның барыһы ла сағылыш табырға тейеш: ялан зонаһында ауыл хужалығы сағылыш табып, башаҡтар үҫеп ултыра, комбайндар йөрөй һ.б. Урманлы ялан зонаһында умартасылыҡты күрһәтергә була. Урман зонаһында - урман, урман етештереү буйынса эштәр, урман кәсепселеге күрһәтелергә тейеш. Тау зонаһында - тауҙар, иң матур ҡомартҡыларҙан Ирәмәл, Шүлгәнташ, Мораҙым тарлауығы, Ғәҙелша шарлауығы һ.б. макеты урын алһа, шәп булыр ине.
Өфөгә туристар күп килә. Уларҙы иң тәүҙә ошо паркка сәйәхәткә алып килеп, артабан ҡайҙа барырға үҙҙәре хәл итһә, насармы ни? Бала саҡта белем алыуҙы "Әлифба"нан башлап, Маркстың "Капитал"ына барып еткән кеүек, экскурсияны Өфөнән башлап, зоналар буйына дауам итергә мөмкин. Бының өсөн ошо макеттарҙы эшләтеп, матур итеп урынлаштырырға ғына кәрәк. Балыҡ бит ҡоро ҡармаҡҡа ҡапмай, уны емләргә кәрәк. Был да туристар өсөн "ем" булыр ине, минеңсә.
Үҙем 1986 йылдан бирле Урал буйлап автосәйәхәт итәм. Ҡайҙа ғына булманым, ниндәй генә хәл-торошҡа тарыманым, ниндәй генә йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, тәбиғәт менән танышманым. Һоҡланып бөтә алмайым. Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиәләр ары торһон, беҙгә бөгөн кислородҡа бай таҙа һауа, үҙебеҙҙең урман, тау, ялан мәтрүшкәһе генә кәрәк.

Илдус ҠОЛҺАРИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.16 | Ҡаралған: 1015

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru