«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар
7. Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
11. Мостай Кәрим, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы һәм поэзияһы
12. М. Ғафури "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһе
13. М. Ғафури "Шағирҙың алтын приискыһында" повесы
14. Ғ. Хәйри "Боролош" романы
15. Әхиәр Хәкимов "Өйөрмә" романы
16. Ноғман Мусин "Мәңгелек урман"

Өфө ҡалаһының 18-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Зәбдинова яҙған хаттан өҙөк: "Ғәлимов Сәләмдең "Бала" поэмаһын да ошо "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә индерергә кәрәк. 1940 йылда баҫылып сыҡҡан был әҫәр бөгөнгө йәштәр өсөн дә фәһемле, кәрәкле һәм актуаллеген юғалтмаған. Поэмалағы төп геройҙар - Сәйҙел менән Зәйнәптең ғаилә тормошо, уларҙың балаға ҡарата мөнәсәбәте тураһында уҡып, күптәр фәһем алыр, тормошҡа ҡараштарын үҙгәртер. Бөгөн дә йәштәр араһында Әршиткә оҡшаған кешеләр аҙмы ни? Ғәлимов Сәләмдең әхлаҡ, ғаилә тураһында яҙылған әҫәре бөгөн дә бик уҡымлы булырға тейеш, минеңсә"...
Ошо уҡ әҫәрҙе уҡыусыбыҙ Тәнзилә Бикбаева ла тәҡдим иткәйне: "Ғәлимов Сәләмдең "Бала" поэмаһы башҡорт поэзияһына бер яңылыҡ булып килеп инә. Яңы ғына тыуған саф мөхәббәтле ғаилә бала тәрбиәләүгә яңы ҡараш менән баға. Шул мәлдә Әршит атлы Сәйҙелдең элекке дуҫы ҡайтып төшә һәм йәш ғаиләнең уй-теләктәрен селпәрәмә килтерә. Әршит йәш саҡта үҙең өсөн генә йәшәп ҡалырға кәрәк, тигән һүҙҙәр менән Сәйҙел күңеленә ҡотҡо һала. Ул Зәйнәпте баланан баш тартырға мәжбүр итә, әммә йәшәй-йәшәй балаһыҙ тормоштоң йәме юҡлығына инана. Автор йәштәргә тәрбиә биреү маҡсаты менән поэмала һүрәтләнгән йәш ғаилә миҫалында фәһем алырға саҡыра..."
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
Иҫкәрмә: аңлағанһығыҙҙыр, был исемлек башында барыбер ҙә әҙәбиәтебеҙҙең классиктарының, аҡһаҡалдарының әҫәрҙәре урын алырға тейеш. Мәктәптә уҡыған ул әҫәрҙәр барыбер ҙә күңелегеҙҙә һаҡланалыр - шуларҙы барлайыҡ тәүҙә, ә бөгөнгө быуын яҙыусыларының әҫәрҙәре тураһында саҡ ҡына һуңыраҡ, исемлек аҙағына етә башлағас һөйләшербеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.16 | Ҡаралған: 1249

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru