«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҺЫНАТМАЙБЫҘ!
+  - 

Баш ҡалабыҙ Өфө 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса "Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы (ауылы)" Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе категорияға ингән субъекттар араһында Хабаровск менән бер рәттән икенсе урын яуланы. Беренселектә - Ставрополь, өсөнсө урын - Красноярскиҙа.

Конкурс йыл һайын алты категорияла уҙғарыла. Призлы урындар алған муниципаль берәмектәргә РФ Хөкүмәтенең дипломдары тапшырыла. Был бәйге урындағы үҙидара органдарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм территорияларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләрендәге әүҙемлеген хуплауға йүнәлтелгән. Беренсе категорияға илдең иң ҙур, халҡы миллиондан ашҡан ҡалалары инә һәм, тәбиғи, төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу өлкәһендә иң юғары талаптар ҡуйыла. Еңеүселәрҙе һайлағанда уларҙың Торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереүгә һәм төҙөкләндереү кимәлен күтәреүгә бүленгән урындағы бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуы, территорияны йәшелләндереүгә, урам-юл селтәре торошон яҡшыртыуға, биләмәнең санитар-эпидемиологик торошона, торлаҡ төҙөү күләменә, авария фондындағы торлаҡты һүтеүгә, яңы прогрессив технологиялар ҡулланыуға һәм ҡарарҙар ҡабул итеүгә, халыҡты транспорт менән тәьмин итеү торошона, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән категория өсөн уңайлы мөхит булдырыуға, дәүләт-шәхси партнерлығын үҫтереүгә, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттең сифатын күтәреүгә һ.б. иғтибар бирелә. Быйыл баһалау критерийҙары исемлегенә "Рекреацион тәғәйенләнештәге территорияларҙа төҙөкләндереү" блогы ла индерелгән. Уның буйынса, ял зоналары, парктар, бульварҙар, скверҙар булыу-булмауы, шулай уҡ бәләкәй архитектура формалары ла иҫәпкә алына. Иң ҡәтғи категорияла икенсе урын алыуы - Өфөнөң төҙөкләндереү өлкәһендәге эшмәкәрлегенә һәм халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырылыуына юғары баһа ул.
Әйткәндәй, быны беҙ көндәлек тормошта ла, инфраструктура үҫешендә лә күреп-белеп, үҙебеҙ тойоп торабыҙ. Мәҫәлән, Республика көнө алдынан баш ҡалала яңы Затон күпере асылды. Объектты тантаналы асҡан ваҡытта РФ транспорт министры Максим Соколов Өфөлә иң ҙур һәм иң төп күперҙәрҙең береһе асылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып: "Объект беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, сөнки тиҙ төҙөлдө. Рөстәм Зәки улы, төҙөүселәр, ҡала хакимиәте башлығы менән беренсе эш кәңәшмәһе уҙғарғанда объекттың төп контурҙары ғына асыҡланған кеүек ине. Ләкин ике йылдан һуң ул сафҡа инде. Бындай тиҙлек тотош команданың бер төптән эшләүенә һәм РФ Хөкүмәте ҡарары менән 1,5 млрд һум аҡса - төҙөлөш күләменең өстән бер өлөшө самаһы сумма бүленеүенә лә бәйле", - тип белдерҙе.
Яңы күпер, бер яҡтан, Өфөнөң артабанғы үҫешенә булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан, транспорт бәйләнешен камиллаштырыуға һиҙелерлек өлөш индерәсәк. Бөгөн ул М-7 трассаһына сыҡһа, киләсәктә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты тормошҡа ашырылып, тоннель төҙөлөшө тамамланһа, был күпер М-5 трассаһына сығыу мөмкинлеген дә бирәсәк.
БР Башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, 2018 йылда тамамланырға тейешле проекттың, сифатына һәм ышаныслылығына зыян килтерелмәйенсә, ике йылға алдан тапшырылыуы - ҙур ҡаҙаныш ул.
Шулай уҡ баш ҡаланың Калинин районы халҡы өсөн Машина төҙөүселәр урамынан Вологодская урамына тиклем һалынған һәр йүнәлештә ике һыҙатлы Интернационал урамының дауамын асыу ҙа ҙур ваҡиға булды. Был объектты уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ планлаштырып маташалар, әммә ул яңы ғына тормошҡа ашырыла. 2014 йылда ҡала хеҙмәттәре проект өҫтөндә эш башлай һәм ике йылдан һуң ул сафҡа индерелә. Инфраструктураның был яңы объекты Өфөнөң төньяҡ райондарындағы урам селтәре хәрәкәтен бушатырға һәм Октябрь проспектын Өфө-Шаҡша трассаһы менән тоташтырырға тейеш. Был инде автотранспорттың Силәбе яғына тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәтен тәьмин итәсәк, тип күҙаллана.
Интернационал урамының дауамы төҙөлөшөнә әҙерлек барышында 630 тимер гараж алына, ямғыр һыуы канализацияһы һәм башҡа техник эштәр башҡарыла, иң мөһиме - инженер селтәрҙәре юлдан ситкә күсереп һалына. Был инде ағымдағы ремонт йәки техник хеҙмәтләндереү үткәрелгәндә лә юл боҙолмаясаҡ, тигәнде аңлата. Шулай уҡ газондар һәм велосипед юлдары ла ҡаралған, 107 урынға яҡтыртыу сығанағы, светофорҙар ҡуйылған, башҡа төҙөкләндереү эштәре лә башҡарылған.
Бынан ике йыл элек Өфө властары 10 йыл эсендә дүрт күпер төҙөүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатын белдергәйне. Уларҙың береһе - Затон күпере сафҡа инде лә инде. Киләсәктә Урмансылар паркы эргәһендәге тоннель аша Ҡариҙел йылғаһы аша М-5 трассаһына алып сығасаҡ күпер, Инорс менән Һупайлы биҫтәһен тоташтырасаҡ күпер һәм Интернационал урамынан М-7 трассаһына тура сығау мөмкинлеген биргән күпер төҙөлөүе лә Ҡаф тауы артында түгелдер, тип ышанайыҡ.

З. ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.16 | Ҡаралған: 1038

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru