«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2018

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23  |  24  |  25  |  26
Июль
  27  |  28  |  29  |  30
Август
  31
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөнгө йәш кеше ниндәй һөнәрҙе яҡшы тип иҫәпләй?

 
Сайттың архивы
 

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ХАЛҠЫБЫҘ ФОЛЬКЛОРЫ МЕНӘН СИТ ИЛ ТАМАШАСЫЛАРЫН ДА ЯУЛАЙБЫҘ
+  - 

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе нисек кенә юғары үҫешкән, академик, классик алымдар юғары баһаланған, сит ил, сит тел мәҙәниәте өлгөләрендә дан яуланған, мәртәбә алған хәлдә лә, беҙ, ябай тамашасы, барыбер ҙә халыҡсанлыҡҡа ынтылабыҙ. Ни өсөн шулаймы? Сөнки ул беҙгә яҡын, ул - үҙебеҙҙеке, беҙ ундағы һәр һүҙҙе, һәр ымды аңлайбыҙ, тоябыҙ. Халыҡсанлыҡ бер ваҡытта ла иҫкереүгә дусар булмаған төшөнсәләрҙең береһе. Был төшөнсәнең атамаһы иһә - фольклор, халҡыбыҙҙың милли фольклоры.
Өфө ҡалаһының "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамбле тап ошо иҫкермәҫ һәм һайыҡмаҫ тереһыуҙы тапҡан да инде. Улар был рухи мираҫ менән республикабыҙҙы ғына түгел, сит илдәрҙе лә хайран итеп ҡуя. Был хаҡта һәм башҡа ижади эшмәкәрлек хаҡында уларҙың үҙҙәренән ишетәйек. Редакциябыҙ ҡунаҡтары: "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамбленең етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Илүзә НОҒМАНОВА, ансамблдең ир-егеттәр труппаһы репетиторы, хореограф Марат СОЛТАНОВ һәм вокал буйынса солист Салауат МӨХӘМӘТЙӘНОВ.


Бөгөнгө көндә шундай ҙур һәм көслө коллективтарҙың береһе булған "Мираҫ" ансамблен Бөйөк Британияла беләләр, ә үҙебеҙҙең республикала артыҡ танып еткермәйҙәр. Был ансамблдең Өфө ҡалаһыныҡы булыуы менәнме, әллә сағыштырмаса йәш коллектив булыуығыҙ менән бәйлеме, әллә башҡа сәбәптәр бармы?

Илүзә НОҒМАНОВА И. Ноғманова:
Әлбиттә, был беҙҙең баш ҡаланыҡы булыуыбыҙға ла бәйлелер. Күберәген баш ҡаланың, республика кимәлендәге сараларҙың уртаһында булабыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта сит өлкә, сит ил тамашасыһына ла яҡшы танышбыҙ инде хәҙер. Үҙендә бер нисә ижади төркөмдө туплаған һәм 120 артистан торған берҙән-бер ансамбль ул "Мираҫ". Бейеүселәр, хор, оркестр һәм халыҡ инструменттары ансамбле дөйөм бер олуғ көс, камил театр булып тора. Ансамблебеҙ йәш, уның ойошторолоуына быйыл ун йыл була. Заманында халыҡ традицияларын табыу, йыйыу, үҫтереү һәм йәш быуынға тапшырыу маҡсаты менән ойошторолған коллектив бөгөн дә үҙ бурысын шул маҡсатҡа ярашлы атҡара. Уның исеме лә - "Мираҫ", йәғни үҙеңдән һуң килгәндәргә тапшырыр, ҡалдырыр ҡиммәт, тигәнде аңлата бит.
Марат СОЛТАНОВ М. Солтанов: "Мираҫ" баш ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы сит өлкәләрҙә, илдәрҙә юғары кимәлдә күрһәтә һәм таныштыра ала торған бер матур өлгө ул. Уның репертуарында етмештән артыҡ номер бар. Һәм был номер ябай йыр йәки бейеү генә түгел, ә башҡорт халҡының, шулай уҡ төрлө милләт вәкилдәренең фольклор нигеҙендәге тормош-көнкүреш күренеше лә. Ысынында, беҙҙе беләләр һәм таныйҙар ул, Өфөлә үткән концерттарҙа залда алма төшөр урын булмай. Сөнки бөгөнгө фольклор йола күрһәтеү генә түгел, ә халыҡтың рухи хазинаһын, фәлсәфәһен сағылдырыусы юғары сәнғәт тә.

Ысынлап та, "фольклор" тигән һүҙ ҡайһы бер тамашасыны өркөтөргә мөмкин. Һәм күп осраҡта шулай була ла. Беҙ был һүҙҙән, нисек кенә оят булмаһын, боронғолоҡ, ялҡытҡыс оҙайлы йолалар сынйырын көтәбеҙ, ә күңел "шоу" һорай һәм шул сәбәпле касса төбөндә торған тамашасы икенсе концертты һайлап та ҡуя. Ә һеҙҙә "алма төшөр урын булмай", тиһегеҙ. Сер нимәлә бында? Ниндәй яңы алымдар ҡулланаһығыҙ халыҡты йәлеп итеү, тамашасыға ҡыҙыҡлы булыу өсөн?

И. Ноғманова:
Заманға ярашлы бөтә алымдарҙы ла ҡулланабыҙ. Халыҡ йырҙарын яңыса аранжировкалайбыҙ, көйҙәрҙе асылын боҙмайынса эшкәртәбеҙ, йолаларҙы лирик биҙәлештәр менән байытабыҙ, костюмдарыбыҙҙың сағыу булыуына өлгәшәбеҙ, бейеүҙәребеҙҙең йыр менән оҙатылыуы ла бер илаһи күренеш тыуҙыра. Хатта ҡурайҙы ла беҙ үҙебеҙсә яңғыратабыҙ, тиергә мөмкин.
Салауат МӨХӘМӘТЙӘНОВ С. Мөхәмәтйәнов: Фольклор нигеҙендә башҡарылған тамашалар ысынында тулыһынса бер театрлаштырылған тамаша булып китә ул, заманса биҙәлештәр, бер аҙ стилләштереүҙәр менән тулыландырылып, үҙенсәлекле шоу төҫөн ала. Ике сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә халыҡты ялҡытмау һәм икенсе концертҡа килерлек теләк тыуҙырыу өсөн уның рухи зауығын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Бында ул йыр ҙа тыңларға, бейеү ҙә күререгә, оркестр башҡарыуын да ишетергә, башҡа мәҙәниәттәр донъяһын да өйрәнергә һәм донъяуи мәғәнәгә торошло фәһем алып ҡайтырға ла тейеш. Эйе, күңел асып ҡына түгел, ә нимәлер белеп, эске донъяһын байытып ҡайтырға тейештәр беҙҙең концерттарҙан. Беҙ бит бөгөнгө тамашасыны үҙебеҙҙең үткән йәшәйеш, тарих ептәре менән тоташтырып торабыҙ.

"Этно" тигән һүҙ модаға инеп китте. Һәм шул шауҡымға эйәреп, фольклорҙы боҙоп, танымаҫ хәлгә индереп сәхнәгә сығарған күп кенә төркөмдәр барлыҡҡа килде. Һеҙҙә фольклорҙың төп нөсхәһенән ситләшмәү эштәрен кем контролдә тота?

М. Солтанов: Беҙҙә фольклорға нигеҙләнгән бер номер ҙа тикшереүһеҙ үтмәй. Ә ул тикшереүҙе, әлбиттә, бары тик был өлкәлә белеме булғандар ғына үткәрә. Был йәһәттән беҙ уңдыҡ: методик бүлек етәксеһе Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдиновтың әле "Хазина" тапшырыуын алып барғандан тупланған иҫ киткес бай фольклор архивы бар. Ул заманында был мираҫты ауылдар буйлап йөрөп йыйып алған. Тимәк, халыҡтың үҙенән яҙҙырып, һөйләтеп, уйнатып ҡаралған өлгөләр былар. Ул өлгөләрҙе тотоп ҡына уйлап сығарып булмай.
И. Ноғманова: Фольклорҙы артыҡ стилләштереүгә мин үҙем дә ҡаршымын. Стилләштерҙеңме, фольклор колоритын, оригиналлеген юғалта. Бында бик һаҡ булырға кәрәк. Тамашасы арбалһын да, шул уҡ ваҡытта боронғолоҡ менән бәйләнешкә инеүен дә аңлаһын. Бына ошо бәйләнеш ята ла инде "этно" төшөнсәһендә лә.
С. Мөхәмәтйәнов: Эйе, бөгөнгө тамашасыға ҡыҙыҡлы булыу өсөн һәр кем үҙ алымдарын ҡуллана һәм шул сәбәптән фольклорҙы боҙоуға барғандар ҙа бар. Вокал өлкәһендә лә юҡ түгел ундайҙар. Тик беҙҙең тамашасы бик уяу. Улар шундуҡ тауыш күтәрә, башҡарыусының күҙенә тура ҡарап әйтергә лә мөмкин. Барыбер ҙә халыҡ араһында белемле, халыҡ ижадын аңлаған, өйрәнгәндәр күп, оло быуын вәкилдәрен дә алдап булмай. Шунлыҡтан, фольклорға үҙ белдеге менән тотонорға ҡыйыулыҡ итеүселәр һирәгәйҙе хәҙер. Етмәһә, яһалмалыҡ менән алдырып та булмай бит ул.

Һуңғы ваҡыттағы сәфәрегеҙ - Бөйөк Британия. Унда ҡайһылай барып эләктегеҙ, ситтә һеҙҙе нисек ҡабул иттеләр, беҙҙең фольклор нисегерәк баһалана? Башҡаларҙа бармы ул "фольклор" тигән төшөнсә? Ҡыҫҡаһы, сәфәр тәьҫораттары менән бүлешәйек әле.

И. Ноғманова: Иң башта ЮНЕСКО-нан Мәскәү ҡалаһына саҡырыу булды. Мәскәүҙә Рәсәйҙе күрһәтә алырҙай фольклор коллективын һайлап алырға кәрәк ине. Төрлө рус коллективтары араһынан беҙҙе һайланылар. РФ Мәҙәниәт министрлығы етәкселәренең беҙҙең сығыштарҙы ҡарағаны бар ине, былтыр улар Мәскәүҙә сығыш яһағанда ла килгәйнеләр. Беҙ бит башҡорт халҡының милли фольклорынан тыш, башҡа халыҡтарҙың да милли мәҙәниәтен пропагандалайбыҙ. "Мираҫ"тың шулай универсаль, күп яҡлы репертуарын баһалап та, шундай ҙур һәм яуаплы сәфәргә ебәрҙеләр ҙә инде.
М. Солтанов: Беллингемдың (Бөйөк Британия) йыл да үтә торған Донъя бейеүҙәре фестивалендә ҡатнаштыҡ беҙ, был сара илдә икенсе тапҡыр үткәрелә. Беҙҙе унда яҡшы таныштарын ҡаршы алғандай ҡабул иттеләр. Сөнки фестивалде ойоштороусылар беҙҙең ижад менән интернет аша танышып, үҙҙәре лә беҙҙе һайлап, сараға саҡырырға ниәтләгән булғандар икән. Бары тик туранан-тура сыға алмай, Мәскәү аша саҡыртҡандар. Англия, Франция һәм Германия илдәре беҙҙе "бүлешә" алмай, йәрәбә тартҡан һәм йәрәбә буйынса Англияға эләккәнбеҙ.
С. Мөхәмәтйәнов: Фестивалдә Мартиника, Мексика, Чили, Бөйөк Британия, Рәсәй, Корея һәм Төньяҡ Кипр илдәре үҙ фольклоры менән сығыш яһаны. Әлбиттә, һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булды, әммә беҙгә еткәне булманы. Быны беҙ тамашасының нисек ҡабул итеүенән генә лә әйтә алабыҙ. Хатта башҡа илдәрҙең артистары үҙҙәре лә беҙҙе эркелешеп килеп ҡарай торғайнылар. Ә зал инде беҙҙе һәр ваҡыт аяғүрә баҫып ҡаршыланы, шулай уҡ алҡыштарға күмеп оҙатты. Хатта киләһе йыл Чилиҙа сығыш яһарға саҡырып ҡалдылар.
И. Ноғманова: Башҡорт бейеүҙәренән "Тирмә янында", "Йәшлек" кеүек күмәк бейеүҙәрҙе алып барҙыҡ. Рәсәй вәкилдәре булараҡ, рус мәҙәниәтен дә күрһәттек. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт ҡурайы таң ҡалдырҙы инглиздәрҙе. Мин сәхнә артынан тамашасының реакцияһын, күҙ ҡараштарын күҙәтеп торҙом һәм уларҙың әҫәрләнеп, онотолоп ултырыуын аңғарҙым. Етмәһә, ҡурай үләнен алып сығып, күҙ алдарында унан музыка ҡоралы яһап алып уйнап та күрһәтте Юнир Һағынбаев. Ышанмайынса, сығып тотоп ҡарайҙар. Хатта сәхнә артына ла эҙләп килеп, костюмдарыбыҙҙы, биҙәүестәребеҙҙе тикшереп сыҡтылар. "Башҡорттар ҡайҙа йәшәй ул?" тип һорайҙар, "Уралда", тиһәк, аңлағандай булып баш һелкәләр.
М. Солтанов: Фестивалдә ҡатнашыусы һәр коллектив бер кисте ниндәйҙер сара ойошторорға тейеш ине. Беҙ был юлы ла һәр кемдең иҫендә ҡалырлыҡ эш башҡарҙыҡ - һабантуй үткәрҙек. Башҡорт һабантуйы сиктәрендә милли уйындар, уҙышмаҡтар, башҡорт көйҙәренә бейеүҙәр, уйын-көлкө яһап, барыһын да ҡатнаштырып, һөйөүҙәрен яуланыҡ.
С. Мөхәмәтйәнов: Фестивалдең ойошторолошо бик юғары кимәлдә булды. Хатта бер мәл мине тетрәндерҙе лә. Ямғыр башланып киткәс, асыҡ һауалағы концерт кисектерелде лә, тиҙ генә ҙур ҡыуыш ҡоролоп, эсенә сәхнә һәм эскәмйәләр теҙеп, хәҙер инде халыҡты түләүле концерҡа саҡырҙылар. Был ойоштороусыларҙың тамашасыһына шундай иғтибарлы, ихтирамлы, ә тамашасының мәҙәниәтле булыуын күрһәтте. Берәү ҙә түләүле концертҡа инмәйем, тип торманы. Һәр береһе "инглиз кимәлен" тотто. Афариндар!

Шундай ҙур коллективҡа костюм мәсьәләһен хәл итеү ҙә еңел түгелдер. Тамашасы хәҙер иҫ киткес матур, күркәм, бай сәхнә кейемдәрен күрергә өйрәнгән. Ауырмы улар талабын ҡәнәғәтләндереү?

И. Ноғманова: Беҙҙең костюмдарыбыҙ ҙа бик яҡшы ул. Уларға ҡытлыҡ тойғаныбыҙ юҡ. Яңы бейеү йәки йыр тыуа икән, уға мотлаҡ кейем тектерелә. Өфө ҡала округы хакимиәте ул йәһәттән беҙҙең талаптарҙы үтәй, уларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Дөрөҫ билдәләнегеҙ, оло коллективҡа, етмәһә, универсаль коллективҡа кейенеү еңел эш түгел. Костюмдар уңайлы булырға тейеш. Ул бейеүсегә ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарлыҡ, музыкантҡа үҙ ҡоралында уйнарлыҡ, шул уҡ ваҡытта зауыҡлы ла, заманса ла һәм тарихилығына ла тура килергә тейеш. Әгәр бейеү ун бишенсе быуаттыҡы икән, уның шул ун бишенсе быуаттыҡына тап килеүе мөһим. Был юҫыҡта ла беҙ төрлө өлкә белгестәре менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ, уларҙы саҡырабыҙ, кәңәштәрен тыңлайбыҙ. Был бик яуаплы эш.

"Мираҫ" ансамбле башҡорт фольклорынан тыш, төрлө милләт фольклорын да сәхнәгә сығара. Репертуарығыҙҙағы шундай номерҙарҙы һанай башлаһаң, ҡул бармаҡтары етмәҫ. Бындай киң эшмәкәрлектең зарурлығы бармы?

С. Мөхәмәтйәнов:
Ансамблдең төп репертуары - башҡорт милли фольклоры. Һәр концерттың тәүге өлөшө башлыса үҙебеҙҙең халыҡ ижадына бағышлана, икенсе бүлектә иһә, тамашасы зауығын ҡәнәғәтләндереү, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын уятыу һәм милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында башҡа милләт уйындары, бейеүҙәре сығарыла.
И. Ноғманова: Күптән түгел бер ойошманан шылтыратып, улар ойошторған сарала немец, мари бейеүҙәрен башҡарыуыбыҙҙы һоранылар. "Ғәфү итегеҙ, - мин әйтәм, - "Мираҫ" ансамбленең төп репертуары башҡорт бейеүҙәре-йырҙары, уларһыҙ беҙ бер ҡайҙа ла сығыш яһамайбыҙ..." Ризалаштылар, сығыштарыбыҙ башҡорт бейеүе менән башланды һәм тамамланды, бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Репертуарыбыҙға башҡа милләт фольклорын да индереүебеҙ беҙҙең профессиональ артистарыбыҙ башҡаларҙың мәҙәниәтен дә шундай юғары кимәлдә башҡара ала икәнде күрһәтеү ҙә ул. Беҙ башҡа халыҡтарҙың бейеүен дә бейей алабыҙ, ә бына башҡорт бейеүен һәр кем бейей алмай. Унан һуң, республикабыҙҙа төрлө милләт халҡы йәшәй. Һәм улар беҙҙең концерттағы шул үҙ милләтенең бейеүен ҡарарға, йырын тыңларға ла килә бит. Был уларҙың күңелендә беҙҙең халыҡҡа ҡарата хөрмәт, рәхмәт тойғоһо уята. Мәҫәлән, сит өлкәләрҙә йөрөгәндә лә, үҙ милләтенең фольклорын күреп, күңеле тулған кешеләр: "Ниндәй талантлы халыҡ был башҡорттар!" - тип килеп ҡулдарҙы ҡыҫа. Беҙҙең өсөн был ҙур мәртәбә.
М. Солтанов: Әле мексикандар менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Улар беҙгә үҙҙәренең бейеүен һалырға теләй. Ә беҙ уларҙың беҙҙең башҡорт бейеүен өйрәнеүен шарт итеп ҡуйҙыҡ. Бик теләп риза булдылар. Уларға беҙ ҙә, беҙҙең мәҙәниәт тә ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ Англияла саҡта ла оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек, ҡатнашыусылар һыу буйы булды. Тик бер юлы ҡулдарҙа һығылмалыҡ, аяҡтарҙа ҡырҡыу тыптырлау тотоу һәм бөтөн тән корпусының эшләп-уйнап тороуы улар өсөн ауыр. Бер хәрәкәтте өйрәнгәнсе, хәлдән тайҙылар. Иманым камил, грузиндар бер ваҡытта ла башҡорт бейеүен башҡара алмаясаҡ, шул уҡ мексикандар ҙа уны төрлөлөк өсөн генә аласаҡ, ә беҙҙең егеттәр иһә, ҡандай итеп бейей грузиндыҡын да, башҡаныҡын да. Шунлыҡтан, беҙҙең бейеүҙәрҙең ситтәрҙә булмауына мин аптырамайым.

Бөгөнгө ансамблдәр бейеү ҡуйыусыларға мохтаж, шулай бит? Һеҙҙә был мәсьәлә нисек хәл ителә? Бөгөнгө бейеүҙәргә артыҡ стилләштереү, модернизациялау хас кеүек. Бер мәл килеп халыҡсан бейеү һалыусыларһыҙ ҡалып ҡуймаҫбыҙмы икән? М. Солтанов: Эйе, бындай хәүеф юҡ түгел. Әммә халыҡсан бейеү ҡуйыусыларыбыҙ ҙа бар әле, улар таштар араһындағы гәүһәр кеүек кенәләр, әммә бар. Үкенескә ҡаршы, тарихты, фольклорҙы, халыҡ ижадын ентекле өйрәнеп, костюмдар буйынса оло тикшеренеүҙәр алып барып, һәр хәрәкәтте, ымды, мимиканы еренә еткерә белеүсе оҫталарыбыҙ олоғайып китте. Ә беҙ бары тик шундай оҫталар менән генә эшләп өйрәнгәнбеҙ. Һуңғы бейеүҙәребеҙҙе шундай оҫталар - Риф Ғәбитов, Валерий Степанов, Динислам Исҡужиндар ҡуйғайны.
И. Ноғманова: Йәш бейеү һалыусыларға тап ана шул эҙләнә белеү, хатта рух етмәй. Сөнки рухы булған кеше мотлаҡ үҙенең тарихы һәм халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынасаҡ. Ә былар барыһы ла ғаилә тәрбиәһенән килә. Атай-әсәй бәләкәйҙән балаһының күңеленә тыуған илгә, милләткә, уның йәшәйешенә һөйөү орлоғо һалырға тейеш. Йәштәргә улар сәнғәт һәм мәҙәниәттең төп асылын, уны мәңгелек итеү серҙәрен төшөнһөн өсөн ошондай темаларға семинарҙар, тренингтар үткәрергә ине...

Ғаилә тәрбиәһе, тигәндән, һеҙҙе кемдәр былай рухлы итеп тәрбиәләне? Ниндәй юлдар алып килде ошо өлкәгә?

И. Ноғманова:
Минең атай-әсәйем йырсы һәм гармунсы булды. Баймаҡтың Кәкре ауылындағы бер өмә йәки мәжлес тә уларһыҙ үтмәй ине. Элек бит кешелә кемделер аҡсаға яллап эшләтеү тигән төшөнсә булманы. Һәр оло эш байрам шикелле итеп, өмә менән үтте. Ул өмәләр аҙаҡ йыр-бейеүле мәжлес артында ризаландырылды. Мин иһә ҙур ғаиләләге кинйәкәү. Ә кинйәкәүҙәргә атай-әсәй артынан эйәреп йөрөү хоҡуғы бирелә. Шулайтып, ололар мәжлесенә йөрөй торғас, уларға ҡушылып йырлап-бейеп, әртис булып киттем. Аҙаҡҡараҡ әсәйем мине уҡытыусы йә бухгалтер итергә ныҡышты. Әммә һуң ине инде, улар үҙҙәре лә уйламайынса, миндә сәнғәткә һөйөү тоҡандырғайны.
С. Мөхәмәтйәнов: Мин дә Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы кеүек бәләкәйҙән һабантуйҙарҙа, концерттарҙа йырлап йөрөнөм. Ағайымдың табындарҙа йырлағанын ауыҙ асып тыңлап, "Юлдаш" каналы йырсыларын, алып барыусыларын ҡабатлап, йырсы булырға хыялланып үҫтем. Әсәйемә лә рәхмәт, ул миндәге был һәләтте баҫманы. Әгәр ул шул саҡ: "Егет кешегә заманға ҡулайлы һөнәр һайларға кәрәк", - тиһә, бәлки, мин икенсе юлдан китеп, күңелемде һындырған да булыр инем. Ул инде, киреһенсә, төрлө конкурстарға йөрөттө, минең уңыштарым өсөн һөйөндө. Шунлыҡтан, башҡа юл йәки һөнәр хаҡында уйлағаным да булманы. Тик шуныһы: Өфөгә театр артисы булырға тип килгәйнем. Ул йылда сәнғәт институтында был бүлек ҡабул итмәй булып сыҡты һәм мин вокал бүлегенә инеп киттем...
М. Солтанов: Мәктәпте тамамлайһы йылда уҡытыусылар "Кем булаһың?" тигән һорауҙы йыш бирә ине. Һәр береһенән һорап киләләр ҙә, мине төшөрөп ҡалдыралар һәм минең фамилия тәңгәленә "Марат - культпросвет", тип яҙып ҡуялар. Ә минең географияны өйрәнге килә, шул тиклем оҡшай торғайны ошо фән. Тик барыһы ла мине артист итергә тырышты. Хатта әсәйем дә "географ булам" тигәнемде "хореограф булам" тип аңлаған булған. Һәм мине атайым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу техникумына алып килде. Мин инде атай-әсәй теләген үтеп, шунда уҡырға тороп ҡалдым...

Ансамблдә эшләү үҙе бер айырым донъялыр ул. Бейеүселәрҙең, театр актерҙарының репетицияларында ултырғаным бар. Режиссер артистарҙы шундай бер сиктә тота, уның бар иреген, теләктәрен сикләй кеүек. Артистар тик уның әйткәндәрен, ҡушҡандарын ғына үтәп, үҙенең шәхес үҙенсәлектәрен бөтөнләй үлтерә кеүек. Кем аңлата ала бындай эш алымын?

И. Ноғманова:
Дин һәм башҡа төрлө фәлсәфәләрҙең барыһының да нигеҙендә, юғарыға күтәрелеү өсөн иң беренсе үҙеңдәге ғорурлыҡты бөтөрөү фарыз, тигән төшөнсә ята. Был мәңгелек фәлсәфә, уны шәхес булып формалашыу процесында ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән, бейеклектәр яулаған кешеләрҙең барыһы ла үтә. Сынығыу юлы был. Артист буйһонорға, ҡушылғанды теүәл үтәргә, үҙ эмоцияларын баҫып, икенсе тулҡынға инергә өйрәнә. Бының өсөн ул үҙен тулыһынса "онтап" ташлай һәм яңынан "әүәләй". Уйлап ҡарағыҙ, ниндәй эске көс талап ителә бының өсөн.
М. Солтанов: Ансамблдә бейеү, мәҫәлән, бер тәртипкә буйһоноу, синхронлыҡ, башҡаларҙан айырылмау, әммә шул уҡ ваҡытта үҙ индивидуаллегеңде юғалтмау ул. Айҙар, йылдар дауамындағы ҡатмарлы хеҙмәт. Бында, Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы әйтмешләй, иң беренсе эске көс кәрәк. Эстән көслө булмаған кеше был тәртипкә күнә лә алмай - китә. Йәғни, тәбиғи һайлап алыу процесы бара. Үҙ-үҙен йәлләмәгәндәр генә мин-минлеген баҫа, камиллаша, сәнғәт бейеклегенә күтәрелә ала. С. Мөхәмәтйәнов: Йырсыларҙа ла шулай уҡ: һин хорҙың бер күҙәнәге икәнһең, уның сифатлы сығышы өсөн тырыш. Өйрәткәнде тыңлай һәм ҡабул итә белеү ҙә фарыз. Тәнҡитте ҡабул итә белмәйһең икән - уңышһыҙлыҡ көт. Өйрәтеүселәр һине шулай эшкәртеп, ҡағып-һуғып, әүәләп, һинән аҫылташ яһай. Шул хәҡиҡәтте онотмаҫҡа кәрәк. Үҙеңде тейешле эш тәртибенә күндерә белеү йәшәйештә лә ярҙам итә ул. Һин башҡаларҙы тыңлай белергә, улар фекерен ҡабул итергә лә өйрәнәһең. Был үҙенә күрә бер мәктәп.

Әйткәндәй, кемдәрегеҙ өйҙә башҡортса һөйләшә? Эштә ниндәй телдә аралашаһығыҙ?

М. Солтанов:
Коллективта башҡорттар үҙ-ара тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Мин бала саҡта рус телле ауылда үҫтем, әммә әсәйгә "мама" тигән өсөн дә мөйөшкә баҫҡаным булды. Бөгөн туған телеңде белеү йәштәр араһында модаға инде, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Рус теленән тыш, туған телен белгәндәрҙе хөрмәт итәләр, ҡалай ҙа.
С. Мөхәмәтйәнов: Бәләкәс улыбыҙ өйҙә әсәһе менән үҙ-ара русса һүҙҙәр ҡыҫтырып ебәрһәк: "Эй, ниңә русса һөйләшәһегеҙ?"- тип тыйып ҡуя. Бына шундай быуын үҫтерәбеҙ, Аллаға шөкөр. Башҡорт йырҙарын, башҡорт телен пропагандалап та, үҙем башҡортса һөйләшмәһәм, бөтөнләй оят булыр ине.
И. Ноғманова: Эштә лә, өйҙә лә, урамда ла башҡортса аңлағандайға һәр ваҡыт башҡортса өндәшәм. Был беҙҙең тел, уны бөтөрһәк тә - беҙ генә бөтөрә, йәшәтһәк тә - беҙ генә йәшәтә алабыҙ. Икенсе милләт килеп уны йәшәтә лә, ҡыҫа ла, ҡырҡа ла алмай. Шунлыҡтан, ҡалайтһаҡ та туған телебеҙ өсөн үҙебеҙ генә яуаплы.

Емешле ижад итеү, милли идеяларға хеҙмәт итеү һәм киләсәк быуындарға мираҫ булыу маҡсатындағы ижади тормошоғоҙҙа үҙегеҙгә нимәләр теләр инегеҙ? Ниндәй хыялдар бар әле һеҙҙең?

И. Ноғманова:
Ансамблдең етәксеһе булараҡ, мин "Мираҫ"тың үҙ бинаһы булыуын теләр инем. Ул инде күптән айырым театр, айырым зал тоторлоҡ кимәлгә еткән, үҫешкән. Үҙаллы гастролдәр ойоштороу өсөн транспорт та кәрәк. Әлбиттә, беҙ былай ҙа республикабыҙ, ҡалабыҙ етәкселегенең хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ, әммә үрҙә һанап үтелгәндәргә беҙ мохтаж.
М. Солтанов: Ысынлап, беҙҙең һәләтле көслө коллектив та, бай репертуар ҙа, урап сыҡҡыһыҙ фольклор базаһы ла, яулап алынған тамашасы ла бар. Шундай байлыҡты беҙ нисек тә тарҡатмаҫҡа, үҫтерергә һәм халыҡ мәнфәғәтендә ҡуллана белергә генә тейеш. Мин үҙебеҙгә шул бәхетте теләр инем.

Ошо көндәрҙә "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамбле үҙенең ун йыллығын билдәләй. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ һәм милли үҙаңына тоғро тамашасылар ғына теләйбеҙ, ә ҡалғанын улар үҙҙәре лә башҡарыр. Һәләтле бит улар!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.16 | Ҡаралған: 463

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Эргә-тирәләге таныштарығыҙға, туғандарығыҙға иҫкәртегеҙсе: 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн 50665 индекслы "Киске Өфө"гә яҙылып өлгөрмәһәләр, әле лә һуң түгел - 20 авгусҡа тиклем яҙылһалар, гәзитебеҙҙе сентябрҙән алдыра башлаясаҡтар. Шулай уҡ июль-август айҙарында элекке хаҡ менән, йәғни 560 һум 82 тингә, 2019 йылдың беренсе яртыһы өсөн дә гәзитебеҙгә яҙылып була. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер, ғәҙәттәгесә, матур китапҡа өмөт итә ала.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2018 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt