«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕНЕҢ БАЙРАМЫ - БЕР ЮЛЫ, ЙӘКИ ШӘҺИТ АЛЛЕЯҺЫНА ЯҢЫ ШЫРШЫЛАР ӨҪТӘЛДЕ
+  - 

Республика Хөкүмәтендә 2016 йыл өсөн журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Комиссия конкурсҡа тәҡдим ителгән туғыҙ дәғүәсенең өсәүһен һайлап алды.

- Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы менән ғүмерен журналистикаға арнаған кешеләр бүләкләнә. Ул шуның менән әһәмиәтле һәм ҡиммәтле. Дәғүәселәрҙең һәр береһе лайыҡлы, әммә быйыл комиссияның фекере бер булды һәм беҙ еңеүселәрҙе һис бер ауырлыҡһыҙ билдәләнек, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы буйынса комиссия рәйесе Салауат Сәғитов.
2016 йылғы премия лауреаттарының береһе - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында билдәһеҙ факттарҙы асҡан материалдар авторы, "Российская газета" редакцияһының Өфө филиалындағы өлкән хәбәрсеһе Гөлназ Данилова. "Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәт, - тип һөйләне ул. - Мин атайым - танылған яҙыусы һәм журналист Булат Рафиҡовҡа бик рәхмәтлемен. Тап ул мине һәм апайымды ныҡлы характер һәм рух ныҡлығы кәрәк булған һөнәргә өйрәтте. Мәҡәләләремдең темаһы бала саҡ менән бәйле. Геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын танырға, тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә кәрәк - бына ошо һәр саҡ төп фекер булып яңғыраны. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, рухи бәйләнеш. Генералдың шәхесенә, тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу бөтмәҫ, дауам итер, тип ышанам..."
"Башҡортостан" юлдаш телевидениеһы журналисы Гүзәл Хәмитова премияға "Эҙәрмән", "Позывной "Барс", "Мистик Башҡортостан" тапшырыуҙар циклы өсөн лайыҡ булды. "Беҙҙең бер генә күрһәткес - эфир, - тине ул. - Ҡаты шарттарҙа эшләп, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар төшөрөргә тырышабыҙ. Күптәр матур, бай республикабыҙҙа йәшәп тә ҡайҙа барырға мөмкин икәнлеген, ниндәй тәбиғәт объекттары барлығын белмәй. Бынан тыш, журналист булараҡ, проблемаларҙы ла күтәрергә тейешбеҙ. Барыбыҙ ҙа ғорурланған Бөрйән бал ҡорто, Ирәмәлдәге юғалыр сиккә еткән үҙенсәлекле алтын тамыр дарыу үләне, ирей башлаған Асҡын боҙ мәмерйәһе. Бындай проблемалар байтаҡ, һәм мин Башҡортостан юлдаш телеканалы коллективына уңайлы эшләү мөмкинлеге һәм яҡшы техник база өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен..."
"Киске Өфө" гәзите хәбәрсеһе Фәүзиә Мөхәмәтшина 36 йыл ғүмерен журналистикаға арнаған. Үҙе өсөн оло оҫталыҡ мәктәбенә әүерелгән "Башҡортостан" гәзитендә байтаҡ йылдар эшләгән. Ул ошо баҫманың төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре Абдулла Исмәғилев, Мансур Әйүпов, Тәлғәт Сәғитов, шулай уҡ өлкән быуын журналистарынан Дәүләт Мәһәҙиев, Рәүеф Насиров, Әниф Бикҡолов, Ризван Хажиев һәм башҡа ҡәләмдәштәре исемдәрен телгә алып, уларҙың оҫталыҡ мәктәбе һабаҡтары хаҡында оло ихтирам менән һөйләне. Бөгөн дә Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙының "Киске Өфө"ләге аналитик мәҡәләләре замандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә... "Ул бер нәмәгә лә битараф түгел, - тип яҙғайны лауреат хаҡында яңыраҡ ҡына "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған мәҡәләһендә шағирә Лариса Абдуллина. - Бигерәк тә үҙен уратып алған мөхит, көндәлек йәшәйешебеҙ мәсьәләләре тәжрибәле журналист иғтибарынан ситтә ҡалмай. Темалар "аяҡ аҫтында ғына" ята, тик унда төп проблеманы айырып алып, аналитика дәрәжәһенә күтәрә белергә генә кәрәк. Һәм Фәүзиә апай Мөхәмәтшина шулай эшләй ҙә. Ул булһынмы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә көн дә тыуып ҡына торған мәсьәләләр, йә иһә һаманға тиклем камиллаша алмаған торлаҡ-коммуналь хикмәттәре, социаль-тәьминәт, пенсияға бәйле һорауҙар..." "Ижади мөхит булдырылған "Киске Өфө" гәзитендә эшләү минең өсөн яңы мөмкинлектәр асты; гәзитебеҙ, әйтерһең дә, хеҙмәт биографияма икенсе һулыш өҫтәне ", - тип һөйләне лауреат үҙе бүләкләү тантанаһында.
11 октябрҙә иһә яңы лауреаттарҙы ҡотлау тантанаһы Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ере - Күгәрсен районында дауам итте. Бында Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы - БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, БР Журналистар союзының идара рәйесе, "Йәшлек" гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков, "Киске Өфө" гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаеваны һәм лауреаттарҙы Хоҙайбирҙин ауылы халҡы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ауыл мәҙәниәт йортонда лауреаттарҙы сәләмләү тантанаһы булып үтте. Унда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Күгәрсен район премияһының быйылғы өс лауреаты - "Мораҙым" район гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Сәйетбатталова, фотохәбәрсе Зыя Ғарипов, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы Фәнзил Санъяровты, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаттарын ҡайнар тәбрикләнеләр, сәскә гөлләмәләре, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Журналистар Шәһит батырҙың йорт-музейын ҡараны, изге йоланы тотоп, Шәһит аллеяһына йәш шыршы ағастары ултыртты. Юғары наградаға лайыҡ булған журналистар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ине был көн, сөнки ул оло байрамыбыҙ - Республика көнөнә тап килде. Өҫтәүенә, бынан ике көн алда ғына күренекле дәүләт эшмәкәре, ялҡынлы публицист-журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы киң билдәләгәйнек. Бәхетленең байрамы - бер юлы, тигән халыҡ һынамышына раҫ килде көҙҙөң һуңғы сыуаҡ был көнө. Тантана Республика көнөнә арнап һәм ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән ҙур байрам концерты менән тамамланды.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.16 | Ҡаралған: 1217

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru