«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨБӨҘ АРТАБАН ДА КҮРКӘМЛӘНӘСӘК!
+  - 

Өфө ҡала округы Советы сессияһында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы итеп яңынан, өсөнсө мөҙҙәткә Ирек Ялалов һайланды. Уның өсөн 34 депутат тауыш бирҙе.

Мәғлүм булыуынса, хакимиәт башлығы вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итте. Улар: ҡала округы Советының үткән саҡырылыш депутаты Николай Герасимов, Башҡортостан адвокаттар коллегияһы адвокаты Ринат Әхмәҙуллин, "Өфө ҡала уты" директоры Илдар Чанышев һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов. 19 октябрҙә уҙған конкурс процедураларында өс кандидат ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса үҙҙәренең программалары менән таныштыра. Ә Ринат Әхмәҙуллин иһә процедураларҙа ҡатнашыу өсөн яҙған ғаризаһын кире ала.
- Конкурста ҡатнашыусы кандидаттар Өфө ҡалаһын үҫтереү буйынса мөһим программалар менән сығыш яһаны, ҡайһы бер тәҡдимдәр артабанғы эшмәкәрлектә файҙаланыласаҡ. Әммә тап Ирек Ишмөхәмәт улының программаһы тулы, ҡала тормошоноң барлыҡ өлкәләрен үҙ эсенә ала һәм, иң мөһиме - тормошҡа ашырырлыҡ, - тине депутаттарҙың ҡарарына аңлатмалар биреп Өфө ҡала округы Советы рәйесе Валерий Трофимов.
- Биш йыл элек Өфө бөтөнләй икенсе ҡала ине, ошо ваҡыт эсендә торлаҡ төҙөлөшө, инфраструктура, инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла күп нәмәләр эшләнде, - тине үҙенең сығышында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. - Төрлө конкурстар һөҙөмтәләре буйынса ла баш ҡала лидерҙар иҫәбендә. Һәм бындай миҫалдар етерлек. Тимәк, уҙған биш йылда бушҡа йәшәмәгәнбеҙ, насар эшләмәгәнбеҙ. Өфө артабан да үҫәсәк, яҡшырасаҡ, ә яҡшы урынға һәр саҡ кеше йыйыла һәм күптәр йәшәү өсөн баш ҡаланы һайлаясаҡ. Ләкин урбанизация системалы рәүештә алып барылырға, ул асыҡ, аңлайышлы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта тормош сифатын күтәреү тураһында ла уйларға кәрәк.
Шулай уҡ үҙ сығышында Рөстәм Зәки улы ҡала алдында торған тәү сираттағы бурыстарҙы ла билдәләп үтте. Иң элек ҡала ерҙәрен һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк, тине ул. Ҡала бюджетының килем өлөшөн арттырыу, ҡаланы төҙөкләндереү, заманса йәмәғәт транспорты системаһы мәсьәләләре менән бер рәттән, төбәктең Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан, ике цивилизацияға ҡараған мәҙәниәтен үҫтереү зарурлығына ла иғтибар йүнәлтте.
Үҙенең сығышында ҡабаттан һайланған ҡала башлығы уҙған осорҙағы ҡаҙаныштарҙы билдәләп, киләсәктә ошо алынған йүнәлеш буйынса эшмәкәрлекте дауам итеү кәрәклегенә баҫым яһаны һәм алда торған мөһим бурыстарға туҡталды.
Стратегик планлаштырыу. Бынан ике йыл элек эшләнә башлаған Өфө ҡалаһын үҫтереүҙең стратегик планын тамамлап ҡуйырға һәм Генераль планға иғтибар йүнәлтергә. Стратегик пландың ҡушымтаһы булған Өфөнөң Төньяҡ өлөшөн комплекслы үҫтереү планы нигеҙендә Дим, Шаҡша, Затон, Нижегородка биҫтәләре буйынса ла алдағы 5-7 йылды күҙаллаған шундай уҡ пландар эшләргә.
Бюджет, иҡтисад үҫеше. Программалар нигеҙендә ҡабул ителгән бюджетҡа күсеү һуңғы йылдарҙың иң мөһим яңылығының береһе. Әлеге ваҡытта 22 муниципаль программа тормошҡа ашырыла. Улар бюджет ассигнованиеларын аныҡ эшкә йүнәлтеү һәм һөҙөмтәләр алыу мөмкинлеген бирҙе.
Йәшәйеш уңайлылығын хәстәрләү. Һуңғы йылдарҙа ҡалала төҙөкләндерелгән һәм реконструкцияланған яңы ял урындары барлыҡҡа килде. Ошо йүнәлештә эшләү "Парк эсендәге ҡала" концепцияһына нигеҙ һалды. Алдағы йылдарҙа Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә лә ошондай урындар барлыҡҡа киләсәк.
Ҡала мөхитенең именлеге. Өфө дүрт йыл рәттән Волга буйы федераль округында халыҡтың имен тормошон тәьмин итеү буйынса иң яҡшы ҡала тип таныла. Бында "Имен ҡала" системаһы үҫешкән һәм киләсәктә уны артабан да камиллаштырыу йүнәлешендә эштәр алып барыласаҡ.
Торлаҡ төҙөлөшөнөң сифатын күтәреү. Бөгөн торлаҡтың сифатын яҡшыртыу һәм уны һатып алыу хаҡтарының юғары булмауын тәьмин итеү - төп шарт. Бының өсөн төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыла. Өфөлә төҙөлгән һәр торлаҡ йорт - ҡаланың биҙәге булырға тейеш. Был йәһәттән ыңғай миҫалдар бар һәм уны тағы ла киңәйтергә кәрәк.
Иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү. Бөгөн баш ҡала был программаны тормошҡа ашырыу буйынса алдынғыларҙың береһе. Йыл һайын был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум тотонола һәм 500-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта. Социаль инфраструктураны үҫтереү. Социаль объекттар, балалар баҡсалары төҙөү өсөн сикләнгән финанс тәьминәте шарттарында яңы сығанаҡтар табыу, федераль программаларҙа ҡатнашыу, финанслауҙың һәм төҙөлөштөң яңы схемаларын ҡулланыу кәрәк. Шулай уҡ муниципаль-шәхси партнерлыҡ принциптары буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеге лә әүҙемләштереү талап итә.
Йорт ихаталарын, торлаҡ фондын капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү. Һуңғы йылдарҙа 676 ихата объекты ремонтланған, яңы парковка урындары булдырылған, ваҡытлыса парковкалар эшләнгән, 223 балалар майҙансығы һәм спорт-уйын комплекстары ҡуйылған. 270 уйын майҙаны төҙөлөш компаниялары тарафынан сафҡа индерелгән. Был эш киләсәктә лә дауам ителәсәк.
Инвестициялар йәлеп итеү. Инвестициялар күләме 92 миллиард һумдан (2011) 147 млрд һумға тиклем артты (2015). Алда тағы ла инвесторҙар йәлеп итеү, улар өсөн ыңғай мөхит булдырыу, ҡала өсөн өҫтөнлөклө булған проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ярҙам итеү бурысы тора.
Юл-транспорт инфраструктураһын үҫтереү. Халыҡ фекерен өйрәнеү һөҙөмтәһендә ҡала райондары араһында ниндәй транспортҡа ихтыяж булыуы асыҡланып, хәрәкәт итеү матрицаһы эшләнә. Ул артабан юл-транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә нигеҙ булып торасаҡ. Шулай уҡ пассажирҙар йөрөтөүсе транспортты яңыртыу буйынса ла эш алып барыласаҡ.
Сәнәғәт секторын үҫтереү, эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү. Бөгөн Өфө Рәсәйҙең 250 сәнәғәт үҙәге араһында - 7-се, халҡы миллион булған ҡалалар араһында үҙе етештергән продукцияны оҙатыу күләме, күрһәтелгән эш һәм хеҙмәт буйынса икенсе урын биләй. Совет осоронан һуң баш ҡалала 100 "яңы иҡтисад" предприятиеһы асыла. Шулай уҡ АйТи өлкәһенең дә ҡеүәте ҙур.
Инновацион эшмәкәрлек. Дүрт йыл элек ҡала хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла яңылыҡтар индереүгә йүнәлеш алынған һәм был эште артабан да дауам итергә кәрәк.
Халыҡ араһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу. Муниципалитетҡа халыҡ фекере бик мөһим. Шуға күрә төрлө мәсьәләләр буйынса асыҡ тыңлауҙар ойоштороу, социологик һорау алыуҙар үткәреү тәжрибәһен дауам итеү мөһим. Йәштәрҙе ҡаланы үҫтереү буйынса стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу ҙа кәрәк. Бында төп баҫымды эшкә урынлаштырыу, гражданлыҡ-патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиәгә, ял ваҡыттарын файҙалы үткәреүгә, сәләмәт тормош алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыуға яһау зарур.
Закондар сығарыу инициативаһы. Урындарҙа эшләгән муниципаль хеҙмәткәрҙәр көндәлек мәсьәләләрҙе хәл иткәндә урындағы үҙидаралыҡҡа ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәклеген яҡшы белә. Тап улар ҡала Советы депутаттары менән берлектә ошо мәсьәләләрҙе сисеү өсөн республика, федераль кимәлдәге закондар сығарыу органдарына инициатива менән сыға ла инде.

Шулай итеп, тезистар формаһында ғына бирелгән ошо төп йүнәлештәрҙән һәм уларҙың һөҙөмтәһенән дә бөгөн Өфөлә ниндәй эшмәкәрлек алып барылғанын төҫмөрләргә мөмкин. Һәм ҡала Советы депутаттарының, атты кисеүҙә алыштырмайҙар, принцибын алға һөрөп, Ирек Ишмөхәмәт улына ике мөҙҙәт алда башлаған эштәрен, пландарын тормошҡа ашырып бөтөү мөмкинлеген биреүе лә яҡшы һәм был мегаполистың артабанғы үҫеше өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанғы килә.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.16 | Ҡаралған: 1009

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru