«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ МӨХИТЕНДӘ УҠЫУ ТӘРТИПЛЕ ЛӘ ИТӘ БЕҘҘЕ
+  - 

Йәмғиәттең киләсәген мәктәптәрҙә уҡыған балаларға ҡарап төҫмөрләргә мөмкин, сөнки белем усағы барыбер ҙә төп тәрбиә сығанағы булып тора. Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары Алһыу Хәкимова, Ҡарлуғас Исмәғилева, Данил Камалов һәм Наҙгөл Заһитова менән әңгәмәләшкәндә лә беҙ белем усағының ролен генә түгел, киләсәгебеҙҙе лә күҙалларға тырыштыҡ.

Һеҙ уҡыған белем усағына ҡасан нигеҙ һалынған икәнен һәр берегеҙ яҡшы беләлер, шулаймы?

Ҡарлуғас:
З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы 1996 йылда асылған һәм быйыл ул 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беҙҙең гимназия республиканың үҙаллылыҡ емеше. Баш ҡалала йәшәүселәр балаларын туған башҡорт телендә уҡыта алһын өсөн асылған ул. Гимназияла әле Инорс биҫтәһендә йәшәүсе балалар белем ала, бөтәбеҙ ҙә башҡорт телен ихлас өйрәнәбеҙ.
Алһыу: Атай-әсәйем беренсе синыфтан алып мине ошо гимназияға уҡырға биреүенә бик шатмын, сөнки бында уҡытыусылар бик яҡшы, туған телемдә аралашыу мөмкинлеге бар. Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен, тарихты, йолаларҙы белергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә беҙ туған телебеҙҙе онотһаҡ, республикабыҙ ҙа булмаҫ ине.
Данил: Эйе шул, мин ҡыҙҙар менән тулыһынса килешәм. Башҡорт кешеһенә башҡорт телен белеү мотлаҡ, беҙгә был турала уҡытыусылар иҫкә төшөрөп кенә тора. Бынан тыш, туған телеңде белһәң, башҡа сит телдәрҙе өйрәнеүе еңел, тиҙәр бит. Беҙ башҡорт һәм рус теленән тыш, икенсе синыфтан алып инглиз телен дә өйрәнәбеҙ.
Наҙгөл: Гимназияға 2004 йылда ЮНЕСКО ассоциацияланған мәктәбе статусы бирелгән. Шуға ла беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашлығында мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, ярыштар үтеп тора.

Гимназияның үҙендә үткәрелгән ниндәй матур саралар йолаға әйләнеп киткән?

Ҡарлуғас: Гимназия яҙыусы Зәйнәб Биишеваның исемен йөрөтә һәм йыл да уның ижадына арналған конференция үткәрелә. Унда беҙ жюри иғтибарына әҙибәнең әҫәрҙәре буйынса доклад, презентация, анализдар тәҡдим итәбеҙ. Был бөтә республика кимәлендә үткәрелгән конференция, шуға бүтән башҡорт гимназия, лицейҙарынан да уҡыусылар килә.
Алһыу: Мин унда йыл да ҡатнашам, был конференция уҡыусылар Зәйнәб Биишеваның ижадын өйрәнһен, уның тормошсан әҫәрҙәренән фәһем алһын өсөн үткәрелә. Яҙыусының "Далала таң" тигән әҫәре буйынса фәнни эш башҡарғайным, унда ситтә белем алып, кире ауылына эшкә ҡайтыусы ике йәш кеше тураһында һүҙ бара. Ә бөгөн күптәр ҡалаларҙа ҡалырға теләй, ауыр ер эшен башҡарғыһы килмәй һәм ундай һөнәрҙәр һайламаҫҡа тырыша. Зәйнәб Биишева, үҙең тыуып үҫкән ергә файҙа килтерергә кәрәк, тигән фекерҙе әйтергә теләй, тип уйлайым.
Данил: Гимназияла ойошторолған бөтә саралар башҡорт телендә үткәрелә, шуға беҙгә бер-беребеҙ менән туған телдә һөйләшергә сәбәптәр күп. Йолаға әйләнеп киткән сараларҙың береһе - "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһе, тиһәк тә була. Гимназияның "Ығы-зығы" КВН-командаһы йыл да ошо бәйгелә ҡатнаша.
Наҙгөл: "Һаумы, һаумы, Әкиәт!" ҡала конкурсы ла башланғыс синыф уҡыусылары өсөн көтөп алынған сара. Мин балалар баҡсаһында йөрөгән саҡта ла унда ҡатнаша торғайным. Хәҙер гимназия эргәһендә лә балалар баҡсаһы бар. Унда тәрбиәләнгән балаларҙы һуңынан беҙгә уҡырға алалар.
v Гимназияла уҡыусының һәләттәрен үҫтереү өсөн ниндәй түңәрәктәр эшләй?

Ҡарлуғас: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн шахмат түңәрәге бар. "Байрам" бейеү ансамблендә һәләтле ҡыҙҙар-егеттәр башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ.
Алһыу: Ижади балалар өсөн гимназияла былтыр журналистика буйынса түңәрәк эшләгәйне. Унда беҙ журналист һөнәренең нескәлектәренә төшөндөк, мәҡәлә яҙырға өйрәндек. Хәҙер гимназияның "Киләсәк" тигән айлыҡ гәзитен әҙерләгәндә шул тәжрибәне ҡулланабыҙ.
Данил: Беренсе синыфтан алып Айрат Ҡарасов етәкселегендәге ҡурай түңәрәгенә, һуңғы өс йыл баян түңәрәгенә йөрөйөм. Гимназияла ғына түгел, Орджоникидзе районында үткәрелгән төрлө сараларҙа ла сығыш яһайбыҙ. Тағы ла быйыл гимназия уҡыусыларына водителлеккә уҡырға мөмкинлек асылды. Өс ай белем алып, 18 йәш тулғас, имтихан тапшырырға була.
Наҙгөл: Төрлө спорт түңәрәктәре эшләй. Мәҫәлән, еңел атлетика, гимнастика, ушу менән шөғөлләнергә мөмкин.

З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында яҡшы белем биреүҙәре, балаларҙың төрлө һәләттәрен асырға ярҙам итеүҙәре тураһында белдек. Ә бына тәрбиә, тәртип тәңгәлендә хәлдәр нисек?

Наҙгөл:
Беҙҙең синыфта малайҙар ҡайһы берҙә үсекләшеп, һүҙгә килешеп китә. Шуға ла уҡытыусылар һәр ваҡыт "Нимә яҡшы?" һәм "Нимә яман?" тигән һорауҙар буйынса әңгәмә ойоштора. Әммә, минеңсә, йәмғиәт ниндәй, балалар ҙа шундай булып үҫә. Гимназияла ғына тәрбиәгә, тәртипкә өйрәтеп бөтөп булмайҙыр ул.
Алһыу: Барыһы ла ата-әсәнән тора. Ғаиләләге мөхиткә, яҡын кешеләренең балаға мөнәсәбәтенә ҡарап, кешенең тәртибе билдәләнә. Әгәр ҙә ата-әсәһе балаһын йылы һүҙ әйтмәй, яратмайынса үҫтерһә, ул бала донъяның матурлығын күрә белмәйәсәк. Ә бына беҙҙең гимназия уҡыусылары башҡорт мөхитендә уҡый, тәрбиәләнә һәм уларҙың кемдәренең өйөндә лә шундай мөхит тыуҙырылған - улар күпкә тәртипле. Шуға бала туған телендә һөйләшеп, халҡының иң яҡшы сифаттарын һеңдереп үҫергә тейеш.
Ҡарлуғас: Беҙҙең заман еңел түгел, балалар тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын күреп-белеп, аңлап үҫә. Күптәр атай-әсәйенең хәлен, ни өсөн ғаиләләрендә теге йәки был уңайлыҡтар булмауын аңлай. Әммә күптәрҙең эргәһендә өлгө күрһәтерлек кешеләр юҡ. Мәҫәлән, Стив Джобс кеүек булырға теләк тыуһын өсөн, уның кеүек уңышҡа өлгәшкән бер кеше менән булһа ла танышырға кәрәк.
Данил: Әйткәндәй, Стив Джобс кеүек уңышҡа өлгәшеү тураһында һөйләгәндә, ул уҡыуын да ташлаған, яҡшы өлгәшмәгән, юғары уҡыу йортон тамамламаған, эшкә төшөп, оҙаҡ эшләмәгән, тиҙәр. Йәнәһе, бөтәһе кеүек булмаған, үҙ хыялын тормошҡа ашырырға теләгән. Әммә Стив Джобс уҡыуын ташлаған саҡта уҡ үҙенең киләсәген күҙ алдына килтерә алған, күңеленә ятҡан шөғөлөн тапҡан, аныҡ маҡсаттары булған. Мәҫәлән, үҙенә кәрәк булғас, ул каллиграфия курстарына йөрөгән. Әгәр ҙә киләсәктә кем булырын белмәһә, ғүмер буйы төрлө эштәрҙе башлап, тамамламайынса ҡалдырған булыр ине. Шуға, кешенең шәхесенә тәүҙә атай-әсәйҙең тәрбиәһе йоғонто яһай, һуңынан барыһы ла үҙенән генә тора. Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә был турала ла һөйләй, синыф сәғәттәрендә төрлө темаларға фекер алышабыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Билдәле тарихсы Василий Ключевскийҙың шундай һүҙҙәре бар: "Уҡытыусыларға һүҙ аҡылын йоҡлатыу өсөн түгел, сит кешенекен уятыу өсөн бирелгән", - тигән ул. Уҡытыусыларҙың хеҙмәтен баһалауҙа ошо һүҙҙәргә ҙур әһәмиәт бирелергә тейештер ул, моғайын. Бөгөн балаларыбыҙ башҡорт мөхитендә уҡырға үҙҙәре теләк белдерә, туған телен тәрәндән өйрәнеү, башҡорт рухында тәрбиәләнеүҙең мөһимлеген аңлай, ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе күреп борсола икән, тимәк, педагогтар - һүҙ ҡеүәтенең тәғәйенләнешен, ә халыҡ белемдең дә икмәк кеүек ҡәҙерле булыуын яҡшы белә. Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы быға асыҡ миҫал.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.16 | Ҡаралған: 1168

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru