«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ИР-ЕГЕТ КҮҢЕЛЕНДӘ ЭЙӘРЛЕ-ЙҮГӘНЛЕ АТ ЯТА
+  - 

Юлай ҒӘЛИУЛЛИН Кем ул заман башҡорто? Ул үҙ милләте өсөн ниндәйҙер эштәр атҡарған, уның өсөн йән атҡан шәхес. Ниндәй өлкәлә һәм ниндәй күләмдә булһа ла. Башҡорт йәмғиәте, халҡы унан мәрхәмәт күрә икән, тимәк, ул - үҙ милләтенең бәхете, насибы. Был һүҙҙәрҙе беҙ сираттағы ҡунағыбыҙ Юлай ҒӘЛИУЛЛИНға ла арнай алабыҙ. Башҡорт милли ғәскәрен реконструкциялау эше менән мәшғүл булған "Любизар" беренсе башҡорт атлы полкы идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы һәм унан башҡа ла бик күп матур башланғыстарҙы әйҙәп, ойоштороп йөрөүсе был ир-уҙаман менән һөйләшеп-аралашыу үҙе бер тәрбиә мәктәбе булды. Йәғни, ирҙәр тәрбиә мәктәбе.

Юлай Рәфҡәт улы, быйыл йәйгеһен беренсе тапҡыр республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге һәм һеҙҙең "Любизар" беренсе башҡорт атлы полкы ойошторған "Мәргән уҡсы" беренсе республика фестивале гөрләп үтте. Уҡ-һаҙаҡтың башҡорттоң ғына түгел, бөтә донъя халыҡтарының да тәү ҡоралы икәнен беләбеҙ. Ни өсөн фестиваль тап ошо уҡ атыуға арналды? Ни өсөн, мәҫәлән, атта сабыу йә башҡа оҫталыҡҡа түгел?

- Уҡ-һаҙаҡтың кешенең тәү ҡоралдарының береһе булыуын үҙегеҙ ҙә әйтеп киттегеҙ. Тимер ҡоралдарға тиклем, атҡа тиклем бик күпкә алда кеше ҡулында уҡ-ян булған инде. Ул башта һунар итеү, аҙыҡ табыу маҡсатында булдырылһа, тора-бара дошмандарҙан һаҡланыу сараһы итеп тә ҡулланылғандыр. Ә беҙҙең халыҡ өсөн иһә уҡ атыу, көрәш, атта сабыу - ул сөннәт.
Малайзия, Япония, Ҡытай, Иран, Венгрия, Польша, Англия, Төркиә, Литва, Бразилия һәм башҡа илдәрҙә уҡ атыу шөғөлө бик яҡшы үҫешкән. Донъяла глобалләшеү бара һәм шунан һаҡланып, күп халыҡтар үҙҙәренең тарихи тамырҙарына ҡайтырға, юҡҡа сыҡмаҫҡа тырышып ята. Милли кейемдәрен, аштарын, йолаларын тергеҙә. Ә беҙҙә был һөнәргә, нисектер, балалар уйыны итеп кенә ҡарайҙар һаман.
Йәй көнө булып үткән "Мәргән уҡсы" фестивалендә ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Йәғни, был шөғөл йәшкә, енескә, физик өҫтөнлөктәргә лә бүленмәй. Уҡ атыуҙы мин спорт төрө итеп ҡарамайым, ә һәр кем белергә тейеш булған шөғөл итеп ҡабул итәм. Күптән түгел уҙғарылған башҡорт милли спорт уйындарында уҡ атыу беренсе тапҡыр тамашасы алдына сығарылды һәм атып ҡарарға теләгәндәр сиратҡа теҙелде. Был беҙҙең ҡанда, аңда бар. Юҡҡамы ни, бала саҡта һәр ир бала уҡ яһап уйнай. Беҙгә хәҙер бары быны иҫкә төшөрөргә һәм үҫтерергә генә ҡала.

Бер заман "Төньяҡ амурҙары" атамаһында булып, хәҙер инде "Любизар" беренсе башҡорт атлы полкын булдырыусылар һеҙ. Тәүге тапҡыр "Башҡорт атлы ғәскәрен реконструкциялау" тигән аңлатманы ишеткәс, бер килке ишетелгәнде һеңдереп уйланып торҙом әле. Гәзит уҡыусыларҙың да тәү тәьҫораты шулай буласаҡ. Сөнки был беҙҙең өсөн яңы, ят күренеш. Атлы ғәскәрҙе реконструкциялау нисек була? Был эштең маҡсаты нимәлә?

- Реконструкциялау, тимәк, башҡорт милли атлы ғәскәренең яугирын, уның кейемдәрен, ҡоралын һәм, әлбиттә, шундай уҡ йыһазлы атын һынландырыу. Ул яугирҙар белгәнде йәки белергә тейеш булғанды өйрәнеү, шул замандағы һуғыш алымдарын үҙләштереү, хәрби хәрәкәттәр, ғәскәр характерындағы үҙенсәлектәрҙе тикшереү, төшөнөү. Беҙ был эштәрҙе үҙебеҙ өсөн генә түгел, ә милләтте, уның рухын, сәм-ҡомарын уятыу өсөн эшләйбеҙ. Маҡсаты ла милли үҙаңыбыҙҙы, ир-егеттәребеҙҙә яугир, ил, ер һаҡсыһы булырҙай илһөйәрлек тойғоларын ҡуҙғытып ебәреүгә ҡайтып ҡала.
Бынан ун биш йыл элек Бородино һуғышын реконструкциялау сараһына "Төньяҡ амурҙары" булараҡ ҡатнашырға барһаҡ, ни күрәбеҙ - унда беҙҙең урында ҡаҙаҡтар йөрөй! Төньяҡ амурҙары булып! Шунан асыҡлауға күстек: Бородино яуында ҡаҙаҡтар ҡатнашҡанмы - юҡ, "Төньяҡ амурҙары" тигән исемдәре бармы - юҡ. Улайһа, ҡайҙан килгән уларға бындай уй? Баҡтиһәң, замана тарихсыларының береһе француздар тарафынан теркәлгән башҡорт исемдәрен үҙенсә тәржемә итеп, ул яуҙарҙа ҡаҙаҡтар йөрөгән, тигән "асыш" яһаған һәм был яңылыҡты күтәреп алыусылары табылған да. Ошо сарала ҡатнашыуға Ҡаҙағстан президенты аҡса бүлгән, баштан-аяҡ сынъяһау итеп кейендереп, аттарын КАМАЗ-дарға тейәп ебәргән хатта. Тора-бара уларҙың Парижда ла "Төньяҡ амурҙары" булып йөрөп ҡайтыуҙары хаҡында ишеттек. Был хәл беҙҙең сәмгә тейҙе. Ата-бабаларыбыҙ бөтөн Европаны иңләп үтеп, сит тарафтарға башҡорт һөйәктәрен сәсеп ҡалдырып, ниндәй дан менән ҡайта! Ә беҙ шул исемде күтәрә лә алмайбыҙ. Бына бит, башҡалар беҙҙең йыйналмаған, тупланмаған, ҡәҙерһеҙ булған ҡомартҡыларыбыҙҙы тартып алырға, үҙләштерергә әҙер генә тора. Моңһоҙлоғобоҙҙан, иғтибарһыҙлығыбыҙҙан файҙаланып. Шунан һуң Францияға ла барҙыҡ, башҡорттар ҡатнашҡан күп кенә яуҙар реконструкцияһында ҡатнаштыҡ. Башта "монголдар" тип ҡаршы алһалар, тора-бара башҡортлоғобоҙҙо таныттыҡ. Арабыҙҙа милләтебеҙ тураһында мәғлүмәт биреүсе докладсылар ҙа, тарихсылар ҙа булды, улар барыһын да ентекле аңлатып, хәбәрҙар итеп йөрөнө. 2013 йылда Төркиәнең Истамбул ҡалаһында йәшәүсе дуҫыбыҙ Азат Ҡолдәүләтов үҙҙәрендә үткән оло сараға башҡорт уҡсылары булараҡ саҡырҙы. Унда ла шарт буйынса милли кейемдә, ағас уҡ-ян һәм башҡа йыһаздар менән барып, ҡатнашып, үҙебеҙҙе күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап ҡайттыҡ. Тағы ла Ҡытайҙа, Көньяҡ Кореяла ла булды егеттәребеҙ. Урын алмаған хәлдә лә, шундай халыҡ булыуыбыҙҙы танытып йөрөү зарур. "Йөрөгән таш шымара" тиҙәр бит.
Быларҙан тыш, тағы ла Башҡорт атлы кавалерия дивизияһын реконструкциялауҙа ҡатнашабыҙ. Ҡырмыҫҡалы районында, Шайморатов генералдың тыуған ерендә, 2011 йылдан алып йыл һайын тигәндәй саралар үтеп тора. 2013 йылда Украинаға "Днепр өсөн алыш" яу реконструкцияһына барырға тейеш инек, саҡырыу Германияныҡы менән бергә тура килеп, беҙ икенсеһен һайланыҡ.

Тағы ла ниндәй башҡорт яуҙары ҡыҙыҡһындыра һеҙҙе? Бөгөндән нимәгә тотонор инегеҙ?

- Зәки Вәлиди ғәскәре хәрәкәттәре тураһындағы уйҙар тынғы бирмәй. Был минең шәхсән үҙем өсөн намыҫ эше. Уның тарихы шул уҡ минең затымдың тарихы ла. Оло ҡартатайым империалистик һуғышта кавалерист була, капрал хәрби чинында ҡайта. Унан Башҡорт хөкүмәтенең 2-се пехота полкына ҡушыла. Шул уҡ полкта улар өс бер туған була һәм ағайҙары батырҙарса һәләк булып ҡала. Боронғо башҡорт йолаһы буйынса, оло ҡартатайыма тол ҡалған еңгәһенә өйләнергә тура килә. Ул саҡта уның мәрйә ҡатыны була, әммә мәрйә был йоланы ҡабул итергә теләмәй, ҡайтып китә һәм оло ҡартатайыма еңгәһе тағы ла балалар, шул иҫәптән минең ҡартатайымды табып бирә. Ағаһының улдарын ул үҙенекеләй күреп үҫтерә, улар икеһе лә һуғышта ҡатнаша, гвардия сержанттары булып әйләнеп ҡайта. Абдулхай тигәне Дан ордендары кавалеры, бөгөн был Советтар Союзы Геройына тиңләнә.
Уйлап ҡараһаң, бөтөн шул тарихи ваҡиғалар булмаһа һәм шул хәлдәр кешеләр яҙмышына йоғонто яһамаһа, бөгөн мин дә булмаҫ инем. Улар барыһы ла минең донъяға килеүемә сәбәпсе булған һәм мин шул тарихты өйрәнеп белергә бурыслы. Әле В. Путин Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы һәм ошоға бәйле ҙур саралар планлаштырылыр, тип уйлайым. Бары тик йыр-бейеүгә генә ҡоролмаһын ине был тарихи сара. Сөнки Башҡортостан автономияһының барлыҡҡа килеүе - ул һуғыш, алыштар, ғәскәрҙәр бәрелеше, ҡорбандар... Онотмаһаҡ ине шуны.

Һеҙҙең полк егеттәрен кинолар төшөрөүҙә лә ҡулланырға булалыр бит? Шундай саҡырыуҙар юҡмы? Ғөмүмән, кино төшөрөү мөмкинлеге булһа, кемдән йәки ниндәй тарихи ваҡиғанан башлар инегеҙ?

- Киноға төшөргә саҡырыуҙар булып тора. "Етегән" фильмын төшөргәндә ҡатнаштыҡ. Әлбиттә, Салауат Юлаевҡа арналған кино төшөрөлһөн ине тип хыялланабыҙ. Был батырҙың исемен әйткәндә генә лә күңелендә рухы булған һәр башҡорттоң шундуҡ башы юғары күтәрелә, арҡаһы турая. Мин үҙем дә был шәхес тураһында күп уйланам. Уйлап ҡараһаң, ул Пугачевтың 86 полковнигының береһе булған, ә шуларҙан айырмалы "халыҡ батыры" исемен яулаған. Нисек улай булған һуң ул? 20 йәшлек кенә егет, беҙҙең ҡараштан малай бит инде, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 8 меңлек ғәскәр туплай алған. Ниндәй саҡырыу менән мөрәжәғәт итте икән уларға? Ниндәй мөғжизәле һүҙҙәр әйткән икән? Егерме йәшлек егет килеп: "Әйҙә, Юлай ағай, минең ғәскәргә, шунда барып һуғышып киләйек", - тиһә, мин дә, башҡа кеше лә, һис шикһеҙ, баш тартыр ине бит. Уйлап ҡараһаң, бығаса ла ихтилалдар яһап, күпме язалар күргән халыҡ, үҙҙәренең нимәгә барғанлығын аңламаған түгел бит - аңлаған. Һуғышта ла шәһит булыу мөмкинлектәрен белгән. Ә барыбер, гипнозланған кеүек, батырға эйәргән. Минең был хәлгә ошондай ғына яуабым бар: халыҡ батыры була торған кеше Күктәр тарафынан билдәләнә һәм уның әйткән һүҙе лә, ораны ла, башҡарған эштәре лә шулай яҙғанса ҡабул ителә. Улар бәйғәмбәрҙәр кеүек, бәлки, бәйғәмбәр ҙә булғандыр.
Тик бындай оло шәхес тураһында кино төшөрөү өсөн бик ҙур әҙерлек кәрәк. Әле ниндәйҙер эштәр алып барыла, тигән имеш-мимештәр бар, был мине һағайта ла. Ҡалай ҡылыс, дермантин кейем менән йыһазландырылырға тейеш түгел ғәскәр бында. Батырҙы яндырай яугир итеп кенә күрһәтмәһендәр ине. "Ах" итерлек, фәлсәфәле, эстәлекле, ғәскәр, массалар күренеше менән һөҙөмтәле кино ижад итерҙәй булмаһалар, башта икенсерәк варианттарҙа ҡул шымартһындар ине, тигән теләктәмен.

"Ҡалай ҡылыс, дермантин кейем" тигәндән, ғәскәрҙең бер яугирын баштан-аяҡ кейендереү яҡынса күпмегә төшә?

- Осһоҙ түгел, осһоҙ түгел... Мәҫәлән, беҙҙәге йыла ағасынан эшләнгән яндың хаҡы һигеҙ меңдән башлана. Беҙ былай күп нәмәне үҙебеҙ эшләргә оҫтарҙыҡ инде хәҙер. Унан ары һанап киткәндә, ысын күндән яһалған ҡалъян, ҡорман, ҡаңғы, ҡаптырға, йәғни уҡ-һаҙаҡ һауыттары. Тағы ла ҡылыс, хәнйәр, һөңгө һ.б. Кейемдең йәйге-ҡышҡыһы. Сәхнәләге атлас-бәрхәт түгел, киндерҙән, ябай тупаҫ туҡымаларҙан яһалған күлдәк-ыштан, сәкмән, йоҡа кейеҙҙән башлыҡ, күн аяҡ кейемдәре. Быларҙан тыш, шулай уҡ күндән булған эйәр-йүгән. Ошолар барыһы, һәр хәлдә, 200 мең һумдан ашып китә (бында ат хаҡы инмәй).
"Ҡиммәт" тиергә ашыҡмай тороғоҙ. Бейеү ансамблдәренең бер бейеү өсөн тегелгән костюмдары 500-600-әр меңгә төшә. Йыл да бер төрлө булып үткән һабантуйҙар һәм башҡа мәжлестәргә күпме аҡса тотонола! Ә ғәскәр бер тупланһа, йыһазландырылһа, ул бөгөн модаға ингән "этно" серияларында әллә күпме килем килтерер ине.

"Этно" тигән төшөнсә модаға инде бөгөн. Этнотөн, этноконцерт, этно ял урындары, этносәйәхәттәр, этнофестивалдәр ойошторола. Һеҙ нисек аңлайһығыҙ ул "этно"ны?

-"Этно"ны сәхнә күргәҙмәһе менән генә сикләп ҡуйҙылар бөгөн. Йыр, бейеү, тирмәләр... Уйлап ҡараһаң, атта сабыу, "Ылаҡ", "Ҡыҙ ҡыуыу" уйындары шул уҡ этно. Һабантуй ҙа - этно. Тик уның этно үҙенсәлектәрен юғалтып ташланыҡ. Көрәште лә, ат сабышын да спортҡа ғына ҡайтарып ҡалдырҙыҡ. Тәүбашланғысындағыса иткәндә - ул этно. Көрәшһендәр ауырлыҡ буйынса түгел, ә элеккесә - һуңғы батыр ҡалғансы. Таш күтәреүсе, уҡ атыусы, сәсәндәр, ҡурайсылар, йыр-бейеү башҡарыусылар халыҡ араһынан булһын. Мәҫәлән, бөгөнгө һабантуйҙарҙа ниңә бағанаға менәләр, ул ҡайҙан килеп сыҡҡан? Борон мәргәнлектә ярышыусы һыбайлылар бағана осона төбәп атҡан һәм уҡтарҙы алып төшөүсе үрмәләүселәр булған. Бөгөн бағанаға бүләк алыр өсөн генә менәләр. Атһындар ине башта уҡ, уны алып төшөүсене бүләкләһендәр ине. Шул уҡ бәүелеп торған ауыш бүрәнәгә менеп, осонаса атларға тырышыу ҙа һыбайлының яу күнекмәһенән ҡалған. Сабып барған ат өҫтөндә һынды тота алыу оҫталығы бында.
Мин Белорет районының Ноҡат ауылында, әсәйемдең ата-әсәһе ҡарауында үҫтем. Урман эсендәге ауыл, олатайым ҡара таңдан тороп мылтыҡ аҫа ла, саңғыла урманға китә, ике-өс көндән генә атып алынған берәй кейек алып ҡайтып инә. Өләсәй уны мейес яғып, аш бешереп, мунса әҙерләп көтә. Бына был - этно.

Башҡорт атлы ғәскәрен реконструкциялауға боронғо милли башҡорт кейемен тергеҙеү ҙә инә бит инде. Бөгөн беҙ күреп өйрәнгән милли кейем менән боронғо ысынбарлыҡ араһында айырма бармы?

- Оҡшашлыҡ бармы, тип һорарға кәрәктер, бәлки. Башҡорт кейеме Ф. Ғәскәров тарафынан сәхнә кейеме булараҡ бер аҙ үҙгәртелгән. Ул, мәҫәлән, төлкө башлыҡҡа ике төлкө ҡойроғо аҫып ҡуйған. Сәхнәнән ҡарағанда матур булып, ялпылдап йөрөһөн өсөндөр инде. Шулай уҡ кейемдәрҙәге тиреләр үтә сағыулығы, беҙгә хас булмаған төҫтәре, артыҡ биҙәүестәре менән бигүк төп нөсхәгә тап килеп бөтмәй. Быларҙың барыһын да Ф. Ғәскәров сәнғәт өсөн, матурлыҡ өсөн шулай ижад иткән, һәм был аңлашыла ла. Улар барыбер башҡорттоң милли кейеменә ишаралай, уның рухын сағылдыра. Ә ғәмәлдә ҡулланғанда, мәҫәлән, атта һыбай йөрөгәндә улар уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Башҡорт кейемен реконструкциялау барышында беҙ, әлбиттә, тарихсылар, ошо өлкәне махсус өйрәнгән белгестәр менән кәңәшләштек, архив документтарын өйрәндек. Азат Ҡужин, мәҫәлән, төндәр буйы ултырып, милли кейем сығанаҡтарын эҙләне, тапты. Йәйен һәм ҡышын кейә торған, һыбайлыға уңайлы итеп яйлаштырылған, тик тәбиғи материалдарҙан ғына эшләнгән кейем-һалым, баш һәм аяҡ кейемдәре йүнләнек. Шулай уҡ башҡорт атлы ғәскәренең яу кейеме һәм ҡоралдарын да тегеп, йүнләп алдыҡ. Былар барыһы ла арзан булмаған, әммә рухи бөтөнлөк тойғоһо бирә торған бер ләззәт беҙҙең өсөн.

Милли атлы ғәскәри тәрбиә, уҡ атыу, ҡылыс һуғышы кеүек шөғөлдәрҙе ниңә балаларға, йәғни малайҙарға ла өйрәтмәҫкә? Шундай мәктәп асыу идеяһы юҡмы? Минеңсә, теләүселәр күп булыр ине.

- Әлбиттә, теләүселәр әле лә күп. Тик, үрҙә әйткәнемсә, баланы ундай шөғөлгә йөрөтөү өсөн башта ҡораллы итеү фарыз. Ә был аҡсаға ҡайтып ҡала. Ата-әсәләрҙең риза булыуы кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, уйлап ҡараһаң, хоккейға, футболға йөрөгән балаларға аҙ сығымдар китәме? Ә ысынында был спорт төрҙәре беҙҙең халыҡтыҡы түгел. Уларға беҙҙең барым юҡ. Беҙҙең шөғөлдәр - улар көрәш, ҡул, ҡылыс һуғыштары, уҡ атыу. Ниңә беҙ бөгөн ҙур спортта юҡ? Сөнки сит юлға, шөғөлгә ынтылабыҙ. Үҙебеҙгә хасын онотҡанбыҙ. Әле бына егеттәребеҙ көрәш, ҡул һуғышы төрҙәрендә күренә башланы. Улар тәғәйен урындарын тапҡан, тулыһынса асыла, рухтарын иреккә сығара ала был алышта. Һәм еңә лә. Ә уҡ атыуҙы йәштәргә өйрәтеү буйынса идеялар бар, улар үҙ ваҡытын көтә.

Бына һеҙ, ғаилә башлығы, балалар атаһы, күренекле ир-уҙаман. Шөғөлөгөҙ - атлы ғәскәр. Һеҙ уҡ, ҡылыс, һуғышсы кейемдәре булдырыуға бөтөн буш ваҡытығыҙҙы, аҡсағыҙҙы сарыф итәһегеҙ. Быға ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ нисек ҡарай? "Уйнап йөрөйһөң" тип әйтеүселәр юҡмы? Ғөмүмән, нимә этәрә һеҙҙе был ғәҙәти булмаған мауығыуға, ниндәй тойғолар бирә был һеҙгә: ҡәнәғәтлекме, азартмы, адреналинмы, тигәндәй...

- Белгегеҙ килһә, минең ғаиләм дә үҙем кеүек үк. Ҡатынымдың да, балаларыбыҙҙың да, ҡайнымдың да милли кейемдәре бар. Бөтөн ғаилә менән "Милли кейем" парадында ҡатнаштыҡ. Ҡатыным шөғөлөмдөң ябай мауығыу ғына түгеллеген, ул минең эске донъям сағылышы икәнен аңлай, сығымдарға ла күҙ йома, рәхмәтлемен уға. Ҡатын ире өсөн шундай булырға тейеш тә, йәғни ысын башҡорт ҡатыны.
Мине быға нимә этәрә, тигәнгә килгәндә, ошоларҙы әйтер инем. Эйәрле-йүгәнле ат һәр башҡорт күңелендә ята. Бары әлегә халыҡ башҡорт атлы ғәскәренең нимә икәнен аңлап етмәй. Уның яу яланында ниндәй ҡөҙрәткә эйә икәнен дә белмәй. Борон-борондан атлы яугирҙың ниндәй юлдар, ниндәй ер-һыуҙар кисеп, ниндәй генә алыштар аша үтеп килеүен барлай башлаһаң, башҡорт ҡатнашмаған яу булмағандыр ул, тигән фекергә киләһең. Шуларҙы онотоу - енәйәт. Шул уҡ ваҡытта атлы яугирҙың ҡоралын, йыһаздарын, алымдарын, уға бәйле ауыҙ-тел һәм башҡа ижадты ла өйрәнеү - милли мәҙәниәтебеҙ ҙә. Юғиһә, беҙҙә көнкүреш мәҙәниәте генә өйрәнелә. Ә яу, яугир, ғәскәр юҫыҡтары төшөп ҡалған.
Башҡорт яугирҙары Ислам дине килгәндән алып динле булған. Был уларҙың еңелмәҫ булыуының нигеҙелер ҙә әле. Башҡорт атлы дивизияһының танктарға ҡаршы ҡылыс менән күтәрелеүен, ситтәр, бәлки, ахмаҡлыҡ та тип ҡарайҙыр, әммә мин уларҙың шул мәлдәге кисерештәрен аңлайым. Улар шулай үлемгә барған. Ошо тойғо, ил өсөн, ерең өсөн изге яуҙа шәһит китеү - сөннәт. Һәм беҙҙең милләтте лә әлеге буталсыҡ заманалар һаҙлығынан, эскелек ҡоллоғонан, моңһоҙлоҡтан, эшһеҙлектән тик дин, бары тик дин генә ҡотҡарасаҡ. Әммә диндең дә бөгөн 73 төрлө йүнәлеше бар. Шул тармаҡтарҙан дөрөҫөн табып, рухи яҡтан таҙарынып, сәләмәт милләт үҫтерергә кәрәк.

Һеҙ күптән түгел генә Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашып ҡайттығыҙ. Ниндәй тәьҫораттар тыуҙырҙы был сәфәр? Ниндәй һабаҡтар алдығыҙ? Нисек ҡабул итте ҡырғыҙҙар башҡортто?

- Дөйөм алғанда, был сәфәр үҙе бер оло һабаҡ булды. Беҙ күсмә халыҡтар уйындарын ысынлап "уйнай" белә торғандарҙы күреп, улар менән көс һынашып ҡараныҡ. "Һынаштыҡ" тип әйтә алмайым, әлегә "һынашып ҡараныҡ" ҡына, сөнки әлегә ундай уҡ көсөбөҙ юҡ. Беҙ әлегә ныҡлап атта ла ултыра, кирелеп китеп уҡ ата ла, бил һындырып көрәшә лә белмәйбеҙ икән. Әммә өйрәнә башлағанбыҙ һәм, менталитетыбыҙға һалынған булараҡ, тиҙ арала оҫтарырбыҙ ҙа, тип уйлайым. Тик был этник спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн үҙешмәкәрлек кенә аҙ, дәүләт яҡлауы, дәүләт булышлығы мотлаҡ һәм зарур.
Башҡорттарҙы барыһы ла белә, тип тә әйтә алмайым. Күптәрҙе үҙебеҙ менән таныштырырға тура килде. Был да әлеге "йөрөп, күренеп өйрәнмәгәнлектән"дер.
Әлбиттә, фәһем алыр, сағыштырыр нәмәләр ҙә булманы түгел. Мәҫәлән, мин ҡырғыҙҙарҙың артыҡ ҡунаҡсыл түгеллеген самаланым. Беҙҙәге кеүек, тирмәгә саҡырып ҡымыҙ эсереүсе, аш-һыу тәҡдим итеүсе булманы. Халыҡтың ҡырыҫыраҡ икәнлеге лә тойолдо, шаяртыуҙы, мәрәкәләүҙе аңламайҙар. Былар үҙҙәре үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: ике йылға бер ойошторолған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының бишенсеһен үҙебеҙҙә ойошторорға ине. Был, беренсенән, бөтөн ошо этник мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итер, ҡайһы бер нәмәләргә ҙур стимул булыр ине. Икенсенән, милләтте был өлкәлә донъяға танытыуға ла мөмкинлектәр асасаҡ. Әммә ул эшкә әҙерлекте бөгөндән башларға кәрәк.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.16 | Ҡаралған: 1344

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru