«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ"НЫҢ СЕРЛЕ БАЙРАҒЫ
+  - 

Башҡорт халҡының хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған тарихи ваҡиғаларҙың береһе - 1812 йылғы Ватан һуғышы хәтирәләре булып "Любизар", "Ҡаһым түрә" һәм башҡа йырҙар һәм көйҙәр, риүәйәттәр беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеп еткән. Матди ҡомартҡыларҙан да Башҡортостанда "Төньяҡ амурҙары"нан ҡалған бер уникаль әйбер бар. Ул республиканың милли музейында һаҡланған Башҡорт полкының байрағы.

Был байраҡ 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡалған берҙән-бер матди ҡомартҡы булып тора. Ул һорғолт-һары төҫтәге ебәк туҡыманан эшләнгән. Байраҡты бәләкәй генә һоро төҫтәге алты ҡырлы йондоҙҙар биҙәй. Уртала Рәсәй империяһының гербы - ике башлы бөркөт һүрәтләнгән, ә гербтың аҫтында мосолман символикаһы - ярым ай урын алған. Әләмдең өҫкө яғында һәм аҫтында ғәрәп графикаһы менән яҙылған текст бар. Рәсәй империяһы гербы өҫтөнә ниндәйҙер аббревиатура баҫылған: "О.Bh. б.П.5О".
Был байраҡтағы яҙыуҙар нимә аңлата һуң? Милли музейҙа бындай тәржемә бирелгән: "Тыныслыҡ байрағы. 1813 йылда эшләнгән. 11-се кантон башлығы подполковник Семеновский. 5-се башҡорт полкын бүләкләгән байраҡ". Тарих фәндәре кандидаты Р.Н. Рәхимов был ҡомартҡыға анализ яһай һәм етди дәлилдәр килтереп был байраҡтың 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡомартҡыһы булыуына шик белдерә.
Подполковник Семеновскийҙың 11-се башҡорт кантон башлығы булыуы мөмкин түгел, ғәҙәттә, кантон башлыҡтары итеп башҡорттарҙы ҡуйыр булғандар, тип яҙа Р. Рәхимов. Шулай уҡ француз һуғышы осоронда башҡорт полктары менән етәкселек иткән рус офицерҙары араһында подполковник Семеновский фамилияһы осрамай, ти тарихсы. Рәсәй императоры ғына байраҡ бүләк итеү хоҡуғына эйә булған, тип өҫтәй. Ошонан сығып, Р. Рәхимов Милли музейҙа һаҡланған Башҡорт полкы байрағы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтары осорона ҡарамай, тигән һығымта яһай.
Тарихсы ҡуйған һорауға быға тиклем яуап эҙләүселәр булмағанмы ни? Булған, әл-биттә. Мин дә 2007 йылда "Башҡорт халҡының хәрби даны" (ул китап рус телендә "Воинская слава башкирского народа" исеме аҫтында донъя күрҙе) китабын яҙған мәлдә әлеге байраҡ тураһындағы материалдарҙы өйрән-дем. Был ҡомартҡы хаҡында совет заманында уҡ тикшеренеү үткәргәндәре асыҡланды. Билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, археолог, музейҙар белгесе Рәүеф Барый улы Әхмәров 1969 йылда сыҡҡан "Знамена подвигов" исемле брошюраһында әлеге байраҡ тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр килтергән. Әйткәндәй, ул 1958-1972 йылдарҙа республиканың тыуған яҡты өйрәнеү (бөгөнгө Милли музей) музейының директоры булып эшләгән. Р. Әхмәров байраҡтағы яҙыуҙарҙың тәржемәһен биргән, бынан тыш "О.Bh.б.П.5О" билдәләренә лә үҙенең фаразын килтергән. Уның яҙыуынса, байраҡтың өҫтөндә (фотоны ҡарағыҙ) ғәрәп телендә кәлимәи шәһәдә, йәғни иман килтереү һүҙҙәре бирелгән: "Лә Иләһә иллә Аллаһ, Мөххәмәдүр-рәсүл Аллаһ!" Әләмдең аҫҡы өлөшөндә иҫке төрки телендә: "Был тыныслыҡ әләме 1813 йылда эшләнелде… поход мәлендә… 11-се кантон начальнигы подполковник Семеновский", - тип яҙылған. "Несколько слов текста полка не смогли расшифровать, но общий смысл надписи для нас понятен. Самым важным является то, что знамя сделано во время боевого похода в 1813 году, этим и объясняется поспешность его создания", - тип яҙа автор.
Иң мөһиме шунда: Р. Әхмәров байраҡтың уртаһында яҙылған бик тә ҡыҙыҡлы аббревиатураның ("О.Bh.б.П. 5О") аңлатмаһын бирә. Уның фаразлауынса, бында "Отдельная башкирская кавалерийская бригада, полк - 5" тигән һүҙҙәр яҙылған. Автор ниндәй сығанаҡтарға таянып ошондай фекергә килгәндер, уныһы билдәһеҙ.
Миңә байраҡтағы яҙыуҙың тәржемә итеп бөтөлмәгән урындары тынғы бирмәне. Ошо мәсьәлә буйынса билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа мөрәжәғәт иттем. Миңлеғәле Хөсәйен улы байраҡтағы тексты ентекле ҡарап сыҡҡас, үҙенең бик тә ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Байраҡтағы ғәрәп хәрефтәре асыҡ бирелмәгән, яҙыуҙарҙы төрлөсә тәржемә итергә мөмкин, тине ғалим. Мәҫәлән, уның фекеренсә, "11-се кантон начальнигы подполковник Семеновский" яҙыуын "бригадный начальник подполковник Семеновский" тип тә уҡырға була.
Минеңсә, М.Х. Нәҙерғоловтың әлеге тәржемәһе серле байраҡтың килеп сығышын асыҡларға мөмкинлек бирә. Әйҙәгеҙ, фаразлап ҡарайыҡ. Беренсенән, подполковник Семеновский кантон башлығы була алмаһа, бригада начальнигы вазифаһын башҡарыуы бик мөмкин. Икенсенән, "бригада начальнигы" тәржемәһе, Р. Әхмәровтың "О.Bh.б.П.5О" аббревиатураһының аңлатмаһы менән тап килә. Ул да "башҡорт бригадаһы" тураһында һүҙ йөрөтә бит. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ошо фаразлауҙарҙы тарихи факттар менән бәйләп ҡарайыҡ. Тарихтан билдәле булыуынса, 1-се, 2-се Башҡорт полктары 1811 йылда батша указы менән ойошторола. Ә инде 1812 йылдың июнендә Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып ингәс, башҡорттар батша указын көтөп тормайынса, изге яуға ғәскәр туплай башлай. Полктар Ырымбур губернаторы Волконскийҙың фарманына ярашлы ойошторола. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир Сергей Глинка: "Не только стародавние сыны России, но и народы, отличные языком, нравами, верою и образом жизни, народы кочующие - и те, наравне с природными россиянами, готовы были умереть за землю русскую… башкирцы оренбургские сами собой вызывались и спрашивали у правительства: не нужны ли их полки", - тип яҙа.
1812 йылдың 8 авгусында император Александр I башҡорт полктарын ойоштороу тураһында указы сыҡҡан мәлдә, губернатор һәм башҡорттарҙың инициативаһы менән 3-сө, 4-се, 5-се Башҡорт полктары ойошторолған була. Иң ҡыҙығы шунда: тарихсы С.Е. Калинин "Башкиро-мещерякское войско в 1812-1814 гг." исемле хеҙмәтендә: "…полки уже 14 августа выступили в поход в действующую армию, составив бригаду под командованием подполковника Оренбургского гарнизонного полка П. Тихоновского", - тип яҙа. Билдәле тарихсы-ғалим, "Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года" исемле китап авторы Ә.Н. Усманов та уның һүҙен ҡеүәтләй: "23 сентября бригадный начальник башкирских конных полков подполковник оренбургского гарнизонного полка Тихоновский донес М.И. Кутузову: "Следующее из Оренбурга башкирские пятисотенные конные № 3-й, 4-й, 5-й полки по повелению Вашей светлости, объявленному нижегородским гражданским губернатором Рудновским, в корпус генерал-лейтенанта Витгенштейна к Полоцку в местечко Соколица последовали через Нижний Новгород 5-й - 9-го, 4-й - 17-го, 3-й - 18 числа сего месяца".
Тимәк, 3-сө, 4-се, 5-се Башҡорт полктары һуғышҡа китеп барышлай, йәғни поход мәлендә, бригаданы тәшкил иткән булып сыға. Байраҡтағы телгә алынған "бригадный начальник подполковник Семеновский" подполковник П. Тихоновский түгелме икән? Фамилиялары ла бик тә оҡшаған бит. Байраҡты эшләүселәр әҙерәк хата ебәрмәне микән? Бәлки, был байраҡ 1812 йылда губернатор Волконский һәм бригада начальнигы подполковник П. Тихоновский инициативаһы менән эшләнмәне микән? Сөнки был өс полк Ватан һуғышы башланған осорҙа яуға оҙатылған тәүге башҡорт полктары булған бит.
Ошоларҙан сығып, мин ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был ҡомартҡы 1812 йылғы Ватан һуғышы менән туранан-тура бәйле, тип уйлайым. Киләсәктә телсе-ғалимдар был байраҡтағы яҙыуҙарҙы ентекле өйрәнеп, бәлки, "Төньяҡ амурҙары"нан ҡалған серле ҡомартҡының тарихын асыҡларға ярҙам итер, тип ышанам.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1076

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru