«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОБАЙЫР, ЭПОС БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫ "СӘСӘН" ТИГӘН ОЛО ИСЕМ МЕНӘН АТАП БУЛАМЫ?
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтте. Фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Сәсәндәр үҙәге ойошторҙо. Был абруйлы сараны башлап ебәреүселәрҙең хеҙмәтен баһалап, баштан уҡ уларға рәхмәт белдерәйек. Бындай оло эште бары тик халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһын баһалай белгән рухлылар ғына башҡарырға мөмкин. Бәхеткә күрә, арабыҙҙа ундайҙар бар һәм беҙ уларҙы зыялы, хөрмәтле шәхестәребеҙ итеп беләбеҙ.
Фестивалдә илленән ашыу конкурсант ҡатнашты. Уларҙың иң йәшенә - һигеҙ, иң олоһона һикһән ике йәш ине. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Алтай, Дағстан, Ҡалмыҡ, Карелия, Тыва, Саха-Яҡут, Хакас республикаларынан, Архангель, Кемерово, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм үҙебеҙҙән генә лә утыҙҙан ашыу ауыҙ-тел ижады менән арбалыусылар йыйылғайны унда. Тәүге көндө конкурсанттар баһалама комиссияһы ағзалары алдында үҙ һәләттәрен күрһәтте. Уларҙың сығышын баһалама комиссияһы рәйесе - М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Иван Карпухин, Ҡырғыҙстандың "Айгине" мәҙәни-тикшеренеү үҙәге директоры, филология фәндәре докторы Гөлнара Айтпаева, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина баһаланы.


Түңәрәк ҡор тирәләй

Фестивалдең икенсе көнөндә "Урал батыр саҡырыуы буйынса" тип аталған түңәрәк ҡор ойошторолдо. Елена Сапогова, Гөлнара Айтпаева, Әхмәт Сөләймәнов, Нина Куулар, Эмиль Теркишев, Зоя Стрельковская, Розалия Солтангәрәева, Иван Карпухин, Асия Ғәйнуллина кеүек халыҡ ижадын фән нигеҙендә өйрәнеүсе һәм төрлө ғилми хеҙмәттәр ижад итеүселәрҙең фекерҙәрен тыңлау ҡыҙыҡлы булды. Мәҫәлән, Асия Ғәйнуллинаның, инглиз теле белгесе булараҡ, "Урал батыр" эпосының инглиз теленә тәржемә ителгән варианттарындағы хаталарҙы күрһәтеүе иғтибарҙы йәлеп итте. "Был яңылышлыҡтар тәржемәсенең башҡорт вариантын аңлап етмәүенән килеп сыҡҡан, - тине ул. - Шулай уҡ эпосты уҡыған балаларҙың, хатта ололарҙың да, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлеген төшөнмәүен күрәбеҙ. Мәҫәлән, "Ата юлын ҡыумаған" тигәндә ул нимәнелер ҡыуған кеүек хәрәкәттәр яһай. Руссаға "Гоняет путь отца" булып китә һәм инглизсә инде бөтөнләй икенсе мәғәнә ала. Асылда, һүҙ бары тик атаһының эшен, кәсебен дауам итмәүҙе, уның идеяларын уртаҡлашмауҙы ғына аңлата. Тағы, эпосты русса ятлаусы балалар, "Ҡаҙан аҫып" тигәндә, ҡаҙанды арҡаларына артмаҡлап күрһәтә. Һәм ошо аңһыҙлыҡ руссаға ла, инглизсәгә лә яңылыш мәғәнәлә китә. Ә бына инде "суҡмар" менән "һуйыл" һүҙҙәренең икеһенең дә "дубина" тип тәржемә ителеүе бөтә сиктәрҙе лә үтеп китә. Әҫәрҙә Йәнбирҙе балаларын һуйыл менән һуға, йәғни сыбыҡ менән яра. Һәр хәлдә, суҡмар менән түгел. Руссаға тәржемәлә ул тап ана шул суҡмар менән һуға булып сыға ла. Уны башҡа телдәрҙә уҡыған уҡыусы шунда, әлбиттә, шаңҡып ҡала: нисек итеп балаңды суҡмар (дубина) менән һуғырға мөмкин? Был бер ниндәй этик нормаларға ла һыймай, хатта боронғо быуат өсөн дә..." Бына ошоноң кеүек ябай уҡыусы иғтибар итмәгән миҫалдарҙы табып, өс телгә лә дөрөҫ тәржемә итеп, тыңлаусылар алдында мауыҡтырғыс фәһемле телмәр тотто Асия Солтан ҡыҙы.
Саха (Яҡутия) Республикаһынан килгән Арктик мәҙәниәт һәм сәнғәт институты халыҡ художество мәҙәниәте кафедраһы уҡытыусыһы Зоя Стрекаловская "Мәҙәни текст яһаусы булараҡ олонхосут" темаһын ҡуҙғатты һәм сығышында халҡы араһында олонхо һөйләүселәрҙең һынаулы ғына ҡалыуы ха-ҡында әйтте. "Бындай йәндәр (духи) мөһөрө баҫылған кешеләр, йәғни сәсәндәр, олонхосуттар, беҙҙә элек тә бик һирәк булған, әлбиттә, әммә бөгөн улар юҡ иҫәбендә. Беҙ был талантҡа эйә булғандарҙы яһалма үҫтереп булмағанын аңлайбыҙ һәм ошо нигеҙҙә уларҙы тәбиғәт үҙе тыуҙырыр, тигән өмөт менән йәшәп, рухи хазиналарыбыҙҙы туҙҙырып бөтә яҙҙыҡ. Әле бына һеҙҙә сәсәндәр мәктәбе эшләгәнен белдек. Был бик яҡшы. Йәштәр ысын сәсән ауыҙынан булмаһа ла, халыҡ ижадын үҙе ятлап, һөйләп, ишетеп, белеп үҫә. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә әле ундай мәктәптәр юҡ", - тине Зоя Андреевна әсенеп.
Алтай Республикаһының атҡаҙанған артисы, йәштәрҙе өзләүгә өйрәтеүсе Эмиль Теркишев "Алтай эпостары" тигән сығышында: "Алтай ауыҙ-тел ижады күберәк ике теманы: тәбиғәт хозурлығын һәм батырҙар данын яҡтыртырта", - тине. Үҙе үк ошо әҫәрҙәрҙе һөйләүсе лә, уларҙы фәнни нигеҙҙә өйрәнеүсе лә булараҡ, уның һәр һүҙендә халҡы ижадына булған тәрән һөйөү, хөрмәт сағылды. Бигерәк тә: "Мин әле йәш, ошо ғүмеремә ике эпосты тулыһынса башҡара алыуым менән ғорурланам. Артабан мин уларҙың барыһын да беләсәкмен", - тиеүе һоҡландырҙы.
Ҡырғыҙ Республикаһынан килеүсе профессор Гөлнара Айтпаева "Урал батыр" эпосын тәржемә иткәндәге хаталарҙың "Манас" эпосы тәржемәһендә лә ҡабатланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Эпостарҙың һәм башҡа ауыҙ-тел ижадының интернетҡа, яҙма әҙәбиәткә сығарылыуы, бер яҡтан, яҡшы ла, уны күптәр үҙаллы уҡый, таныша ала, икенсе яҡтан, улар уны телдән ишетмәй, шуныһы насар, - тине ул. - Оҫта ауыҙынан ишетеүгә бер нәмә лә етмәй. Белмәгән кеше "үле" эпосты уҡый, ул үҙе лә уны тейешенсә ҡабул итмәй, ә аҡын ауыҙынан эпос "терелеп" сыға"..."
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, профессор Елена Сапогованың сығышы боронғо урыҫ сәсәндәре, былиналар, әкиәттәр һөйләүселәр хаҡында барҙы. Ул бала сағындағы әкиәтсе әбейҙәрҙең ни ҡәҙәр оло тәрбиәүи эш алып барғанын, бындай һөйләүселәрҙе ҡунаҡтарға ла, аулаҡҡа ла, өмәләп эш башҡарғанда ла түрҙә йөрөтөүҙәрен иҫкә төшөрҙө. Елена Андреевнаның сығышы иҫтәлектәргә генә ҡоролған кеүек булһа ла, ул эшлекле түңәрәк ҡорға ниндәйҙер йылылыҡ, йәм өҫтәп ебәрҙе. Республикабыҙ профессорҙары Әхмәт Сөләймәнов менән Мирас Иҙелбаев ҡунаҡтарҙы "Урал батыр" эпосы һәм урта быуат эпос һөйләүселәре хаҡындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Һәр ваҡыттағыса, уларҙың сығышы йәнле һөйләшеүгә әйләнеп китте. Дөйөм алғанда, түңәрәк ҡорҙағы һөйләшеү фән нигеҙендә лә, тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәш ҡороу нигеҙендә лә файҙалы һәм сифатлы булды.

Үҙебеҙҙең әңгәмәләр

Бындай сараларҙың беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡ өлөшө, әлбиттә, ҡунаҡтар менән айырым-айырым һөйләшеү ул. Әңгәмәсең тап күҙгә-күҙ ҡарашып аралашҡанда, һинең тап улар шөғөлләнгән менән ҡыҙыҡһынғаныңды аңғарғанда асылыусан бит. Мине был аралашыуҙарҙа ике һорау борсоно: ни өсөн беҙҙең сәсәнлек кимәле, мәҫәлән, ҡырғыҙҙар кимәлендә түгел һәм ысын сәсән булыу өсөн беҙгә нимә етмәй? Ни өсөн бындай һорауҙар тыуыуын да аңлатып китеү урынлы булыр. Алтай, ҡырғыҙ кеүек халыҡ вәкилдәренең сығышын ҡараған-тыңлағандан һуң, күптәрҙең башҡарыуы театрлаштырылған тамаша күрһәтеү, йыр йырлау йәки әртислек һәләттәре менән бүлешеү кеүек кенә ҡабул ителде. Үкенескә ҡаршы, "күптәрҙең" иҫәбенә башлыса үҙебеҙҙең башҡарыусылар инде. Был исемлектә Мәүлит Ямалетдиновты ғына айырып күрһәтеп булыр ине. Уның сығышы барыбер ҙә башҡаларҙан айырылып торҙо. Бәлки, тап Мәүлит ағайҙың башҡарыу манераһы элекке сәсәнлек мәктәбенә ишаралайҙыр әле. Һәр хәлдә, был айырым һөйләшеү темаһы булыр һымаҡ.
Иң беренсе, әлбиттә, ҡырғыҙҙарға мөрәжәғәт иттек. Сөнки уларҙың аҡындарының сығышынан тәүге көндә үк арбалғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, Доолотбек Сыдыков кеше менән бик үк аралашып бармай булып сыҡты. Миңә хатта был бер аҙ сәйерерәк тә булып тойолдо. Беҙгә ярҙамға үрҙә телгә алынған ҡырғыҙ ғалимәһе Гөлнара Аман ҡыҙы килде. Ул Ҡырғыҙстандың "Айгине" тип аталған мәҙәни-тикшеренеү үҙәге директоры ла, "Ҡырғыҙ этнологияһы" программаһы етәксеһе лә. Ғалимәнең әйтеүенсә, үҙәктең төп эше халыҡ араһынан Доолотбек кеүек аҡындарҙы табыу һәм үҫтереү. Уның ауыҙынан ишеткәндәр беҙҙең сәсәнлек фәлсәфәһен аңларға тырышып сәбәләнгән мәлдә күҙҙәрҙе асты, тиергә мөмкин. Бығаса үҙебеҙҙең сәсәнлек бәйгеләрен ҡарап-ҡарап та, ниндәйҙер ҡәнәғәтлек тоя алмау сәбәбен ябай ғына хәҡиҡәте менән төшөндөрҙө лә ҡуйҙы ул.
- Беҙҙә сәсәнлек мәктәптә үк өйрәтелә, уҡытыусы тарафынан һеңдерелә торған нәмә түгел, - тип башланы һүҙен профессор. - Һеҙҙә, күреп торам, эпос, ҡобайыр башҡарыусылар бик тырыш, һәләтле, аҡыллы, милләте тип йән атыусы кешеләр. Балаларҙың да зирәктәре, үткерҙәре эпосты, ҡобайырҙарҙы яттан һөйләй. Күптәре әртислектәре, музыка ҡоралдарында уйнауы менән алдыра. Әлбиттә, мин быларҙы хуплайым. Улар бит зыялылар, улар мәҙәниәтегеҙҙе, рухи ҡиммәттәрегеҙҙе йәшәтеүселәр, башҡаларға уның хаҡында мәғлүмәт биреүселәр. Әммә, үкенескә ҡаршы, улар сәсән (аҡын, манассы һ.б.) түгел...
Беҙҙең аңлауыбыҙса, сәсәнлек баланы үҙе таба. Был айырым донъя - йәндәр донъяһы. Ул донъяны барыһы ла күрә, ҡабул итә алмай (мин был теманы махсус рәүештә өйрәнәм һәм шундай балаларҙы эҙләү, табыу, тикшереү менән шөғөлләнәм.) Сәсән булырға тейешле кешене бала сағында уҡ әҫәр тип әйтәйемме, йәки йәндәрме, үҙҙәре һайлай. Баланы бәләкәйҙән төрлө сюжетлы төштәр борсой. Ул шуларҙың тотҡонона әйләнә. Әлбиттә, был хәл уны ҡурҡыуға ла һала. Һәм ошо арҡала ул күп осраҡта йәмғиәткә эйәләшә алмаған, сәйер, тиҫтерҙәре тарафынан ситләтелгән бала булып үҫә. Һаташыу, төшөндә оҙайлы күренештәр күреү, уларҙың даими ҡабатланыуы, үҙе лә белмәҫтән ҡайҙалыр сығып китеп аҙашыуҙар, булмаған хәлдәр тураһында "булды" тип бәйән итеүҙәр һәм айырым ағзаларҙың ауыртыуы малайҙарҙа 12 йәштәр тирәһендә башлана. Күп осраҡта уларҙың бөйөрҙәре ауырта башлай. Бындай балалар менән психологтар эшләй һәм уларҙың төштәренән эпостарҙа һүрәтләнгәндәрҙе таный. Шундай балаларҙы беҙ (йәки атай-әсәһе) әҫәр менән таныштырабыҙ ҙа инде. Улар уны бик тиҙ ятлап ала һәм шуның менән "йәшәй" башлай. Был үҙ һауытын эҙләп тапҡан ҡапҡас кеүек була ла ҡуя. Бала (йәш кеше, ир кеше), тимәк, нисә йылдар буйы ошо әҫәрҙәге күренештәрҙе төшөндә күргән, шулар менән һаташҡан, ҡайҙалыр булырға тейеш бит ул, тип эҙләгән һәм әле килеп шул донъяны асҡан...
Әлеге фестивалдә сығыш яһаған беҙҙең сәсәнебеҙ Доолотбек Сыдыков тап шундай мин һүрәтләгән кеше лә инде. Ул, күрҙегеҙ, эпосты башҡарғанда бөтөнләй онотола, трансҡа инә. Ул да, беҙҙең башҡа аҡындар ҙа йәндәр тарафынан һайланған шәхестәр, йәмғиәттең ябай кешеләре түгел. Улар артист та, музыкант та, уҡытыусы ла була алмай. Үҙегеҙ күрҙегеҙ, беҙҙең аҡын кемделер уҡытыр йәки музыка ҡоралын үҙләштерер хәлдә түгел... Ысын сәсәндәр, аҡындар - улар яҡшы мәғәнәһендәге "ауырыуҙар". Улар Йыһан менән туранан-тура аралашыуға дусар булған, был донъяла шәхси тормошон да ҡора алмаған бисаралар. Тик халыҡ уларҙы элек-электән бик яратҡан, ололаған, түр башына ултыртып, сәғәттәр, тәүлектәр буйына улар һөйләгәнде тыңлаған. Беҙҙә, Аллаға шөкөр, тап шундай аҡындар бар...
Әңгәмәбеҙ барышында "Кем ул ысын сәсән?" тигән һорауыбыҙға яуабында Зоя Стрекаловская ла ошондай уҡ фекерҙе дауам итте. "Яҡут олонхо һөйләүселәре (олохосутсылар) бик ярлы кешеләр булған, - тине ул. - Сөнки улар һунар итеп, балыҡ тотоп йәки хужалыҡ ҡороп, үҙ тамаҡтарын аҫырай алмаған. Гөлнара әйткәнсә, "шауҡымлы" кешеләр булғандар инде. Уларҙы ошо таланттары өсөн халыҡ туйҙырған, ҡараған. Олонхосутсылар ун икешәр-ун бишәр сәғәт, тәүлектәр буйы транс хәлендә эпос һөйләй алған. Һөйләп бөткәс, хәле бөтөп йығылған..."
Алтай Республикаһынан килгән Эмиль Теркишев үҙен сәсәнгә һанамауын белдерҙе. "Минән алдағы быуындарымда бер олатайым ысын сәсән булған, тик миндә уға бирелгән һәләт юҡ. Уның теленән һөйләнелгәндәр бөгөнгө быуынға ла етһен, юғалмаһын өсөн махсус рәүештә ошо шөғөлгә тотондом, - тине ул. - Мин бары тик әртисмен һәм балаларҙы сәсәнлеккә өйрәтеүсе уҡытыусымын. Сәсән исеменә, һәр хәлдә, ул исемдең ысын мәғәнәһенә, дәғүә итмәйем, сөнки уның кем булыуын аңлайым. Сәсәндәр мираҫын башҡаларға еткереүсе, батырҙар хаҡындағы эпостарыбыҙҙы башҡарыусы булыуым менән дә ғорурланам..."
Нуғай йыраусыһы Алибий Романов та сәсәнлек, эпостарҙың мәғлүмәти көсө, уларҙың тарихи генетикаһы тураһында уйлана икән: "Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Төркиә ерҙәрендә ысын манассыларҙы күргәнем булды, - тип һөйләне ул беҙгә. - Һуңғы тапҡыр Ҡаҙағстанда ҡырғыҙ малайының күҙ ҡараһы юғалған хәлдә трансҡа инеп, бер нисә интонацияла һәм бер нисә тонда туҡтамайынса ете сәғәт манас уҡығанына шаһит булдым. Был сығыш ябай кешегә хас түгел, хатта бик талантлы әртис тә эпосты былай һөйләй алмай. Был ысынлап та һайланма кешеләргә генә бирелгән мөғжизәүи һәләтме, әллә эпостың ана шул кеше йөрәге аша үтеүеме..." Шул уҡ ваҡытта Алибей эпос, ҡобайыр йәки башҡа халыҡ ижадын башҡарғанда уны йөрәге аша үткәреүен, һыҡрауын, сығыштарынан һуң бүлмәгә бикләнеп илап та алыуын, әммә баяғы үҙе һөйләгән ҡырғыҙ малайы кимәлендә башҡара алмауын, уға ундай мөһөр баҫылмауын бәйән итте.
Бына шундай һөйләшеүҙәр булды сәсәндәр бәйгеһенә йыйылған ҡунаҡтар менән беҙҙең арала.

Уйланыуҙар

Ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң, күңелгә ҡуҙ төшкәндә, уйланыуҙар килә. Ә был ишеткәндәрҙән һуң уйҙарҙың сиге булманы.
Атайымдың шәжәрәһендә Ғәбит сәсән бар. Арғынбайҙың ете улы, шул ете улдың береһе Ҡаһарман, икенсе улы тармағында Ғәбит сәсән. Шунлыҡтан, әле бәләкәйерәк саҡта, туғандарҙың ололары ауыҙынан Ғәбит сәсән хаҡында мәғлүмәттәр килеп етә ине. Өләсәйемдең һеңлеһенең уның тураһында: "Ғәбит апа дәрүиш булып йөрөгән, тәүлектәр буйы урманға сығып китеп олаҡҡан, әллә нимәләр уйлап сығарып һөйләгән, уны йыш ҡына юлда тунының тиҫкәреһен әйләндереп кейеп алған хәлдә күргәндәр, сәбәпһеҙгә юлға сыҡҡан, бер йомошһоҙ алыҫ араларға барып ҡайтҡан, ауыл ситендәге ҙур ташҡа ултырып, бәүелеп-бәүелеп әллә ниндәй аңлайышһыҙ тарихтар бәйән иткән", - тип һөйләгәнен иҫләйем. Аңлауымса, ул эпосты инде ир ҡорона ингәс тапҡан йәки эпос уны тапҡан, ҡалай дөрөҫөрәк булалыр. Ул да әҫәрҙе һөйләгәндә транс хәленә ингән, тиҙәр, шул халәте менән тыңлаусыларын да әсир иткәндер инде. Юғиһә, совет заманына аяҡ баҫҡанда, әкиәт-алдаҡтарҙы һепереп түккән йылдарҙа, кем уның был мөғжизәһен тыңлап ултырһын. Тимәк, эпостарға ниндәй дәүер тыңлаусыһына ла тәьҫир итә торған ниндәйҙер серле код һалынған. Ә ул кодты бары шул донъя менән аралаша алыусы ғына аңлай. Әгәр ул ҡырғыҙ аҡыны, йә Ғәбит сәсән кеүек ысын сәсән ауыҙынан сыҡһа, үҙ сәбенә тейә лә ҡуя инде...
Ғәбит сәсән шулай халыҡ араһында "дәрүиш" ҡушаматы менән йәшәп, ярымхыялый булып йөрөп, ғаиләһеҙ, балаларһыҙ булып үлеп китә. Шәжәрәлә уның үҙ исеменән башҡа бер эҙе лә юҡ. Ошо тәңгәлдә ҡырғыҙ ғалимәһенең әйткәне иҫкә төшә. Бәлки, уның да бөйөрҙәре ауырыу булып, ирлек функцияларын үтәтеүсе ағза эшмәкәрлегенең түбәнлеге сәбәбендә заты дауам ителмәгәндер? Юғиһә, башҡорттарҙа (мосолман халҡында) хатта иҫәрҙәргә лә ҡатын алып бирәләр, тоҡомон ҡалдырталар бит... Яҡут, алтай һәм ҡырғыҙ ҡунаҡтарының барыһы ла һөйләшеүҙә тик ир-егет сәсәндәр хаҡында ғына һүҙ алып барҙы. Башҡорттоң ирекле ҡыҙы булараҡ, миңә был гүзәл затты бүлеп, хатта кәмһетеп ҡараған кеүек тойолдо. "Ә ни өсөн ҡатын-ҡыҙ сәсән була алмай?" тигән һорау телдән ырғыны ла сыҡты, ырғыны ла сыҡты.
Улар аңлатыуынса, ҡыҙ балаға сәсәнлек һәләте лә бирелергә мөмкин икән. Уның да төштәр күреүе, шулар менән һаташыуы бик мөмкин. Әммә... Күрем мәле етеүгә (йәғни 12-13 йәштә) ҡыҙ баланың ҡатын-ҡыҙ каналы асыла, уның организмы, аңы менән берлектә, бөтөнләй икенсе донъя өсөн эшләүгә күсә. Был механизм ҡыҙ баланы ҡатын, әсә булыуға әҙерләй башлай, ул инде ирен һәм балаларын үҙ энергетикаһы менән туҡландырыусы көс булараҡ ҡына туплана. "Бөгөн халыҡ телендә ҡатын-ҡыҙ "бирә" тигән төшөнсәне ниндәйҙер түбән мәғәнәлә ҡулланалар, ә асылда ул ысынлап үҙ тәне һәм күңел торошо аша иргә энергия, илһам, көс-ҡөҙрәт биреүсе ул. Был энергетиканы ул Күктән, Йыһандан ала. Кешелек ана шул ҡатын-ҡыҙ энергетикаһы менән туҡланып йәшәй ҙә", - тип аңлата быны ҡырғыҙ ғалимәһе Гөлнара Аман ҡыҙы.
Тимәк... Ҡатын-ҡыҙ, сәсәнлек һәләте бирелгән хәлдә лә, организмы ҡатын-ҡыҙ булып етлегеү осорон кисерә башлағас та, был көсөн юғалта. Йәғни, уның был көсө күрем ҡаны, иргә, балаларға бүленгән энергетикаһы менән сығарылып, таратылып бөтөлә. Ошо тәңгәлдә индеецтар тураһында яҙған француз тикшеренеүсе-ғалимы Пауэл Эйеерҙың яҙмаларына мөрәжәғәт иттем. Ул индеец шамандары хаҡында бына нимәләр яҙа: "Шаман ролен ир енеслеләр генә үтәй. "Ни өсөн ҡатындар шаман була алмай?" тигән һорауға улар: "Ҡатын - Күк менән Ерҙе тоташтырыусы юл, уның аша ергә көс килә. Йәндәр менән аралаша алған ҡатындың был юлы бикләнә. Ысынында, шаман ҡатындың күреме булмай, уны ир енеслеләр ҡыҙыҡһындырмай, бала тапмай икән. Йәғни, асылына тап килмәй. Шунлыҡтан, утыҙ йәштәр тирәһендә үлә лә".
Борон төрлө ил һәм диндәрҙәге "ведьма" тип яндырылған йәндәр, икенсе донъя менән аралаша алған ҡатындар ҙа ирҙәр тарафынан тап ана шул кешелекте кәрәкле энергетика менән туҡландырмауы өсөн юҡҡа сығарылған, күрәһең. Юғары аң, донъяны, кешелекте барлыҡҡа килтереүсе Көс ҡатын-ҡыҙҙы тап ошо функцияны үтәүсе итеп яралтҡан һәм был тәртипте боҙоуҙы хупламай, булып сыға.
Индеецтарҙың Пауэл Эйеерға ҡатын-ҡыҙҙың күктән энергия алып, ергә таратыусы булыуын аңлатырға тырышып төшөргән һүрәттәре конус, өсмөйөш, пирамида формаһындағы фигуралар. Йәнәһе, тар морондан көс инә лә, аҫтан итәк киңлегенән тарала. Тап ана шул аңға ярашлы ҡатын-ҡыҙ кейеме барлыҡҡа килә лә инде. Бына ни өсөн ҡатындар итәкле булырға тейеш. Итәктәрен юғалтып, улар үҙ тәғәйенләнештәренән дә тайпыла, ирҙәргә көс бирмәй һәм шуның менән ирҙәр иғтибарын яулап ала алмай башлай. Быныһы, әлбиттә, айырым һөйләшеү темаһы. Бары тик, Шүлгән һәм башҡа мәмерйәләрҙәге өҫтө тар, аҫты киңәйә барған аңлайышһыҙ һауыттарҙың да тап ана шул күктән алып ергә таратылған энергетика төшөнсәһенә ишаралауы түгелме икән, тип әйтке килгәйне.

Йомғаҡлап...

Эпостар - ер-күк-донъя һәм дә бар тереклек барлыҡҡа килеүе хаҡындағы аң кимәлендәге, һуңынан телгә күсерелгән код һәм ул бар диндәрҙән дә алдараҡ барлыҡҡа килгән. Тимәк, беҙҙең бер ғалим: "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпостарында дин, Аллаһ һәм башҡа изге төшөнсәләр хаҡында һүҙ юҡ, сөнки ул әҫәрҙәр Совет власы осоронда "иләк аша үткәрелгән", - тиеүе менән хаҡлы түгел. Эпостарҙа был һүҙҙәр була ла алмаған. Сөнки эпостар кеше аңына (һайланма кешеләргә генә) һалына торған иң беренсе аң - код улар. Юғары аң (Аллаһ) тарафынан йыһан-ер һәм башҡа донъяның барлыҡҡа килеүе хаҡындағы тере мәғлүмәт бары тик эпостарҙа ғына һаҡлана. Шуға ла Ул был йомаҡты (кодты) һүҙ менән әйтеп аңлата алмаған "дәрүиштәргә" генә бирә. Дәрүиштәр бит камил аңлы, ғәҙәти бала булып тыуған. Артабан улар махсус рәүештә шул халәткә еткерелгән һәм шунан ғына уларға эпос менән танышыу мөмкинлеге бирелгән...
Уйланыуҙарҙы эҙмә-эҙлекле алып килгәндә, халыҡ һүҙе була алған, яуға күтәргән, аһ-зарҙы, ҡарғышты, батырлыҡты йырға һалған кешеләрҙе халыҡ "сәсән" исеме менән атаған. Улар атамаһы беҙгә лә шул сәсән һүҙенә бәйләнеп килеп еткән. Ә беҙҙең сәхнәләрҙә әртислек менән сәсәнлектең айырмаһын күрмәй киттек. Әлбиттә, халыҡ ижадын йәштәрҙең өйрәнеүе бик мәслихәт. Әммә халыҡ ижадын йәки эпостарҙы өйрәнеү мәктәбе менән сәсәнлек мәктәбе икеһе ике нәмә кеүек. Бөгөнгө эстрада тибындағы сәсәнлекте һаман да ысын сәсәнлеккә тиңләштереүҙе дауам итһәк, тағы ла утыҙ йылдан беҙгә ҡырғыҙ, алтай сәсәндәре майҙанында йөҙ ҡыҙартырға тура киләсәк бит. Ә инде ул "сәсән"дең "атҡаҙанған" булыуы икеләтә көлкө буласаҡ... Һәр хәлдә, был темаға һөйлә-шеүҙе дауам итеү кәрәк.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1227

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru