«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШЛӘГӘН ЭШТӘРЕҢ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҒА ИНЕРЛЕК БУЛҺЫН
+  - 

"Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры, философия фәндәре кандидаты Уйылдан СӘЙЕТОВ менән әңгәмәбеҙ уның 65 йәшлек юбилейы алдынан булды. Ул - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты, "Почет билдәһе" ордены кавалеры, СССР-ҙың матбуғат отличнигы. Беҙ энциклопедия тип аталған оло мәғлүмәт китабын ижад итеүселәр эшенең ҡайһы бер нескәлектәре һәм Уйылдан Ғилман улының ғүмер мәлдәре тураһында һөйләштек.

Рус телендә төҙөлгән һәм донъя күргән "Башкирская энциклопедия" ете томлығының тулыландырылған һәм байытылған башҡортсаға тәржемәһенең 4-се томы ошо көндәрҙә донъя күрҙе. Тәүге һорауыбыҙ күп томлыҡта сағылдырылған шәхестәр тураһында. Был мәғлүмәт тупланмаһына бары тик Башҡортостанда тыуып, ошонда йәшәгән, хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәр генә индерелдеме?

- "Башҡорт энциклопедияһы"ның концепцияһын уйлаған сағыбыҙҙа, һүҙлеген төҙөгәндә коллегалар менән шундай уртаҡ фекергә килгәйнек: беҙ Башҡортостанды, башҡорт халҡын, уның тарихын, бөгөнгөһөн Рәсәй, төбәктәр, сит илдәр менән бәйләнештә күрһәтергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан әллә күпме башҡорт геройҙарын индерҙек китапҡа. Унан һуң, беҙҙең республиканың сит илдәр менән иҡтисад, мәҙәниәт, фән өлкәләрендә бәйләнештәре бар. Уларҙы ла күҙ уңында тоттоҡ. Әммә китапҡа бөтәһе лә ингән тип әйтә алмайбыҙ. Сөнки энциклопедия һәр ваҡыт күләме менән сикләнгән була. Ете томлыҡ өҫтөндә эш барышында, нисек кенә сәйер тойолмаһын, иң тәүҙә күләмен билдәләп алаһың. Унан ҡала - мәғлүмәтте нисек һайлау һәм нисек һыйҙырыу тураһында уйлана башлайһың. Һайлап алыр өсөн формаль критерийҙар уйлап сығараһың. Энциклопедияға индерә торған кешеләрҙе "һауанан" алып булмай бит. Мәҫәлән, берәй башҡорт кешеһе Рәсәйҙең, йәиһә СССР-ҙың берәй өлкәһендә дәүләт премияһы алған икән, ти, әгәр ул премия беҙҙе ҡыҙыҡһындырған критерийҙарға тап килһә, уны энциклопедияға индермәй хәлебеҙ юҡ. Йәки, тағы бер миҫал. Кеше республиканан ситтә донъяға килеп, Башҡортостанда эшләп, беҙҙең критерийҙарға тап килгән дәүләт наградалары ала икән, уны ла энциклопедияға индерәбеҙ. Шуға ла "Башҡорт энциклопедияһы"на бары тик башҡорт милләтле кешеләр тураһында ғына яҙыла икән тип уйларға ярамай. Тағы бер мөһим әйберҙе әйтеп үтергә кәрәк. Беҙҙең критерийҙарға тулыһынса тап килеп тә, энциклопедия төҙөүселәргә билдәһеҙ ҡалған кешеләр ҙә була, шунлыҡтан, беҙҙең күп томлыҡта башлыса киң билдәлелек яулаған кешеләр тураһындағы мәҡәләләр урын ала.
Хәҙер беҙ "Башҡорт энциклопедияһы"ның электрон вариантын эшләйбеҙ. Ҡағыҙ энциклопедияны һәр ваҡыт күләме сикләй. Электронды - сикләмәй. Әле беҙ электрон "Башҡорт энциклопедияһы"ның руссаһына 18 мең мәҡәлә һалдыҡ. Башҡортсаһына ла, тулыландырып, шул кимәлдә һаласаҡбыҙ. Электрон энциклопедияны хәҙер актуалләштереү юлына күстек. Энциклопедияға индерелгән геройыбыҙ, мәҫәлән, берәй премия алған икән, шуны теркәп ҡуябыҙ. Беҙгә бындай яңылыҡтарҙы, ғәҙәттә, авторҙар үҙҙәре хәбәр итә. Үҙебеҙ ҙә ҡарап барабыҙ.
Энциклопедияға дөрөҫ булмаған мәғлүмәт инмәһен, тип тырышып йөрөгән көнөбөҙ.

Һеҙҙең эшегеҙҙең ауырлығын үҙегеҙ генә беләһегеҙҙер: кешеләр менән эшләйһегеҙ. "Ниңә мине энциклопедияға индермәнегеҙ?" тигән дәғүәләр күпме, күп булһа, уларға ниндәй яуап биреп ҡотолаһығыҙ?

- Ундай дәғүәләр бар: "Ниңә мине индермәнегеҙ? Ни эшләп фотографиямды ҡуйманылар?" - тип әйтеүселәр ҙә осрай. Һаман да шул формаль принциптар ҡотҡарып килә, шулай булырға тейеш тә. Унан һуң, ул формаль принциптарҙы мин уйлап сығармағанмын. Берәй ҡарар ҡабул иткәндә мин үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, ғалимдарҙың фекерен дә белешәм. Редколлегия ағзалары һәр яңы мәҡәләне өйрәнә. Улар үҙ тәҡдимдәрен яҙып бирә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ул тәҡдимдәрҙе ҡабул итәбеҙ, йәки итмәйбеҙ. Һуңғыһы осрағында сәбәбен аңлатабыҙ. Баҫмаға әҙерләнгән мәҡәләнең яҙмышын иң аҙаҡҡы ҡултамға - генераль директорҙың ҡултамғаһы хәл итә.

Яҡшы етәксе үҙ ҡанаты аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорһа ғына, эш алға баралыр, тип уйлайым. Идара итеү серҙәрегеҙ менән дә уртаҡлашһағыҙсы. Үҙегеҙҙә кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын нисек тәрбиәләнегеҙ?

- Ауыр һорау. Быны мин үҙем дә аңламайым. Кешеләр менән аралашыу стилемде ғүмер буйы барлыҡҡа килтергәнмендер, күрәһең. Ҡайһы бер етәкселәрҙең һәр тишеккә тығылып, насарлыҡ ҡына эҙләүенә аптырайым. Бының менән, беренсенән, хеҙмәткәрҙәренең, икенсенән, үҙенең һаулығын бөтөрә улар, өсөнсөнән, конструктив эшләй алмайҙар. Мин ҡайһы бер ваҡ етешһеҙлектәргә, әгәр улар эшкә зыян итмәй икән, "күҙ йомам". Етәксе стратегия, эштең яҙмышы тураһында уйланырға, дәүер масштабынан сығып фекер йөрөтөргә тейеш. Мин бүлмәмдән сығып барғанда хеҙмәткәремдең эшкә һуңлап килеүен күрһәм дә, өндәшмәйем. "Етди сәбәбе барҙыр, йә берәйһен иҫкәрткәндер", - тим. Кабинеттар буйлап йөрөгәндә коллегаларҙың кәйефен белергә тырышам. "Инспектор тикшереүе" үткәрмәйем һәр хәлдә. Кешегә ышанырға кәрәк. Минең өсөн иң мөһиме - эштең һөҙөмтәһе: сифатлы һәм тейешле ваҡытта башҡарылыуы. Хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыу мәсьәләһенә лә үҙенсәлекле ҡараштамын. Бүтән ерҙә эшләп, тәжрибә туплаған хеҙмәткәргә ҡарағанда, ҡулына яңы ғына диплом алған йәш белгесте эшкә алыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Тәжрибәле кеше беҙҙең талаптарға оҙаҡ яраҡлашһа, тәжрибәһеҙҙәр тиҙерәк өйрәнергә тырыша. Тәүге эш урыны булғанға күрә, беҙҙәге ауыр эште "эш шулай була икән", тип кенә ҡабул итә. Уның ҡарауы, төрлө сәбәптәр менән (ғаилә хәле, эште алып бара алмау һ.б.) беҙҙән киткән йәш белгестәр башҡа ерҙә бик яҡшы эшләп алып китә.

Үтән ғүмер юлығыҙға йомғаҡ яһағанда уның ҡайһы осорон иң сағыуы, иң уңышлыһы тип әйтер инегеҙ?

- Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас,18 йәшлек сағымда, ауылда иҫәп-хисап буйынса бригадир ярҙамсыһы булып эшләнем. Ауылда ике түрә: береһе - бригадир, икенсеһе - мин инем. Яҙҙан көҙгә саҡлы эшләнем шунда. Хисапсы ер үлсәй, кешегә наряд яҙа һәм башҡа эштәр менән була. Шул йылдарым бик сағыу булып иҫтә ҡалған.
Комсомолда 16 йыл да 16 көн эшләнем - был осор иһә тағы ла матурыраҡ хәтирәләргә бай. Ул осорҙоң дүрт йылында Мәскәүҙә Комсомолдың юғары мәктәбендә уҡыным. Унда ла төркөмдөң комсомол сәркәтибе булдым. "Ленинсы" гәзитендә мөхәррир булып эшләгән йылдар ҙа ошо 16 йыл да 16 көн эсенә инә. Ике йыл мәҙәниәт министры булып эшләгән осор матурлыҡ донъяһында йәшәгәндә күргән сағыу бер төш һымаҡ иҫтә ҡалды. Сәнғәт әһелдәре йәшәгән һәм улар тарафынан "Сәйетов йорто" тип йөрөтөлгән Өфө ҡалаһындағы күп ҡатлы бер бина ғына ла һәр ваҡыт ғорурлыҡ хисе уята. Ҡалғаны - ошо урында, энциклопедияла эшләү дәүере. Бында мин 22,5 йыл эшләгәнмен булып сыға. Шуның 21,5 йылы - етәксе вазифаһында. Был йылдар, әлбиттә, иң емешле ғүмер осором. Бына беҙҙең емештәр - кәштәбеҙ тулы китаптар. Элек китаптарҙы Мәскәүҙән яҙҙырып, һатып алып уҡый торғайныҡ. 1988-1991 йылдарҙа Мәскәүҙә Йәмғиәт фәндәре академияһында уҡыным, мәҙәниәт темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертациямды яҡланым. Академияның китап магазины була торғайны, бөтөн яңы китаптар шунда килә ине. Үҙгәртеп ҡороу, асыҡлыҡ, демократия, тип, нимә генә яҙманылар - бөтөнөһөн дә тиерлек уҡып өлгөрөргә кәрәк булды. Хәҙер китап уҡып ултырырға артыҡ ваҡыт юҡ, сөнки үҙебеҙ сығарған һәр китапты уҡырға тура килә...

Шулай итеп...
"Башҡорт энциклопедияһы"ның төп ойоштороусыһы, барлыҡҡа килтереүсеһе менән әңгәмәләшкәндә үҙемә шундай һығымта ла яһаным: был тормошта йәшәгәндә, эшләгәндә "Башҡорт энциклопедияһы"на инерлек фиҙаҡәрлек, әүҙемлек, тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Уҡыусыларыбыҙға ла шундай ынтылыш теләйбеҙ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 986

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru