«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨНӘРИ ХӘҮЕФТӘН ДӘ ИҪКӘРТӘБЕҘ
+  - 

Социаль страховка бөгөн дәүләттең социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сараларының береһе булып тора. Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан ул ниндәй йүнәлештәр буйынса үтәлә һәм ниндәй эштәрҙә сағыла икән? Тәү сиратта ошо һорауға яуап табыу маҡсатынан дәүләт учреждениеһы идарасыһы Марат ЛАТИПОВҡа мөрәжәғәт иттек.

- Әлеге ваҡытта төбәк бүлексәһе бер нисә йүнәлеш буйынса эшләй: ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалау, - тип башланы һүҙен Марат Мөъмин улы. - Был төр страховкалау буйынса эшкә рәсми урынлашыусы һәм страховкаланыусы булып иҫәпләнгән граждандарға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙәр - больничныйҙар, йөклөлөк һәм бала табыу менән бәйле пособие - декрет аҡсалары, йөклөлөктөң иртә срогында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә торған өсөн, бала тапҡандан һуң бер тапҡыр бирелә торған һәм баланы йәш ярымғаса ҡарау өсөн пособиелар түләнә. Ерләү өсөн тәғәйенләнгән түләүҙәр ҙә ошо иҫәптән башҡарыла.
Былтыр был төр страховкалау буйынса төбәк бүлексәһе сығымдары 11 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Уларҙың ҙур өлөшөн - 6 миллиард һумдан ашыуын, әсәлек һәм балалыҡҡа бәйле түләүҙәр алып тора. 4,3 миллиард һумдан ашыу сумма ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ (больничный) өсөн түләүҙәргә йүнәлтелде. Быйылғы йылдың беренсе яртыһында ошо уҡ сығымдарҙың күләме 7 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте.
Профессиональ хәүефтән страховкалау Фондтың тағы бер мөһим функцияһы булып тора һәм ул эшләүсе граждандарҙы дәүләт яҡлауының төп формаларының береһе. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һәм һөнәри сирҙәр буйынса мотлаҡ социаль страховка сығымдары 1 миллиард 100 миллион һум булһа, быйылғы ярты йылда 500 миллион һум самаһын тәшкил итте. Социаль страховка фонды производствола зыян күреүселәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса, һауыҡҡанға тиклем йәки эшкә яраҡһыҙлыҡ билдәләнгәнсе, уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә пособие түләй. Зыян күреүселәр, теге йәки был кимәлдә хеҙмәт һәләтен юғалтыусылар, зыян дәрәжәһенән сығып, бер тапҡыр бирелә торған страховка түләүе менән тәьмин ителә. Һәр зыян күреүсе өсөн, күрһәтмәләр булғанда, медицина-социаль экспертиза учреждениелары тарафынан Реабилитация программаһы эшләнә, уға медицина, социаль һәм профессиональ реабилитация буйынса кәңәштәр инә.
Ошо программаға ярашлы, производствола зыян күреүселәрҙе Фонд шифахана-курорт, реабилитация үҙәктәренә путевкалар менән тәьмин итә, дарыуҙарға тотонолған сығым хаҡын ҡайтара. Шулай уҡ аяҡ һәм ҡул протездарын, аяҡ кейемдәрен һәм ортездарҙы эшләү, ремонтлау, күҙ, ҡолаҡ протездарын эшләү буйынса сығымдарҙы ҡаплай. Хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән категория өсөн махсус транспорт саралары - ҡул менән идара ителеүсе автомобилдәр менән тәьмин итеү ҙә ҡаралған. Бындай автомобилдәр 7 йыл һайын алыштырыла.

Эш урынында бәхетһеҙлек осраҡтарын, һөнәр буйынса сирҙәрҙе иҫкәртеү эшмәкәрлеге Һеҙҙең учреждение тарафынан да алып барыламы?

- Әлбиттә, Социаль страховка фонды страховкалаусы ролен башҡарып ҡына ҡалмай, иҫкәртеү сараларына финанс яҡтан ярҙам да итә. Был предприятиеларҙың хеҙмәтте һаҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа иҡтисади ҡыҙыҡһындырыу механизмы булып та тора, сөнки программа шарттары буйынса Фонд предприятиеларға күсерелгән страховка иғәнәләренең 20 процентҡа тиклем өлөшөн производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын һәм һөнәри хәүефте түбәнәйтеү буйынса сараларға файҙаланырға мөмкинлек бирә. Быйыл ошо маҡсатта предприятиеларға бүленгән аҡса 250 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк.

Инвалидтар, йәғни льготалы категория граждандарын хеҙмәтләндереү нисек тормошҡа ашырыла?

- Был категория тураһында хәстәрлек күреү ҙә эшмәкәрлегебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Төбәк бүлексәһе техник реабилитация саралары менән, шул иҫәптән протез-ортопедия ҡорамалдарын ремонтлауҙы ла индереп, тәьмин итеү буйынса федераль вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу бурысын 2015 йылдың башынан үтәй башланы. 2014-2015 йылдар өсөн инвалидтарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн өҫтәмә финанслау мәсьәләһенең ыңғай хәл ителеүе Фондҡа былтыр льготалы категория граждандарын реабилитациялауҙың техник саралары һәм протез-ортопедия ҡорамалдары менән 97 процентҡаса тәьмин итеү мөмкинлеген бирҙе.
Бынан тыш, льготалы категория граждандарын шифахана-курорттарға путевкалар менән тәьмин итеү һәм уларға ҡала-ара транспортында дауаланыу урынына бушлай барып ҡайтыуҙы ойоштороу ҙа беҙҙең ҡарамаҡта. Бының өсөн быйыл федераль бюджеттан 94 миллион һум күләмендә ассигнование бирелде. Үкенескә күрә, был сумма ихтыяжды бары тик 27 процентҡа ғына ҡәнәғәтләндерә. Путевкаларҙы бүлеү ҡәтғи рәүештә, инвалидтың ауырыу профилен иҫәпкә алып, ғариза биреү көнөнән сығып, сират буйынса тормошҡа ашырыла. Былтыр йыл дауамында льготалы категория граждандарына һәм уларҙы оҙатып барыусыларға 4728 путевка бүленде, шул иҫәптән инвалид балаларға һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе ата-әсәләргә - 932. Быйылға 4267 путевка бүленеүе ҡаралған.

2006 йылдан "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырыла. Социаль страховка фонды уны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашамы?

- Был проект сиктәрендә Фонд тиҫтә йыл инде "Бала табыу сертификаты" программаһын тормошҡа ашыра. Программаның маҡсаты - ҡатын-ҡыҙҙарҙы йөклөлөк, бала табыу һәм сабыйҙың поликлиника күҙәтеүе үтеүе осоронда сифатлы һәм бушлай медицина ярҙамы менән тәьмин итеү. Был программа буйынса һаулыҡ һаҡлау учреждениелары алған аҡсалар ҡорамалдар, медикаменттар, кәрәкле башҡа әйберҙәр алыуға, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр өсөн тотонола. Былтыр 91 медицина учреждениеһы менән килешеү төҙөлөп, уларға 590 миллион һум аҡса бүленде, быйылғы йылға 568 млн һум бүлеү ҡаралған.

Мотлаҡ социаль страховкаһы иреклеһенән нимә менән айырыла?

- Тәү сиратта, был айырма уларҙың атамаһында уҡ күренә - береһе мотлаҡ, икенсеһе - ирекле һәм кеше уны ирекле хәл итә. Эшкә рәсми урынлашыусы автоматик рәүештә социаль страховканың мотлаҡ ике төрө: ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсә булыу сәбәпле; производстволағы бәхетһеҙлек осрағы һәм һөнәри ауырыуҙар буйынса страховкаланған тип иҫәпләнә
Эшкә кеше ялламаусылар, шул иҫәптән, шәхси эшҡыуарҙар ҡануниәт буйынса Социаль страховка фондында теркәлеп, "үҙе өсөн" страховка иғәнәләре түләргә бурыслы түгел. Был осраҡта улар эшләмәүсе граждандарға тиңләштерелә һәм әсәлеккә бәйле түләүҙәрҙе халыҡты социаль яҡлау органдарында ала. Әммә, Социаль страховка фонды менән мотлаҡ социаль страховка буйынса ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм бала табыуға бәйле ирекле хоҡуҡи мөнәсәбәт булдырып, улар эшләп йөрөүсе граждандар кеүек үк өҫтәмә пособиелар алыу хоҡуғына эйә була. Был осраҡта пособие күләме Федераль закон билдәләгән минималь эш хаҡы күләменән сығып иҫәпләнә. Ләкин был категорияға инеүселәргә законда производстволағы бәхетһеҙлек осрағынан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан страховкалау ҡаралмаған.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1110

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru