«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ФИЛЬМДА ХАЛЫҠТЫҢ КҮҢЕЛЕ САҒЫЛҺЫН
+  - 

Өфөлә өсөнсө тапҡыр "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале үтте. Өс көн барған фестивалдә Монголия, Иран, Ҡаҙағстан, Афғанстан, Бангладеш, Ҡырғыҙстан, Сирия һәм Рәсәй төбәктәренән 9 - документаль, 8 - тулы метрлы һәм 7 художестволы фильм ҡатнашты.

Бөгөн кино килем алыу сараһы булараҡ ҡабул ителгән заманда йәшәһәк тә, күптәр өсөн ул - кешеләрҙең аңын һәм тормошон үҙгәртә алыу һәләтенә эйә сәнғәт төрө. Бигерәк тә милли киноның ошондай юғары сәнғәт тип аталырға тулы хоҡуғы бар - фестивалдә ҡатнашыусы фильмдарҙың хатта бер нисәһен генә ҡарағандан һуң да ошондай фекергә киләһең. Баҡтиһәң, бөгөнгө йәмғиәттә лә өлгө алырлыҡ кешеләр, идеалдар, әхлаҡи ҡиммәттәр бар, бары тик уларҙы күрә белергә генә кәрәк. Шуға ла баһалама ағзалары ла, саҡырылған абруйлы ҡунаҡтар ҙа был фестивалде һаҡларға, уны артабан да үҫтерергә кәрәк, тигән фекерҙе бер тауыштан ҡабатланы. Милли киноның тағы бер үҙенсәлеге шунда - ул теге йәки был халыҡтың бөгөнгө хәлен дә аңғарта. "Төрлө кешеләр, төрлөсә йәшәү рәүеше тураһындағы фильмдар ҡайһы бер илдәрҙә, төбәктәрҙә көн күреүсе халыҡтарҙың бәлә-хәсрәте тураһында ла һөйләй. Фестиваль программаһының минең өсөн иң төп мөрәжәғәте ошо. Илдең гражданины булараҡ, был кешеләр алдында яуаплылыҡ тоям, был бик мөмкин булмаһа ла, уларға ярҙам иткем дә килә. Һәр кем был донъяла етешһеҙлектә, һуғыш уты аҫтында түгел, ә кешесә, матур итеп, тыныслыҡта йәшәргә лайыҡлы. Уларҙың яҙмышына битараф булырға ярамай, сөнки был ҡайғылар киләсәктә ҙур трагедияларға, милләттәр араһындағы низағтарға алып килеүе ихтимал", - тине баһалама рәйесе, кино сәнғәте белгесе, кинокритик Иван Форгач та.
Өсөнсө фестивалдең программаһында тәүге ике фестиваль менән сағыштырғанда киң масштаблы, костюмлы тарихи фильмдар әҙ булһа ла, милли рух тигән төшөнсәгә ҙур әһәмиәт һәм мәғәнә һалып эшләнгән фильмдар күп ине. Уларҙың береһенә - ҡаҙаҡ режиссеры Досхан Жолжаксыновтың "Ҡонанбай" фильмына Әмир Абдразаҡов исемендәге "Милли рух өсөн" призы тапшырылды. Быйыл шулай уҡ әсә темаһына ҡағылышлы фильмдар бер нисә булды. "Тимәк, әсә йөрәге бөтөн халыҡтарҙа ла бер тиң тибә. Был киноларҙы ҡарайһың да, унда үҙеңдең әсәйеңде, халҡыңдың әсәләре яҙмышын күрәһең, хатта тәржемә лә кәрәкмәй - кино сәнғәтенең әһәмиәте лә, бөйөклөгө лә шунда", - тигәйне режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова. Шуға ла тамашасы һөйөүе Садам Вахидиҙың "Мать Мария" (Афғанстан) киноһына тапшырылыуы бер кемгә лә яңылыҡ булманы шикелле. Ошо уҡ фильм "Ҡыҫҡа метрлы фильмда иң яҡшы оператор эше" призы менән дә билдәләнде. Эрдэнэцэцэг Базаррагааның "Мать" (Монголия) фильмының төп героиняһы ла баһалама ағзаларының махсус призына лайыҡ булды. Ысынлап та, күберәк әсә һәм бала, ата һәм ул мөнәсәбәте, тыуған ергә мөхәббәт, тамырҙарыңа ихтирам темалары, балалар донъяһы менән бәйле картиналар өҫтөнлөк итте был фестивалдә, шуға ла ул күпкә ихласыраҡ, йылыраҡ тойолдо. Гран-приҙы "История Ждалала" (Бангладеш) тулы метрлы картинаһы алды. Был фильм - бер баланың еңел булмаған яҙмышы хаҡында. "Иң мәрхәмәтле фильм", тинеләр уның хаҡында баһалама ағзалары.
Режиссер Мехди Джафариҙың "Белуга" фильмы тамашасыны Иран менән таныштырҙы. Ябай халыҡтың балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүен һүрәтләгән картина глобаль экологик проблемалар ҙа күтәрҙе. Фильм "Тулы метрлы фильмда иң яҡшы сценарий өсөн" призын алды. Ғөмүмән, ниндәйҙер номинацияла приз алыусы фильмдар бик лайыҡлы һайланғайны. Мәҫәлән, "Документаль фильмда иң яҡшы оператор эше өсөн" номинацияһына лайыҡ булыусы Михаил Барыгиндың "24 снега" фильмында ат көтөүсе - тәбиғәт балаһы, шуның арҡаһында ул ғаиләһе менән аралашыуҙан мәхрүм. Йәғни, кино - ике юл сатында торған герой тураһында. Әйткәндәй, был фильмдың сығымдарын тулыһынса эшҡыуар ҡаплаған. Ҡырғыҙстандан килгән режиссер Аманбек Ажамат та үҙҙәрендә киноның башлыса коммерция фильмдары булыуын әйткәйне. Дәүләт йылына тулы метрлы 2-3 фильм төшөрөүгә генә булышлыҡ итә, ҡалғаны - тап меценаттар тырышлығы менән эшләнә. Иң мөһиме, бөгөн ҡырғыҙ тамашасыһы ҡырғыҙ фильмдарына өҫтөнлөк бирә һәм коммерция фильмдары үҙҙәрен тулыһынса аҡлай. "Беҙ бары тик тамашасыларҙың күңеленә юл, тәү сиратта, уларға оҡшаған темалар таба алдыҡ", - ти йәш режиссер. Аманбек Ажаматтың "Физрук, золото и река" фильмы "Документаль фильмда иң яҡшы режиссер эше өсөн" призына лайыҡ булды.
Шулай уҡ Юрий Фетинг "Небесный верблюд" тулы метрлы фильмы өсөн "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһына, ҡыҫҡа метрлы фильмда ошо уҡ номинация Татарстандан Салауат Юзеевҡа тапшырылды. Башҡорт киноһын төшөрөүселәр ҙә баһалама ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метрлы "Пилорама" фильмы өсөн сценарий яҙыусы Дамир Йосопов үҙ номинацияһында приз һәм ошо уҡ фильмдың операторы Тимур Ғәниев Ғилван Әмиров исемендәге махсус призға лайыҡ тип табылды. Радик Килмәмәтовтың "Күңел йыры" "Документаль фильмда иң яҡшы герой" призы менән бүләкләнде.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тимәк, "Көмөш Аҡбуҙат" фестивале менән бергә үҙебеҙҙә башҡорт киноһы ла үҫешә. Милли үҙаңды үҫтереү маҡсатына ҡайһылыр төбәктәрҙә милли әҙәбиәт, ҡайһылыр төбәктәрҙә милли кино хеҙмәт итә. Бәлки, киләсәктә ошо бөйөк миссияны үҙенә башҡорт фильмы ла алыр? Башҡорт киноһы бармы һуң ул, милли кино ниндәй булырға тейеш, тигәндәргә иһә, бында барыһы ла ябай, тип яуапларға булыр ине. Режиссер, оператор, сценарист, йәмәғәт эшмәкәре, Тажик ССР-ының халыҡ артисы Давлат Худоназаров Өфөлә студенттар менән осрашыуын телгә алып шулай тигәйне: "Студенттарҙан: "Башҡорттарҙың утҡа, һауаға, ергә, һыуға, икмәккә мөнәсәбәте ниндәй?" - тип һораным һәм был һорау, үкенескә күрә, яуапһыҙ ҡалды. Ә быларҙы бит белергә кәрәк, тап ошолар бөтөн нәмәнең нигеҙен тәшкил итә лә инде. Миҫал өсөн үҙемдең бынан 35 йыл элек Багдадта кино төшөрөүемде һөйләнем, кадрҙағы кеше икмәкте ергә ташлағас, аптырауҙан минең ҡулымдан камера төшөп китә яҙҙы. Ә уларҙың мәҙәниәтенән, донъяға ҡарашынан сығып ҡараһаң, был ғәҙәти хәл. Бына нимәһе менән башҡорт йәки башҡа милләттәр башҡаларҙан айырылып тора. Милли фильм ул - этнографик фильм түгел, унда иң тәүҙә халыҡтың күңеле сағылырға тейеш".

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1154

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru