«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕРЕН ҺАТҠАН БАЛАЛАРЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ҺАТҠАН
+  - 

Күптән түгел генә тележурналист Андрей Кондрашовтың һыу тураһында ике сериялы тапшырыуын ҡарарға тура килгәйне. Автор тапшырыуҙы әҙерләгәндә эсәр һыуға мохтажлыҡ кисергән бик күп илдәрҙә булып, планетабыҙ кимәлендә һыу ҡытлығы проблемаһын күтәрә.

Тапшырыуҙы ҡарағанда, үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙе башҡа илдәр менән сағыштырып, беҙ ниндәй бай, матур илдә йәшәйбеҙ, Аллаһҡа шөкөр, эсер һыуҙарыбыҙ таҙа, мул, балыҡҡа бай саф һыулы йылғаларыбыҙ, көҙгө кеүек ялтырап ятҡан күлдәребеҙ, сылтырап аҡҡан гәлсәр шишмәләребеҙ бар, тип уйлап ултырҙым.
Андрей Кондрашовтың: "Киләсәктә таҙа һыу иң ҙур байлыҡ булып иҫәпләнәсәк. Өсөнсө Бөтә донъя һуғышы нефть, алтын өсөн дә түгел, ә таҙа һыу өсөн буласаҡ. 2030 йылдарҙан таҙа һыу запасы ныҡ кәмей, ә 2050 йылдарҙан эсәр һыуға ҙур ҡытлыҡ буласаҡ. Ҡайһы ил һыуға бай, шул ил иҡтисади яҡтан да, сәйәси яҡтан да көслөләрҙән һаналасаҡ", - тип әйткән һүҙҙәре тәрән уйға һалды. Хафаланырлыҡ та шул: йыл һайын тиҫтә меңәрләп гектар ерҙәребеҙҙә планетабыҙҙың үпкәһе - урмандар яна, күпмеһе ҡырағайҙарса ҡырҡыла. Күп кенә ваҡ шишмәләр ҡороғанлыҡтан, оло йылғалар, тулыланмай, тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булып ҡалды...
Бала саҡта ололарҙың: "Һыуҙың гонаһы ҙур, бушҡа түгеп, әрәм-шәрәм итмәгеҙ. Ахырызаман етһә, кешеләр алтындарын тоҡлап күтәреп, өй беренсә йөрөп, эсәр һыу эҙләр - таба алмаҫтар. Һыу икән, тип ялтырап ятҡан алтындарға барып сығырҙар ҙа, эх, түгел икән шул, тип, уны типкеләп китерҙәр", - тип һөйләгәне иҫкә төшә. Боронғоларҙың һүҙе - быуаттар буйына тупланып килгән тәжрибәнең, аҡылдың үҙе шул. "Һыуһағанға һыу бир. Тар табында сәй эскәнсе, киң табында һыу эс. Һыу - һыйған ярында, ир - тыуған яғында. Һыуы менән ер ҡәҙерле, иле менән ир ҡәҙерле. Һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма ("утһыҙ" тигәне "үләнһеҙ" тигәнде аңлата) һ.б. мәҡәлдәрҙе өләсәй-олатайҙарҙан йыш ишетергә тура килә ине. Хәҙистәр китабында ла: "Иң яҡшы саҙаҡа - һыу менән һуғарыу. Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көндө сүллектә һыуы күп булып та юлаусыны һыуҙан мәхрүм итеүселәр менән һөйләшмәҫ", - тигән юлдар бар. Халҡымдың шул тиклем тәрән аҡыллы, зирәк, тапҡыр һүҙлелеге, буласаҡ хәл-ваҡиғаларҙы алдан күрә белеп, быуаттар буйына әллә нисәмә быуындарҙы иҫкәртә барыуы хайран ҡалдыра. Әкиәт батырҙарыбыҙ ҙа ниндәй бит әле! Береһе лә мөғжизә көтөп, мейес башында ятмаған. Ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, ерен-һыуын һаҡларға, туған халҡының азатлығы, бәхете өсөн ҡулына ҡорал алып, тиҙерәк көрәшкә күтәрелгән. Халҡыбыҙ хуш еҫле сәскәле яландарын, ҡуйы урмандарын, балдай татлы һыуҙарын, сал бөркөттәр төйәге текә ҡаялы ғорур тауҙарын өҙөлөп һөйгән башҡорт батырҙарына Урал батыр, Аҡъял батыр, Ҡамыр батыр, Тау батыр, Урман батыр, Күлуртлар батыр, Йүгерек батыр кеүек исемдәрен биргән. Батырҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙенә тәғәйен шөғөлдө намыҫ менән башҡарған: Тау батыр бейек-бейек тауҙар теҙгән, Урман батыр еребеҙҙе ҡуйы урмандары менән биҙәгән, Күлуртлар батыр йылға-күлдәр һағында торған. Ә Урал батыр бар халыҡ алдында баш эйеп:
- Мин - бер кеше, һеҙ - күп кеше; мин түгел, ә ер-һыу үлемһеҙ булһын; ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен! - тип, Тереһыуҙың бер тамсыһын да йотмай, бер алдына, бер артына әйләнеп, бер уңға, бер һулға ҡарап - бөтә тирә-яҡҡа бөркөп ебәргән... Ш. Бабич әйткәнсә, "аҫты алтын, өҫтө шиғыр, үҙе нур" ерҙәребеҙ сит-яттарҙың күҙҙәрен ҡыҙҙыра шул. Бөгөнгө көндә иң борсолдорғаны - эшһеҙлек бит инде. Һарыҡ тиреһе ябынған әҙәм йораттары, халыҡтың эс-бауырына кергән булып, эш асабыҙ, инфраструктурағыҙҙы яҡшыртабыҙ, тип, алдап-йолдап ерҙәребеҙҙе алмаҫтар, тимә. "Әйҙәгеҙ, ағай-эне, был кеше, эш асам, ти бит, еребеҙҙе бирергә риза булайыҡ та ҡуяйыҡ", - тип, халыҡты йәүкәләп йөрөгән ярамһаҡ, ҡуштан әпкәләйҙәре лә табылыр. Һуңынан беҙ бала саҡта йотлоғоп уҡыған "Аҡъял батыр" әкиәтендәге үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт кеүек, яйлап-яйлап эсәр һыуҙарыбыҙға ла хужа булырҙар. "Аҡъял батыр" әкиәте ҡарап тороуға ябай ғына әҫәр булып күренһә лә, һыу проблемаһының ни хәтлем киҫкен икәнлеген күрһәтә, килер быуындарға иҫкәртеү булып яңғырай. Ерен һатҡан эсәр һыуын да, тыуасаҡ ейән-ейәнсәрҙәренең киләсәген дә һатҡан булыр.
Мин был мәҡәләмде, кешеләрҙең йөрәгенә шом һалайым әле, тип яҙманым. Бөтмәй торған байлыҡ булмай ул, йәмәғәт. Боронғоларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһаҡ ине. Килер быуын үҙ тыуған еребеҙҙә етем бала хәлендә эсәр һыуҙарыбыҙға ла мохтажланып, сит-яттар алдында баш эйеп, һыу һатып алып эсеп ултырмаһын, тиһәк, тәбиғәтебеҙгә, тыуған еребеҙгә, йылға-күлдәребеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡарашта, аяулы, уяу булайыҡ. Ситтәр беҙгә килеп эш таба бит, беҙҙең ир-егеттәребеҙ ҙә үҙ ерендә эшен дә, шөғөлөн дә тапһын.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы Ҡәйепҡол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.16 | Ҡаралған: 1157

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru