«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘРГӘН УҠСЫЛАР ТАҒЫ МАЙҘАН ТОТТО
+  - 



Үткән аҙнала Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Күсәрбай Аҡсулпанов исемендәге республика уҡсылар турниры үтте. Башҡорт уҡ-һаҙағын, традицион уҡтан атыусылар мәктәбен популярлаштырыу, милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙе маҡсат иткән был сара "Мәргән уҡсы" фестивале сиктәрендә Башҡортостан йыйылма командаһын туплау маҡсатында ойошторолған ярыштарҙың береһе.

Башҡорт батыры Күсәрбай кем?

Ҡатнашыусылар менән танышырҙан алда, һүҙҙе "Кем ул әлеге ярышҡа исем биргән Күсәрбай Аҡсулпанов?" тигән һорауҙан башлайыҡ.
- Күсәрбай Аҡсулпанов - юрматы ырыуы башҡорто, - тине уйынды ойоштороусы Юлай Ғәлиуллин. - Ул 1788-1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашҡан 3-сө башҡорт полкы старшинаһы. "Тыныслыҡ тураһында" килешеүгә ҡул ҡуйылғас, Күсәрбай Аҡсулпанов 1790 йылда швед короле Густав 3-гә уҡ атыу оҫталығын күрһәтә. Был ваҡиға тураһында шул дәүер дәүләт эшмәкәре, тарихсы Алексей Николаевич Оленин үҙенең "Археологические труды" хеҙмәтенең икенсе томында (81-83 бб.) яҙып ҡалдырған. Хеҙмәт Санкт-Петербургта һаҡлана. Текста былай тиелә: "...Күсәрбай, атта сабып килгән килеш, юғарыға йомортҡа ырғытты һәм, уның артынса, йәшен тиҙлегендә бер уҡ осороп, ергә төшөп барған йомортҡаны селпәрәмә килтерҙе. Унан, һаҙағынан иҫке уғын тартып сығарып, ергә ырғытты ла, ат өҫтөндә сабып килеп, уҡты эйелеп алып, уны ла һауаға ырғытты. Шул ыңғайҙан яңы уғын алып, йомортҡа ише, һауаға ташлаған уғын да яра атты..."
Күсәрбай Аҡсулпанов - Әбей батша ҡулынан тарханлыҡ грамотаһы алған билдәле шәхес. Уның улы Аралбай ҙа атаһы менән рус-швед һуғышында ҡатнаша, 1812 йылғы Ватан һуғышында "төньяҡ амурҙары" сафында Парижғаса барып етә. Йәй көнө "Мәргән уҡсы" фестиваленә әҙерләнеп йөрөгән сағыбыҙҙа Аҡсулпановтар вариҫтары беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, фестивалде ҡартаталары исеме менән атауыбыҙҙы үтенгәйне. Беҙ был тәҡдимде ҡабул итеп, бына ошо турнирҙы - Күсәрбай Аҡсулпанов кубогын айырым үткәрергә ҡарар иткәйнек...

Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...

Шулай итеп, турнирҙа утыҙ уҡсы көс һынашты. Араларында балалар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Ҡырғыҙстанда үткән Икенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында ҡатнашыусы Гөлгөнә Баймырҙина, "Мәргән уҡсы" традицион уҡ атыусылар фестивалендә үҙ көсөн һынарға өлгөргән "Башҡортостан" гәзите журналисы Розалия Зарипова һәм Ғафури районынан Элина Сөләймәновалар яуҙа ир-егеттәргә терәк булыр сая ҡатын-ҡыҙҙар образын һынландырҙы. Әйткәндәй, турнир һөҙөмтәләре буйынса Розалия һигеҙенсе баҫҡысты биләп, иң көслө ун мәргән исемлегенә инде. Ярышта ҡатнашыусылар араһынан иң йәш мәргән - Өфөнөң Ф.Мостафина исемендәге ҡала башҡорт гимназияһы 6-сы синыф уҡыусыһы Йәдкәр Ҡунафин да иң көслөләр араһына инде - унынсы һөҙөмтә күрһәтте. Уны майҙанға атаһы -"Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин алып килгәйне. Мөнир Сәхиулла улы әйтеүенсә, Йәдкәрҙә уҡ атыу теләге "Мәргән уҡсы" фестивален ҡарағанда тоҡанған. Ул атаһынан Ғәлинур Зарипов тигән оҫтанан ян, уҡ-һаҙаҡ һатып алдырған, буш ваҡытында көн һайын үҙҙәренең шәхси йорт ихатаһында уҡ атыу серҙәрен өйрәнгән. "2-3-әр сәғәтләп шөғөлләнә торғас, уҡ атыу буйынса атайҙы ла үтеп киттем", - тип маһайҙы Йәдкәр. Уның һүҙҙәрен атаһы йөпләп, улы өсөн ҡыуанысын йәшермәне.
Сибай интернат-гимназияһы уҡыусыһы, Йәдкәрҙән ике йәшкә өлкәнерәк Шәйнур Баймырҙин да мәрәйҙәр һаны буйынса 11-се баҫҡысты биләне. Шәйнурҙы Ғафури районында үткән "Мәргән уҡсы" фестивалендә 2-се урын яулаусы мәргән тип танылған Хөрмәт Зөбәйер улы Таһиров әҙерләп алып килгән (алдағы һандарҙа уның менән әңгәмә баҫыласаҡ әле).

Уғым, сәпкә тей!

Әлеге турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе - "Киске Өфө" гәзите хеҙмәткәре Артур Батыршиндан бәйгеләге һынауҙар, сәптәр тураһында һөйләүен үтендек.
- Был юлы ҡатнашыусылар өс һынау алдына ҡуйылды. Тәүгеһе - өс дүңгәләкле сәпкә атыу булһа, икенсе һынау - биш дағаға атыу. Һәр дағаға бер уҡ тейҙереү ҡаралғайны. Ике уғың бер дағаға эләккән хәлдә, береһе генә иҫәпкә алына. Өсөнсө һынау - ҡәлғә башындағы тар уйымдарҙан уҡ яуҙырыуҙы ҡабатлау. Тар ғына ярыҡ формаһындағы ҡулайлама эргәһенә тубыҡланып ултырып, "тәре йөрөтөүселәр" ҡалҡаны рәүешендәге ике сәпкә тейҙереү ҡаралды. Һәр кешегә был сәптәрҙең береһенә атыу уңайлы булһа ла, икенсеһенә атыу, барыбер ҙә, уңайһыҙ булыуын иҫәпкә алғанда, тап ошо һынауҙа иң мәргәндәр асыҡланды ла инде, - тине Артур Батыршин.
Һәр башланғыстың үҙ башланғысы була торғандыр. Бер ни ҙә юҡтан ғына бар булмай, тимәксебеҙ. Бәләкәй генә энәне бар итеү өсөн генә лә кешегә әллә күпме эҙләнеүҙәр, үҫеш юлы үтергә тура килгәндер. Бөгөн беҙ уҡ атыусыларҙың ярыштарын ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Ул уҡ-һаҙаҡты ла беҙҙең ата-бабалар бихисап яуҙарҙа алған тәжрибәләренән сығып яҡшыртҡан, йышҡан, шәбәйткән. Артур Батыршин ошо сараға әҙерлек барышында бер ҡыҙыҡлы фактҡа юлығыуы тураһында һөйләгәйне. Баҡтиһәң, һәр яугирҙың уғының керешкә эләктерә торған киртекле аса башы алынмалы булған, ә уғының киҙеүе булмаған. Уҡ алынмалы киҙеүгә кейҙерелә һәм атылған саҡта әлеге киҙеү уҡсы ҡулында ҡала. Йәғни, дошмандарға атылған киҙеүһеҙ уҡтарҙы улар кире файҙалана алмаған булып сыға. Бына бит ниндәй аҡыл ята ата-бабаларыбыҙҙың был оҫталығында!

Шулай итеп...
Турнир һөҙөмтәләре буйынса иң мәргән өс уҡсы исемлеген "Мәргән уҡсы" фестивалендә лә өсөнсө һөҙөмтә күрһәткән Өфө районы егете Рушан Хәсәнов йомғаҡланы. Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин икенсе урынды ҡулдан ысҡындырманы, ә беренсе урынды, Күсәрбай Аҡсулпанов исемендәге кубокты, Учалы районынан килгән Рөстәм Фазлетдинов яуланы. Тәүге өс урын яулаусыларҙы "Домофон" ЯСЙ-һы Салауат Ғәниев дизайны буйынса эшләнгән скифтар заманы ҡалъяны менән бүләкләне.
Ойоштороусылар тағы бер нисә ошондай этап уйындарын вәғәҙә итә. Эштәре уң булһын инде, тип теләге килә. Ошо сараны тамаша ҡылған бер ағинәйебеҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, ошо хәрәкәт үҙебеҙҙең һөнәрселәрҙе үҫтереүгә лә булышлыҡ итһен ине. "Уҡ-ян эшләһендәр, милли кейем текһендәр, тире эшкәртеп, ҡалъян яһаһындар егеттәр", - тине ағинәй. Уйланырға ла, эш ҡоралдарын үткерләй башларға ла сәбәп был алтын ҡуллы ағай-эне өсөн.

Турнирҙы
Илгиз ИШБУЛАТОВ
күҙәтте.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.16 | Ҡаралған: 1361

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru