«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨЛДӘЛӘРҘЕҢ ТЕЛЕ БУЛМАҺА ЛА ТАРИХҠА ТЕЛ АСҠЫСЫ УЛАР
+  - 

Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, танылған ғалим-антрополог Ринат Мөхәмәт улы Йосоповҡа 65 йәш тулған булыр ине. Әммә бынан биш йыл элек яуыз сир уны беҙҙең арабыҙҙан алып китте. Бөгөн беҙ уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлайбыҙ, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы булыуы, үҙенең яңы фәнни асыштары хаҡында иң тәүҙә беҙҙең уҡыусыларыбыҙға еткерергә ашығыуы тураһында хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.
Ринат Мөхәмәт улы шул тиклем ябай, инсафлы, ипле, баҫалҡы тәбиғәтле ине. Үҙенә күрә бер нәзәкәтлек менән уңайһыҙлана, тартына, ояла белеүе лә уның киң күңелле, ололарға - ололоҡло, кеселәргә кеселекле булыуы хаҡында һөйләй ине. Әммә үҙ фәнни дәлиленә, тарихи фактҡа бәйле бәхәстәрҙә ғалим ҡапыл икенсе кешегә әүерелгәндәй була ине. Был тәңгәлдә ул һис ҡасан да сигенә белмәне, тарихи ысынбарлыҡҡа бәйле үҙенең принципиаль ҡарашында ныҡ торҙо. Был осраҡта ла оппонентының күңелен уйлап, үҙ фекерен ипле генә аңлата белде. Уның тарих фәненә, антропологияға медицина институты аша килеүе лә үҙенә күрә бер мөғжизә, шуға күрәлер ҙә, уның кеше һөлдәләренә, баш һөйәктәренә бәйле ғилми аңлатмалары, дәлилдәре ерлекле, төплө, ышандырырлыҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ. "Баш һөйәгенең теле булмай, әммә күп кенә ғилми асыштар яһарлыҡ, сер ишектәрен асырлыҡ тел асҡыстары була", тигәйне ул беҙҙең гәзиттә яһаған бер сығышында. Ғалим Ринат Йосопов ана шундай "сер ишектәрен асырлыҡ тел асҡыстарын" ҡалдырҙы беҙгә. Уның гәзитебеҙҙә баҫылған ҡайһы бер яҙмаларынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.


Баш һөйәге табылды...

Тарих фәндәре кандидаты, палеолит дәүерен өйрәнеүсе археолог Вячеслав Котов ун биш йылдан ашыу көньяҡ Уралдағы мәмерйәләрҙе тикшерә. Уның 40-100 мең йыл элек йәшәгән кешеләрҙең хеҙмәт һәм һунар ҡоралдарын тапҡаны бар. Былтыр ул Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге тапҡыр әҙәм баш һөйәгенә юлыҡты. Ғалим тапҡан баш һөйәген быға тиклем 2008 йылда ғалимә О.Я. Червяцова күргән булған, тик иғтибарға ғына алмаған. В.Г. Котов баш һөйәген Өфөгә алып ҡайтып, миңә күрһәтте. Ул тәүҙән үк хәҙерге заманда йәшәгән кешенең баш һөйәгенә тартым булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Тикшереүҙәр шуны күрһәтте: баш һөйәге һуңғы ике мең йыл эсендә йәшәгән 17-19 йәшлек ҡыҙ баланыҡы. Маңлайының бер ситендә яра эҙе лә бар. Был яра ҡыҙҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында үлтерелеүе йә ниндәйҙер йола менән ҡорбан ителеүе хаҡында һөйләй. Баш һөйәге Бөрйән төбәгендә борон-борондан йәшәгән кешеләрҙең Урал тибына-расаһына ҡарай. Был тип башҡорт халҡы араһында иң боронғо антропологик тип иҫәпләнә. Урал тибы бигерәк тә башҡорт ҡыҙ-ҡатындары араһында киң таралған. Был факт ҡыҙҙың ситтән килгән ҡәбилә йә ырыу вәкиле булыуын тулыһынса инҡар итә. Әле минең уҡыусым, антрополог А. Нечвалода менән баш һөйәгенең график формаһын эшләп, гипстан скульптураһын әүәләү өҫтөндәбеҙ. Әҙер булғас, беҙ уны матбуғатҡа бирә алырбыҙ, тип уйлайым.
Әлегә шуны ғына әйтеп булалыр: был ҡыҙ мәмерйә эсендә йәшәмәгән, сөнки унда ул заманға бәйле торлаҡ эҙҙәре юҡ. Шүлгәнташ стенаһындағы һүрәттәрҙең йәше лә ҡыҙ йәшәгән дәүергә тура килмәй. Һүрәттәр бынан 14-15 мең йыл элек төшөрөлгән. Беҙҙә ул дәүергә ҡараған антропологик материал бөтөнләй юҡ. Иң боронғоһо - Дәүләкән районы территорияһында Отто Николаевич Бадер тапҡан әҙәм һөлдәһе. Һөлдә усаҡ яҡҡан ерҙең аҫтында табылды. Ул мезолит һәм неолит дәүере араһында йәшәгән кешенең һөлдәһе, йәғни бынан 6-7 мең элекке дәүер. Шуныһы характерлы: Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр Франция мәмерйәләрендәге һүрәттәргә ныҡ оҡшаған. Икенсенән, Дәүләкәндә табылған һөлдәгә ҡарап, көньяҡ сығанаҡты билдәләп була.
Былар барыһы ла Уралдың төп халҡы булған башҡорттарҙың этногенез мәсьәләһенең ике тарафына бәйле үҙенсәлеген билдәләй. Башҡорттарҙың бер үк ваҡытта европеоид та, азиат та булыуы, әлбиттә, уларҙың барлыҡҡа килеүендәге төрлө тарафтар үҙенсәлеге берҙәмлеге хаҡында ла һөйләй.
Франциялағы һәм Шүлгәнташтағы мәмерйәләрҙәге һүрәттәрҙе бер үк кешеләр төшөргән, тик ошоға бәйле тарихи ваҡиғалар ниндәй ағыш алған? Әллә мезолит дәүере һуңында Уралтауҙа боҙлоҡ ирей башлағас, көнбайыш кешеләре был яҡҡа килеп, кире киткәнме, йә булмаһа, киреһенсә булғанмы? Был мәсьәлә тарихсылар өсөн асыҡ килеш ҡала.

Тәбиғи һайланмыш ҡануны

Боронғо Урал тибы күберәген беҙҙең ҡыҙ-ҡатындарҙа һаҡланып ҡалған. Популяцион генетика күҙлегенән ҡарағанда, беҙҙең ҡыҙ-ҡатындар милләттең иң боронғо генетик мәғлүмәтен үҙендә йөрөтә. Милли сифаттар ҙа балаларға ҡыҙ-ҡатын аша күсә. Көньяҡ Урал климатында яралған һәм шуға ҡулайлашҡан был мәғлүмәтте йөрөтөүсе ҡыҙ-ҡатындарҙың генетик үҙенсәлеге улдарына һәм ҡыҙҙарына тыумыштан уҡ күсә. Башҡорт ирҙәренең бер өлөшө лә Урал тибына ҡарай, әммә улар бик аҙ ғына. Урал тибына ҡараусы ҡыҙ-ҡатындарҙың, ирҙәрҙең сәләмәтлеге лә ныҡ була. Улар ауырыуҙарға бирешеп бармай һәм оҙағыраҡ йәшәй. Төрлө көтөлмәгән тәбиғи һәләкәттәр, катаклизмдар, эпидемиялар ваҡытында, аслыҡ кисергәндә күбеһенсә ирҙәрҙең үлеүе лә ошо фактҡа бәйле. Хәҙерге заманда ирҙәр араһында тәбиғи һайланмыш күренеше бара: тәбиғәт уларҙың көсһөҙөн юҡ итеп, көслөләрен генә ҡалдыра. Хәл аңлашыла - балалар көслөләрҙән генә тыуырға тейеш.
Тәбиғәттең үҙендә, хайуандар, йәнлектәр араһында тәбиғи һайланмыш ҡануны тулыһынса тиерлек үтәлә. Әйтәйек, ҡасыу мәле еткән һыйыр, хужаһынан, көтөүҙән ҡасып китеп булһа ла, көслө үгеҙ янына бара. Йә булмаһа, йылҡы өйөрөн генә алайыҡ. Унда бер нисә айғыр өйөр айғыры булырға дәғүә итеп алыша. Был алышта иң көслөһө еңеп сыға һәм бейәләр уның ихтыярына буйһона башлай. Ситкә тибелгән айғырҙы көйҙөрәләр ҙә, ҡәҙимге ат итеп, егә-менә башлайҙар. Йә булмаһа, бал ҡорто иләүендә инә ҡорттоң нисек итеп аталаныуы миҫалын ғына алайыҡ. Мөҙҙәте еткәс, инә ҡорт оянан осоп сыға һәм бик юғарыға, һауаға күтәрелеп, шәп тиҙлектә оса. Уның артынан ҡыуа төшкән ата ҡорттарҙың иң көслөһө, иң ҡеүәтлеһе генә уны ҡыуып етә һәм аталандыра, үҙе шунда уҡ һәләк тә була. Иғтибар итегеҙ: тәбиғәт уны тағы ла тоҡом ҡалдырыу хоҡуғынан мәхрүм иткән, йәғни был юл менән яҡын ҡандарҙың ҡатнашыу ихтималлығын юҡҡа сығарған.
Ҡалған ата ҡорттарҙың йәғни көсһөҙҙәрҙең дә иләүгә әйләнеп ҡайтырға хоҡуғы юҡ, ҡайтҡан хәлдә лә уларҙы кире индермәйҙәр. Тәбиғәттә һайланмыш ҡануны бына шулай бик аяуһыҙ, әммә ғәҙел итеп ҡуйылған. Кешелектә лә матриархат дәүерендә ошоға оҡшаш йолалар булған, йәғни тыуасаҡ балаһының атаһын ҡыҙ үҙе һайлап алған.
Батшалар, хандарҙың ҡыҙҙарына кейәүҙәр һайлағанда уларҙы төрлөсө көс һынаштырып ҡарау йолаһы ла "бала көслө атанан тыуырға тейеш", тигән принципҡа таянғаны көн кеүек асыҡ.
Патриархат дәүерендә инде төрлө ырыуҙарҙан бер нисә ҡатын алған ир был юл менән үҙенең ырыуын көсәйткән. Революцияға тиклем башҡорттарҙа ла өс ҡатын алыу рөхсәт ителгән. Өстән артыҡ ҡатынға өйләнеү инде ир-аттың хәленә ҡарап башҡарылған. Беҙҙең халыҡта килендең алыҫтан төшөүенә ҙур әһәмиәт биргәндәр, алыҫтаныраҡ төшкәне ҡәҙерлерәк тә булған. Был да юҡҡа ғына түгел. Аралар алыҫайған һайын ҡан яҡынлығы ла алыҫлаша.

Ринат ЙОСОПОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.16 | Ҡаралған: 1108

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru