«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХНӘЛӘ ЛӘ, ТОРМОШТА ЛА МИН БАШҠАСА БУЛА БЕЛМӘЙЕМ
+  - 

Олег ХАНОВ Был талант эйәһен башҡорт театрына тоғро, ихлас шәхес итеп беләбеҙ. Үткән быуатта уҡ ижад юлына баҫҡан, тап шул осорҙа тамашасы һөйөүен яулаған, сағыу ролдәре өсөн төрлө дәүләт наградаларына лайыҡ булған был ир уҙаманының хәҙерге заман театрында ла режиссерлыҡ идеялары, актерлыҡ оҫталығы ла ҙур һорау менән файҙаланыла, тамашасыһы ла тоғро уға һаман. Ҡыҫҡаһы, башҡорт театрын - унһыҙ, уны башҡорт театрынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег ХАНОВ тураһында ине һүҙебеҙ. Ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләгән Олег Закир улының тағы бер үҙенсәлекле сифаты - уның менән төрлө темаларға оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшергә була. Әммә был юлы беҙ уның менән уға тәғәйен ғүмер йомғағын һүтергә тырышып ҡараныҡ.

Шағир әйтмешләй, тағы ла бер ят түбәгә ҡунған мәлегеҙҙә нимәләрҙән уңдым тип әйтер инегеҙ?

- Мин үҙ ғүмеремдә "Тормоштан уңдым", тип, бик йыш һәм күп әйтә килдем. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан уңдым, 1973 йылда театрға эшкә килгәндән алып төрлө ролдәр башҡарырға мөмкинлек булды. Ғаиләмдән уңдым, ир кеше өсөн быныһы бигерәк тә мөһим. Режиссерҙарҙан уңдым. Мәшһүр шәхестәрҙән уңдым, улар менән осрашып, аралашып, эшләп, ижад итеп уңдым. Хәҙер артҡа әйләнеп ҡарайым да, ижад тормошом Башҡортостандың шундай арҙаҡлы шәхестәре араһында башланған икән, тип ҡыуанып уйланам.
Әлбиттә, иң ҙур уңыуым - атай-әсәйҙән булған. Йылдар үткән, уларҙың ғүмере теге донъяла оҙайған, минеке был ерҙә ҡыҫҡарған һайын, атай менән әсәйемдең ни тиклем оло йөрәкле һәм шул уҡ ваҡытта ябай кешеләр булыуына хайран ҡалам. Уларҙы Ҡыйғы театры осраштыра. Атай армияға тиклем Мәсәғүт педучилищеһында уҡыһа ла, һуғыштан йөрөп ҡайтҡас, уҡырға кире барып тормай. Тыуған ауылы - Салауат районының Лағыр ауылына театр гастролдәр менән килә лә, атайымды үҙҙәре менән алып китә. Уның актерлыҡ өлкәһендә махсус белеме булманы, әлбиттә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемгә тиклем үҫте, һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара торғайны. Ә әсәйем Өфөгә бухгалтер һөнәренә уҡырға киткән еренән академия театры эргәһендәге театр-студияға инеп, актриса булып китә. Үҙе был ваҡиғаларҙы күңелле итеп һөйләй торғайны. Һынауҙарҙың тәүге турынан уҡ уны уҡырға алалар, комиссияла Арыҫлан Мөбәрәков, Вәлиәхмәт Ғәлимов, Ғәлләм Саттаров кеүек шәхестәр була. Мандолинала уйнай, этюд эшләтеп ҡарайҙар. Сәс толомо билдән түбән төшөп торған ҡыҙ була ул. Уҡырға инеү ҡыуанысынан ҡалаға әсәһе тоттороп ебәргән өс йомарлам майҙы һатҡан аҡсаға парикмахерскийға инеп, сәсен ҡырҡтырып, бөҙрәләтеп сыға. Уҡырға килһә, быны танымайҙар икән. "Сәсең ҡайҙа?" - тип һорайҙар тәүҙә. Уҡырға ҡабул итеүселәрҙең иғтибарын иң тәүҙә уның оҙон сәстәре йәлеп итеүен белмәгән бит инде әсәйем. Ул мәлдә театр опера һәм балет театры бинаһында урынлашҡан була, шуның подвалында йәшәргә рөхсәт итәләр яңы уҡырға килеүселәргә. "Йомшаҡ бәрхәт декорацияларҙы ябынып йоҡлайбыҙ, эй йылы, рәхәт. Тик кисен ял итеп булмай, йә балет, йә опера башлана, ирекһеҙҙән шуларҙы ҡарарға, тыңларға тура килә", - тип хәтерләр ине әсәй аҙаҡтан. Ана шулай бөтөн классик музыканы, спектаклдәрҙе күңеленә һеңдерә ул, уларҙы миңә лә һөйләй ине. Шулай массовкала йырлап, бейеп йөрөгәндә Ҡыйғы театры директоры килеп төшә Өфөгә. Ҡыйғыла төп ролдәрҙе генә уйнап йөрөйәсәкһегеҙ, тигән вәғәҙәләренә ышандыра әсәйемде һәм уның курсташтарын. Шулай Ҡыйғыға юл тота әсәйем ике әхирәте менән. Ысынлап та, героиняларҙы уйнай башлайҙар, тик роль бар, костюм тегергә аҡса юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, был театрҙың актерҙары шул тиклем дәртле ине, ти торғайны әсәйем. Шунда атайҙың күҙе төшә лә инде әсәйгә. Әммә тиҙҙән театрҙы тараталар, баҙарҙа ике көн тороп театрҙың реквизиттарын, костюмдарын һатып, актерҙарға эш хаҡы түләйҙәр. Атайҙы Баймаҡ театрына күсерәләр, әсәй ауырлы булғас, тыуған яғы - Архангел районы Ҡыҙғы ауылына ҡайтып китә. Миңә 4 ай булғас, Баймаҡта әсәйгә лә эш табыла. Мин 4 йәшемә тиклем өләсәйем, әсәйемдең 3 апаһы, 2 һеңлеһе тәрбиәһендә булғанмын. Сәмиғә апайымдың мине тәүҙә поезға, һуңынан Баймаҡҡа тиклем үткенсе ЗИС машинаһына ултыртып, атайымдарға алып килгәнен, унда тәүге тапҡыр һеңлемде күреүемде лә яҡшы хәтерләйем. Театрҙы Сибайға күсергәндәрен дә хәтерләйем.
Әҙәбиәт донъяһы менән әсәй таныштырҙы мине. Теге йәки был әҫәрҙе шундай мауыҡтырғыс итеп, төрлө ҡыҙыҡлы деталдәренә иғтибарҙы йәлеп итеп һөйләй торғайны. Шунан алып мин уҡырға яратам, әсәй күргәнде минең дә күргем килә торғайны. Ғөмүмән, улар икеһе лә театрға, сәнғәткә мөкиббән киткән кешеләр ине. Өфөнән ҡунаҡтар йыш килә ине, Нәжиб ағай Асанбаевтың беҙҙә булыуы иҫемдә. Рафаэль Мөхәмәт улы Әйүповтың режиссер булып эшләүен, Мольерҙың "Тартюф"ын ҡуябыҙ тиеп йөрөүҙәре хәтергә уйылып ҡалған.

Тимәк, актерлыҡ һөнәренә китеүегеҙгә атай-әсәйегеҙ өлгөһө, кәңәштәре, теләге сәбәпсе булғандыр инде?

- Улай уҡ түгелдер. Атайым минең театр юлын һайлауыма ныҡ ҡыйынһынды. Башта мин Свердловскиға, хәрби-сәйәси училищеға уҡырға барырға әҙерләндем. Тик Свердловскиға барырға теләк белдереүемдең сәбәбе икенселә - унда киностудия бар ине. Киностудия булғас, унда киноға төшөргә була, тип уйлайым үҙемдең бер ҡатлылығым менән. Имтихандар тапшырып, ҡулға аттестат алғас, Өфөлә сәнғәт институты асылыуы, унда халыҡ театрҙары режиссерҙарына уҡырға йыйыуҙары тураһында ишеттем дә, документтарҙы шунда ебәрҙем дә ҡуйҙым. Атайҙар был мәлдә Свердловскиҙа гастролдәрҙә йөрөп ята. Телефондан шылтыратҡайнылар, унда бармайым, тип әйттем. Ҡайтып төштөләр былар ун көндән ҡара көйөп. Шулай ҙа минең теләгемә ҡаршы килмәнеләр.
Һуңынан, ниңә шул тиклем ҡаршы төштөң, тип һораным атайҙан. "Беләһеңме, был һөнәрҙе һайлағас, ысын артист булырға кәрәк. Уртаса актер булып, күмәк сәхнәләрҙә йөрөһәң, күңелеңдә башҡаларға ҡарата көнсөллөк уяна, икенсенән, ғүмер буйы ролдәр көтөп йәшәүҙең ни мәғәнәһе, шул уҡ ваҡытта театрҙы ташлап китә лә алмаясаҡһың", - тип яуапланы ул миңә. Йәғни, актер яҙмышы уңышлы булмауы ла бар бит, тип хафаланыуын белдерҙе. Белеп әйткән, үҙе эшләгән театрҙың умыртҡа һөйәге булған, театрҙың һөйөклөһө булған кеше бит ул. Хатта аҙаҡҡараҡ уйнаған эпизодик ролдәрен дә иҫ киткес оҫта башҡара ине атай. Уның мине актер итергә теләмәүе мине күңел яраларынан да араларға теләүҙән булғандыр, тип уйлайым хәҙер.

Актер Олег Хановтың бөтөн геройҙарында - "Айгөл иле"ндәге Ричард Галинда ла, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" спектаклендәге Кендектә лә, "Йәйәүле Мәхмүт"тәге Мәхмүттә һәм башҡаларҙа ла башҡорт ир-егеттәренең характерын күрәбеҙ. Хатта әле генә премьераһы үткән "Антигона" драмаһындағы һеҙ башҡарған Креонда ла башҡорт түрәһе һыҙаттары ярылып ята. Башҡорт театры, һис шикһеҙ, башҡорт характерын сағылдырырға тейеш, ә бына Мәскәүҙә, Ырымбурҙа уйнағанда һеҙгә ауыр булманымы ошо йәһәттән?

- Мин үҙемдең менталитеттан бер нисек тә өҫтөн була алмайым. Башҡорт кешеһенә хас холоҡ-ҡылыҡ һәр ваҡыт минең менән бергә. "Сатирикон"ға эшкә килгәс, унда бөтөнләй икенсе донъя, икенсе мөхиткә эләктем. Рус телендә көнкүреш кимәлендә үҙ-ара һөйләшеп йөрөү - бер, әммә сәхнә теле бөтөнләй икенсе кимәл. Бигерәк тә Мәскәү мәктәбе айырылып тора. Быларҙың барыһына ла өйрәнергә тура килде. Ләкин шунда ла миңә, мәҫәлән, Шекспирҙың "Гамлет"ындағы Полоний, Айрис Мердоктың "Слуги и снег"та Ханс Джозеф ролдәрен, Б. Брехттың "Трехгрошовая опера", М. Кундераның "Жак и его господин" спектаклдәрендә, һинең уйнауыңды ҡарауы ҡыҙыҡ, тиҙәр ине. Сөнки үҙебеҙҙең сәхнәлә бөтөн күңелеңде һалып, йәнең-тәнең менән уйнарға, геройҙарымдың тормошо менән йәшәргә күнеккәйнем.
Әсәй гел минең премьераларға килә, хатта гастролдә булһа ла, килергә тырыша ине. Бер шулай Рафаэль Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары" спектакленә килде, һуңынан гримеркаға инде лә, мине арттан килеп ҡосаҡлап, үкһеп-үкһеп илай. Әсәйем спектаклгә тәьҫирләнеп илай икән, тип уйлайым. Ә ул: "Ниңә, балам, шул тиклем йөрәгеңде бөтөрөп уйнайһың, былай үҙеңде туҙҙыраһың бит, улай эшләргә ярамай..." - тине. "Ә мин башҡаса уйнай белмәйем, миңә шулай уйнауы ҡыҙыҡ", - тип яуаплағайным. Мин 1973 йылда театрҙа эшләй башланым, Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" спектаклен 1977 йылдың октябрендә ҡуйҙыҡ. Был спектаклгә әсәй саҡ ҡына һуңғараҡ килде, ҡараны ла: "Бына, балам, хәҙер ысын артист булырыңа ышанам", - тине. 4 йыл буйына премьераларға килеп, бындай һүҙҙе әйткәне юҡ ине, тимәк, улы булған өсөн генә түгел, ә артист булараҡ та миңә үҙенең талаптары булған. Ысынлап та, бик легендар спектакль булды шул ул, унда бөтөн нәмә лә - автор ҙа, режиссер ҙа, инсценировка ла, рәссам да, Рим Хәсәновтың музыкаһы ла бер нөктәлә киҫеште. Ә артистарҙың уйнауы ниндәй ине! Зәйтүнә апай Бикбулатова үҙе генә ни тора. Нурия Ирсаеваның Әсҡәте, Фидан Ғафаровтың Мәрәһиме, Таңсулпан Бабичеваның Аҡйондоҙо, ошо геройҙарҙың, малайҙарҙың сәхнәләре иҫ киткес булды. Минең дә иң яратҡан ролем - Кендек. Хәҙер үҙебеҙҙең дә егеттәр был әҫәрҙән өҙөк уйнап йөрөйҙәр, тик мин уны ҡарай алмайым. Сөнки теге спектаклдең һәр һүҙе, бөтөн интонацияһы күңелгә һеңгән, күҙ алдында бары тик ул ғына тора, аңым менән яңыһын ҡабул итә алмайым. Бөгөн дә уны яҡшы уйнайҙар, тик ул минеке түгел.
Бына мин ошолай уйнарға күнеккәйнем, ә "Сатирикон"да спектакль репетиция ваҡытында "табыла", "ялтыратыла" ла, шул көйө уны уйнап тик йөрөйҙәр, йәғни, көндәлек спектаклдәр мәлендә тамашасы алдында әллә ни үҙҙәрен өҙгөләмәйҙәр, тиһәм дә дөрөҫ булыр. Мәскәүҙән һуң Ырымбурҙа үҙемде иреклерәк тойғанмындыр. Етмәһә, Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов менән бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Унда мин, киреһенсә, Мәскәү театр мәктәбе күҙлегенән артистарға һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше буйынса кәңәштәр ҙә бирә инем.

Башҡорт менталитеты, иң тәүҙә, ул - ихласлыҡ, тинегеҙ. Бөгөнгө театрҙа ошо ихласлыҡты, йәнең-тәнең менән бирелеп уйнауҙы йәштәрҙә күрәһегеҙме, бындай талап бармы театрҙа?

- Бар һәм башҡорт театры өсөн минең иң шатланғаным - ошо ихласлыҡ. Йәштәргә шул тиклем өмөтөм ҙур. Ҡайһыһын ғына алма, Руслан Хайсаров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Артур Кәбиров, Юнир Ҡоланбаев, Фәнис Рәхмәтов, Ринат Баймырҙин, яңы ғына килгән йәш быуын - Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, өлкән быуындан Алмас Әмиров, Азамат Ғафаров, ғөмүмән, һәр береһендә Хоҙай Тәғәлә тарафынан һалынған һәләт тә, ихласлыҡ та һәм, иң мөһиме, актер һөнәренә тоғролоҡ та бар. Урал Әминев һымаҡ театрға мөкиббән киткән кешене мин күргәнем дә юҡ. Һанай башлаһаң, һәр актер тураһында тик яҡшы яҡтан ғына әйтергә була. Баязит Бикбайҙың әҫәре буйынса Хәмит Ирғәлин инсценировка яҙған "Ҡаһым түрә" спектаклен ҡарағыҙ, күпме матур геройҙар тыуҙырылды сәхнәлә улар тарафынан. Яңы ғына режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың Айгиз Баймөхәмәтов әҫәре буйынса ҡуйған "Хыялға ҡаршы" спектакле Бүрәт Республикаһына "Алтан сэргэ" Халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленә барып ҡайтты. Унда беҙҙең актерҙар "Актерҙар ансамбле" номинацияһында еңеү яуланы.
Элегерәк башҡорт театрында бер "йондоҙ" актер була торғайны, хәҙер уларҙың араһынан геройҙы айырып ҡарарға ла кәрәкмәй, сөнки һәр береһе һәләтле, эшһөйәр. Был күренеш беҙҙең театр өсөн ҙур уңыш, улар төрлө планлы актерҙар һәм һәр ролде лә башҡара алалар. Ә был үҙе универсаллекте күрһәтеп тора, улар йырлайҙар ҙа, ҡурайҙа ла уйнайҙар, бейейҙәр ҙә.

Тамашасы өсөн Олег Ханов, тәү сиратта, һәләтле актер, тамашасының яратҡан актеры. Режиссер булып, спектаклдәр ҡуйыуығыҙ һеҙҙе актер булараҡ баҫмаймы, сикләмәйме?

- Режиссураға улай артыҡ ынтылыш юҡ та, шулай ҙа үҙеңдең ҡараштарыңды ниндәйҙер материалда тормошҡа ашырыу ҡыҙыҡ. Салауат башҡорт театрында эшләгәндә күберәк Туфан Миңнуллиндың әҫәрҙәре ҡуйылды, рухи йәһәттән был автор миңә яҡын. Башҡорт академия драма театрына килгәс, шулай уҡ бер нисә әҫәрҙе сәхнәләштерергә тура килде. Сөнки йәштәр менән сәхнәлә уйнап йөрөүе - бер, ә көндәлек репетицияларҙа улар менән яҡынданыраҡ аралашып, үҙеңдең күргәнеңде, белгәнеңде улар менән уртаҡлашыу бөтөнләй икенсе нәмә. Шуға ла мин ниндәйҙер спектакль тыуҙырам тип түгел, ә тәжрибә уртаҡлашам, тип ҡабул итәм режиссерлыҡты. Был һайлаған әҫәрҙәрҙә лә күренә. "Йософ һәм Зөләйха" аша йәш быуын актерҙары беҙҙең рухи байлығыбыҙ менән танышһын, ошондай юғары сәнғәт әҫәрҙәре аша күңелдәрен байытһын, уларҙы ҡәҙерләргә өйрәнһен, тип теләгәйнем. Йә булмаһа, Островскийҙың "Бирнәһеҙ ҡыҙ"ы, унда классик әҫәр аша артистарҙы тәрбиәләү маҡсаты ята. Ситтән ҡарап йөрөп, күптәр, мин дә спектакль ҡуя алам, спектаклдә уйнай алам, тип уйлайҙыр. Эйе, бының өсөн артыҡ хәйлә кәрәкмәй, ләкин эштең серҙәренә төшөнөп, шул серҙәрҙе үҙеңдеке итеү өсөн күп йылдар буйына тупланған тәжрибә кәрәк. Шундай һәләтле актерҙар бар, уларҙың сәхнәгә сығыуы ғына көс, хатта бер нәмә эшләмәһә лә, тамашасыны ышандыра ла ҡуя. Мәҫәлән, Савелий Крамаров йәки Леонид Куравлев, беҙҙең сәхнәлә иһә Фидан Ғафаровты шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Ә күп актерҙарға ролдә йәшәү процесына өйрәнергә кәрәк. Сәхнәгә сыҡҡас, әһә, хәҙер шуны эшләйем, шунан тегеләйтәм, былайтам, тип булмай, был үҙенән-үҙе, тәбиғи килеп сығырға, тимәк, тимерсыбыҡ аша ток үткән кеүек, һинең аша үтергә тейеш. Геройыңдың донъяһын аңлап, уны тыуҙырып, тамашасыларҙы ышандыра белергә лә кәрәк. Режиссер ошо йәһәттән актерға ярҙам итә лә инде.

Ижад кешеһе барыбер ирекле ул. Ниндәй генә шарттарҙа ла, ниндәй генә талаптар алдында ла барыбер күберәк үҙебеҙҙең фекерҙә ҡалабыҙ, күңел менән дә, тыштан да азатыраҡбыҙ. Ошо иреклелеккә, ижадилыҡҡа етәксе булыу ҡамасауламаймы? - Ҡамасаулай. Тик театрҙағы өлкән быуын артистарға ла, шул уҡ йәш быуын артистарына ла бөгөнгө ситуацияны, эш барышын, эштең айышын туранан-тура уларҙың телендә әйтә алам, тип йыуатам инде үҙемде. Икенсенән, ситтән килгән кемдер барыбер битараф буласаҡ, ә актерҙарҙы яҡлай белергә лә кәрәк, уларҙы мин яҡшыраҡ аңлайым. Ләкин ултырғысыма йәбешеп, миңә теймәһендәр, тигән уйым юҡ. Минең үҙемдең һөнәрем бар, әгәр ҙә миңә, етте Олег Закир улы, тиһәләр, рәхмәт әйтер ҙә, үҙемдең эшем менән булышыр инем. Етәксе булыу бит ул үҙеңдең шәхси принциптарыңа ла ҡаршы булыуға этәрә ҡайһы саҡта. Шул уҡ "Антигона"лағы Креон роле шуның тураһында һөйләмәйме ни? Компромисҡа барырға тура килә, сөнки тормош шулай талап итә. Антигона шикелле, бер фекерҙә ҡалһаң, шартлап һынырға ла була. Иң мөһиме, үҙеңә тоғро булып ҡала белергә кәрәк. Һәр ваҡыт шулай тура киләме, быныһын әйтеүе ауыр.

Беҙҙең быуын яҡты киләсәккә, әкиәттәргә ышанып йәшәне. Ышаныстарығыҙҙан төңөлгән мәлдәрегеҙ булдымы?

- Аптырап ҡалған мәлдәр булды. Илдә тотош ҡоролош алышынды. Минең ҡайным, Муллаян Хафиз улы Хафизов, Асҡын районында партбюро ағзаһы булды, милиция органы етәксеһе булып эшләне. Ул да, минең атай ҙа ҡыҙыл коммунистар рәтенән булдылар. Партия тарҡалғас, атайым: "Ҡарале, ғүмер буйы алданып йөрөгәнмен икән", - тине. Ә Муллаян Хафиз улының, нимә өсөн эшләнек һуң, тип аптырағанда күҙҙәренә йәш тулды. Мин үҙем дә парторг булдым, шуға ла алданған быуын тойғоһо миндә лә булды, әлбиттә.
Тормошта барыһы ла була, төңөлгән мәлдәр ҙә, аҡты аҡ тип иҫбатлап булмаған саҡтар ҙа. Үткән быуаттың 90-сы йылдар аҙағында театрҙағы хәлдәрҙән һуң миңә лә 15 йыл ситтә йөрөргә тура килде. Тик тормоштоң кире яҡтарын уйлап, шулар хаҡында сурытып, ҡайғырып ултырыу дөрөҫ түгел, быларҙан да өҫтөнөрәк нәмәләр бар был донъяла. Ул да булһа, һинең балаларың, Аллаһы Тәғәлә биргән һөнәрең. Дин дә, сабыр бул, кенә ҡыума, үҙеңде эстән ашама, бынан үҙеңә зыян ғына, тип өйрәтә бит. Һәр осраҡта ла кеше булып ҡала белергә кәрәк.

Етәксе, режиссер, талантлы актер булараҡ, театрҙағы башҡорт мөхите, башҡорт теленең сафлығы, башҡорт милли театрының үҙенсәлектәрен, йолаларын һаҡлау буйынса актерҙар менән йыш һөйләшәһегеҙме?

- Был турала күп әйткәнем бар инде: бөгөн мине иң һыҙландырғаны - телебеҙҙең ярлыланыуы. Заманы шулай, тип аҡланып тороп булмай, шулай ҙа мәктәптәрҙә башҡорт теленең ҡыҫырыҡланыуы, интернеттың киң ҡулланылыш алыуы, башҡа сәбәптәр телебеҙҙе ярлыландыра, телмәребеҙгә инглиз, рус һүҙҙәрен әүҙем алып инә. Мәҙәни революция кисерәбеҙ, тигән булдылар, бер ниндәй ҙә революция түгел, ә рухи ҡиммәттәрҙең емерелеүе булды был. Беҙҙең маҡсат - быларҙың береһенә лә ҡарамайынса, телебеҙҙе һаҡлау. Телдә халыҡтың рух көсө. Шуға ла туған тел өсөн көрәшергә кәрәк.
Миңә шул тиклем ҡыйын, әммә, план үтәйбеҙ, тип, балаларға әкиәттәрҙе рус телендә ҡуйырға мәжбүрбеҙ. Әле генә Сибай театрының юбилейында булып ҡайттым, ул театр Урал аръяғында башҡорт телен һаҡлаусы усаҡ, иң халыҡсан, тигән дандары бар, тик сибайҙар ҙа русса әкиәт уйнарға мәжбүр. Беҙ был спектаклдәрҙе ике телдә лә әҙерләйбеҙ, әлбиттә, әммә башҡорт телендәге спектаклде 2-3 ҡабат ҡына уйнайбыҙ, сөнки рус телле балаларҙың тәржемә менән әкиәт ҡарағыһы килмәй. Ә план тулмаһа, артистарға эш хаҡы түләү мәсьәләһе ҡалҡып сыға...

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә әле генә сыҡҡан "Антигона" спектакле халыҡ араһында бер аҙ шау-шыу тыуҙырҙы. Театрҙың тамашасы теләгенә генә эйәрергә теләмәүе сәбәпсеме быға?

- Был спектаклдә ҡайҙалыр Грецияла Антигона ағаһының мәйетен күмә лә, шуның өсөн үлемгә хөкөм ителеүе тураһында ғына һүҙ бармай бит. Был бары тик әҫәрҙең сюжеты ғына. Ә Антигона образы аша, кеше үҙенең әйткән һүҙенә тоғро булырға тейеш, тигәнгә ишаралана. Сөнки беҙ бит кешелектең юғары аңы, юғары фекере кимәлендәге өлгөләр менән тәрбиәләнергә тейешбеҙ. Әйтәйек, шул уҡ Шекспирҙың "Гамлет"ы, йәки шул уҡ Чайковскийҙың музыкаһы. Ни өсөн минең халҡым ошондай бейеклектәрҙән мәхрүм ҡалырға тейеш? Ни өсөн беҙ бер туҡтауһыҙ еңел-елпе комедиялар ҡуйырға тейешбеҙ? Улары ла бар репертуарҙа, улары ла кәрәктер, кеше көлөп-шаярып алырға ла тейеш. Әммә тормош уйын-көлкөнән генә тормай. Бәлки, тамашасы театрға күңел асырға ғына йөрөйҙөр, тик унда үҙеңдең күңелеңде тәрбиәләргә лә килергә кәрәк. Беҙҙең репертуарҙа күңелгә, аҡылға йүнәлтелгән әйберҙәр бар, "Антигона" - уларҙың береһе. Бөгөнгө замандағы күңелде ҡырырҙай әйберҙәргә, күренештәргә юғары сәнғәт кенә ҡаршы тора ала. Эш бында Антигонала ла түгел. Бер бәләкәй генә ҡыҙ үҙ илендәге тәртиптәргә протест белдерә һәм шуның өсөн һәләк була - был нимә инде ул? Ә бит хакимдар ҡанун сығарыр алдынан халыҡ тураһында уйларға тейеш. Шуға ла хаким Креондың хатаһы шунда - ул ҡанун сығара һәм үҙе үк уның тотҡонона әүерелә, һөҙөмтәлә улы ла һәләк була, Антигонаны ла язалатырға мәжбүр була. Ошо бер дөрөҫ булмаған аҙым да ябай, тәртипле, ихлас теләктәге кешене мумияға әүерелдерә. Был спектаклдең үҙенең тамашасыһы барлыҡҡа килер, тип ышанам мин. Ә уны ҡарарға теләмәгәндәр өсөн репертуарҙа башҡа бынамын тигән әйберҙәр етерлек.

Шулай итеп...
"65 йәште тултырып ҡына торған мәлегеҙҙә ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ, тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?" - тип тә һорағайныҡ Олег Закир улынан. "Ҡәнәғәтлек тураһында уйлаған юҡ әле, әммә был донъяла йәшәү миңә бик тә оҡшай. Әлеге мәлдә иң ҙур ҡыуанысыбыҙ - ейәнсәребеҙ Алһыу, уға тиҙҙән ике йәш тула. Ейәнебеҙ ҙә ҡыуандырып тора - бына былар шатлыҡ түгелме ни? Ҡатыным сәләмәт, һәр саҡ минең менән, үҙем эшләп йөрөйөм, әле бына һеҙҙең менән осраштыҡ - былар ҙа шатлыҡ..." - тип яуаплағайны ул. Ысынлап та, әлеге лә баяғы бөйөк шағирыбыҙ Мостай һүҙҙәре менән әйткәндә, ниндәйҙер дәрәжәләр мәңгелек түгел был донъяла. Юғарылыҡты юғары күңел генә билдәләй. Киләһе юбилейҙарығыҙҙы ла ошо юғарылыҡта ҡаршылағыҙ, тип кенә теләйбеҙ
.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.16 | Ҡаралған: 1256

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru