«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТСА ТАПШЫРЫУҘАРҘЫ БЫЛ КАНАЛДА ЛА КӨН ДӘ ҠАРАЯСАҠБЫҘ
+  - 

Бөгөн ҡайҙалыр нимәнеңдер ябылыуы йәки ҡыҫҡартыуҙар, бүлеүҙәр, сикләүҙәр ғәҙәти күренеш булып китте. Быларҙың барыһын да "оптималләштереү" һүҙенә бәйләйбеҙ һәм күп осраҡта, үҙебеҙгә ҡағылмаһа, артыҡ уйлап та бирмәйбеҙ. Сөнки уларҙың аңлатмаһы бар - кризис. Бына шундай күптәр "кризис" тип зарланған көндәрҙең береһендә, "Рәсәй-Башҡортостан" холдингының Милли тапшырыуҙар бүлеге һөйөнөслө яңылыҡ менән шылтыратты. Әүҙем үҫеш осорон кисереү генә түгел, тағы ла киңәйергә - тапшырыуҙар һанын арттырырға торалар. Федераль ДТРК-ның йөҙгә яҡын филиалдары араһында бары ике төбәктә генә милли тапшырыуҙар көн һайын эфирға сыҡһа, ошо көндәрҙә Башҡортостан шуларҙың өсөнсөһө булмаҡсы икән. Милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Уйылдан ҒӘлин беҙгә бына нимәләр тураһында һөйләне:

- Бүлекте утыҙға яҡын хеҙмәткәр берләштерә. Йыл ярым элек Мәскәү менән һөйләшеүҙәр алып барылып, рус телендәге тапшырыуҙар программаһына башҡортса яңылыҡтар программаһы ла индереү хәл ителде. Шунан алып аҙнаһына өс тапҡыр иртәнге туғыҙҙа башҡортса яңылыҡтар менән эфирға сыға килдек. Тик был ғына аҙ булып тойолдо. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, башҡорт телендә сыҡҡан хәбәрҙәр, рейтингы буйынса, федераль хәбәрҙәрҙән бер ҙә кәм түгел. Ҡайһы саҡта өҫтөнлөк алып та китә хатта. Артабан барыһын да анализлап, сифатлы мәғлүмәт әҙерләрҙәй команда туплап алдыҡ. Был тәңгәлдә ҡайҙандыр журналистар эҙләп аптыранманыҡ, үҙебеҙҙең ресурстарҙы файҙаландыҡ. "Башҡортостан" радиоһында эшләүсе башҡорт телле хәбәрселәребеҙҙе йәлеп итеп, елле бер ижади төркөм ойошторҙоҡ. Ғәзиз Лоҡманов, Ғәлимйән Ибәтуллин, Рәмзит Әбүләев, Ғәлимйән Шәриповтар - улар журналистика өлкәһендә тәжрибәле кешеләр. Беҙҙә лә конвергент редакция, йәғни радио һәм телевидение синтезын берләштергән бүлек булдырылды.
Башҡорт телендәге иртәнге тапшырыуҙар - компанияның милли тапшырыуҙар бүлегенең төп йүнәлеше. Башта "Ауаз" тип исемләнгән тапшырыу хәҙер, "Хәйерле иртә, республика!" тип атала. Ул республиканың сәйәси, социаль, мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад, спорт, сәләмәтлек, ауыл хужалығы, сауҙа һ.б. өлкәләре мәғлүмәттәрен халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бөгөнгө телевизор ҡараусыны сәғәткә һуҙылған бер үк тема менән әүрәтеп булмай. Күп кешенең ваҡыты тар. Улар бары мөһим булған программаны ғына ҡарарға тырыша. Һәм беҙҙең "Хәйерле иртә, республика!" тап шундай мөһим мәғлүмәттәрҙе генә биреүсе программа ла инде.
Шулай итеп, 7 ноябрҙән беҙҙең алып барыусылар көн һайын телевизор ҡараусыларға яҡшы кәйеф еткерә. Был яңылыҡ, бер яҡтан, ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә. Телевидение - үҙенә күрә бер фән бит ул. Тамашасы иғтибарын яулау өсөн алып барыусының мөләйемлеге лә, уның үҙен тотошо, телмәре, кейеме, ҡарашы ла мөһим. Мәғлүмәттәрҙең яңы, ҡыҙыҡлы, фәһемле, тәьҫирле, этик һәм башҡа нормалар сигендә булыуы, видеосюжеттың ҡыҫҡалығы һәм сифаты шулай уҡ мөһим. Башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы башҡа милләт вәкилдәре лә ҡарай һәм йыш ҡына тәржемәһен һорап мөрәжәғәт итәләр. Беҙ уларҙың талабын да ҡәнәғәтләндерәбеҙ, йәғни башҡортса тапшырыуҙар барышында экран аҫтында рус телендәге йүгерек юлдар үтеп тора.
Милли тапшырыуҙар эшләүсе төркөмдөң яуаплылығы икеләтә ҙур. Беҙҙең бүлек быны яҡшы аңлай һәм юғары кимәлде тотоу өсөн бар тырышлығын һала ла. Беҙҙең редакциянан өс кеше Мәскәүҙә белемен камиллаштыра. Әлбиттә, башҡорт теле белгестәре тарафынан тәнҡит һүҙҙәре лә ишеткеләйбеҙ. Шуға ла әҙәби башҡорт телен камиллаштырыу, башҡорт ғилеме буйынса белем алыу тураһында ла онотмайбыҙ. Тәнҡитләүселәр менән бер рәттән, беҙгә ошо йәһәттән ярҙам итергә ынтылыусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, күптән түгел тел белгесе Миңһылыу Усманова шылтыратып, "Шундай-шундай тел етешһеҙлектәрен аңғарҙым", тине. Беҙ уға тапшырыуҙарыбыҙға анализ эшләп, бергәләп осрашып, фекерләшеп алырға тәҡдим иттек. Шулай иттек тә. Ғалимә менән бик фәһемле аралашыу булды. Ике-өс көн эсендә Миңһылыу Ғөбәй ҡыҙы күрһәткән хаталарҙы төҙәттек. Хаталарҙан ҡотолоуҙың иң һөҙөмтәле юлы ошо, беҙҙеңсә. Беҙ тәнҡитте ҡабул итәбеҙ һәм мотлаҡ хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
"Башҡорт телендәге тапшырыуҙарға реклама килмәй" тигән ҡарашты ла тамырынан емерҙек беҙ. Тапшырыуҙарыбыҙ рейтингы юғары булғас, реклама бирергә теләүселәр һаны ла бермә-бер арта һәм был киләсәктә уңышлы эшләүҙең бер юлы буласаҡ...
"Башҡортостан" ДТРК-һы директоры Азамат Сәлиховтың: "Рәсәй-Башҡортостан" каналында башҡорт телендәге тапшырыуҙарға иғтибар һәр саҡ лайыҡлы кимәлдә буласаҡ. Сөнки беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Беҙҙең маҡсат - быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшырылған йолаларыбыҙҙы, туған телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индереү", - тигән фекерен ишетеү ҙә күңелле булды.
Етәксе Милли тапшырыуҙар бүлегенең һуңғы уңышлы проекты - "Алтын бишек" телевизион акцияһы хаҡында ла хуплап телгә алды: "Яҙ иғлан ителгән бәйгегә йөҙҙән ашыу ауыл ҡатнашыу теләген белдереп мөрәжәғәт итте. Шуларҙың туғыҙы финалға сыҡты, өсәүһе - Баймаҡ районының Мерәҫ, Миәкә районының Сәфәр һәм Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылдары еңеүсе булды. Октябрҙа Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында күркәм сара үткәрҙек. Ошондай ауыл мәҙәниәтен үҫтерерҙәй, рухты күтәрерҙәй телеакциялар буласаҡ әле..."
Азамат Рафаэль улы телекомпанияның "ТЭФИ-Регион" Бөтә Рәсәй телевизион конкурсына әҙерлек эштәре менән мәшғүл булыуын да һөйләне. Был бәйгегә бөтә ил төбәк телекомпаниялары 11 номинацияға 300-ләп эш тапшырған. Конкурстың һуңғы этабы 22 -25 ноябрь көндәре Өфө ҡалаһында үтәсәк.
Бына ошондай һөйөнөслө, оптимистик рухтағы яңылыҡтары бар беҙҙең коллегалар -"Рәсәй-Башҡортостан" телекомпанияһы хеҙмәткәрҙәренең. Уларҙың фекеренсә, кризис донъяла түгел, ә - башта. Эйе, бында уйланырға урын бар. Заман талаптарына һуҡырҙарса яраҡлашып түгел, ә дөрөҫ ҡабул итеп һәм уларҙы файҙаланып эшләй белә торған кешеләрҙең фекерелер был.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.16 | Ҡаралған: 1164

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru