«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДӘН ДӘ ЮҒАРЫРАҠ ҺИКЕРЕП БУЛА ИКӘН ТЫРЫШҠАНДА
+  - 

3-8 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда үткән Икенсе бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостандан барған команда составында сығыш яһаусы Баймаҡ районы ылаҡ уйынсылары 8 команда араһынан 4-се урынға лайыҡ булғайны. Уйындарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы көрәшселәр һәм уҡсылар тураһында бәйән иткәйнек инде, бөгөн ылаҡсылар тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ, ғөмүмән, ылаҡ уйыны менән танышасаҡбыҙ. Был уйындың тарихы, килеп сығышы, халҡыбыҙ тарихына бәйле булыу-булмау мәсьәләһе беҙҙе генә түгел, күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр, тип ышанабыҙ. Әңгәмәселәребеҙ - билдәле көрәшсе, Баймаҡ ылаҡсыларының тренеры, "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат ХӘМИТОВ һәм ылаҡ уйынында Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы егеттәребеҙҙең береһе - Баймаҡ районы Темәс ауылынан Фуат ХАРИСОВ.

Илшат Нуриәхмәт улы, тәүге һорауҙы һеҙгә йүнәлтәбеҙ, ылаҡ уйынының килеп сығышы, "ылаҡ" һүҙенең мәғәнәһе нимәне аңлата? Башы ҡырҡылған кәзә өсөн тартҡылашыу уйынын ҡырғыҙҙар ни өсөн "көк бөрү" (беҙҙеңсә - күк бүре) тип атаған һуң?

И. Хәмитов: "Ылаҡ" - төрки халыҡтарында киң таралған һүҙ, "кәзә бәрәсе" тигәнде аңлата. Йондоҙлоҡта русса "козерог" тигәнгә тап килә. Ылаҡ һүҙенең башҡорттоң ауыҙ-тел ижадында, эпостарыбыҙҙа, йырҙарыбыҙҙа таралыу-таралмауы тураһында мәғлүмәттәргә эйә түгелмен. Егеттәрҙе уйындарға әҙерләгән ваҡытта үҙебеҙҙең ҡул аҫтындағы мәғлүмәттәргә - интернет сығанаҡтарына күберәк таянырға тура килде. "Википедия"ла ылаҡ уйынының ҡырғыҙ варианты - "көк бөрү" тураһында бәйән иткән мәғлүмәттәр бар. Ҡырғыҙ телендәге мәҡәләлә әйтелеүенсә, "көк бөрү" - ҡырғыҙ иленең ат өҫтөндә уйнала торған уйындарының береһе. Уларҙың "Манас" эпосында ла был уйын тураһында юлдар бар. Рус телендәге мәҡәләлә иһә, уйындың тарихына, ҡағиҙәләренә һәм бөгөнгө таралышына ҡағылышлы бихисап мәғлүмәт бирелгән. Ылаҡ уйыны "Заратустра" тәғлимәте заманынан уҡ билдәле, ҡырғыҙҙарҙа традицион, милли уйын төрҙәренән һанала, алтайҙарҙа, башҡорттарҙа һәм Урта Азия халыҡтарында киң таралған, тиелә унда.
Һорауығыҙҙың икенсе яртыһына килгәндә, баҡтиһәң, уйын бик боронғо дәүерҙәрҙән баш ала икән. Һыбайлы егеттәрҙең ҡышын көрттә бүре ҡыуып, суҡмар менән бүре һуғып алғандан һуң, кире ҡайтыу юлында шаярып, табыш өсөн тартҡылашыу ғәҙәтенән ҡалған икән "күк бүре" уйыны атамаһы. Ваҡыт үтә килә, был ғәҙәт уйынға әүерелгән. Уйындың маҡсаты - яугирҙар тәрбиәләү, уларҙың ат өҫтөндәге сослоғон арттырыу.

Киләһе һорауҙы, Фуат, һиңә юллайыҡ. Башҡортостандан барған 12 ылаҡсы араһында һин дә бар...

Ф. Харисов: Эйе, үҙемде белә-белгәндән бирле ат өҫтөндәмен, шуның өсөн был уйында ҡатнашыу минең өсөн әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Йылҡысылыҡ олатайҙарыбыҙҙан күскән. Олатайым да ғүмере буйы йылҡы тотто, ата-бабаларҙан ҡалған ғәҙәтте ныҡ һаҡланы. Атайым, тынғыһыҙ эштә эшләүенә ҡарамаҫтан (ул тиҙ ярҙам машинаһын йөрөтә), хәҙер ҙә йылҡы тоторға мөмкинлек, көс таба. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә бер нисә йылҡыбыҙ, менге атыбыҙ бар. Мин үҙем вахта ысулы менән төҙөлөштә эшләйем. Сибай политехник колледжында алған "оҫталыҡ" танытмам бар. Әле Учалы менән Магнитогорск ҡалалары араһында туристик база төҙөйбөҙ. Ҡырғыҙстандан ҡайтҡаны бирле ат менгәнем юҡ, һағындырҙы.

Уйын тәртибенә килгәндә, уның талаптары, ҡағиҙәләре ниндәй?

И. Хәмитов:
Ылаҡты (күк бүрене) элегерәк йөҙәрләгән, меңәрләгән һыбайлы бер юлы уйнаған булһа, хәҙер иһә, ике яҡтан 4-әр уйынсы уйнай. Бер командала 12 кеше, улар майҙанға алмашлап сыға ла, башы ҡырҡылған кәзәне (уның ауырлығы 32-35 килонан артмаҫҡа тейеш) ҡаршы яҡтың "ҡаҙанына" индерергә тырыша. Дәғүәселәр уға ҡағиҙәләр рөхсәт иткән юлдар менән ҡамасаулай. Ылаҡ уйынының тәртибе хоккей уйыныныҡына бермә-бер тап килә, тиһәк, арттырыу булмаҫтыр. Майҙандың иңе-буйы ла, ҡағиҙәләр ҙә шул сама. Дәғүәселәрҙе һырт менән этергә ярай, уларға һуғырға, ялтанырға, тура барып бәрелергә ярамай. Тағы, дәғүәсегә ҡамсы менән һуғыу, уның атының йүгәнен тотоу, ылаҡты (кәзәне) эйәргә бәйләп һалыу тыйыла. Уның ҡарауы, кәзәне ат бауырына, тояҡтары араһына төшөрөп тоторға ла була. Атты үрәпсетергә ярамай. Ҡапҡа ролен ҡалынлығы 80 см булған ҡаҙандар үтәй. Ул ҡаҙандарҙың радиусы - 2 метр, бейеклеге - 1,2 метр. Ҡапҡасылар юҡ - ике һаҡсы, ике һөжүмсе. Уйын тамамланғас, еңеүсе командаға кәзә бирелә. Команда уны бешереп ашау хоҡуғына эйә була...

Ә ул тапалып, иҙелеп, бысранып бөткән кәзәнең ите сифаттарын юғалталыр бит инде? Был беҙгә ҡырағайлыҡ булып тойола бит барыбер. Был йәһәттән ҡырғыҙҙар нимә ти?

И. Хәмитов:
Ҡырғыҙҙар ул иттең шундай таҙа, йомшаҡ булыуын әйттеләр. "Ҡаны ҡойолоп бөтә, ит тапалып, сүкеш менән иҙгеләнгән һымаҡ булып ҡала", - ти улар. Уйын башланыуға 5 минут ҡалғас, кәзәне матур итеп, "Бисмилла" итеп, мосолманса салалар. Әйткәндәй, уйынға башҡа мал түгел, ә кәзә тәкәһе генә һайланыуы ла осраҡлы түгел, тип аңлатты ҡырғыҙҙар. Баҡтиһәң, кәзәнең, ҡуй малының тиреһе кәзә тәкәһенекенән йоҡараҡ була, уйын барышында йыртылырға мөмкин икән. Ә кәзә тәкәһенеке - ҡалын, йөнөнөң оҙон булыуы арҡаһында уны тотоу ҙа уңайлыраҡ.

Башҡорттарҙа ылаҡ уйыны элек тә булғанмы? Ахырҙа, бөгөн ул уйын беҙгә берегеп китерме, киң таралыу алырмы?

- Был уйын беҙҙә лә булған, тиҙәр. Әле мин Белоретта, Учалыла командалар бар, тип ишеттем. Беҙҙең ойошҡанлыҡты күреп, сибайҙар ҙа "янып" ҡайтты. Иң күп йылҡы малы Башҡортостанда, тиҙәр. Һыбай йөрөү традицияһы ла тап беҙҙә тергеҙелә. Ылаҡ уйынын башлап ҡына торабыҙ бит, киләсәге өмөтлө булыр, тип уйланыла.
Ҡырғыҙстан территорияһы буйлап үткәндә бик һоҡланғыс күренештәр шаһиты булдыҡ. Беҙҙә һәр ауыл һайын тиерлек футбол майҙансыҡтары булһа, уларҙың һәр ауылы эргәһендә ылаҡ уйыны өсөн эшләнгән майҙандар ҡоролған. Ҡырғыҙҙар ылаҡ уйынын туйҙарҙа ла, байрамдарҙа ла рәхәтләнеп уйнайҙар, тинеләр. Был уйын спорт төрө булараҡ, реестрҙарына ла ингән, оҫталарына "спорт оҫтаһы" дәрәжәһен дә бирәләр, уны үҫтереүгә дәүләт тә ныҡ ярҙам итә.

Ҡырғыҙстанға үҙ аттарығыҙҙы алып бара алмағанһығыҙ бит инде. Чолпон-Ата ҡалаһында һеҙ ҡуртымға алған аттар нисегерәк ине һуң? Ғөмүмән, уйындағы хәүеф, уны булдырмау саралары тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине...

Ф. Харисов:
Ҡырғыҙстандың Чолпон-Ата ҡалаһында беҙ ҡуртымға алған аттарҙың был уйын өсөн махсус өйрәтелгән, махсус көрәйтелгән икәнен белдек. Барыһы ла бейектәр, тостар. Беҙҙең башҡорт аттары ла сыҙамлыҡ яғынан уларҙан ҡалышмай, әлбиттә, ләкин беҙҙекеләр тәпәшәгерәк.
Уйында аттар бер-береһе менән һырттарын ышҡышып айҡашҡан саҡта һыбайлыларҙың аяҡтары иҙелеп ҡалыу ҡурҡынысы барлығы һәр кемгә мәғлүмдер. Шунлыҡтан, кешеләрҙең һаулығын, именлеген һаҡлау маҡсатында, уйынды ойоштороусылар мотлаҡ үтәлә торған талап ҡуйған: һәр кем балтырына һаҡлағыс әйбер кейергә тейеш. Беҙ был талап барлығын, был әйбер кәрәклеген белмәгәнгә күрә, "үҙҙәре теләп, үлемгә барыусылар" тигән ҡушамат та алдыҡ. Шулай ҙа майҙанға сыҡҡанда башҡа командалар егеттәре аяҡты һаҡлай торған ҡулайламаларын биреп торҙо. Был аяуһыҙ уйында ни генә булмаҫҡа мөмкин икәнлеген үҙ күҙебеҙ менән күрҙек инде. Ҡаҙағстан командаһынан бер таныш егетебеҙҙең аты уйын ваҡытында һөрлөгөп китеп, егет ат аҫтында ҡалды. Бик аяуһыҙ уйын, әлбиттә, һәм ул ныҡлы әҙерлек талап итә. Был уйында кеше факторы ла, мал факторы ла ҙур роль уйнай. Шуға ла беҙҙең командаға бала саҡтан ат өҫтөндә үҫкән егеттәр һайланды. Лайыҡлы сығыш яһаныҡ, ат өҫтөндә үҙен ышаныслы тотоусы халыҡ икәнебеҙҙе күрһәттек.
И. Хәмитов: Ҡырғыҙҙар беҙгә аттарын тәғәйенләне тәғәйенләүгә, ләкин улар тәүҙә беҙҙе атта йөрөй белмәйҙәрҙер, тип уйлаған. Егеттәр атта сабып күрһәткәс, ҡараштары ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. "Ат өҫтөндә яҡшы йөрөйһөгөҙ бит", - тинеләр. Хәүеф тураһында дөрөҫ әйтелде. Ныҡлы иғтибар талап итә был уйын. Яңылышлыҡты ғәфү итмәй. Махсус кейемһеҙ ҡурҡыныс. Артабан беҙ ҙә махсус кейем тектереп, ике йылдан һуң үтәсәк Уйындарға команданы ныҡлы әҙерләп алып барырбыҙ, тигән ниәт менән ҡайттыҡ.
Тренер булараҡ, һығымтам шул: был уйынға егеттәрҙе атта йөрөү оҫталығынан сығып та, кәүҙә бейеклегенән сығып та һайлап алырға кәрәк. Ҡаҙағстан командаһында, мәҫәлән, бейек-бейек егеттәр генә тупланған. Ылаҡты атта ултырған килеш ергә эйелеп алыр өсөн буй оҙонлоғо ла кәрәк. Уларҙың аттары ла бик эре. Дончак, инглиз-ғәрәп тоҡомдары ҡушылмалары. Улар беҙҙең башҡорт тоҡомло аттарҙан бейегерәк тә, ҙурыраҡ та. Танк һымаҡ, төкөйҙәр ҙә ҡуялар. Хатта аттарҙы йыға төкөйҙәр. Хоккей уйынсылары һымаҡ, тип, ҡабатлап әйтәм...

Һүҙҙең аҙағында Уйындарҙа алған тәьҫораттарығыҙ тураһында ишетке килә...

Ф. Харисов:
Ҡырғыҙстанда үткән Икенсе бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында ҡатнашыу бик оҡшаны. Уйын барышында барлыҡҡа килгән дәрт, сәм, ҡомар хистәре әле лә хәтергә төшөп-төшөп, һағындырып ала. Был ярышта илебеҙ өсөн сығыш яһауҙы барыбыҙ ҙа оло мәртәбә һананыҡ. Илшат ағай беҙҙе лайыҡлы әҙерләүгә бар көсөн һалды. Уға рәхмәтлемен. Республика башлығы Рөстәм Зәки улының Темәскә килгән сағында әйткән наказы ла, район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың ярҙамы, теләктәшлеге, ҡурсыуы ла дәртләндерҙе беҙҙе...
Әйтеүҙәренсә, беҙҙе төрөктәр икенсе йыл үҙҙәренә ылаҡ уйынына саҡырып ҡайтҡан. Беҙҙе алып барған етәксе ағайҙар был яңылыҡты бик хуплап ҡабул итте, ҡыуаныстарын йәшермәне. Беҙ, уйынсылар, уларҙың төрөк коллегалары менән эшлекле бәйләнештәрен нығытып, үҙ кимәлендә сәфәр мәсьәләһен хәл итеренә ышанабыҙ.
Ҡаршы яҡ команда үҙенсә аралашҡанда, беҙ егеттәр менән: "Миңә ташла!", "Кәзәне эләктереп ал!", "Әйҙә, әйҙә!" тип, башҡортса аңлаштыҡ. Милли уйын ниндәй дәрт, рух бирә икәнен шунда үҙ булмышыбыҙҙа тойҙоҡ, аңланыҡ. Профессиональ уйынсылар - ҡаҙаҡтар менән ҡырғыҙҙарҙан тактика хәйләләрен өйрәндек.
И. Хәмитов: Тәьҫораттар бик яҡшы. Күреп, өйрәнеп ҡайтырға, тигән ниәт менән барғайныҡ бит. Күңелдә шундай ҙур кимәлдәге сарала лайыҡлы сығыш яһағы килеүҙән тыуған ниндәйҙер һағайыу, хафаланыу тойғоһо ла бар ине. "Нисек булыр? Ҡайһылай сығыш яһарбыҙ? Нисек ҡаршы алырҙар? Аттарыбыҙ көр булырмы?" тип тә уйландыҡ. Әммә халҡыбыҙҙың әйтемендә әйтелгәненсә, ҡурҡҡан эш хәйерле була икәнен ҡырғыҙҙар үҙҙәренең йылы мөнәсәбәте менән төшөндөрҙө. Ҡырғыҙҙар башҡорттарҙы яҡшы беләләр булып сыҡты, туғандаш халыҡ булыуыбыҙҙы хәтергә төшөрөп кенә торҙолар. Тәүге тапҡыр шундай кимәлдәге ярышта 4-се урын алыуыбыҙҙан һуң "Үҙебеҙҙән бер нисә башҡа юғарыраҡ һикерҙек", тигән һығымта яһаныҡ.

Шулай итеп...
Илшат Нуриәхмәт улының һүҙенә өҫтәп: "Тимәк, үҙегеҙҙән дә юғарыраҡ һикерер өсөн нигеҙегеҙ ҙә, рухығыҙ ҙа, сәмегеҙ ҙә булған", - тип өҫтәйек. Ә баштараҡ ҡуйылған "Ылаҡ уйыны беҙҙең халыҡҡа хасмы?" тигән һорауға яуапты гәзитебеҙҙең әүҙем авторы, философия фәндәре кандидаты, башҡорт тарихын энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгән ғалим Зәкирйән Әминев нығытып ҡуйҙы: "Халҡыбыҙҙа ул уйын булған, был хаҡта шикләнмәй яҙығыҙ!"

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.16 | Ҡаралған: 1820

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru