«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕ КӨТӘЛӘР, ТИГӘН СТИМУЛ БАР ИКӘН ТИМӘК, БЕҘ БАШҠОРТОСТАНҒА ҠАЙТАСАҠБЫҘ...
+  - 

Бөгөнгө әңгәмәбеҙ геройы Шамил МОТАЛОВ һөнәре буйынса - геолог. Әлеге көндә ул төньяҡ баш ҡалала - Санкт-Петербургта эшләп йөрөй. Беҙ уны Өфөлә ялға ҡайтҡан сағында тап итеп, редакциябыҙға саҡырҙыҡ. Әңгәмәбеҙ, әлбиттә, Санкт-Петербургта уҡып һәм йәшәп ятҡан башҡорт йәштәренең тормошо, уй-фекерҙәре, пландары юҫығында барҙы.

Шамил, һинең республикабыҙҙың танылған геологы Минниәхмәт Ғилметдин улының ике туған ҡустыһы икәнеңде белеп ҡалдыҡ. Шундай ғалимдың туғанынан, әлбиттә, ни өсөн ошо һөнәрҙе һайланың, тип һорау урынһыҙҙыр, ләкин үҙеңдең яуабыңды ишетке килә...

- Дөрөҫөн әйткәндә, геологияға артыҡ ынтылышым юҡ ине, Минниәхмәт олатайым шылтыратып, имтихан алырға киләләр, яҡшы вуз, ҡыҙыҡлы специальностар бар, төплө белем бирәләр, теләгең булһа, имтихан тапшырып ҡара, тип, артыҡ ныҡышмай ғына тәҡдим итте. Мин бер үк ваҡытта документтарымды Өфө дәүләт авиация техник, Өфө дәүләт нефть техник университеттарына тапшырғайным. Күрәһең, олатайым мине үтәнән-үтә күргәндер, барыбер яҙмыш мине ул тәҡдим иткән Санкт-Петербург дәүләт университетына алып китте. Уҡый-уҡый, һайлаған һөнәрем дә оҡшаны. Бәлки, ысынлап та, геологияға ынтылыш беҙҙең ҡанда барҙыр, асылыбыҙҙа яталыр. Бөгөн геология факультетын, төҙөлөш өсөн тупраҡты тикшереүсе инженер геологияһы һөнәрен һайлауыма һис үкенмәйем. Вуз тамамлағас, Санкт-Петербургта ҡалырға тәҡдим иттеләр. Инде алты йыл һөнәрем буйынса эшләп йөрөйөм.

Һөнәреңдең асылы нимәнән ғибәрәт?

- Мин эшләгән шәхси компания быраулау, топография менән шөғөлләнә, төҙөлөш өсөн ерҙәрҙе тикшерә. Ошо эшмәкәрлекте алып барған лабораторияла етәксе урынбаҫарымын. Төҙөлөш алып барыласаҡ урындың ентекле анализын эшләйем, төҙөлөш алыр барыу рентабеллеме, түгелме икәнен асыҡлайым.

Йәштәр өсөн Мәскәү, Питер кеүек ҙур мегаполистарҙа эшләп алып китеүе ауырмы, әллә йәшлек романтикаһы менән тойолмаймы?

- Ҙур ҡалаларға башҡа төбәктәрҙән күп киләләр, шуға, унда ситтән килгән, урындағы тигән төшөнсә юҡ. Урын алыштырыу, өйрәнеп китеү буйынса проблемалар тыумай. Әлбиттә, бында үҙеңдең тырышлығыңды, маҡсатҡа ынтылышыңды ла оноторға ярамай. Уҡымайһың, һәлкәүләнәһең икән - бер кем дә ғәйепле түгел, барыһы ла үҙеңдән тора. Курсташтарымдың да күптәре икенсе курстан һуң уҡыуын ташланы. Беренсе курсҡа килгәндә егерменән артыҡ кеше инек, уҡыуҙы тамамлағанда 8 кеше тороп ҡалдыҡ. Мәктәпте нисек тамамлауыңа ҡарамаҫтан, вузда уҡыу барыбер ҙә яңы нигеҙҙән башлана. Шуға, бында белемең уҡытыусы өсөн түгел, ә үҙеңә кәрәк икәнен аңлау зарур. Мәктәптә уҡытыусы, уҡы инде, тип артыңдан йөрөй, вузда, киреһенсә, үҙең уҡытыусы артынан йөрөйһөң.

Ата-әсә ҡуйынында ғына иркәләнеп үҫкән бала ҡапыл сит ергә сығып китһә, ҡаушап та ҡалыуы мөмкин. Сит ҡалаларға уҡырға барған йәштәргә яңы урында адаптация үтеүҙе еңелләштереү буйынса нимәлер эшләргә мөмкинме? - Кәләшем Эльвира менән Питерҙа таныштыҡ. Баймаҡ районы Йомаш ауылынан ул сығышы менән. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған. Беҙ килгән ваҡытта Питерҙа башҡорт йәштәре әҙ ине, хәҙер яйлап күбәйә башланылар. Шуға, "Аманат" башҡорт йәштәре ассоциацияһын ойоштороп, башҡорттарҙы бергә туплап, саралар уҙғарып, ижтимағи тормоштарын йәнләндереп, әүҙемләштереп ебәрҙек. Сөнки ситтә туған телдә һөйләшеү ҙә, аралашыу ҙа һағындыра. Шулай уҡ йәштәребеҙҙе зыянлы, кире йоғонтоларҙан аралап ҡалырға ла кәрәк. Ә инде ниндәйҙер ярҙам, хуплау булһа, хатта ул рухи ярҙам ғына булғанда ла, икенсе мөхиткә өйрәнеп китеү еңелерәк. Хәҙер инде ойошмаға ете йыл, бергәләшеп эшләп, аралашып йәшәйбеҙ. Спорт саралары - волейбол, футбол, мәҙәни саралар - йыр кисәһе, брейнг-ринг кеүек интеллектуаль уйындар ойошторабыҙ, концерттар ҡуябыҙ, экскурсияларға йөрөйбөҙ. Элек бында Башҡортостандың вәкиллеге була торғайны, хәҙер уны яптылар. Люция Буканова ойошторған яҡташтар ойошмаһы, "Ирәндек" ансамбле, "Башҡортостан" йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә эшләйбеҙ.

Питерҙа өйҙә генә ултырып эшләргә лә мөмкин, Мәскәүҙә тормош ашығып үтһә, Питерҙа ул яйыраҡ бара, тиҙәр. Был ни кимәлдә ысынбарлыҡҡа тап килә? - Эйе, Питерҙа тормош темпы бер ни тиклем тынысыраҡ һәм яйыраҡ. Мин ошо йылдар эсендә ошо темпҡа өйрәнгәнмен, Мәскәүгә килһәм, ундағы ығы-зығы бөтөнләй оҡшамай. Ә инде өйҙә эшләүгә килгәндә, фриланс - заманса хеҙмәт баҙарында эшләүҙең яңы режимы ул. Фрилансер - даими офиста ултырыуы талап ителмәгән һәм эш көнө нормаланмаған ситтән тороп эшләүсе хеҙмәткәр. Был ысулды иң элек консультанттар, тәржемәселәр, журналистар, мөхәррирҙәр, фотографтар һәм рәссамдар ҡулланһа, яйлап ул башҡа хеҙмәттәргә лә тарала башланы. Әммә өйҙә эшләү өсөн ҡаты тәртип кәрәк. Аш бүлмәһендә ултырып эш башҡарып булмай, үҙеңдең эш зонаң булырға тейеш. Һәм эш башлар алдынан офисҡа барған кеүек кейенеү, үҙеңде эшкә көйләү мөһим шарт булып тора. Сөнки өйҙә кейеп йөрөгән спорт костюмы һәм өй тапочкалары менән бер нисек тә етди эшкә көйләнеү мөмкин түгел.

Төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе булараҡ, Питерға ниндәй баһа бирер инең - ул күберәген ниндәй менталитетҡа ҡарай?

- Архитектура буйынса ул Европаға тартым, сөнки Петр Беренсе уны Европа образына тап килтереп төҙөткән һәм ул башҡа ҡалаларҙан айырылып тора. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ла үҙәктә билдәле бер бейеклектән бейегерәк йорттар төҙөмәйҙәр, был закон менән тыйылған. Шуға унда Мәскәү, башҡа ҙур ҡалаларҙағы кеүек, күҙгә бәрелеп торған контраст юҡ. Йәғни, бәләкәй биналар араһынан ниндәйҙер шпиль сығып, панораманы боҙмай. Шуға күрә Питерҙа ниндәйҙер аристократик, үҙенә генә хас аура бар, тип әйтергә лә ҡурҡмайым.

Башҡоростанда эш юҡ, уныһы юҡ, быныһы юҡ, тигән зарланыуҙар йыш ишетелә. Ә бына ситтә башҡорттарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып торалармы? - Әгәр һин яҡшы, кәрәкле белгес икән, бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡһың. Әгәр ҡулыңдан ҡара эш кенә килә икән, ул саҡта инде берәүҙе лә ғәйепләп булмай, урамда XXI - яңы технологиялар, нанотехнологиялар быуаты. Питерға эшкә килеүселер бик күп, әммә Урта Азиянан эшкә килеүселәр иҫәбенә эшсе һөнәрҙәренә һорау булғанда ла, түләү хаҡы түбәнәйә. Сөнки гастарбайтерҙар арзаныраҡ хаҡҡа эшләргә лә риза. Әгәр шундай эшкә дәғүә итәһең икән - мөнәсәбәт тә шундай буласаҡ. Эшең квалификациялы, заман талаптарына тап килә, эш тәжрибәң бар икән, тимәк, юғары баһаға дәғүә итәһең.

Башҡорттар үҙ баһаһын беләме, әллә бик белеп еткермәйме? Ғөмүмән, башҡорт тип аталған милләттең баһаһы ниндәй булырға тейеш?

- Үҙ баһаңды белергә тейешлегеңде кешегә бәләкәйҙән һеңдереп үҫтерергә кәрәктер. Ә беҙҙе атай-әсәйҙәр тыйнаҡ булырға өйрәткән, шуға күрә күптәр үҙҙәренең мөмкинлеген баһалап еткермәй. Улай ғына ла түгел, хатта ғәмәлдә мөмкинлегенең сикһеҙ булыуын белмәй ҙә. Был инде талаптарҙың түбәнәйеүенә килтерә. Хатта кеше үҙенә нимә кәрәк икәнен, үҙенең талабын әйтергә лә ҡурҡа, кешеләр араһында ниндәйҙер барьер барлыҡҡа килә. Ғәмәлдә, кеше мөмкинлектәренә бер ниндәй ҙә сиктәр юҡ, сик бары тик беҙҙең мейелә генә. Шуға күрә, үҙеңде иркен тоторға, балала азатлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк. Был тыйнаҡһыҙ булырға кәрәк, тигәнде аңлатмай, ә баҫылып ҡалырға ярамай. Әгәр баҫылып йәшәһәң, эшеңдең һөҙөмтәһен күрмәҫкә лә мөмкиндәр.

Заман башҡорто, һинеңсә, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш һәм ул сифаттар башҡорттарҙа бармы?

- Минеңсә, тәү сиратта ул һөҙөмтәле һәм мәғлүмәтле булырға тейеш. Сөнки бөгөн мәғлүмәт бик күпте хәл итә. Мәҫәлән, нимәнелер белмәйһең икән, тимәк, бер аҙым артта бараһың. Әгәр мәғлүмәткә эйәһең һәм уны ала беләһең икән, ул саҡта инде башҡаларҙан алдараҡ сығаһың. Улай ғына ла түгел, ниндәйҙер ғәмәлдәргә тиҙ һәм һөҙөмтәле яуап бирә алаһың. Шуға күрә, мәғлүмәткә эйә булырға һәм уның менән эш итә, уны үҙ файҙаңа ҡуллана белергә кәрәк. Заман башҡорто үҙен һәм эшен күрһәтә белергә тейеш. Сөнки ниндәйҙер проектың булһа йәки ул тыуып ҡына килһә, уны башҡаларға матур итеп күрһәтеү зарур. Бында ла мәғлүмәт ҙур роль уйнай. Әммә бөтә өлкәлә лә яҡшы белгес булып булмай икәнен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ләкин үҙең кешегә тәҡдим иткән хеҙмәт өлкәһендә яҡшы белгес булыуың мотлаҡ. Әгәр үҙ өлкәңдә иң яҡшы белгес икәнһең, был бөтөн нәмәне лә аҙ-аҙлап белгәнгә ҡарағанда, күпкә һөҙөмтәлерәк һәм яҡшыраҡ.
Шулай уҡ заман башҡортона милли рух, тел, дин һәм ошоларҙы тулыландырып тороу өсөн тыуған ер кәрәк. Хатта беҙ, ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа, тыуған еребеҙгә ҡайтып, ниндәйҙер көс алабыҙ. Сарсағанда һыуһап килеп йәншишмә һыуын эскәндәй, тын етмәгәндә саф һауа һулағандай булабыҙ. Туғандар менән аралашыу, тәбиғәткә сығыу алға барыу өсөн импульс бирә. Башҡорт теле, тарихы һ.б. тураһында әйтеп тормағанда ла була, сөнки был төшөнсәләр һәр башҡорттоң ҡанында ятырға тейеш. Беҙгә бары тик үҙ телебеҙҙә һөйләшергә, уны балаларыбыҙға өйрәтергә, тарихыбыҙҙы башҡа халыҡтарға танытырға, ер йөҙөндә башҡорт тигән милләт тә булыуын иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк.
Сит илдәрҙә генә түгел, хатта Санкт-Петербургта ла башҡорттарҙы, Башҡортостанды белмәйҙәр, ул ҡайҙа урынлашҡан, Рәсәй составындамы, юҡмы тип һорайҙар. Ә бит Рәсәйҙә башҡорттар халыҡ һаны буйынса дүртенсе урында тора, әммә башҡорттар тураһында бик аҙ беләләр. Шуға ла беҙ мөмкин тиклем халҡыбыҙҙы күрһәтергә-презентацияларға тейешбеҙ һәм шуға ынтылабыҙ ҙа...

Элегерәк башҡорттарҙын һанын арттырыу, уларҙы күбәйтеү өсөн ауылдарҙы һаҡларға, саҡ ҡына һуңыраҡ йәштәрҙе ҡалаға ылыҡтырырға, тигән фекерҙәр йәшәй ине. Бөгөн йәштәр ситкә китергә, сит илдәргә сығырға, белем алғандан һуң сит ҡалаларҙа ҡалырға тырыша. Ниндәйҙер кимәлдә аҡылдың ситкә ағылыуы күҙәтелә. Был беҙҙең милләтебеҙгә, Башҡортостанға зыян итмәйме?

- Үҙ ҡаҙаныңда ҡына ҡайнау ҙа насар, сөнки һәр төбәктең үҙ кимәле була. Башҡортостан вуздарында белем алыуҙың билдәле бер кимәле бар, шунан артыҡты алып булмай. Мәскәүҙә һәм Питерҙа - был кимәл юғарыраҡ, сөнки уҡытыусылар ҙа, мөмкинлектәр ҙә, үҙ өлкәһендә алдынғы булған кешеләр ҙә күберәк. Һәм һин унда тап ошо юғарыраҡ, артығыраҡ, күберәк белем артынан барыуыңды белеп, аңлап юлланаһың. Әгәр үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнаһаң, кимәл шул бер урында ҡатып ҡаласаҡ. Шуға күрә, ситкә китеүҙә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, иң мөһиме - кире ҡайтыу һәм Башҡортостанға хеҙмәт итеү өсөн стимул булһын. Ундай стимул юҡ, бер нәмә лә тартып тормай, уҡыған ереңдә ныҡлы урынлашҡанһың һәм бында ҡайтып, яуланған ҡаҙаныштарыңдан түбәнерәк һөҙөмтә алаһың икән - был ысынлап та проблема. Әгәр кире ҡайтыу һәм республиканы күтәреү стимулы бар - һине көтәләр, һине ҡабул итергә әҙерҙәр, һиңә әлеге ваҡытта яулаған уңыштарың кимәлендә эш тәҡдим итәләр, шарттар насар түгел икән - йәштәр шул ваҡытта кире ҡайтасаҡ. Әлеге ваҡытта йәштәр ситтә ҡалыуҙы хуп күрә һәм бында бер ниндәй зыян күрмәйем, сөнки яҡшы белгестәр ситтә лә республика, милләт данын күтәрә, уны таныта, яҡшы фекерҙәр ҡалдырыуы менән реклама яһай.

Ололарҙа рух өҫтөнлөк итһә, йәштәр барыбер прагматик, улар үҙҙәренә баһаны белә һәм аҡылын бушҡа йәки идея өсөн "һатмай", тигән фекергә ҡарашың нисек?

- Шулай булырға, хеҙмәт лайыҡлы баһаланырға тейеш һәм был дөрөҫ тә. Әгәр үҙеңдең хеҙмәтеңде түбән баһалайһың, ә ғәмәлдә ул ҡиммәт тора икән, тимәк, һин үҙең зыян күрәһең. Хеҙмәтеңде тәңкәләштерә, йәғни тейешле хаҡ ала алмаһаң, был һинең үҙең өсөн насар. Ҡыҫҡаһы, үҙеңде, ғаиләңде ҡарай алмайһың икән, 11 йыл мәктәптә, 5 йыл вузда уҡып, ваҡыт әрәм итеп кенә йөрөгәнһең, булып сыға бит. Бында ике генә сәбәп булыуы ихтимал: йә һин шул тиклем насар уҡығанһың, хатта ҡулыңдан бер эш тә килмәй, йә һинең эшеңде бигерәк түбән баһалайҙар.
Мәктәп, вуз белеме - улар нигеҙ белем генә, артабан инде һин бөтөн йүнәлештәрҙә лә үҙ аллы үҫергә, үҙеңде камиллаштырырға тейешһең. Шәхес булараҡ та, финанс йәһәтенән дә, ғаилә мөнәсәбәттәрендә лә. Әгәр ғаиләңдә даими низағтар сығып торһа, үҙ-ара аңлашыу булмаһа, был да шәхси үҫешкә генә түгел, финанстарға ла йоғонто яһай. Бөгөнгө тормошта шәхес булараҡ үҫеш- финанстар - ғаилә өсмөйөшө бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Әгәр ошо звеноның ҡайһылыр өлөшө аҡһай икән, ошо өс өлкәлә лә проблемалар башлана. Финанс өлкәһендә проблемаң тыуһа, - ғаиләңдә проблемалар барлыҡҡа киләсәк, ғаиләңдә проблемалар башланһа, үҙеңде шәхес булараҡ үҫтерә алмаясаҡһың. Ошоларҙың барыһын да нормаль ағымға һалмайынса, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеү мөмкин түгел. Ә маҡсаттың иң ҙурын ҡуйырға кәрәк, ул артабан үҫергә стимул булып торорға тейеш. Әгәр маҡсатың бар икән, һин ағым ыңғайына бармаясаҡһың, ә планға ярашлы үҫәсәкһең, тренингтарға йөрөйәсәкһең, ошо өлкәләге иң яҡшы белгестәр менән аралашасаҡһың. Шул ваҡытта ғына үҫеш күҙәтеләсәк, шул ваҡытта ғына баһа артасаҡ, шул ваҡытта ғына үҙеңде күрһәтә аласаҡһың һәм һине күрәсәктәр...

Шулай итеп...
Һуңғы ваҡытта республиканан ситкә китеп белем алған йәштәребеҙ күбәйҙе. Был хәл менән риза булмау, ситкә китәләр һәм яңынан әйләнеп ҡайтмайҙар, тигән юҫыҡтағы хәбәрҙәр ҙә ҡуйырып тора. Әлеге әңгәмәсебеҙ Шамил Моталовтың һүҙҙәре был хәүефләнеүҙәргә яуап та булып яңғырай шикелле: "Әгәр кире ҡайтыу һәм республиканы күтәреү стимулы бар - һине көтәләр, һине ҡабул итергә әҙерҙәр, һиңә әлеге ваҡытта яулаған уңыштарың кимәлендә эш тәҡдим итәләр, шарттар насар түгел икән - йәштәр шул ваҡытта кире ҡайтасаҡ..." Йәштәр бына шулай уйлай...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.16 | Ҡаралған: 1599

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru