«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАД ИТЕР ЕРЕБЕҘ СТӘРЛЕТАМАҠ БУЛҒАНДЫР
+  - 

Театрына ҡарап, милләттең мәҙәниәт кимәле тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин, тиҙәр. Был йәһәттән республикабыҙ тамашасылары бәхетле, һәр төбәктең үҙенең генә күҙ төбәп торған театры бар. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры ла күптән инде тамашасының яратҡан мәҙәниәт усаҡтарының береһенә әүерелгән. Ошо көндәрҙә үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән театр бөгөн ниндәй уйҙар менән йәшәй? Ошо хаҡта театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам РӘХИМОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға ҒӘЛИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат ХӘЛИЛОВ менән әңгәмәләшәбеҙ

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының ишеген тәүге тапҡыр асып ингән көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме?

Р. Ғәлина: Мин Салауат дәүләт башҡорт театрынан күскәндә театрҙа Гөлдәр Ильясова менән Кинйәбикә Исламғолова ғына бар ине. Автобуста Гөлдәр Мозафар ҡыҙын күрҙем дә, Стәрлетамаҡта театр асып йөрөүҙәрен белеп: "Берәй әбей роле булһа, саҡырығыҙ", - тип шаярттым. Әбей ролен һорауымдың әтнәкәһе шунда: оҙаҡ ҡына сирләп алғайным. Табиптар бер аҙ ауырлыҡ йыйырға кәрәк, тигәс, мин бер мәл һимереп киттем. Шуға ла артабан ҡыҙҙар роле тураһында хыялланыу ҡайҙа! Уйлап ҡараһаң, миңә бары 39 йәш кенә булған. Гөлдәр Ильясова һүҙендә торҙо, уҡып сығырға тип пьеса ебәрҙе. Ысынлап та, ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың "Көтөр кешем бар минең" тигән әҫәрендә миңә әбей роле тәҡдим итәләр ине. Миңә бик оҡшаны Сәлиха әбей роле.
Ул мәлдә шундай күңел күтәренкелеге кисереп йөрөнөк эшкә. Мин иртән Салауаттан киләм, кис Салауатҡа ҡайтып китәм. Актерҙар етешмәһә лә, репетицияларҙы башлап ебәрҙек. Тора-бара Стәрлетамаҡҡа Өфөнән Илшат Йомағолов күсеп килде. Ул беҙгә әллә күпме һабаҡтар бирҙе. Беренсе спектаклдә актер Таһир Искәндәров, "Стәрлетамаҡ эшсеһе" гәзитенән журналист Фаяз Йомағужин, Рәмил Ғимрани, режиссер ярҙамсыһы булып килгән Ләйсән Кәримова, Гөлдәр Мозафар ҡыҙы үҙе уйнаны. Ләйсән аҙаҡ Салауат театрында уйнап йөрөп, төрлө исемдәргә лайыҡ булып, кире беҙҙең театрға ҡайтты. Минең тормош иптәшем, Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғәлин бер миҙгел Салауатта уйнаны ла, шулай уҡ Стәрлегә күсте. Премьерабыҙ 1991 йылдың 7 апрелендә, рус драма театры сәхнәһендә булды, сөнки беҙҙең театрыбыҙ ҙа ошо бинала төпләнгәйне. Рус театры директоры Анатолий Полянкин күп ярҙам итте беҙгә. Шунда студия асып ебәреп, артабан үҫеп киттек, унан йәштәр йыйыла башланы.
И. Рәхимов: Беҙ Азамат менән Өфө дәүләт сәнғәт институтын 1991 йылда тамамланыҡ, Башҡорт академия драма театры өсөн әҙерләйҙәр ине беҙҙе. Һуңғы курста уҡып йөрөгәндә беҙ күмәкләшеп Салауат башҡорт драма театрының Флорид Бүләков әҫәре буйынса ҡуйылған "Атылған өйөр" спектаклен барып ҡараныҡ. Илшат Йомағоловтың уйнауы, режиссер Гөлдәр Ильясованың үҙенсәлекле алымдары ныҡ оҡшаны, бер асыш кеүек ҡабул ителде. 1991 йылда Стәрлетамаҡта башҡорт театры асылды. Һәм беҙ, сығарылыш курс студенттары, Стәрлетамаҡ театрына эшкә барыу теләге менән янып йәшәнек. Ҡулыбыҙға диплом алып төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралып, курстан бер үҙем тәүҙә театрға килеп төшһәм дә, яйлап Фәим Әхмәтйәнов, Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтар, Физәлиә менән беҙ ғаилә ҡороп, Стәрлетамаҡта төпләнеп алдыҡ. Ейәр ризығыбыҙ, эсер һыуыбыҙ, ижад итер еребеҙ ошонда булғандыр ине. Беҙҙең өсөн бөйөктән бөйөк артист Илшат Йомағоловтың абруйы ла тартты. Һуңғараҡ театрҙан китһә лә, гел беҙҙең арала йөрөр ине. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында махсус курс уҡытып сығарҙы. Уларҙың дүртәүһе - Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Айгөл Зөбәйҙуллина, Гөлнара Йәрмиева, Таһир Фәтҡуллин бөгөн дә театрҙа, уның иҫтәлеге, аманаты булып эшләп йөрөйҙәр.
А. Хәлилов: Минең дә бында эшкә килеүемдең сәбәпсеһе - Илшат Йомағолов. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп йөрөйөм, бер килде был, ике килде, барыһы ете тапҡыр килде - ҡоҙалай Стәрлетамаҡ театрына. Һуңынан фатир асҡысы тоттороп, Таһир Искәндәровты миңә яусы итеп ебәрә башланылар. Заманы шулай ине бит инде. Өфөлә прописка юҡ, бар нәмә талон менән һатыла. Зөлфиә Салауат театрында эшләй ине, шуға ла, ҡайҙа төпләнергә, тигән һорау килеп сыҡҡас, Стәрлетамаҡты һайланыҡ. Тура фатирға килеп инеп йәшәп китеү йәш ғаилә өсөн ҙур бәхет ине. Шулай итеп, Өфө яйлап сит ҡалаға әүерелде. Стәрле театрына өйрәнеп китеүгә ролдәр ҙә булышлыҡ иткәндер инде. 90-сы йылдар күңелле бер дәүер булып хәтерҙә ҡалған, спектакль артынан спектакль сығара инек. Академтеатрҙан Шәүрә Дилмөхәмәтова менән Әхмәр Әхмәҙуллин, Әхәт Хөсәйенов, Хәмит Яруллин килделәр. Өфөнө һағыныу тигән нәмә онотолдо, сөнки ундағы шәхестәр менән ундағы ижади мөхит үҙе күсеп килгәндәй булды.
Р. Ғәлина: Салауат театрынан Ниса менән Фларид Бакировтар, һуңғараҡ - 1996 йылда Сибай башҡорт дәүләт драма театрынан Рәмзиә Ҡудашева менән Әсғәт Йәнбәков килделәр һәм беҙ ғаилә парҙары эшләгән театрға әйләндек. 1992-1993 йылдарҙа актерҙар составы тулыланып бөткәс, театр тағы ла яңы һулыш кисерҙе. 1994 йылда "Театр яҙы" республика фестивалендә Флорид Бүләковтың "Онотолған доға" спектакле Салауат Юлаев дәүләт премияһына лайыҡ булды. Унан һуң төрлө йылдарҙа Башҡортостан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Төркиәлә үткән фестивалдәрҙә ҡатнашып, юғары баһалар алдыҡ.

Ысынлап та, асылған көнөнән үк Стәрлетамаҡ башҡорт театры үҙенә генә хас ижади йөҙө, ижади атмосфераһы менән йәлеп иткәйне тамашасыны. Театрығыҙ тағы ла ғаиләлеләр күплеге менән дә айырылып тора, ахыры?

И. Рәхимов: Эйе, беҙҙең театр коллективында ғаиләле парҙар күп. Беҙҙең балалар ҙа ошо театр мөхитендә үҫеп, театрҙың ғәзиз балалары булып бөткән. Мәҫәлән, Азамат менән Зөлфиәнең өлкән ҡыҙы Зилиә бөгөн Башҡорт дәүләт академтеатрында эшләп йөрөй, уны беҙ үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ кеүек күрәбеҙ, уның өсөн шатланабыҙ. Ул да беҙҙе шул тиклем яҡын күрә.
А. Хәлилов: "Кәләш менән тәүлегенә 25 сәғәт бергәбеҙ", тип шаяртһам да, был беҙҙең икебеҙ өсөн дә ҡулай. Беребеҙ театрҙа, икенсебеҙ икенсе өлкәлә эшләһә, аңлашып йәшәүе ауыр булыр ине, тип уйлайым. Балалар менән бергәләшеп гастролдәрҙә йөрөүе, бергәләшеп эшкә сығып китеп, бергәләшеп ҡайтып инеүе үҙе бер ғүмер бит ул. Ғөмүмән, театр урынында ғына ултырырға тейеш түгел, ул халыҡ араһында булырға тейеш. Ярай, беҙҙең быуынға ҡунаҡханалар эләкте, гастролдәрҙә лә улай айҙар буйына йөрөмәйбеҙ. Ә бына өлкән быуын артистарына һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Р. Ғәлина: Әсғәт Йәнбәков Стәрлетамаҡҡа эшкә килгәс, нишләп гастролгә сыҡмайбыҙ ул, тип аптырай торғайны. Элек бит ҡара яҙҙан ҡара көҙгә тиклем өҙлөкһөҙ гастролдәр булды. Баланы коляскаға һалып, ике ултырғыс араһына ҡуябыҙ ҙа, гастролгә сығып китә инек. "Уралец" автобустарына пырылдап саң инә, етмәһә. Бала менән фатирға төшөрмәҫкә тырыша халыҡ. Бигерәк тә Сибай театры менән Салауат театры күп йөрөнө халыҡ араһында. Бында ла ҡала бәләкәй, беҙҙең ижадыбыҙ ҙа, тормош-көнкүрешебеҙ ҙә халыҡтың күҙе алдында. "Күңелле йәшәйбеҙ" тигән проект актерҙарҙы билдәле итте. Берәй ҡайҙа спектакль менән барып төшһәң, унда уйнаусыларҙы танып торалар.
И. Рәхимов: Ауылдарҙа беҙҙе яҡынса ошолай ҡаршы алалар: "Тәк, быны таныйым, быны таныйым, быны таныйым, ә ниңә һине "Күңелле йәшәйем"гә төшөрмәйҙәр, бына һине танымайым?" Ысынлап та, "Күңелле йәшәйбеҙ", уның режиссеры Руслан Юлтаев беҙҙең театр өсөн оло табыш. Юлтаевтар театрыбыҙҙың тағы бер ғаилә пары, актрисабыҙ Зиләрә Юлтаева менән ғаилә ҡороп, беҙҙең театрҙа төпләнеп ҡалдылар. Егәрле егет, проекттары ла күп, әле бына яңы ғына Мәскәүҙә, "Лучезарный Ангел" Халыҡ-ара кинофестивалендә "Өс хат" фильмы "Милли кинематографты үҫтергән өсөн" тигән махсус призға лайыҡ булды. Үҙе лә ялҡауланмай, беҙгә лә ялҡауланып китергә ирек бирмәй, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалабыҙ нисек итеп уның идеяларына ҡушылып киткәнебеҙҙе.

"Күңелле йәшәйбеҙ"ҙә лә ирле-ҡатынлы булып, ғаилә менән уйнауҙың берәй сере бармы?

И. Рәхимов: Бында беҙҙең киностудия юҡ, тимәк, эшләү өсөн майҙандар юҡ. Ә проекттар тиҙ-тиҙ эшләй торған, уларҙы оҙон-оҙаҡҡа һуҙып булмай, тимәк, ниндәйҙер уңайлыҡтар эҙләп йөрөргә мөмкинлек юҡ. Мөмкинлек булһа, икенсе ергә барып төшөр инек. Былай ҙа театрҙағы грим бүлмәләрен, кабинеттарҙы ҡулланабыҙ, әммә бында фатир ҡороп булмай бит. Шуға ла был режиссерҙың бер хәйләһе тиергә лә була. Ә проекттың әһәмиәтенә килгәндә, уларҙы күргәс, халыҡ иң тәүҙә, әһә, башҡорт телендә төшөрөлгән сериалдар бар икән дә, тип уйлай. Унан ғына унда күтәрелгән темаларға, уларҙың тәбиәүи-әхлаҡи әһәмиәтенә иғтибар итә башлайҙар. Шуға ла "Күңелле йәшәйбеҙ", башҡа сериалдар тамашасыға ла, беҙҙең театрға ла кәрәк һәм әлегә ошондай шарттарҙа булһа ла уны төшөрөүҙе дауам итеү мөһим, тип иҫәпләйем. Унан һуң, сәнғәттә баш ҡала, төпкөл тигән төшөнсәләр юҡ, сөнки сәнғәттең сиктәре юҡ. Беҙ үҙ ҡалабыҙҙың патриоттары һәм беҙ үҙ эшебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ.
А. Хәлилов: Сәнғәттең бер төрө булараҡ, милли театрҙарыбыҙ күп икән, халыҡтың мәҙәни кимәле лә күтәрелә. Шуның кеүек, башҡорт телендәге кино ла мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә. Башҡортостан юлдаш каналынан киске туғыҙҙан һуң сит ил киноһы ҡарап ултырһа ултыра ул кеше, тик башҡорт киноларынан ек табып, көлөргә генә тора. Сит ил кинолары өсөн телевизорҙа тағы ла 300 канал бар.

Үткән быуаттың 90-сы йылдар башында тотош ил мәҙәни көрсөк кисергән мәлдә Стәрлетамаҡта башҡорт театры асылыуы оло батырлыҡ булғандыр. Бөгөн театр менән филармония берләшеп көн күрергә мәжбүр. Был сәнғәт усаҡтарына ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаймы?

И. Рәхимов: Беҙҙең берләшеп эшләүгә хәҙер өс йыл үтте, баштағы ҡытыршылыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ һәм хәҙер үҙ-ара аңлашып ижад итә торған мәл тыуҙы, тип иҫәпләйем.
А. Хәлилов: Һәр театрҙың үҙенең юғарыға күтәрелгән, түбән төшкән дәүерҙәре була, тормош бит был. Ҡасандыр беҙ ҙә балҡып киттек, спектакль өҫтөнә спектакль эшләнек, ниндәй генә фестивалдәрҙә булманыҡ һәм быларҙың барыһына ла аҡса табыла ине. Артист ҡыҙыҡ кеше бит ул. Мәҫәлән, завод эшсеһе эштән эш аҙыраҡ тәтегәненә ҡыуанып ҡайта, йәки эшкә барғанда уҡ, бөгөн эш булмаһа ярай ине, тип теләй. Артист иһә, миңә эш, роль бирегеҙ, тип даулап йөрөй. Быйыл спектакль ҡуймайбыҙ, аҡса юҡ, тигәнде аңлауы ла ҡыйыныраҡ ине. Тамашасы ла аңламай быны. Шуға ла яҡты киләсәккә ышанабыҙ.
Р. Ғәлина: Театрыбыҙға йәштәр ҙә күп килгәйне, хәҙер улар кәмей бара - шул да борсой мине. Театр асылғанда актерҙарҙы фатир әҙерләп көтөп тора алһалар, хәҙерге йәштәргә ятаҡ та табып булмай. Шуға ла йәштәребеҙ таралып бөтөп бара. Уларҙы алып ҡалыр мөмкинлектәребеҙ юҡ.
А. Хәлилов: Театр өсөн бөтөн быуын артистары ла кәрәк. Мәҫәлән, минең һаҡал йәбештереп, ҡартты уйнауым - бер, ә өлкән артистың уйнауы бөтөнләй икенсе. Былай ҙа юғалтыуҙар күп кисерҙек, Рәмзиә Ҡудашева, Әсғәт Йәнбәков, Илдар Сафин, Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Фларид Бакиров был донъяла юҡ - театр өсөн улар ҙур юғалтыу булды. Һәр быуын ҡәҙерле беҙҙең өсөн. Беҙгә, ярай, рәхәтерәк хәҙер, фатир бар, балалар үҫеп етте. Ә йәштәргә бөтөн нәмәне яңынан ҡорорға, ғаиләһен ҡарарға кәрәк. Беҙ республика театры иҫәпләнәбеҙ, шуға ла муниципаль кимәлдә ҡала ла артыҡ ярҙам итә алмай.

Хәҙерге йәш быуын актерҙары һеҙҙең быуын актерҙарынан айырыламы?

Р. Ғәлина:
Бәлки, уҡып бөтөп кенә килгән саҡтарында айырылаларҙыр. Тик үҙ һөнәренең асылына төшөнөп алһалар, беҙҙе бөтөнләй айырып булмай. Күсәгилешлек тә бар, кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, ти бит халыҡ та. Һәр театрҙың үҙенә генә хас уйнау манераһы ла бар ул. Шәүрә Дилмөхәмәтованы бер тапшырыуҙа күреп ҡалдым да, ҡалай миңә оҡшаған, тип ҡарап ултырҙым. Тәс минеңсә әбей булып ултыра, кейенеүе лә, һөйләшеүе лә оҡшаған. Стәрлетамаҡта эшләгәнендә уның йәштәрҙе уйнаған сағы ине, шулай ҙа беҙҙең образдарҙы ла күңеленә һеңдереп йөрөгәндер, күрәһең. Сибай театрынан Шәмсинур апай Сиражетдинова-Ханованың уйынын мин Рәмзиә Ҡудашевала күрә торғайным, хатта һөйләшеүҙәре лә Шәмсинур апай ине. Тимәк, характерлы образдарҙы эшләгәндә нимәләр ҡулланырға кәрәклеген ул унан өйрәнгән. Әле Зифа Баязитовала ла күреп ҡалам Шәмсинур апай һыҙаттарын. Салауат театрында мәрхүмә актрисалар Ғәзизә апай Насирова менән Зәкиә Әхмәрованың уйнау манераһы һаман йәшәй һәм киләһе быуындарға күсә. Һәр театр ошо күсәгилешлеге менән дә ҡиммәт ул.

Әлеге көндә театр ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Репертуарға яңы спектаклдәр өҫтәләсәкме?

И. Рәхимов:
Яңы ғына театрҙың юбилейын үткәреп ебәрҙек, бөтөн көс шуға һалынды. Яңы йылға тиклем Гөлдәр Ильясова яңы премьера әҙерләй. Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл әкиәте лә буласаҡ балалар өсөн. Режиссерыбыҙ Айҙар Зарипов Мөнир Ҡунафиндың "Люксембурға барам әле" тигән драмаһы өҫтөндә эшләйәсәк. М. Ҡунафин беҙҙең өсөн яңы драматург түгел, уның "Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын" исемле спектакле беҙҙә бара. Уның теле, яҙыуы беҙгә лә, тамашасыға ла оҡшай. Авторҙар төрлө була, кемдер яҙған әйберен режиссерға алып килеп бирә лә, ҡабаттан уның өҫтөндә эшләмәй. Ә Мөнир Ҡунафин режиссер менән бергәләп эшләй белә. Элек драматургтар репетицияларҙа ҡатнашҡан, кәрәк булһа, ҡайһылыр сәхнәләрҙе яңынан да яҙған. Драматург булырға бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар, быға театрҙа ғына өйрәнергә була. 2017 йыл Илшат ағайҙың юбилей йылы, уға 85 йәш тулған булыр ине. Шул датаға арнап, уның "Һөйәрҙәргә ҡапҡан" комедияһын сығарҙыҡ. Быйыл шулай уҡ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған махсус курс килде эшкә, 5 ҡыҙ ҙа, 1 егет өҫтәлде актерҙар рәтенә. Уларҙың диплом эшен - Аккермандың "Хыялдар тормошҡа ашыр ер" йәштәр комедияһын репертуарыбыҙға алдыҡ.

Репертуар төҙөгәндә тамашасының теләген иғтибарға алаһығыҙмы?

Р. Ғәлина:
Бөгөн театрҙар тулы залдар йыя алмай тиһәләр ҙә, беҙҙең театрға тоғро тамашасыларыбыҙ бар. Ула күберәк классик әҫәрҙәрҙе - "Ғәлиәбаныу"ҙы, "Аҫылйәр"ҙе, "Зәңгәр шәл"де күргеләре килә. Шуға ла был спектаклдәр репертуарҙан төшмәй уйнала.
А. Хәлилов: Ҡолаҡ һалырға тура килә инде, шунһыҙ булмай. Бөгөнгө көндә тамашасыңды юғалтмайым тиһәң, уларҙың теләген үтәргә лә мәжбүр булаһың. Дөрөҫөн әйткәндә, тамашасы бөгөн комедияға һәм мелодрамаға йөрөй. Минеңсә, театр замандан артта ҡалырға ла, ныҡ алға китергә лә тейеш түгел. Ул халыҡ менән тиң барырға тейеш. Берәү ҙә ҡысҡырып әйтмәһә лә, донъялағы хәл ныҡ киҫкен, бына-бына һуғыш башланып китмәҫ, тимә, кемдеңдер осҡон сәсрәтеп ебәреүе генә көс. Башҡортостан тигән бәләкәй генә републикала йәшәп ятһаҡ та, былар беҙгә лә ҡағыла, сөнки Рәсәйҙең уртаһында ҡайнайбыҙ. Инфляциялар, оптималләштереүҙәр һөҙөмтәһендә халыҡ баҫылғандан баҫыла. Ошондай ваҡытта тамашасы ниндәй спектаклгә киләсәк? Берәүҙең дә сәхнәлә үлтереш-ҡырылыш ҡарағыһы килмәй. Ике сәғәт буйы милли әйбер ҡарап, көлөп, хистәрен сығарып ҡайтыуҙы өҫтөн күрәсәктәре билдәле. Шуға ла бөгөн тамашасы нимәгә өҫтөнлөк бирә, тигән һорауға яуап биреүе лә еңел түгел. Тик бер нәмәгә мин инанғанмын - театр халыҡҡа хеҙмәт итергә бурыслы.

Шулай итеп...
Театрҙы шәхестәр бар итә һәм йәшәтә, тиҙәр. Был театрҙың төп үҙенсәлеге лә, төп байлығы ла - уның актерҙары, тигән һығымтаға киләһең улар менән аралашҡандан һуң. Ә тамашасы һәр ваҡыт актерға эйәрә. Данлы үткәне, лайыҡлы бөгөнгөһө булған театрға артабан да уңыштар, тоғро тамашасылар теләйек. Геройҙарыбыҙ үҙҙәре әйтмешләй, ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ. Тәүге башҡорт театры тыуған ерҙән береһенән-береһе матур яңылыҡтар ишетелеп торор әле киләсәктә лә.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.16 | Ҡаралған: 1202

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru