«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТТӘШТӘРЕМ ХӘТЕРЕНДӘ МИЛЛИ ГЕРОЙЫБЫҘ ИСЕМЕ МЕНӘН ИҪТӘ ҠАЛҒАНМЫНДЫР
+  - 

Әрме сафында хеҙмәт иткән элекке һалдаттар йыш ҡына унда булған хәл-ваҡиға хаҡында бәйән итергә ярата. Ә хеҙмәткә бармағандар "тормош мәктәбе"ндә нисек ситтән тороп "уҡыу"ҙары менән маҡтана. Беҙҙең заманда хәл башҡасараҡ була торғайны. 18 йәше тулған егет өсөн ике йыл Тыуған илен һаҡлау мөҡәддәс бурыс ҡына түгел, ә үҙеңдең туғандарыңдың, яҡындарыңдың абруйын күтәреү ҙә ине. Хеҙмәткә алынмаған кешегә, нисектер, ышанмай ҡарайҙар төҫлө ине.

Бынан ҡырҡ йыл элек тормош миңә ундай мөмкинлекте үҙе бирҙе. Күмертау тау-механика техникумын тамамлағас, юллама буйынса Мәскәү өлкәһенә эшкә ебәрҙеләр. Ул ваҡытта предприятиеның исеме бик ҡыҫҡа ине: п/я №... Йәғни, беҙҙеңсә әйткәндә, ябыҡ объект. Унда эшләгәндәрҙе Ҡораллы Көстәр сафына бик алып бармайҙар, сөнки предприятие үҙе хәрби объекттарҙы хеҙмәтләндерә. Әммә армияға алыуҙарын һорап, ҡат-ҡат комиссарға барыуым һөҙөмтәһен бирҙе. Ноябрь аҙағында Руза хәрби комиссариатынан бер төркөм егет тейәлгән автобус Мәскәү өлкә хәрби йыйылыу пунктына юл тоттоҡ. Шул кис беҙҙе поезға тейәп, Төньяҡ баш ҡалаға оҙаттылар.
Ике аҙналыҡ йәш һалдат курсы үткәс, Ленинградтың үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан айырым ротаға эләктем. Хәрби подразделение 11 ҡатлы эксперименталь йорттоң фундаментын төҙөй башлағайны. 5 декабрҙә, ул ваҡытта СССР Конституцияһы көнөндә, хәрби ант ҡабул иткәс, эшкә сығарҙылар. Төҙөлөш участкаһы начальнигы подполковник Иван Русских ине. Башҡортостандан бер мин генә. Бер көн саҡырып һөйләшкәс, үҙенә ярҙамсы итеп күсерҙе. 9 ай хеҙмәт иткәс, августа отпускыға ҡайтарҙы.
Тыуған яҡта, атай-әсәй, туғандар араһында ял итеп барғас, Иван Николаевичты идаралыҡҡа үрләткәндәрен ишетеп, ҡайғырҙым. Уның урынына башҡорт йөҙлө Сергей Краснов исемле капитанды тәғәйенләгәндәр. Баҡһаң, ул Күгәрсен районындағы Красный Яр исемле сыуаш ауылынан булып сыҡты. Мәләүездә урта мәктәпте тамамлаған. Башҡортса, яҙыусылар әйтмешләй, һыу кеүек эсә.
Хеҙмәттәштәр беҙҙең үҙебеҙсә һөйләшкәнде ишетеп аптырайҙар, әллә һеҙҙә урыҫтар ҙа башҡортса беләме, тип һорашалар.
Шулай бер көн иртән төҙөлөш объектына майор Сергей Краснов (ул ваҡытта ошо дәрәжәгә еткәйне) яҡынлаша. Бер хеҙмәттәшем йүгереп килде лә: "Һеҙҙеңсә "здравия желаю" нисек була?" - тип һораны. Мин уға: "Иптәш майор, аҡса бармы?" тип өндәш", - тип өйрәтеп ебәрҙем. Һалдат майорҙан шулай тип һорағас, ул кеҫәһенән өс һум сығарып бирҙе, үҙе миңә йоҙроҡ күрһәтә.
Икенсе ваҡыт идаралыҡ начальнигы килде. Сергей Красновты эҙләтә. Ә уныһы иртән киске ҡунаҡтан һуң башы ауыртып килеп, төҙөлөш вагончигында хәлһеҙләнеп ултыра ине. Йүгереп барған һалдат минән һорай: "Һеҙҙеңсә "Һеҙҙе саҡырталар" нисек була?" Мин әйттем. Шунан һалдат вагончик ишеген шаҡыны ла: "Иптәш майор, баш ауыртмаймы?"- тип һораны. Бына шулай аралаштыҡ беҙ хеҙмәттә яҡташтар менән.
Бер хәрби институт биләмәһендә оҫтахана төҙөйбөҙ. Мин мастер булараҡ, проектҡа индергән үҙгәрештәрҙе етәкселектән раҫлатам. Институт директоры урынбаҫары бер полковник менән әңгәмәләшеп киттек. Элек ҡырыҫ ҡына һөйләшкән офицер милләтемде һораны. Башҡорт икәнлегемде белгәс, йөҙө яҡтырып китте. Баҡһаң, Бөйөк Ватан һуғышында уны фашист пуляһынан башҡорт һалдаты күкрәге менән ҡаплап һаҡлап алып ҡалған. "Шуға күрә мин был яҡты донъяла йәшәүем менән башҡорт халҡына рәхмәтлемен. Һиңә, был милләт вәкиленә, ишегем һәр саҡ асыҡ", - тине ул. Һәм һүҙендә торҙо.
Иртәнсәк рота командиры саҡыртып алды ла, мин һинең менән объектыңды тикшерергә барам, тине. Килдек. Командирҙы объектҡа индермәйҙәр. Минән ярҙам һораны. Телефондан полковникҡа шылтыраттым. Уныһы аҫҡа уҡ төшөп, капитандың ни эшләп йөрөгәнен һорашты ла, "Башҡорттоң эшен тикшереп йөрөмәһәң, башҡа эшең юҡмы?" тип асыуланып ҡуйҙы. Рота командиры бик оҙаҡ ваҡыт минән был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын һорашып йөҙәтте.
Бына шулай, сит ерҙәргә сығып, ҡайҙа ғына барһам да, башҡорт икәнемде белһәләр, миңә ҡарата шунда уҡ яҡшы мөнәсәбәт тыуҙы. Был һис тә арттырыу түгел. Шуға ла бик йәштән үк үҙ милләтем, башҡортлоғом, милләтемде данлаған арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Ошо тойғо киләсәктә милләтем намыҫына, башҡорт тигән исемгә тап төшөрмәҫлек итеп йәшәүгә этәргес бирҙе...
Шулай, техникумда уҡығанда Ҡаҙағстандың Экибастуз ҡалаһында практика үттем. Ҡаланың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында бильярд буйынса беренселек үтә ине. Иптәштәр менән мин дә барҙым. Чемпионат финалы алдынан былтырғы еңеүсе телмәр тотто. Миңә оҙаҡ ҡына текләп торғандан һуң: "Һин ҡаҙаҡ түгел бит, ә ниндәй милләттән?" - тип һораны. Башҡорт, тигән яуапты ишеткәс, "Ә-ә-ә, Салауат Юлаев", тип бильярд уйнарға саҡырҙы. Мин ҙур бильярд уйнап ҡарағаным булмауын белдерҙем. Үҙем өйрәтермен, тип, өсмөйөштө боҙҙо. Уның күрһәтмәләренә таянып, бер-бер артлы ете шарҙы лузаға ебәрҙем. Һигеҙенсеһе инмәне. Ул кийҙы алып, бер шарҙы лузаға һалды, һуңынан "яңылышты", йәнәһе. Мин һигеҙенсеһен индергәс, тамашасыға боролоп, уң ҡулының һуҡ бармағын өҫкә күтәреп, "Салауат Юлаев та бер ҡасан да еңелмәгән!" тине. Һуңынан урындағы халыҡҡа милли батырыбыҙҙың кем икәнен оҙаҡ ваҡыт аңлатырға тура килде миңә...
...Йәш һалдат курсын үткәс, роталарға бүлделәр. Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән алынған һап-һары егеттәр араһында бер мин генә ҡара сәсле булыуым менән айырылып тора инем. Иртән иртүк яңы килгән һалдаттарҙы теҙеп ҡуйҙылар. Хәрби округтың төҙөлөш идаралығынан килгән подполковник Дитятковский үҙе менән таныштырып, телмәр тотҡас, һәр беребеҙгә ҡулын биреп, исем-фамилияны һорашып сыҡты. Минең ҡаршыма баҫҡас та үзбәксә, үзбәкме, тип һораны. Мин башҡортсалап: "Башҡорт", - тинем. "Тимәк, Салауат Юлаев".
Ике йыл дауамында мин уның өсөн тик Салауат Юлаев ҡына булдым. Беҙҙең ротаға килгәндә мине күреп ҡалһа, Салауат Юлаев, тип өндәште.
Хеҙмәтемдең аҙағы яҡынлашҡандағы август айҙары ине булһа кәрәк, өйҙән посылка алдым. Әйберҙәр араһында Степан Злобиндың яңы ғына баҫылған урыҫса "Салауат Юлаев" романы ла бар ине. Көн һайын ваҡыт барҙа уҡыйым. Һуңғы битен дә артта ҡалдырып, китапты ябыуым булды, офицерҙар йыйылған вагончикҡа әлеге подполковник Дитятковский килеп инде. Шәмбе 50 йәшлек юбилейын билдәләй икән, шуға хеҙмәттәштәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Миңә боролоп, "Салауат Юлаев, ғәфү ит, һалдатты саҡырырға ярамай", тип белдерҙе. Мин тиҙ генә әлеге китапҡа "Хөрмәтле Исаак Моисеевичҡа, минең өлкән дуҫым һәм уҡытыусыма 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, Салауат Юлаев нәҫелдәшенән", - тип яҙҙым да, подполковникҡа һондом. Ул ҡотлауҙы уҡып сыҡҡас, күҙлек өҫтөнән бөтә офицерҙарҙарға ҡарап сыҡты ла, китапты өҫкә күтәреп: "Бындай бүләкте тик Салауат Юлаевтың нәҫелдәштәре генә бирә ала", - тине.
Дүшәмбе көндө Дитятковский иртәнге разводҡа килде:
- Салауат Юлаев!
- Мин!
- Сафтан сығырға!
Сыҡтым. Рота командирына: "Мин уны киске 10-ға тиклем үҙем менән алып китәм", - тине лә, машинаһына ултыртты. Иртәнге аштан һуң Ленинградтағы хәрби тәьминәт конторалары буйлап алып китте.
- Абрам! Таныш бул. Был - башҡорт. Салауат Юлаев. Ярҙам һорап килһә, баш тартма.
- Станислав, был - башҡорт халҡы вәкиле. Бына һин, йәһүд, Моисеейҙың биографияһын йүнләп белмәйһең дә. Ә ул милли геройы Салауаттың батырлығын, нисек һуғышҡанын, нисек үлгәнен үҙенең биш бармағы кеүек белә. Беҙ, йәһүдтәр, был мәсьәләлә башҡорттарҙан үрнәк алырға тейеш!
Көнө буйы ҡалалағы йәһүдтәр етәкләгән ойошмалар буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Шунда уларҙың ниндәй дуҫ милләт икәнен күреп һоҡландым.
Подполковник вәғәҙә иткән киске 10-да беҙ ҡаланың бер ашханаһында саҡ киске аш ашап ултыра инек. Шулай булғас, минең һуңлап ҡайтыуым билдәле ине инде. Иртән иртүк взвод командиры мине канцелярияға саҡырҙы. Ниңә ваҡытында ҡайтмауымды һорашты. Әрләргә тип ҡыҙып киткән сағында ғына ишек асылып китте һәм бүлмәгә Исаак Моисеевич килеп инде. Нимәгә тауыш сығыуын һорашты. Мин һуңлап ҡайтҡаным өсөн шелтә алыуымды аңлаттым.
- Һалдат, бар сығып тор әле, - тине ул миңә.
Ишекте япҡас, ҡолағыма бына ниҙәр ишетелде:
- Һеҙ - ҡырҡ (украиндар СССР-ҙа 40 миллион ине), беҙ - ике миллионбыҙ (йәһүдтәр - 2 миллион). Минең исемем - Исаак, ул ике "а" аша яҙыла. Иҫеңдә тот. Әгәр бына ошо башҡорттоң башынан һинең иҫәрлегең арҡаһында бер генә бөртөк булһа ла сәсе төшһә, бөтә Ленинградты баштүбән әйләндереп ҡуйырмын, ләкин ике сәғәттән, һин хохол, бында булмаясаҡһың, тине. Взвод командиры уның менән ризалашты һәм хеҙмәт бөткәнсе миңә тауыш күтәрмәне.
Әрмеләге Исаак Мосеевич менән бәйле ошо хәл дә йыш иҫемә төшә. Тап уның тырышлығы менән Ленинград хәрби округының комсомол конференцияһына делегат итеп һайландым. Күптәр ҙур офицер дәрәжәһендә, партия, комсомол хеҙмәткәрҙәре. Бер ваҡыт мандат комиссияһы рәйесе сығыш яһай. Бөтәһе 726 делегат, милли состав буйынса башҡорттарҙан бер үҙем булып сыҡтым.
Әрме мәктәбе бик һәйбәт, бигерәк тә уны ситтән тороп үтһәң, тип аҡланырға тырыша унда бармағандар. Хеҙмәткә алыныуыма ошо араларҙа 40 йыл тула. Аҙ ваҡыт түгел, әммә тормошомдағы был иң яҡшы мәктәпте лайыҡлы үтеүем менән һаман ғорурланам. Әле булһа әрме хеҙмәте йыш төшкә инә. Йә Исаакий соборы, килеп күреп кит, тип үҙенә саҡыра. Йә яңынан хеҙмәткә саҡырылғанмын да карауаттың икенсе ҡатынан урын бирәләр икән, тип күрәм. Һуңғыһы төшкә инһә, мин бит хәҙер өлкән кеше, бер тапҡыр бурысымды үтәнем, тип хәрби билетымды күрһәтәм. Әммә күңелдә армияға барыуҙан ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Быға, моғайын, Салауат Юлаев исеме менән бирелгән ҡаҡшамаҫ рух, ышаныс тойғоһо булышлыҡ итәлер. Хеҙмәттәштәрем хәтерендә лә милли геройыбыҙ исеме менән иҫтә ҡалғанмындыр, тип ышанам. Быныһы өсөн иһә йәһүд халҡының ғорур улы Исаак Дитятковскийға рәхмәт белдергем килә.
Шулай итеп, бөгөн үҙен әрме сафына әҙерләгән йәш милләттәштәремә шуны әйтер инем: милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, легендар генералыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов, үҙен үлемһеҙ данға күмгән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплаған Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, "ҡара генерал" Даян Мурзин һымаҡ башҡорт халҡының ҡаһарман улдары тормошон, батырлығын өйрәнергә, кәрәк урында башҡаларға еткерергә, уларға тиңләшергә, өлгө алырға, ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә башҡорт халҡын данларға тырышығыҙ. Ил алдындағы бурысыңды үтәп, сит-ят тарафтарҙа ер-һыу күреп ҡайтыу - был донъяла ир-егеттәр өсөн иң мөһимелер. Һәр хәлдә лә мин шулай уйлайым.

Сәйфулла ӘМИРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.16 | Ҡаралған: 1206

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru